Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хаҡтар арта, яза көсәйә...
Хаҡтар арта, яза көсәйә...Ғәҙәттә, яңы закондар ғинуар башынан ғәмәлгә инә. Гәзит уҡыусылар иғтибарына Рәсәй халҡы өсөн иң мөһим үҙгәрештәрҙең ҡайһы берҙәре хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ.

"Дима Яковлев законы" ғәмәлгә инде. Хәҙер Америка граждандарына Рәсәй балаларын уллыҡҡа алыу тыйыла. Ә ватандаштарыбыҙ өсөн был процедура, киреһенсә, ябайлаштырыла.

Етемдәр фатирға хоҡуҡ алды. Етемдәр һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балалар өсөн махсуслаштырылған торлаҡ фонды булдырыла. 18 йәше тулыу менән етемдәр ошо фондтан биш йылға ҡуртымға фатир алырға хоҡуҡлы. Ҡайһы бер осраҡтарҙа өйҙө 18 йәш тулғанға тиклем дә алырға мөмкин, әммә уның милексеһе дәүләт буласаҡ. Биш йыл үткәс, фатир социаль торлаҡ фондына күсерелә, ә унда йәшәүсе менән ғәмәлдә булыу ваҡыты сикләнмәгән социаль яллау килешеүе төҙөлә. Был закон ғәмәлгә ингәнгә тиклем етемдәргә торлаҡ яллау шарты менән генә бирелә ине.

Түрә-ҡара һәм уларҙың ғаилә ағзалары сығымдары тураһында отчет бирәсәк. Хәҙер дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәр декларацияла ҡиммәтле әйбер — ер биләмәһе, торлаҡ, автомобиль, ҡиммәтле ҡағыҙҙар һәм акциялар — алыуҙары тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш. Был уларҙың ғаилә ағзаларына ла ҡағыла. Сығымдарын йәшереүселәргә эшенән бушатылыу хәүефе янай. Яңы милектең хәләл килемгә һатып алыныуы дәлилләнмәгән осраҡта суд унан мәхрүм итәсәк.

Сит ил кешеләренә Рәсәйгә инеү сикләнә. Илебеҙҙә ваҡытлыса йәшәү ваҡыты үтеү менән 30 тәүлек эсендә сығып китмәгән сит ил граждандары бынан ары Рәсәйгә инеү хоҡуғынан өс йылға мәхрүм ителә.

Баҫма киң мәғлүмәт сараларында иҫерткес эсемлектәр рекламалау тыйыла. Реклама тураһындағы федераль законға алкоголгә ҡаршы үҙгәрештәр былтыр июлдә үк ҡабул ителгәйне, әммә гәзит һәм журнал редакциялары менән алдан төҙөгән килешеүҙәрен тормошҡа ашыра алһындар өсөн спиртлы эсемлек етештереүселәргә 2012 йылдың аҙағына тиклем "күсеү осоро" яһанылар. Хәҙер улар үҙ тауарын магазинда ғына рекламалай ала.

Иң арзан араҡының ярты литры 170 һум тора. Иң осһоҙ коньяктың ярты литры — 280 һум, бренди 250 һум тора. Хаҡтар 7 ғинуарҙан артырға тейеш ине, шулай ҙа магазиндарҙың күпселеге 1 ғинуарҙан күтәреп тә ҡуйҙы.
Киосктарҙа һыра һатылмаясаҡ. Спиртлы эсемлекте майҙаны 50 квадрат метрҙан кәмерәк булған магазиндарҙа һәм төнгө сәғәт 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем бер ерҙә лә һатырға ярамай. Сикләү бар һәм ресторандарға ҡағылмай.

Рөхсәтһеҙ миграция өсөн яза көсәйә. Рәсәйгә сит ил кешеләренең һәм гражданлығы булмағандарҙың законһыҙ инеүен ойоштороусыларға штраф күләме 200 мең һумдан 300 меңгәсә артҡан, холоҡ төҙәтеү эштәре — бер йылдан ике йылға тиклем, мәжбүри эшләтеү ике йылдан өс йылға тиклем арттырылған. Бындай бизнесты ойоштороусылар төркөм менән эш иткән осраҡта, уларҙы ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

Плацкарт билеттары ҡиммәтләнде. 1 ғинуарҙан плацкартта һәм дөйөм тәғәйенләнештәге вагонда юл йөрөү хаҡы 20 процентҡа артты. Шулай ҙа билеттарҙың ҡапыл ҡиммәтләнеүен халыҡ һиҙмәйәсәк. Ни өсөн тигәндә "Рәсәй тимер юлдары" компанияһы етәкселеге ошо уҡ ваҡытта миҙгел ташламаларын индерә — хаҡты 17-нән 25 процентҡаса кәметә (ә 8 һәм 9 майҙа ташлама 50 процентҡаса етәсәк). Хаҡтар мартта һиҙелерлек артасаҡ. Түшәк кәрәк-ярағына хаҡ та күтәреләсәк: купе тибындағы вагонда улар 174 һум (фирма поездарында) һәм 119 һум (ябайҙарында) торасаҡ.

Ҡаршы хәрәкәт һыҙатына тәүге тапҡыр сығыусыларға яза йомшара. Элек тәүге тапҡыр ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыҡҡан өсөн алты айға тиклем водитель танытмаһынан мәхрүм итәләр ине. Хәҙер йә дүрт-алты айға тиклем руль тота алмаясаҡһығыҙ, йә биш мең һум штраф һалынасаҡ. Водитель танытмаһын алырғамы йәки штраф һалырғамы икәнлеген, ҡағиҙә боҙоуҙың барлыҡ нескәлектәрен иҫәпкә алып, судья хәл итә. Әммә был хәл ҡабатланһа, танытмағыҙҙы шунда уҡ бер йылға тартып аласаҡтар.


Автор: Әлфиә ӘЙҮПОВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә