Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иғтибар йәлеп итәм тип…
…Ир уртаһын үткән, олпат йәштәге уҙаманды күршеләре илгәҙәк, асыҡ кеше итеп хәтерләй. Ҡатыны менән айырылышҡандан һуң Колхоз урамындағы ике ҡатлы йорттарҙың береһенә, әсәһе эргәһенә, күсеп килгән, башҡаларҙа шик тыуҙырмаҫлыҡ, һәүетемсә тормош алып барған. “Сирле” тигән мөһөрө юҡ – дауаханала иҫәптә тормаған, ул ғына түгел – ҡорал йөрөтөргә рөхсәте булған… Әммә, бер көн килеп, ошо арабыҙҙағы меңдәрсә кешеләр кеүек үк ҡәҙимге заттың башҡа һыймаҫлыҡ ҡырағай ҡылығы уны бар илгә билдәле итер тип кем уйлаған?

Һүҙ 14 ғинуарҙа Салауат ҡалаһында балалар баҡсаһына ут асҡан Рәмил Моратшин хаҡында бара. Күҙ алдына килтерегеҙ: дүшәмбе, иртәнге ун тирәһе. Балаларҙы ата-әсәләре баҡсала ҡалдырып, тыныс күңел менән эшкә киткән. Тәрбиәселәр кескәйҙәр менән шөғөлләнә, төрлө уйындар үткәрә. Спорт залында ла күнекмәләр бара. Ҡапыл тәҙрә өлгөләре зыңлап ярыла башлай, ярсыҡтары иҙәнгә һибелә... Ярай әле тәрбиәсе ҡаушап ҡалмаған: сабыйҙарға эйелергә ҡушып, уларҙы коридорға сығарған. Тиҙ арала балаларҙы хәүефһеҙ урынға йыйғандар, эске эштәр бүлегенә хәбәр иткәндәр.
Артабанғы хәлдәр кинолағы детективты хәтерләтә. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар килгән, фатир тәҙрәһенән 12-се калибрлы ҡоралдан ҡаршылағы йорттарға ут асҡан енәйәтсе менән һөйләшеү алып барғандар. Әммә Рәмил Моратшин ыңғайларға уйламаған да: киреһенсә, бикләнгән, ишекте асмаясағын белдергән. Һөҙөмтәлә оператив штаб фатирҙы штурмлау тураһында ҡарар ҡабул иткән. Мәғәнәһеҙ ҡылыҡтың аҙағы ла мәғәнәһеҙ: билдәле булыуынса, штурм ваҡытында ир һәләк булған (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, үҙ-үҙенә ҡул һалған).
Бер нисә сәғәт эсендә балаларға, уларҙың ата-әсәләренә, тәрбиәселәргә һәм тирә-яҡ йорттарҙа йәшәүсе кешеләргә (операция ваҡытында уларҙы эвакуациялағандар) нимә кисерергә тура килгәнен аңлатып тороу кәрәкмәй. Шуныһы ҡыуаныслы: быяла ярсығы менән еңелсә йәрәхәтләнгән тәрбиәсене иҫәпкә алмағанда, ҡорбандар юҡ. Ә бит хәл бөтөнләй башҡаса булыуы ихтимал ине…
Ғөмүмән, оҙайлы Яңы йыл байрамдарынан һуң ҡәҙимге кешелек ҡанундарына һыймаған, аяуһыҙ енәйәттәрҙең күбәйеүе хайран ҡалдыра. Халыҡ ял итә белмәйме, эскелек менән артыҡ мауығамы, шөғөл тапмаймы? Был һорауҙарға яуап табаһы бар, әммә ошондай хәлдәр йәмғиәттең һулышын тойҙорғаны көн кеүек асыҡ.

Эксперт фекере

Салауат ХӘМИҘУЛЛИН, Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығының Салауат ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге етәксеһе, юстиция полковнигы:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙең ҡылығының аныҡ сәбәптәрен бер ҡасан да белмәйәсәкбеҙ. Был көтөлмәгән, күҙалланмаған енәйәт, ғөмүмән, күптәрҙә аптырау тыуҙыра. Шулай ҙа Рәмил Моратшин берәүҙе лә үлтерәм тигән маҡсат ҡуймағандыр, үҙ шәхесенә иғтибар йәлеп итергә теләгәндер тигән фекерҙәмен. Кешеләрҙе үлтерер булһа, ул тәҙрәһенән үтеп-һүтеүселәргә тоҫҡап атыр ине – фатирҙың тәҙрәләре шау-шыулы урамға ҡарай. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсе менән һөйләшеүҙәр алып барғанда иһә, ир, ил Президенты Путин менән осрашыу ойоштороуҙы һорағандан тыш, бер ниндәй ҙә аныҡ талаптар ҡуймаған. Әммә ҡораллы кеше йәмғиәт өсөн үтә хәүефле, уның артабанғы аҙымдарын күҙаллау ауыр. Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү бара.


Автор: Г. САЛАУАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә