Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урғылғанда тормош шишмә булып...
Урғылғанда тормош шишмә булып...Яҙмыш кешегә тормош юлында һынауҙарҙы даими ҡуя. Бер генә ваҡиғаның, бөтә ысынбарлыҡты үҙгәртеп, яңынан йәшәргә өйрәнергә мәжбүр итеүе бар. Ҡайһы берәүҙәр, һау-сәләмәт булһа ла, ҡыйынлыҡтар алдында баҙап ҡала, упҡынға оса, ә икенселәре, киреһенсә, үҙендә көс табып, йәшәргә, тормошта үҙ урынын табырға тырыша. Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында ихтыярлы, көслө рухлылар айырыуса күп осрай.

Йәлил Рәшит улы Заһретдинов — тап шундай шәхестәрҙең береһе. Ул яҙмышына зарланмай, берәүҙән дә ярҙам көтмәй, дуҫ-татыу ғаиләһе менән тыуған ауылы Туҡайҙа гөрләтеп йәшәп ята.
Дүшәмбикә мәктәбендә һигеҙенсе класты тамамлаған үҫмер егет өмөт-хыялдар менән республиканың баш ҡалаһына юллана. Өфө пароходлығының Ағиҙел техник участкаһына һыҙымсы (чертежник) булып урынлаша. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң яҙмыш уны Стәрлетамаҡ ҡалаһына алып килә. Бында станоктар заводына токарь булып урынлаша. Флүрә Фәйзрахман ҡыҙы менән өйләнешеп, ең һыҙғанып донъя көтә башлайҙар. Ҡыҙҙары тыуа. Бәхетле ғүмер мәңге шулай дауам итер төҫлө тойола йәш ғаиләгә. Әммә тормоштоң үҙ ҡанундары бар. Ауыр юл фажиғәһе 25 йәшлек ир-егетте аяҡтан йыға.
Табиптар дауахананан Йәлил Заһретдиновты, һауығыуына өмөт юҡ тип, өйөнә ҡайтара. Бер йыл түшәктә ята ул. Флүрә Фәйзрахман ҡыҙы ирен бер минутҡа ла яңғыҙ ҡалдырмай, хәстәрләй, өмөтһөҙлөккә бирелмәҫкә өндәй. Тырышлығы бушҡа китмәй ҡатындың, ире аяҡҡа баҫа. Әммә уң ҡулын юғалтыу уның өсөн ысын фажиғәгә әүерелә.
"Баштараҡ өйҙән дә сыҡмай торғайным, — тип хәтерләй Йәлил Рәшит улы. — Теште ҡыҫып, бөтә нәмәне өр-яңынан өйрәнергә тура килде. Бер нисә ай эсендә һул ҡул менән ҡәләм тоторға, яҙырға өйрәндем. Буш ваҡыт күп. Ә мин эшһеҙ ултырып өйрәнмәгәнмен. Ағастан һырлап әйберҙәр эшләүем хәтеремә төштө. Инструменттарҙы ҡулыма алып ҡарайым — бер нәмә лә килеп сыҡмай. Әммә башлағанды, нисек кенә ауыр булмаһын, ярты юлда ташлап ҡуя торған ғәҙәтем юҡ".
Һырланған икмәк һауыты Йәлил Рәшит улының фажиғәнән һуңғы тәүге хеҙмәт емеше була. Шул осорҙан алып инструменттарын ҡулдан төшөрмәй оҫта. "Һырлап әйберҙәр эшләү бик оҡшай. Ағас сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай, — ти ул. — Тәбиғи ҡеүәте менән һауыҡтыра, ижади көс бирә. Быны үҙемдә тоям. Уны ҡулыма алһам, тынысланам, ауыртыу-һыҙланыуҙар хаҡында онотам. Ижад иткем, үҙ ҡулым менән нимә булһа ла эшләгем килә".
Ваҡыт үтеү менән Йәлил Рәшит улының был һөнәре ғаиләгә килем дә килтерә башлай. Һырлап эшләнгән ағас әйберҙәрҙе халыҡ ҙур теләк менән һатып ала, заказдар арта. Заһретдиновтар, столяр цехын ҡуртымға алып, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә, үҙҙәре етештергән мебелде баҙарға сығара. Әйткәндәй, Флүрә Фәйзрахман ҡыҙына ла был кәсеп ят түгел. Ул профессиональ училищела столяр һәм мебель производствоһы мастеры була. Ғаиләнең эше алға китә.
Олоғайған һайын кешене тыуған яғы, ауылы тарта. Яңы тормош башлауҙан ҡурҡмайынса, Заһретдиновтар атай нигеҙенә ҡайта. Тыуған йортто төҙөкләндереп, баҡса үҫтерә, бесән саба. Ҡыҫҡаһы, башкөллө ауыл тормошона сума. "Ҡалала буш ваҡыт күп ине, ә бында ул етмәй", — ти хужа. Ғаилә башлығы бөтә төҙөлөш эштәрен үҙе башҡара, хатта мейес сығара.
Йәлил Рәшит улы тураһында беҙгә шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса конкурс үткәрелгән мәлдә Дүшәмбикә ауыл Советы хакимиәте башлығы Ф. Әхмәтова һөйләгәйне. Ул оҫтаның талантлы рәссам, шулай уҡ биҙәүсе булараҡ та ҙур ярҙам күрһәтеүен, эскиздарҙы эшләүен, биҙәктәрҙе, төҫтәрҙе үҙе һайлауын билдәләне. Уның оҫталығын жюри ағзалары юғары баһалаған. Ошо конкурста төп бүләктең Дүшәмбикә ауыл биләмәһенә тапшырылыуында Йәлил Рәшит улының өлөшө айырыуса ҙур.
Ихтыяр көсөнә эйә булған кешеләр алдына ғына Хоҙай Тәғәлә ҙур һынауҙар ҡуялыр. Тап ошондай шәхестәр тормошто бөтә төҫтәрҙә лә яратып, ауырлыҡтарға баш эймәй, ҡыйыу алға барыуын дауам итә.


Автор: Сөмбөл ИСМӘҒИЛЕВА. Ҡыйғы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә