Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыныслыҡ нигеҙе — айыҡ аҡыл
Тыныслыҡ нигеҙе — айыҡ аҡылНоябрь айында Кубаға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 32 тонна ауырлығындағы йөк оҙатылды. Куба хөкүмәте менән килешелгәнсә, Ил-76 самолетына төҙөлөш материалдары тейәлгәйне. Сәбәбе билдәле: АҠШ-тың яр буйҙарындағы ел-дауыл Кубаға ла йоғонто яһаған. Киләсәктә Азатлыҡ утрауына медикаменттар һәм аҙыҡ-түлек ебәреләсәк.

Элек Кубаға башҡа төрлө йөктәр ҙә оҙатылды. 1962 йылда беҙ Владивостокта, Тымыҡ океан флотында, хеҙмәт итә инек. Һыу аҫты кәмәһендә йөҙөүселәрҙе өйрәтә торған уҡыу-уҡытыу отрядындабыҙ. Бер көндө сәйәси бүлек начальнигы, 2-се ранг капитаны Левченко офицерҙар йыйылышында беҙгә АҠШ менән СССР араһында һуғыш башланыу ихтималлығы хаҡында хәүефләнеп һөйләне. Американдар Кубаға йөк илтеүсе карапты туҡтатып, унда нимә тейәлгәнен белергә, ҡарарға маташҡан. Беҙҙекеләр "ауыл хужалығы машиналары" илтеүен иҫбатларға тырышһа ла, Азатлыҡ утрауына американдар 90 мең кешенән торған десант операцияһы әҙерләй башлаған. Ул осорҙа беҙҙең илдә "Куба — да! Янки — нет!" тигән лозунг киң таралған ине.
КПСС Үҙәк Комитеты етәксеһе Н.С. Хрущев (үҙен "Генеральный секретарь" тип йөрөтмәне, ә "Коммунист номер один" тигән һүҙҙе йыш ҡулланды), Кубаға ракеталар, ядро ҡоралы һәм ғәскәрҙәр ебәреп, дуҫы Фидель Кастроны яҡларға йыйынды. Бына шул көндәрҙә флотта Кубаға үҙҙәре теләп барыусыларҙан ғариза ҡабул итеү башланды. Башта беҙ, рота замполиттары, үҙ ҡулыбыҙ менән ғариза яҙып тапшырҙыҡ та иртәгәһенә ошо мәсьәлә буйынса матростар янына киттек. Беҙгә бер кемгә лә баҫым яһамаҫҡа ҡушылды, ғаризаны теләгән кеше генә яҙырға тейеш. Ошо хаҡта матростарға әйткәс, "А вы сами записывались?" тип һораусылар булды. Беҙҙең роталағы һәр матрос Куба лидерын теше-тырнағы менән яҡларға әҙер ине. Ошондай уҡ хәл башҡа роталарҙа ла күҙәтелде. Американың Кубаға ҡаршы яңы десант операцияһы әҙерләгәнен барыбыҙ ҙа белә инек.
Беҙҙекеләр ҙә йоҡлап ятмай, һиҙгерлек күрһәтеп, хәрби ойоштороу эшен башлай. "Анадырь" операцияһы — шуға асыҡ миҫал. Бер нисә аҙна эсендә бик күп ғәскәрҙе һәм хәрби техниканы Тымыҡ океан флотынан йәшерен рәүештә Кубаға илттеләр.
Бик теләһәк тә, Азатлыҡ утрауында булырға тура килмәне. Шөкөр, тип әйтергә кәрәктер, сөнки унда булған бер хеҙмәттәшебеҙҙең иҫтәлектәре генә лә хәлдең ниндәй ҡатмарлы, көсөргәнешле булыуы хаҡында һөйләй. 1962 йылда 25 йәшлек Радий Горячев Финляндияла етештерелгән, "Касимов" исемен йөрөткән яңы пароходҡа өлкән моторист булып хеҙмәткә саҡырыла. Оҙонлоғо 150, киңлеге 20 метр булған, 12 мең тонна йөк һыйҙырышлы көслө дизель двигателле судноны күреп, ул бик шатлана, сөнки бығаса ундай ҡеүәтле транспортта эшләргә тура килмәгән. Судно августан башлап декабргә ҡәҙәр Кубаға бер нисә рейс яһай. "Хрущев епшетеүе" тип йөрөтөлгән йылдарҙа ул һәр ҡитғала булып өлгөрә.
Ғәҙәттә, яңы карапты төрлө комиссиялар төҙөгән акт менән ҡабул итәләр. Ә "Касимов" йәшерен рейсҡа уларҙың рөхсәтенән тыш йыйына, халыҡ араһындағы хәбәрҙәргә ҡарағанда — Индонезияға. Уның президенты Әхмәт Сукарно СССР-ҙа булып ҡайтҡайны, Никита Сергеевич та был илгә рәсми визит менән барҙы.
Балтийск ҡалаһында "Касимов" экипажы был рейстың башҡаларға бөтөнләй оҡшамағанлығын аңлай. Трюмға йөҙләп танк, самолет һәм хәрби ҡоралдар һалынған йәшниктәр тейәлә. Шунан һуң бортҡа таҡталар күтәргән 300 һалдат инеп тула һәм буш урынға ял итеү өсөн урындыҡтар эшләп ҡуя. Әгәр ҙә судно командаһындағы 42 кешене иҫәпләһәң, караптағы халыҡтың тығыҙлығы норманан биш тапҡырға артҡан тигән һүҙ. Палубала — поход кухняһы. Һалдаттар ҙа, офицерҙар ҙа бер төрлө кейемдә: шаҡмаҡлы ҡытай күлдәгендә һәм хаки төҫөндәге салбарҙа. Европа илдәре эргәһенән транспорт "күҙгә күренмәйсә" үтә, ә тропик зоналарға ингәс, судноны төрлө самолет-разведчиктар фотоға төшөрә башлай. Эҫелә металл ҡыҙа, һалдаттарға гел трюмда ултырыу бик ауырға тура килә, шуға күрә улар палубаға һауа алыштырырға йыш сыға. Самолет-разведчиктарҙың осоуы хаҡында хәбәр алыу менән барыһы ла тиҙ генә трюмға төшә. Палубаға киптерергә эленгән йөҙәрләгән тельняшканы ҡайһы саҡта, бауҙары менән бергә өҙөп алып йәшерергә лә тура килгән. Ул йылдарҙа камил видеотехниканың булмауы беҙҙең судноларға шик тыуҙырмайынса үтеп китергә мөмкинлек бирә ине. Шулай "Касимов" Кубаға бер нисә тапҡыр рейс яһай.
"Ә был көсөргәнешле рейстарҙа ҡурҡыу хисе кисерҙегеҙме?" тигән һорауға Горячев һалдаттар араһында ла, экипаж ағзаларында ла ҙур рух күтәренкелеге хөкөм һөрөүен белдерә. Ғәҙәттә, Кубаға барып ҡайтыу 45 тәүлек ваҡытты ала, ә "Касимов" бер ай эсендә урап ҡайтырға өлгөрә. Һуңғы сәфәр ноябрь-декабрь айҙарында яһала һәм карап Балтийск ҡалаһына беҙҙең һалдаттарҙы алып ҡайта.
27 октябрҙә Кеннеди менән Хрущевтың көрсөктән сығыу буйынса килешеүе тураһындағы хәбәрҙе алғансы, хәрбиҙәр ҙур көсөргәнештә йәшәй. Американдар, хәрби йөк табыла ҡалһа, судноларҙы юҡ итеү менән янай. Ә беҙҙең хәрбиҙәр, һис шикһеҙ, тикшереүҙәргә юл ҡуймаҫ ине, сөнки улар техниканы ла, судноны ла кешеләр менән бергә шартлатырға әҙер тора.
Икенсе рейс ваҡытында Кубаға барып етергә аҙ ғына ваҡыт ҡалғас, "Касимов" кире СССР-ға ҡайтырға бойороҡ ала. Был аҙым, ғәҙәттәге йөктәрҙе илтеүҙән тыш, Кубанан һалдаттарҙы һәм хәрби техниканы күсереү өсөн эшләнә. Һуңғы тапҡыр декабрҙә 800 һалдатты Балтийск ҡалаһына алып ҡайталар. Капитан Беловҡа юҡҡа ғына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелмәне.
Хәлдең бик етди, хәүефле икәнен суднола ике кеше генә белгән: капитан менән хәрби эшелондың начальнигы. Үтә киҫкен мәлдә ниндәй ғәмәл ҡылырға кәрәклеген асыҡлаусы бойороҡ менән пакетты улар ғына асҡан. Ә икенсе судноның капитаны Данилевский, пакетты уҡығас, нервыларының артыҡ көсөргәнешенә түҙә алмайынса, араҡы эскән һәм ҡан тамырҙарын ҡырҡҡан. Куба операцияһына барлығы 200 судно йәлеп ителә, бер Балтик пароходлығынан ғына 50 карап алына.
Н.С. Хрущевтың ҙур караптарҙың практик һөҙөмтәһе юҡлығы хаҡында белдереүе билдәле ине. Уның фекеренсә, бәләкәй суднолар эшләү күпкә отошлораҡ, ә крейсерҙар сит илдәргә дуҫлыҡ визиты менән барыу өсөн генә яраҡлы. Ул бер нисә крейсерҙы төҙөлөп бөтмәҫ элек үк тимер һынығына киҫтерҙе хатта. Бына ни өсөн 200 транспорт сараһын төрлө пароходлыҡтан йыялар ине.
АҠШ-тың Үҙәк разведка идаралығы СССР-ҙан Кубаға күпме хәрби көс ингәнен белмәй ҙә ҡала. Ракеталарҙың старт майҙандары фотоға төшөрөү ярҙамында асыҡлана, әлбиттә. Америка адмиралы Деннисондың күрһәтмәһенән билдәле булыуынса, Кубаға һөжүм яһау әҙерлек һыҙығына ҡуйыла, был хаҡта бойороҡ октябрь башында алына. Шулай итеп, Кубаға һөжүм итеү планы алдан уҡ төҙөлгән була. Пентагондағы "ҡарсыға”лар Джон Кеннедиҙы, Кубаға десант төшөрөп, Кастроны бәреп төшөрөргә саҡыра.
Штаб начальниктары комитетының етәксеһе генерал М. Тейлор ниндәй юғалтыуҙар буласағын алдан иҫәпләй: "Кубаға диңгеҙҙән һәм һауанан һөжүм тәүге 10 көн эсендә 18500 һалдатты юҡ итәсәк. Әгәр ҙә ядро ҡоралы ҡулланылһа, юғалтыуҙар күләмен билдәләү ауыр, сөнки элек бындай осраҡтар булманы", — ти ул. СССР-ҙан Кубаға 94 оператив-тактик атом снарядының килтерелеүе лә АҠШ һуғышсыларына мәсьәләне һалҡын ҡан менән хәл итергә мөмкинлек бирмәй. Улар президентты "һуҡыр килеш" десант операцияһын еренә еткерергә өндәй. Шулай итеп, 1962 йылдың октябрендә Джон Кеннеди АҠШ халҡына мөрәжәғәтен әҙерләй. Теште ҡыҫып булһа ла, Өсөнсө бөтә донъя һуғышы башланыуы тураһында иғлан итергә тейеш була ул. Пентагон артынан Конгресс та десант операцияһы үткәреүҙе талап итә. Әгәр Кубанан АҠШ тарафына ядро ҡоралы осһа, Пентагон Куба менән СССР биләмәһен ракета утына тоторға тейеш була. Ә был осраҡта АҠШ-ҡа Байконурҙан баллистик ракеталар яуап ҡайтарыр ине.
Милли именлек советы ағзалары ла Кеннедиға ныҡ баҫым яһай. Был Советта айыҡ аҡыл менән эш итеүселәрҙән бер президент ҡына ҡала, ул мәсьәләне тыныс юл менән хәл итеү маҡсатында Н.С. Хрущев менән туранан-тура бәйләнешкә инеүҙе кәрәк тип таба. Берҙән-бер ышаныслы кешеһе — ҡустыһы, сенатор Роберт Кеннеди. Аралашсылар — полковник А. Феклисов һәм телевидение компанияһы хәбәрсеһе Д. Скали. Джон Кеннеди ике ил дә, ни ҡәҙәр ҡеүәтле булыуҙарына ҡарамаҫтан, уртаҡ Ер шарын һәләкәткә килтерергә хоҡуҡлы түгел тигән фекергә килә һәм СССР етәксеһенә тәҡдим менән сыға.
Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә көрсөктән сығыу юлдары өйрәнелә. 28 октябрҙә Н.С. Хрущевтан ике яҡ өсөн дә ҡәнәғәтләнерлек яуап килә.
СССР АҠШ-та Конгресҡа һайлауҙар үткәнсе бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡлы сараларға бармай, ракеталарҙы, ядро ҡоралын, һалдаттарҙы Кубанан сығара. АҠШ-та Кубаға десант төшөрмәҫкә һәм Ф. Кастроға ҡағылмаҫҡа йөкләмә ала. Аҡ йортҡа Азатлыҡ утрауында ракеталар тороуы оҡшамаған кеүек, СССР-ға ла Төркиәләге хәрби база тынғылыҡ бирмәй. АҠШ үҙенең базаһын алырға һүҙ бирә һәм вәғәҙәһен үтәй.
Кариб көрсөгөнөң иң ҡыҙған ваҡыты 12 —27 октябргә тура килә. Ике яҡтың да бер-береһенә ташламалар яһауы, халыҡ-ара мәнфәғәттәрҙе аңларға тырышыуы көсөргәнеште һуғышһыҙ бөтөрөргә мөмкинлек бирә. Совет ракеталары сығарылғас, Джон Кеннеди 20 ноябрҙә Кубаға ҡарата блокаданы алыу тураһында белдереү яһаны.
Америка сәйәсмәндәре, ошо хәлде үҙҙәренең файҙаһына бороп, имеш, баҫҡынсыл Хрущев ракеталары менән янап, Кеннедиға йоҙроҡ күрһәтһә лә, хәрби көстәрен баҫым аҫтында Кубанан сығарырға мәжбүр булды, АҠШ еңеүсе булып ҡалды, тип бер яҡлы ғына баһа бирергә тырыша. Ә ысынында ике илдең дә етәкселәре айыҡ аҡылға һәм алдан күреү һәләтенә эйә булғанлығын күрһәтте.
Хрущев, мәҫәлән, СССР менән мөнәсәбәттә диктат, баҫым яһау, ҡурҡытыу ысулдары файҙаһыҙ булыуын асыҡ иҫкәртә. Ракета-ядро ҡоралдары ҡулланғанда, океан аръяғында ышыҡланып ҡалыу ҙа мөмкин түгел.
Ике ил дә үҙенең йөкләмәләрен тейешенсә үтәй, сөнки ул заманда ҙур яуаплылыҡ тойғоһо хас булған лидерҙар етерлек ине. Ә хәҙер быға ышаныс бармы? Әйтеүе ҡыйын. "Друг Буш" та, "Друг Клинтон" да һис тә ысын дуҫ булырға тырышманы. Президент Гарри Трумен заманында СССР-ҙың 100 ҡалаһын бомбаға тотоу планлаштырылған. Үҙәк разведка идаралығының "Балканлаштырыу" планы ла, Европалағы ПРО системалары ла — ошо хәүефле эштең дауамы.
Хәҙерге заманда ядро ҡоралына йәбешеп ятыусыларҙың күбәйеп китеүе лә һиҫкәндерә. Улар араһында яуапһыҙҙар, дыуамалдар булыуы ихтимал бит.
Кеннеди үҙ ваҡытында СССР-ҙың абруйына зарар килтерерлек аҙымдарға бармаҫҡа саҡырған. Ә бына Хиллари Клинтон ниндәй "текә" белдереү яһаны: "АҠШ мәнфәғәттәре тураһында һүҙ барғанда суверенитет хаҡында һөйләү мәғәнәһеҙ". Уйланырлыҡ нигеҙ бар. Ираҡ, Ливия һәм Сүриә илдәрендәге хәл дә шуны раҫлай түгелме?
Азатлыҡ утрауына аяҡ баҫырға тура килмәһә лә, унда хеҙмәт иткәндәр менән осрашырға яҙҙы. "Һалҡын һуғыш"тың ҡыҙған осоронда илгә әйләнеп ҡайтыу тураһында улар хатта өмөтләнмәгән дә. Бөгөн Куба менән бәйләнештәрҙең тергеҙелеүен ыңғай күренеш тип баһаларға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872