Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортомдай батыр юҡ икән!
Беҙҙең Сермән — боронғо ҙур ауыл. Унан сыҡҡан әллә күпме бөйөк шәхес менән ғорурланам, яҡты рухтары алдында баш эйәм. Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ хаҡында киләсәк быуын да белергә, иҫендә тоторға тейеш. Бөгөн мин ауылыбыҙға нигеҙ һалған шөһрәтле шәхес — яугир, юлбашсы, үҙе ҡурайсы ла булған халыҡ улы Аҡкөсөк Таһиров — хаҡында һүҙ әйтмәксемен.

Уға ҡағылышлы мәғлүмәт туплауҙа Әнүәр Әсфәндиәровтың "Олатайҙарҙың бар тарихы" тигән китабы ярҙамға килде. Аҡкөсөк Таһиров Ҡатай олоҫо старшинаһы булған. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәткән. Тарихи документтарҙа Аҡкөсөк Таһиров тураһында тиҫтәләрсә тапҡыр телгә алынған. Салауат Юлаев яугирҙәре менән иңгә-иң терәшеп, халыҡ азатлығы өсөн ҡыйыу көрәшкән йөҙ башы булараҡ тасуирлана ул.
Кем белә, әгәр ҙә заманына күрә алдынғы ҡарашлы, абруйлы башҡорт Аҡкөсөк Таһиров нигеҙ һалмаһа, Сермән ауылы бөгөн, бәлки, булмаҫ та ине. Элгәре беҙҙең ауыл Аҡкөсөк тип аталған. Ошонда тыуып үҫеп, яуҙа ҡатнашҡан батырҙар Батыр Бәпәйев, Ураҙгилде Иманғоловтарҙың исемдәре билдәле. Бүгәсәү яуынан һуң ауылдың исеме үҙгәртелә, һәм уны Сермән тип атайҙар. Батшалар "Салауат исемен телгә алмаҫҡа" тип фарман биргән кеүек, батыр йөрәкле Аҡкөсөктөң дә исемен ауылдан алып ташлағандар, күрәһең. Шуға ла ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү бик кәрәк тип һанайым.
1812—1814 йылдарҙа Рәсәйгә баҫып алыныу янағанда, 14-се башҡорт полкы сафында сермәндәр ҙә илебеҙҙе, Европаны һаҡлауҙа, азат итеүҙә ҡатнашҡан. Сәлих Аҡҡошов, Ишсура Байымбәтов, Сәфәрғол Буранғолов, Әбдерәш Солтанморатов һәм йөҙ башы Ғәйнулла Таһиров "Парижды алған өсөн" көмөш миҙалы менән бүләкләнгән. Бөгөнгөләр һәм үҫеп килгән йәш быуын бына ошо батырҙарҙы оноторға тейеш түгел.
Сермәндән сыҡҡан халыҡ комиссарҙарының исемдәре лә мәңгеләштереүгә лайыҡ. К. Ишмөхәмәтов, Ш. Дауытов, И. Абыҙбаев илебеҙҙең киләсәге өсөн көсөн йәлләмәгән. СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилевте һәм яҙыусы Зөлфәр Хисмәтуллинды ла ғорурланып иҫкә алмау мөмкин түгел. Академик Мөхәмәт Харрасов, күренекле күҙ табибы Эрнст Мулдашев кеүек ир-уҙамандар әле лә төбәгебеҙҙең бәҫен арттыра.
Бөтә Рәсәй халыҡтары менән иңгә-иң терәшеп дошманға ҡаршы һуғышҡанды, яулаған еңеүҙе һәр саҡ иҫтә тотоп, олатайҙарҙың данлы һәм шанлы тарихы миҫалында йәш быуынды тәрбиәләйек. "Яҡташтар" проекты бына шул йәһәттән әһәмиәтле.


Автор: Әсҡәт ХӘЙЕРНУРОВ. Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә