Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғәмһеҙлек "һәйкәл"дәре кәмемәй әле...
Ғәмһеҙлек "һәйкәл"дәре кәмемәй әле...Ярамаған урында туҡтаһаң, машинаңдан яҙыуыңды көт тә тор

Гәзитебеҙҙең 23 ғинуар һанында Өфө юлдарындағы бөгөнгө хәлде бәйән иткән "Ҡасан бөтөр был мәхшәр?" исемле тәнҡит мәҡәләһе донъя күргәйне. Бер аҙнала ниндәй үҙгәреш булған? Ниндәй саралар күрелгән? Сираттағы рейдта ошо хаҡта һүҙ барыр.

Хәҙер һәр кемгә "ҡорос ат"ын урамдың туҡтарға ярамаған урынында ҡалдырып китер алдынан кәмендә ете ҡат уйларға кәңәш ителә. "Машинамды урлағандар!" – тип берәүҙең яр һалыуына яңыраҡ үҙебеҙ ҙә шаһит булғайныҡ. Аҙаҡ асыҡланды: урламағандар икән, ә эвакуатор менән алып киткәндәр.
Ысынлап та, хәҙер юл ситендә ҡалдырған автомобиленән ҡолаҡ ҡағыу ихтималлығы тураһында һәр кем уйланырға тейеш. Сәбәбе – ай ярымдан ашыу юл йөрөү ҡәғиҙәләрен, тәртипте һанламаусы водителдәргә ҡарата Өфө ҡалаһы хакимиәте тарафынан "һунар" иғлан ителгән. Уларҙың автомобиленең дә ошо махсус сараның ҡорбанына әйләнеү ихтималлығы ҙур. Үткән йыл аҙағында Башҡортостан Хөкүмәте штраф туҡталҡаларында автомобилдәрҙе һаҡлауҙың яңы Ғәмһеҙлек "һәйкәл"дәре кәмемәй әле...хаҡтарын билдәләгәйне. Шул мәлдән, йәғни 6 декабрҙән Өфө юлдарын дөрөҫ туҡтамаған "ҡорос ат"тарҙан "таҙартыу" башланды.
Бындай аҙым, әлбиттә, йәмәғәтселектә төрлө фекер тыуҙырҙы. Йәйәүлеләр, нигеҙҙә, рәхмәт уҡыһа, водителдәр араһында асыуы ҡабарғандар бихисап булды. Кемде генә ғәйепләмәнеләр: юлдарҙы үҙ мәлендә ҡарҙан таҙартмаған коммуналь хеҙмәттәргә лә, туҡталҡалар менән тәьмин итмәгән ҡала етәкселегенә лә, хатта эвакуатор хеҙмәткәрҙәренә лә "эләкте". Шулай итеп, ай ярым эсендә генә баш ҡала урамдарынан 1144 "ҡорос ат" эвакуатор менән оҙатылды, йәғни көнөнә яҡынса 25 автомобиль...
Өфөлә быға тиклем дә эвакуациялау менән шөғөлләнгән хеҙмәттәр бар ине, хәҙер ҡала хакимиәте ошондай дәүләт ойошмаһын асырға ҡарар иткән. Ул муниципаль парковкаларҙы ла хеҙмәтләндерәсәк. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Дмитрюк фекеренсә, ул ҡарауһыҙ ҡалдырылған машиналар мәсьәләһен һөҙөмтәлерәк хәл итеү өсөн кәрәк. Мәҫәлән, автомобилдәр йыш ҡына урамды ҡарҙан таҙартырға ҡамасаулай. Яңы МУП теркәү үткән, хәҙер 6-7 миллион һумға бер нисә эвакуатор һатып алыу күҙҙә тотола.
Әйткәндәй, водителдәрҙең хатаһы ҡаҙнаны ла арыу ғына тулыландыра. Мәҫәлән, яҡынса иҫәпләгәндә лә, ай ярым эсендә бюджет һәм эвакуатор ойошмалары дүрт миллион һумдан ашыу табыш алған. Бөгөн автомобилде ярамаған урында ҡалдырған өсөн штраф күләме – 1500 һум, уны эвакуациялау ҙа шул самаға барып баҫа.
Эйе, урамдарҙы ҡағиҙәгә ярашлы ҡалдырылмаған "ҡорос ат"тарҙан таҙартыу – һис шикһеҙ, изге эш. Әммә бының ҡаҙна тулыландырыу әмәленә әйләнеп китмәүе шарт. Ни тиһәң дә, махсус туҡталҡалар булмауына зарланған водителдәрҙең һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар кеүек. Ысынлап та, йыш ҡына күптәрҙең, эш урынына килеп, "ҡорос ат"ын туғарырға яртышар сәғәт урын эҙләп аҙапланыуына йыш шаһит булабыҙ. Шул уҡ мәлдә кемдеңдер автомобиле аҙналар буйы юл ситендә коммуналь хеҙмәттәргә ҡамасаулап ҡымшанмай ҙа ултыра. Беҙгә лә ошондай күренешкә тап булырға тура килде. Был айҙан ашыу көрткә күмелеп ултырған "ГАЗель" (һүрәттә) баш ҡаланың Достоевский урамында тәбиғәт шарттарының булышлығы менән барлыҡҡа килгән ғорур "һәйкәл"де хәтерләтте. Моғайын, уның хужаһы эвакуатор хеҙмәтенең килеүен сабыр ғына көтәлер тигән һығымта яһаныҡ беҙ.

Ғәзиз ШӘМСЕТДИНОВ, эшсе:
– Минең юл ситендә ҡар баҫҡан машинамды ла алып киттеләр, шуға мәсьәләне яҡшы аңлайым. Һыуыҡ алдырып сирләп киткәйнем, фатирымдан да сыға алмай яттым. Шул көндө мул итеп ҡар яуа башланы һәм машинамды өйөп ташланы. Коммуналь хеҙмәттәргә ҡамасаулай тип бер аҙҙан алып та киткәндәр. "Ярамаған" ерҙән алырға ҡатынымдың водитель таныҡлығы юҡ, үҙемдең карауатымдан ҡуҙғалыр хәлем булманы. Кешелекһеҙ булыуҙары, хәлемә инмәүҙәре асыуыма тейҙе.

Наилә ХӨСӘЙЕНОВА, хаҡлы ялда:
– Һүҙ ҙә юҡ, дөрөҫ эшләйҙәр, ҡайһы саҡта тротуарҙан үтерлек түгел, машиналарын теҙеп ҡуялар. Ҡайһы берәүҙәре көрткә күмелеп аҙналар буйы ултыра, ошо бигерәк тә йәнгә тейә. Йәйәүлеләрҙе һанлау бөтөнләй ҡалманы. Элегерәк, урамда ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йышыраҡ осрағанда, еңелерәк ине, хәҙер улары ла һыуға батҡандай. Әле бына "ҡыҙыл"ға берәү "ендәй" йәйәүлеләрҙе саҡ тапамай үтеп китте, ә кемгә зарланырға ла белмәҫһең...


Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә