Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Оборона министры Сергей Шойгу йыл аҙағына ҡәҙәр хәрбиҙәргә сылғауҙы оноторға бойороҡ биргән. Бының өсөн урынбаҫары Дмитрий Булгаковҡа Себерҙәге һәм Алыҫ Көнсығыштағы ғәскәри частарға өҫтәмә аҡса бүлергә ҡушҡан.

* * *
“Дима Яковлев” законы үҙ көсөнә инде. Хәҙер Америка граждандарына Рәсәй балаларын уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп алыу закон менән тыйыла.

* * *
2000—2011 йылдарҙа Рәсәйҙән 65 мең бала сит илдәргә тәрбиәгә бирелгән. Италия — 798, Испания — 685, Франция — 283, Германия — 215, АҠШ 956 сабыйҙы алған.

* * *
Рәсәй Хөкүмәте граждандарҙың мөрәжәғәт хатын ваҡытында тикшермәгән чиновниктарға штраф һалырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Дәүләт Думаһына индерелгән закон проектында намыҫһыҙ етәкселәргә 5 меңдән 10 мең һумға ҡәҙәр штраф ҡаралған.

* * *
1 ғинуарҙан плацкарт һәм дөйөм вагондарға билет хаҡы 20 процентҡа артты.

* * *
Рәсәйгә килеү һәм сығыу тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер билдәләнгән ваҡыттан алып 30 тәүлек эсендә илдән китмәгән ҡунаҡтар өс йылға ҡәҙәр Рәсәйгә аяҡ баҫа алмаясаҡ.

* * *
Элек тәү тапҡыр ҡаршы юлға сыҡҡан водителдәрҙе 6 айға тиклем йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итәләр ине. Хәҙер 4 – 6 айға ҡәҙәр танытманы тартып алыуҙары, 5 мең һум штраф һалыуҙары ихтимал. Был хәл икенсегә ҡабатлана ҡалһа, бер йылға автомобилгә идара итеү хоҡуғынан ҡолаҡ ҡағасаҡһың.

* * *
Илдә таксофондар ҡуйыу һәм хеҙмәтләндереү өсөн йылына 15 миллиард һум аҡса сарыф ителә.

* * *
Яңы йыл байрамдарында “Алыҫ ярҙарҙа өс баһадир” тигән ватан мультфильмы иң табышлыһы булған: 756 миллион һум аҡса килтергән. Икенсе урынды — “Пи тормошо” (565 миллион һум), өсөнсө урынды “Хоббит: көтөлмәгән сәйәхәт” фильмы (557 миллион һум) яулаған.

* * *
Бөгөн һәр өсөнсө Рәсәй кешеһе китап уҡымай.

* * *
Митинг тураһындағы законды боҙоусыларға хөкөм ҡаты буласаҡ: ойошмаларға — 1 миллион һумға, айырым кешеләргә — 300 мең һумға тиклем, вазифа биләгән шәхестәргә 600 мең һум штраф ҡаралған.

* * *
Рәсәйҙең алтын запасы былтыр 53 тоннаға артҡан. 2012 йылдың 1 октябренә илдең барлыҡ алтын запасы 933 тонна тәшкил иткән.
Был күрһәткес буйынса бөгөн Рәсәй донъяла алдынғы державалар араһында алтынсы урынды биләй.

* * *
Немецтар өлкәнәйгән атай-әсәйҙәрен башлыса сит илдәрҙең ҡарттар йортона оҙата. 2011 йылда ғына Венгрияла — 7 мең, Чехияла — 3 мең, Словакияла 600-ҙән ашыу немец пенсионеры йәшәгән. Уларҙы бындай учреждениеларға урынлаштырыу менән илдәге шәхси компаниялар йәки сит илдәрҙә партнеры булған ҡарттар йорттары шөғөлләнә.


Автор: Венер ИСХАҠОВ әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә