Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үткәнебеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ!
Беҙҙең дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, журналистар милли телде һәм мәҙәниәтте үҫтереү өсөн, күреүебеҙсә, күп көс һала, тырыша. Ләкин ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең сығышында, матбуғатта, хатта ҡайһы бер ғилми баҫмаларҙа Башҡортостан тарихындағы даталарҙың хаталы итеп, йәғни боҙоп күрһәтелеүенә юл ҡуйыла. Милләт тарихында ваҡ тигән төшөнсәнең булыуы мөмкин түгел. Артыҡ мөһим булмаған датаны ла раҫ күрһәтеү мотлаҡ! Теүәллек һәм тәфсирлек халыҡ тарихы өсөн ифрат зарури. Мөһим ваҡиғалар булған һәр аныҡ заманды белеү халыҡты, телде һәм милли мәҙәниәтте ысынлап ихтирам һәм хөрмәт итеүҙе раҫлай.

2011 йылдың ноябрендә Өфөлә “Рәсәй һәм уның төбәктәре: граждандар берҙәмлегенә һәм милләт-ара татыулыҡҡа табан” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында “Башҡортостан Автономиялы Республикаһының иғлан ителеү датаһына ҡарата” тигән темаға сығыш яһаным. Ошо секцияла ҡатнашҡан ғалимдар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре: “Һәр датаны дөрөҫ күрһәтеү мотлаҡ, Башҡортостан тарихындағы яңылыш, хаталы күрһәтелгән ваҡиғаларҙы ентекле тикшереп, төҙәтеү зарури”, — тип мине хупланы.
Бына инде йылдан ашыу ваҡыт үтте, ләкин беҙҙең яҙыусы һәм телмәр тотоусы инсандар хаталы даталарҙы ҡулланыуҙы дауам итә... Иҫ китмәле: матбуғатта, шулай уҡ Интернетта ла, Башҡортостанда беренсе башҡорт гәзитенең сыға башлауын — 14 июнь, Башҡортостан автономияһы (мөхтәриәте) иғлан ителеүен 15 ноябрь менән бәйләйҙәр. Берәйһе уларҙы төҙәтһә ине! Юҡ...
1917 йылда булып үткән ваҡиғаларға 95 йыл тулды. Европа телдәрендә уҡыған һәм яҙғандар белә: Көнбайыш илдәре өсөн Рәсәйҙәге Февраль инҡилабы — Март революцияһы, Октябрь түңкәрелеше – Ноябрь революцияһы, Бөтә Рәсәй Ойоштороу (Учредительный) съезы 5 ғинуарҙа түгел, ә 18 ғинуарҙа асылып, большевиктар һәм анархистар тарафынан законһыҙ рәүештә мәжбүри ябыла... Уҡымышлы, ғөмүмән, мәғлүмәтле кеше өсөн билдәле: 1918 йылдың 14 февраленә тиклем Рәсәйҙә Юлиан календары ҡулланылған, ә Көнбайыш илдәрендә — Григориан календары. Айырма XX быуатта — 13 көн, XIX быуатта – 12 (XVI быуат ахырында Рим папаһы Григорий XIII индергән мәл – 10 көн). Совет власы декреты менән 1918 йылдың ғинуарында Григориан календары индерелә: 31 ғинуарҙан һуң 1 февраль түгел, ә 14 февраль тип һанала башлай.
Мәҫәлән, бөйөк юлбашсы һәм идеологыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди тыуған көндө 10 декабрҙә билдәләйҙәр. Рәсми документтар буйынса, ул 1890 йылдың 10 декабрендә тыуған. Тимәк, хәҙер беҙ уның тыуған көнөн 22 декабрҙә билдәләргә тейеш.
Мин ифрат хөрмәт иткән, ысынлап танылған, иҫ киткес талантлы, атҡаҙанған инсандарыбыҙ ҙа ҡайһы саҡ төптө яңылыш даталар күрһәтә. “Башҡортостан”да күптән түгел генә күренекле журналист Ризван ағай Хажиевтың яҙмаһын уҡып, уйланып ултырҙым (“Башҡортостан”. 2012 йыл, 31 октябрь. № 215. 3-сө бит).
Ошо яҙмала 1996 йылдың 12 июлендә “Башҡортостан” гәзитендә Дәүләт Мәһәҙиев менән Ризван Хажиевтың тәү тапҡыр Башҡортостан Республикаһының Матбуғат көнөн булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһағаны хаҡында һүҙ бара. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең абруйлы шәхестәр (әлбиттә, башҡорт милләте өсөн йәнен фиҙа ҡылған Дәүләт һәм Ризван ағайҙар кеүек билдәле инсандар ниндәйҙер бер осраҡлы айырым хата өсөн тәнҡиткә лайыҡ түгел) Башҡортостан матбуғаты көнөн 14 июнь итеү мәсьәләһен алға сығара, сөнки 1917 йылдың 14 июнендә “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” тип аталған гәзиттең беренсе һәм һуңғы һаны сыҡҡан (артабан 20 июндән гәзиттең исеме “Башҡорт” тип үҙгәртелә). Тик Матбуғат көнөн 14 июндә түгел, ә 27 июндә билдәләргә тейешбеҙ. Бәләкәй генә хата, ә милләт тарихына ниндәй хилаф!
Әйткәндәй, беренсе башҡорт баҫмаһын урыҫсаға бер ваҡытта ла дөрөҫ тәржемә итә алманылар. Тоталар ҙа «Известия башкирского областного бюро» тип яҙалар. Был башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте тарихының башланғыс осорон белмәүҙән килә, ахырыһы. Билдәле булыуынса, 1917 йылдың май баштарында Мәскәүҙә үк Беренсе Бөтә Рәсәй мосолмандар съезының башҡорт делегаттары (етәкселәре — С. Мерәҫов, А. Йәғәфәров) Рәсәйҙә барған фирҡәүи-сәйәси ҡоролош процестары йоғонтоһонда “Башҡорт иттифағы” тип шартлы аталған айырым милли-сәйәси ойошма төҙөргә ҡарар итә, һәм уның ваҡытлы етәксе органы – “Башҡорт иттифағы бюроһы” — һайлана (рәйесе — Сәғит Мерәҫов). Был фактты беренсе булып мин 1986 йылда кандидатлыҡ диссертациямда раҫланым. Ғилми етәксем хатта: “Вот, башкиры, уже в мае 1917 года свою партию создали!” — тип аптырағайны. Шулай итеп, гәзит “Башҡорт иттифағы бюроһы мөхбире” тигән исем менән сыҡҡан, ә урыҫса “Вести Бюро Башкирского союза” була бит. Иманым камил, урыҫса яҡшы уҡыным!
Ахырҙа — иң мөһиме. Башҡорттарҙың ерле милли мөхтәриәте иғлан ителгән көн һәм Башҡортостан йөмһүриәте (республикаһы) тыуған дата рәсми рәүештә билдәләнмәгән, раҫланмаған. Был ифрат ҡыҙғаныс хәл. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, милли сәйәсмәндәрҙең, башҡорт зыялыларының, ғөмүмән, йәмғиәттең башҡорт милли тарихына битарафлығы, ихтирамһыҙлығы күрһәткесе ул. Мин был даталарҙы раҫ күрһәтеү өсөн ҡайҙа ғына яҙманым, ҡайҙа ғына сығыш яһаманым. Бер кемгә лә бер ни кәрәкмәй! Хатта күренекле, атаҡлы тарихсыбыҙ: “Ҡустым, был бит мөһим мәсьәлә түгел”, — тип аптыратты. Әгәр һин үҙ халҡыңдың иң яҡын тарихын белмәйһең икән, ни бысағыма уның боронғо тарихы! Йәнәһе, мең ярым йыл элек беҙҙең ата-бабалар ҡалалар төҙөгән, сауҙа иткән, юлдар һалған һәм башҡалар... Унан ниндәй файҙа беҙгә, әгәр хәҙер килеп милләтебеҙ бер нәмә лә эшләй алмай, хатта бөтөп бара икән?!
Башҡортостан мөхтәриәтен иғлан итеү өс эпизодтан тора, шуға ярашлы, өс дата хасил булған. 1917 йылдың 15 (28) ноябрендә Башҡорт үҙәк шураһы Башҡортостан милли ерле мөхтәриәте хаҡында 2-се фарманын ҡабул итә, 16 (29) ноябрҙә ошо документ тексы гәзиттә баҫылып сыға. 1917 йылдың 20 декабрендә, йәғни беҙҙеңсә 1918 йылдың 2 ғинуарында, Бөтә Башҡортостан (өлкә) Ойоштороу (өсөнсө) ҡоролтайы үҙенең иң һуңғы, 18-се, ултырышында Башҡортостан мөхтәриәтен тамам раҫлай. Әйткәндәй, был ваҡиғалар араһында “Башҡорт” гәзитенең 24 ноябрь (7 декабрь) һанында баҫылған “Башҡортостандың ерле мөхтәриәте иғланы” тигән мәҡәлә иғтибарға лайыҡ. Унда беренсе тапҡыр “Башҡорттар иттифағы” “Йәнүби хөр милләттәр иттифағы” (“Южный союз свободных наций”) тигән милләт-ара ойошмаға инеү теләген белдергән.
Бөтә Башҡортостан Ойоштороу ҡоролтайы шул уҡ ҡарары менән мөхтәриәт иғлан итеү көнөн 15 (28) ноябрь тип раҫлай. Ә бына һуңынан Әхмәтзәки Вәлиди “мөхтәриәт көнө тип 16 (29) ноябрь рәсми иғлан ителде” тип яҙҙы (Тоган З.В. Воспоминания. Кн. I. Уфа, 1994. С. 216). Беҙҙең әҙәбиәттә лә йә бер датаны, йә икенсеһен күрһәттеләр һәм күрһәтәләр. Бәлки, беҙгә бөтә цивилизациялы илдәрҙәге кеүек бер законлы датаны ғына алырғалыр?
Бына Ҡушма Штаттарҙа ла бындай мәсьәлә башта бик бәхәсле булған. Әммә тарихсылар, политологтар бер ҡарарға килә алған. Тулы хоҡуҡлы Икенсе Континенталь конгресс делегаттары 1776 йылдың 4 июлендә бойондороҡһоҙлоҡ тураһында декларация ҡабул иткән көндө АҠШ-тың тыуған көнө тип ике йөҙ йылдан ашыу билдәләйҙәр ҙә һуң! Ни өсөн беҙгә лә тулы хоҡуҡлы, юридик яҡтан законлы Өсөнсө Бөтә Башҡортостан Ойоштороу ҡоролтайы Башҡортостан ерле мөхтәриәтен раҫлаған көндө, йәғни 2 ғинуарҙы Башҡортостан мөхтәриәте көнө итеп билдәләмәҫкә?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872