Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәнтөйәк ярҙам көтә
Йәнтөйәк ярҙам көтәФанилыҡта ожмах утрауы бармы? Бар. Ул — һәр кемдең тыуған ере! Сит-ят тарафтарҙың күҙҙе ҡамаштырырлыҡ, күңелде арбарлыҡ тәбиғәтенә һоҡланып, йылы диңгеҙендә ҡойоноп, йән-тәндәренә сихәт алғандар ҙа кендек ҡаны тамған ғәзиз еренең һәр ҡыуағын, үлән-ҡылғанын, сылтырап аҡҡан шишмәләрен, күкһел тау һырттарын, икһеҙ-сикһеҙ булып тойолған далаларын һағынып ҡайта.

Тыуған яҡтың илаһи, һөйләп кенә аңлата алмаҫлыҡ көсө тарта. Быны һәр күҙәнәгең менән тойорға ғына мөмкин: күңелдә ул хис булып урғыла, шарламалай ҡайнай, төньяҡ һалҡынылай туңдыра, йәнеңде һурып алырҙай булып ҡайҙалыр ашҡындыра. Юҡ, аңлатыу мөмкин түгел был хис-тойғоно. Беҙ тыуған илебеҙҙә йәшәгәнгә генә уларҙы һиҙмәйбеҙ, көндәлек мәшәҡәттәргә сумғанға бер ни күрмәйбеҙ. Шуға барыһы ла ғәҙәти һымаҡ: таң атамы — ата, кис буламы — була, ағас үҫәме — үҫә, йылға ағамы — аға...
Көндәлек мәшәҡәттәр, үҙ-үҙебеҙгә бикләнә барыуыбыҙ тағы бер нәмәне иғтибарҙан ситтә ҡалдыра, уны мөһим мәсьәлә итеп ҡарамай, икенсе планға күсерә киләбеҙ: тирә-яғыбыҙ ниндәй генә матур, һоҡланырлығы күп булмаһын, тәбиғәтебеҙ, ул-ҡыҙҙарын ҡайғыртмайым тип шым ғына ауырыған әсә шикелле, беҙгә мөлдөрәп баҡҡан да ярҙам һорай. Берәүҙәр был ауазды ишетә, икенселәр күрмәмеш була, өсөнсөләрҙең күңелдәрен аҡса ене томалаған, дүртенселәр — битараф...
Барыһын иҫәпкә алып, кешелекте ошо вайымһыҙлыҡтан арындырыу, тирә-яҡ мөхит проблемаларына нығыраҡ иғтибар йәлеп итеү, йәш быуында йәнтөйәккә һөйөү тәрбиәләү, тәбиғәтте һаҡлауҙы пропагандалау маҡсатында "Башҡортостан" гәзите редакцияһы республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә "Башҡортостан — ғәзиз ерем" тип аталған конкурс иғлан итә.
Юғарыла күрһәтелгән темалар буйынса түбәндәге жанрҙарҙа хеҙмәттәр көтәбеҙ:
— хикәйә;
— мәҡәлә;
— очерк;
— "Йәшәйеш — ул үҙе бер миҙгел" темаһына фотоһүрәттәр;
— мәктәп уҡыусылары өсөн айырым темалар: "Тәбиғәт һәм беҙ", "Тәбиғәт һаҡсылары", "Тыуған төйәгем".
Конкурсҡа материалдар 2013 йылдың 1 декабренә тиклем ҡабул ителә. Иң яҡшы тип табылған ижади эштәр йыл һуҙымында гәзиттә баҫылып барасаҡ. Еңеүселәр дипломға һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ буласаҡ.
Йәнә ҙур һөйөнөс менән шуны хәбәр итәбеҙ: «Мираҫ» мәрхәмәтлек фонды (генераль директоры – Илшат Иманғолов) «Һөнәрмән» конкурсын ойоштороусылар һәм бағыусыларҙың береһе булырға теләк белдерҙе. Афарин, Илшат Вәсил улы! Конкурста әүҙем ҡатнашып, алтын ҡуллылар тураһында иң яҡшы тасуир иткән ҡәләм оҫталарына һәм фотохәбәрселәргә «Мираҫ» фонды дипломдар, махсус бүләктәр әҙерләй.
Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!


Автор: Мөхәрририәт.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә