Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
НасосМәүлиҙә әбей иртән ҡойоһонан һыу алырға сыҡты ла иҫ-аҡылы китте: ҡойо өҫтөнә ябылған тимер ҡапҡас — бер яҡта, уның аҫтындағы таҡта икенсе яҡта ята. Иң аяныслыһы: ҡоҙоҡтоң насосы урынында юҡ ине. Ҡоҙоҡҡа яҡыныраҡ килеп, аҫҡа күҙ һалды Мәүлиҙә: ҡойо эсенә тотош ҡый-һай тултырылған. Хатта әлеге тотҡаһы ысҡынып сыҡҡан иҫке һыу ҡойғосо ла шунда ташланған.
"Эт тә өрмәне бит төнөн, хәйерһеҙең. Тимәк..." Эте ауылда бер генә кешегә өрмәй: ҡәйнеше Монафиҡҡа. Былтыр Мәүлиҙә балнис һурпаһын һемереп ятҡанда, ҡайҙа нимә ҡырын ята шуны һәрмәп өйрәнгән Монафиҡ тотош донъяһын талап сыҡты. Шунда әллә һөйәк менән әүрәтте Рексты, этем генә белһен, һәр хәлдә өй һаҡсыһы ҡырҡты уҙғансы һуҡбайлығын ҡуймаған абышҡаға өрмәҫ булды.
"Кәнде генә шул, ҡороғоро, Монафиҡ", тип уйланы әбей. Бынауындай эҫе көндә ултыр инде һыуһыҙ. Эсеренә урамдағы ҡоҙоҡтан да барып алыр, алыҫыраҡ булһа ла, ә бына йәшелсәһенә, еләк-емешенә һыуҙы ҡайҙан ташырға?
Бығаса ла үҙәгенә тамам үткән ҡәйнешен бер аҙ ҡурҡытып алмаҡсы булды Мәүлиҙә. Әлбиттә, насостың кире ҡайтырына ла өмөт тотто. Ҡапыл ғына яңыһын һатып алырға ҡайҙа һуң әле уның ике мең аҡсаһы... Былтыр ғына яңыртҡан насос та бик йәл ине әбейгә.
Милитсейә, әй-й ҡәһәрең, хәҙер полицай бит әле, әллә ни көттөрмәне. Шулай ҙа Мәүлиҙәнең күңеле һеркелдәп ҡуйҙы: был фурмы кейеп алған егет Монафиҡтың яҡын ғына әшнәһе ләбаһа!
— Ғариза яҙ, әбекәй, — тине полицай эшлекле генә ҡиәфәттә. — Ул насос һинең өсөн бик-бик ҡәҙерлеме?
— Һуң, улым, ҡәҙерле булмаған ҡайҙа! Ана бит, көн нисек эҫе тора, мин һыуһыҙ ҡалайтайым?
— Яңыһын алып ҡуй.
Әйткеһе килде лә бит Мәүлиҙәнең, мин һинең һымаҡ утыҙ-ҡырҡ мең һум эш хаҡы алмайым, тип. Юҡ, ярамай кире һуҡтырырға, йә насосты эҙләмәҫтәр.
— Кемдән шикләнәһең?
— Шул Монафиҡтан инде. Шик түгел был, ул икәнлеген беләм. Эт өрмәне. Беренсе эше түгел. Тотош донъяны өнтәп сығып киткәнен күршеләр күрһә лә, язаһыҙ ҡалдырҙығыҙ, әйберҙәремде лә ҡайтарып алалманым. Язаһыҙ булғас, шашына инде...
— Бәлки, берәй бала-сағалыр...
— Юҡ, ишек алдына бала-саға төнөн инеп йөрөмәй. Насос уларға нимәгә?
— Кисә бар инеме?
— Бар ине. Киске сәғәт ун берҙә лә бар ине.
— Берәй бисә-сәсә килмәнеме төнөн?
— Улым, миңә төнөн берәү ҙә йөрөмәй, ул бисә-сәсә миндә нишләһен?
— Моғайын, Шамилдыр. Мин шулай уйлайым.
— Юҡ-юҡ, ул түгел. Ул әҙәмдең энәһенә лә теймәй. Шул бер эсеүе инде. Эт тә индермәҫ ине. Монафиҡтан башҡа берәү ҙә түгел.
— Монафиҡ та Монафиҡ, ниңә шул кешегә бәйләндең әле?
— Былтыр бер нәмәмде лә ҡайтарышып бирмәнегеҙ, шул хәсис икәнлеген белгән көйөнсә уны ҡотҡарып ҡалдығыҙ, был юлы барып сыҡмаҫ, — тип уҫаллана төштө Мәүлиҙә әбей ҙә. — Закун барҙыр әле...
Теүәл бер тәүлек эҙләне полицай насосты. Һәм табып та бирҙе. Эй ҡыуанды Мәүлиҙә әбей, эй шатланды.
— Рәхмәт, улым, иҫән-һау ғына эшлә, — тип изге теләктәрен еткереп ҡалды. Енәйәт эше ҡуҙғатмауҙы һорап, ғаризаһын да яҙҙы, ҡайҙан таптығыҙ, тип төпсөнөп тә торманы.
Насос табылғас, донъяһы түңәрәкләнде лә ҡуйҙы. Полицайҙың әшнәһе Монафиҡҡа килеп, дауай, ҡайтар насосты, ул шайтан әбейенән был юлы анһат ҡотолоп булмаҫ, тип өгөтләүен дә, Монафиҡтың күршелә генә торған эйәһеҙ өй баҡсаһына насосын ырғытыуын да, ғәйепте айҙың егерме туғыҙ көнөн иҫерек йөрөгән Шамилға япһарыуҙарын да ул әле белмәй ине.
Ул арала полицай әшнәһе начальнигына рапорт яҙҙы: шулай-шулай, иптәш подполковник Янов, насосты һис тә Монафиҡ алмаған, ҡарсыҡ ҡәйнешенә яла яға, киреһенсә, Монафиҡ табышып бирҙе юғалған әйберҙе...
Монафиҡты саҡырып, рәхмәт белдергәндәр, хатта бүләк биргәндәр, тип һөйләйҙәр ауылда. Уныһын кем генә белһен инде. Ә бына уның бер һауыттан ашап-эсеп йөрөгән әшнәһен бер баҫҡысҡа үрләтеүҙәре хаҡ.
Полицияла дуҫ-ишең, туған-тыумасаң эшләһен икән ул. Ел-ямғыр теймәһен, енәйәт эшләп тә имен ҡалайым, тиһәң...


Автор: Ғәҙилә ШӘМСИЕВА. Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә