Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡала мөхите”ндә – тормош сағылышы
“Ҡала мөхите”ндә – тормош сағылышыРекламаның нигеҙҙә теге йәки был тауарҙы маҡтауына күнегеп бөткәнбеҙ. “Уның ярҙамында көнүҙәк мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтергә өйрәнәйек”, – тип оран һала “Ҡала мөхите” социаль реклама фестивален ойоштороусылар. Ете йыл эсендә был сара Өфөнөң үҙенсәлекле йолаһына әүерелде.
– Ошондай ижади эштәр тормоштағы кире күренештәргә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов фестивалде асыу тантанаһында.
Реклама өлгөләре фото, һүрәт, видео һәм аудиояҙма, сценарий рәүешендә әҙерләнгән. Улар тәмәке тартыуға, спиртлы эсемлек һәм наркотик ҡулланыуға, балаларҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙы йәберләүгә, ришүәтселеккә ҡаршы көрәшкә әйҙәй, сәләмәт тормош алып барырға, тәбиғәтте һаҡларға, ауыр саҡта бер-береңә битараф булмаҫҡа өндәй. Темалар төрлө булһа ла, авторҙарҙың маҡсаты уртаҡ — тормошобоҙҙо яҡшыраҡ итеү.
Төп бүләкте яулаған “Е621” видеояҙмаһы төрлө консерванттан һәм генетик кимәлдә үҙгәртелгән аҙыҡ-түлектән баш тартырға саҡыра. Был эштең авторҙары бер-береһе менән бөтөнләй таныш булмай сыҡты. Өфө егете Айҙар Дәминов Интернет аша Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәүсе фекерҙәштәрен тапҡан һәм уларҙың яҙмаһын туплап, йөкмәткеһен байытып, конкурсҡа тапшырған.
Өфө дәүләт нефть техник университетынан Софья Ғәбдрәхимова менән Евгения Слободчикованы (II урын) милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу темаһы илһамландырған. Ҡыҙҙар Өфөлә йәшәүсе төрлө милләт йәштәренә бер үк һорауҙар биреп, һәр кемдән үҙ телендә яуап алған. “Тормошта иң мөһиме нимә?” тигән һорауға барыһы ла: “Мөхәббәт,” – тип яуаплаған. Милләтенә, теленә, тәненең төҫөнә ҡарамайынса, бер-беребеҙҙе яратырға өйрәнһәк, тормошобоҙ һәр саҡ имен буласаҡ тигән фекер ята был яҙмала.
“Ҡала мөхите”ндә – тормош сағылышы“Социаль рекламаның йөкмәткеһе халыҡты ышандырырлыҡ, аңды ҡуҙғатырлыҡ булырға тейеш. Фестивалдәге эштәрҙең 10 проценты ошо талапҡа яуап бирә,” – тигәйне жюри ағзаһы, Мәскәүҙәге Халыҡ-ара реклама институты уҡытыусыһы Константин Гаранин. Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары Алина Хәсәнова, Эльвира Төхвәтуллина һәм Юлиә Нуретдинованың (II урын) “Туҡтат...” тигән фотоһүрәте — көслө йоғонто яһарлыҡ эштәр рәтендә. Ул ирҙәре тарафынан йәберләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙы яҡлауға арнала. ”Әхирәтебеҙгә ире ҡул күтәргәнен белгәс, беҙ был аяныслы хәлгә битараф ҡала алманыҡ. Өйҙә кейгән күлдәк-халаттарҙа, йәберләнгән ҡатын-ҡыҙға ярҙам итеүсе “ышаныс телефоны” күрһәтелгән плакаттар тотоп, Өфөнөң үҙәк урамдарынан үттек. Сәйерһенеп ҡараусылар, йәмһеҙ һүҙҙәр әйтеп ҡалыусылар ҙа осраны. Мәсьәләнең ни тиклем етди булыуын аңлап етмәгәндәр бар, күрәһең. Статистика буйынса, иренән туҡмалыу арҡаһында 40 минут һайын донъяла бер ҡатын вафат була,” – ти ҡыҙҙар.
Белоруссиянан Кирилл Шамардин (I урын) “Рәшәткә” тигән видеояҙмаһында зоопарктағы хайуандар хәлен үҙенсәлекле алым менән асҡан. Ул кеше үлтергән өсөн ҡулға алынған енәйәтселәрҙән һуң ситлектә бикле йәшәгән кейектәрҙе күрһәтә. “Ә хайуандар ниндәй ғәйебе өсөн иркенән мәхрүм ителгән?” тигән һорау ҡуя автор.
Фестиваль тап Башҡортостандағы мәсьәләләрҙе аныҡ күҙалларға ярҙам итеүе менән дә әһәмиәтле. Мәҫәлән, авторҙар баш ҡала урамдарында ағастарҙың күпләп ҡырҡылыуын тәнҡитләй, донорлыҡҡа әйҙәй, инвалид балаларҙың яҙмышы өсөн борсола, юғары һалым арҡаһында эшҡыуарлыҡтың үҫешә алмауына көйөнә. Ойоштороусылар вәғәҙә итеүенсә, иң уңышлы эштәр Өфөләге реклама таҡталарында, киң мәғлүмәт сараларында үҙ урынын табасаҡ. Был осраҡта фестивалдә ҡатнашыусыларҙың тормошобоҙҙо яҡшыраҡ итеү теләге бойомға ашыр ине.
Нурзиә ХӘСӘНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә