Хажиә яҙмаларыТеләгеңде Аллаһ ҡабул итһен өсөн ниҙәр эшләргә һуң? Мәҫәлән, иртәгәһе – ишәккә, тип ҡул ҡаушырып ултырмаҫҡа. Тик булдыҡлы, егәрле, эшһөйәрҙәр уңышҡа өлгәшә. Үҙ-ара татыулыҡ, холоҡтағы насар ҡылыҡтарҙы үҙеңдән йолоп ырғытыу, ислам дине ҡушҡан барлыҡ яҡшы сифаттарға эйә булыу, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм өлгөһөндә йәшәү фарыз.
Үтенесем күп инде: һаулығымды һораным, эй, Раббым, нурҙарыңдан нурланып, ҡоттарыңдан ҡотайып, иманымды юлдаш итеп йәшәргә насип әйлә, тинем. Туғандарыма ла иман теләнем, туғандарҙың татыулығын Аллаһ һөйә, татыу булайыҡ, тинем.
Баш ҡалҡытмай онотолоп, Аллаһтың үҙе менән һөйләшкәндәй ялбарып, бер сәғәттәй ултырғанмындыр. Палатка ҡаласығына ҡайтырға ла ваҡыттыр, юғалтҡандарҙыр. Шул уҡ юл менән ҡайтыр яҡҡа атланым. Тауҙан төшкәс тә, халыҡ тулҡыны мине тапсыҡ һымаҡ эләктереп алды ла өйөрөлтөп-өйөрөлтөп бер килке алып китте. Бая шоссе юлына сыҡҡан ер беҙҙән алыҫ түгел, шунда боролдом. 37-се урынды эҙләп таптым. Үҙебеҙҙең төркөм йәшәгән палатка эргәһенә килеп еткәндә, эңер төшөп килә ине. Күңелде берсә хәүефле, берсә шатлыҡлы хистәр биләп алды: беренсеһе — бындай мәхшәрҙә аҙашып ҡалырға мөмкин дәһә, нисек яңғыҙ сығып китергә йөрьәт иттең булһа, икенсеһе — Аллаһы Тәғәләм Һәжәрҙе кәм-хур итмәгәндәй, мине лә хур итмәҫ, ярҙамынан ташламаҫ. Аллаһ мине үҙе йөрөтөп алып ҡайтҡандыр, алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән башҡорт иленең ағинәһе теләктәрен теләп ҡалһын, тигәндер. Ошондай һығымта яһағандан һуң эшемдән ҡәнәғәт ҡалдым. Юлдаштарыма: «Рәхмәт тауына барып килдем», – тинем дә һүҙҙе сурытып торманым.
Төндә беҙҙе Мөздәлифәгә, Әҙәм ғәләйһис-сәләм менән Һауа радиаллаһу ғәнһәнең ҡушылып, тәүге төн үткәргән тауына алып киттеләр. Был төндө «Ләйләтөл-ғәйед» тиҙәр – байрам төнө. Беҙ унда таңғаса намаҙ уҡып, доға ҡылып, белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауҙы үтенеп ултырҙыҡ. Ятып әҙерәк серем итерлек тә урын юҡ, халыҡ даръя кеүек. Кешеләрҙең шул тиклем дә ихлас инаныуы тағы нығыраҡ хайран итте. Иртәнге намаҙҙарыбыҙҙы уҡып, шайтанға таш атыр өсөн Мөздәлифәнән борсаҡтай 63 таш йыйып алдыҡ та, таң атҡас, ҡайтырға сыҡтыҡ. Изге ер менән хушлашҡанда:
– Хуш атабыҙ Әҙәм, анабыҙ Һауа тауы. Бөгөн беҙ бында ысынлап барыбыҙҙың бер ата менән бер ананан яралыуыбыҙға инандыҡ. Күңелдәрҙә дуҫлыҡ, туғанлыҡ хисе урын алды, был тойғо йөрәктәрҙә мәңге ҡалыр, — тинек.
Минаға килеп, үҙебеҙҙең элекке палаткаларыбыҙға урынлаштыҡ. Хәҙер беҙҙең төп хаж ғәмәлдәренән Жәмратөл-Ғакабаға таш атыу ҡалды. Бының өсөн унда өс тапҡыр барырға кәрәк. Автобустарға ултырып, өс тапҡыр барҙыҡ. Барған һайын «Аллаһу әкбәр» тип, ҡулдарҙы күтәреп, шайтани бағаналарға 21-әр таш ташланыҡ. Исмәғил ғәләйһис-сәләмде атаһы ҡорбан итеп салырға алып барғанда, шайтан уны нисек ҡотортҡанын алда яҙғайным инде. Исмәғил өс тапҡыр таш бәреп, Аллаһ ҡушҡанды үтәмәҫкә ҡотортҡан шайтанды янынан ҡыуған, тигәйнем. Жәмратөл-Ғаҡабала беҙ йолаға әйләнгән ошо ғәмәлде үтәнек. Эргәбеҙҙәге шайтандарҙы ҡыуып, яңы тыуған сабыйҙай гонаһтарыбыҙҙан арындыҡ, әлхәмдүлилләһи шөкөр. Беҙгә бындай мөмкинлек биргәне өсөн алҡышланып, Аллаһҡа рәхмәттәребеҙҙе әйттек. Минала сәстәребеҙҙе киҫеп, йыуынып-сайындыҡ та Мәккәгә йүнәлдек. Әйберҙәребеҙҙе ҡунаҡханала ҡалдырып, әл-Хәрәм мәсетенә юлландыҡ. Төп хаж ғәмәлдәрен үтәп, хажи һәм хажиәләр булған мосафирҙар булып, шат күңел менән үҙебеҙҙең өйөбөҙ һымаҡ күңелгә яҡын Аллаһ йортона – әл-Хәрәмгә йүнәлдек. Тәүәф, сәғи ҡылып, зәм-зәм эсеп, намаҙҙар уҡып, ҡунаҡханаға әйләнеп килдек. Шуның менән беҙҙең төп ғәмәлдәр үтәлеп бөттө. Шәмсетдин хәҙрәт:
– Хәҙер һеҙ хажи, хажиәләр булдығыҙ, – тине. Ул да беҙҙең өсөн сикһеҙ шат, төркөм менән ҡәнәғәт ине. Юлдарыбыҙ гел уңышлы булды, иншалла, артабан да шулай булһын.
Вәсил хәҙрәт дәрестәреБарлыҡ намаҙ тамамланғас, киске сәғәт туғыҙҙа ҡунаҡхананың бер ҙур бүлмәһенә вәғәз тыңларға йыйылабыҙ. Вәғәзде Хаж фонды тарафынан өс йөҙ кешегә имам итеп тәғәйенләнгән Мәғнәүи улы Вәсил хәҙрәт Тимерғәлиев үткәрә. Был йәш дин әһеленең тәрән ғилемле булыуы тураһында ишетеп ҡалғайным. Иншалла, беҙгә уның вәғәздәрен янында ултырып тыңлау бәхете насип булды. Күптәр уның әйткән бер һүҙен ҡалдырмай яҙып алып ултырҙы.
Минең өсөн хәҙрәттең сығышы айырыуса файҙалы булды. Уның дини ғилемгә өйрәтеүе әүлиәләребеҙ Зәйнулла ишан, Ғабдулла Сәйеди, Мөжәүир хәҙрәт, Сабир хәҙрәт, Шәмиғол хәлфәнеке ише ине, шуға күңелгә бигерәк ятышлы. Айырыуса дини темаға яҙған әҫәрҙәрем менән ул һөйләгән нәсихәттең ауаздаш булыуы шатландырҙы. Бына бит Аллаһ ниндәй ергә алып килеп, яҙғандарымдың хаҡлығын раҫланы. Ижадсы өсөн бынан да ҙур шатлыҡтың булыуы мөмкинме? Аллаһ үҙе ҙурлағандай хис иттем үҙемде. «Аллаһым, үҙең хаҡ юлдарҙан әйлә»,– тип теләгән теләктәрем ҡабул булды, иншалла. Хеҙмәтемдең хаҡлығы раҫланды.
Шулай итеп, көн дә вәғәз тыңлайбыҙ. Ҡөрьәнде аңлау өсөн ғалим булырға кәрәк, үҙебеҙ уҡыһаҡ та, күп урынын тейешенсә төшөнөп етә алмайбыҙ. Вәсил хәҙрәт беҙгә Ҡөрьән аяттарын уҡып, тәфсилләп аңлатып бирҙе. Ҡиәмәт көнө, әжәл, ожмах, тамуҡ хаҡында ентекләп һөйләне. Ризыҡ һүҙенең мәғәнәһен дә дөрөҫ аңламағанмын икән. Ризыҡ – аҙыҡ-түлек, ашамлыҡ ҡына түгел, ул кеше йәшәй алһын өсөн Аллаһ тарафынан бирелгән бөтә кәрәкле нәмә икән. Йорт, йыһаз, кейем, баҡса, ағастар, аҡса һ.б. Аллаһтан хәләл ризыҡ бир, тип һораһаҡ, йәшәр өсөн кәрәкле барлыҡ нәмәнең хәләлдән булыуын һорайбыҙ. Хәләл менән харамдың ни икәнен дә вәғәздән бик яҡшы аңланыҡ. Намаҙ уҡыуҙың өҫтөнлөктәре хаҡында ла хәҙрәт бик ентекле төшөндөрҙө. Кеше уның ниндәй бәрәкәт алып килгәнен аңлап етһә, бер намаҙын да ҡалдырмаҫ ине. Бигерәк тә иртәнге намаҙ сауаплы икән. Мәрхәмәтле, сабыр булыу, ҡайғы-хәсрәткә, өмөтһөҙлөккә бирелмәү кәрәклеге тураһында тормоштан миҫалдар килтерҙе.
Беҙҙең Мәккәлә бер нисә көнгә тотҡарланыуыбыҙҙы ла Вәсил хәҙрәт яҡшыға юраны:
– Аллаһ үҙенең йортонан беҙҙе ҡайтарғыһы килмәй, оҙағыраҡ ҡунаҡ булыуыбыҙҙы, күберәк ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙы теләй, шуға юлыбыҙҙы быуа. Ысынында иһә беҙ үҙебеҙҙең баш йортобоҙҙа. Атабыҙ Әҙәм, анабыҙ Һауа йортонда. Мәккәи Мөкәррәмә беҙҙең тыуған ер. Һәр көндөң ҡәҙерен белеп, файҙалы үткәрегеҙ. Күрерһегеҙ, ҡайтып етеү менән Мәккәне һағына башларһығыҙ әле, – тине. Хаҡ әйтте.
Мин төшөмдә үҙемде гел Мәккәлә икәнмен тип күрәм, уянып китһәм, Өфөләге фатирымда ятам. Ҡыйын булып китә. Тағы ла хажға барғы, атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм нигеҙ һалған мәсеттә аҙан тауыштарын ишетке, намаҙ уҡығы килә.
Һуңғы дәрестә беҙ яҡын туғаныбыҙға әүерелгән Вәсил хәҙрәткә ҙур рәхмәт әйттек, изге теләктәр теләнек:
– Һеҙ ҙур дәрәжәләргә лайыҡ әһел. Аллаһы Тәғәләбеҙҙең хәбибе булырға яҙһын! – тинек. – Амин, шулай булһын!
Ғөмрә йәки кесе хажЙома көнө беҙҙең өсөн айырыуса уңышлы булды. Йәстү намаҙынан һуң, ни булырын алдан белгәндәй, ғөсөлләнеп, ихрам кейеп алдым да Өфөнән килгән таныштарым йәшәгән ҡунаҡхана яғына атланым. Унда бер төркөм хажиә тора ине.
– Хәҙер Тулҡын хәҙрәт беҙҙе ғөмрә ҡылырға алып бара, – тине улар.
Быға тиклем атай-әсәйемә, улыма, тағы бер нисә яҡыныма ғөмрә ҡылып өлгөргәйнем. Инде Ғәлиә ҡыҙыма нисек ғөмрә ҡылырға тип йөрөй инем, ҡайһылай яҡшы булды, әйтерһең, әҙерләнеп сыҡҡанмын тип ҡыуанып киттем.
Оҙаҡ та үтмәй, Тулҡын хәҙрәт беҙҙе ғөмрәгә ниәтләнеп кереү өсөн махсус урынға, миҡәткә, ҡала ситендәге Ғәйшә мәсетенә алып китте. Беҙ ғөсөлләнеп, ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, ғөмрәгә ниәт ҡылдыҡ. Ҡыҙыма бағышлап, Аллаһтан түбәндәгеләрҙе ялбарҙым: «Эй, Раббым, берҙән-бер ғәзиз ҡыҙыма ғөмрә үтергә ниәт ҡылдым, Ғәлиәмде үҙ фатихаларыңдан, мәрхәмәтеңдән ташлама. Һаулыҡ-сәләмәтлек бир. Эше, тормошо уң булһын. Изге дин юлын ҡеүәтләп йәшәүсе иманлы, инсафлы мосолман ит баламды. Ҡайғы бирмә, хәләл ефетенең, улының изгелеген күреп, әсәлек бәхетен татып, һөйөп, һөйөлөп йәшәһен».
Беҙ, ун алты кешенән торған төркөм, киске сәғәт ун тирәһе булғандыр, микроавтобусҡа ултырып, әл-Хәрәм мәсетенә йүнәлдек.
Һәр саҡтағы кеүек әле лә, төн булыуға ҡарамаҫтан, Ҡәғбәтулла тирәләй халыҡ шығырым тулы. Беҙ: «Ләббәйкә ғүмратән» тип хәҙрәтебеҙҙең артынан атланыҡ.
Ышаныслы, баҙыҡ аҙымдар менән ашыҡмай ғына барған хәҙрәтебеҙҙән ҡалышмайбыҙ. Ҡәғбәне бер нисә ҡат тәүәф ҡылғас, урта төштән атлай башланыҡ. Һуңғы тәүәфтә Ҡәғбәтулланың эргәһенә үк килеп туҡтаныҡ та, изге ҡара ташты һыйпап, теләктәребеҙҙе теләп, битебеҙҙе бер мәлгә уға терәп торҙоҡ. Барыбыҙ ҙа бындай уңышлы тәүәфтән бик ҡәнәғәт ҡалды. Халыҡ тулҡынын йырып, ситкә сыҡтыҡ та тәүәф намаҙын уҡып, Аллаһҡа рәхмәттәр әйттек. Шул ваҡыт күк күкрәп ебәрҙе, шыбыр-шыбыр ямғыр яуа башланы.
– Собханалла, машалла, бына шатлыҡ! – Күккә ҡарайбыҙ, унда болоттар йөҙә. Ямғыр еҫе танауҙарға килеп бәрелде, тамсылары биттәргә ҡунды, тын алыу иркенәйеп китте. Ямғыр үҙебеҙҙең Башҡортостанды хәтерләтте. Йөрәктәрҙе һағыныу хисе биләп алды. Хатта Аллаһ йорто, уның мөһабәт гүзәллеге лә тыуған ергә булған һөйөүҙе алыштыра алмай икән.
Ул арала Тулҡын хәҙрәт әмер бирҙе:
– Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһына сәғи ҡылабыҙ.
Барыбыҙ ҙа Сафа тауына менеп, ҡулдарыбыҙҙы ҡиблаға йүнәлттек:
– Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! – Аллаһты данлаған һүҙҙәрҙе өс мәртәбә әйтеп, доға ҡылдыҡ. Беҙҙең менән йәнәшә Индонезия мосолмандары сәғи ҡыла. Уларҙың йөрәк түренән урғылып сыҡҡан тәрән кисерештәре йөҙҙәренә, күҙҙәренә яҙылған. Берәүҙәре илай, икенселәре бирелеп доға уҡый. Беҙҙең йөҙҙәрҙә, әлбиттә, ундай тәрән хис-тойғо күренмәй. Был дәһрилектән яңы сығып килеүебеҙҙәндер, ул ситтән ҡарағанда ла күҙгә бәрелеп тора, әйтәгүр. Ике тау араһын ете ҡат үтеп бөткәс, намаҙ уҡып, ғөмрәне йомғаҡлап ҡуйҙыҡ.
Мин тағы Ғәлиәмә бәхет теләнем: «Аллаһы Тәғәләм, ҡыҙыма Һәжәр әсә яҙмышын насип ит. Исмәғил хәҙрәткә оҡшап, һөйөклө улың иманлы, бәхетле, тәүфиҡлы булып үҫһен, әсәһен гел ҡыуандырып, хаҡ юлдарҙан йөрөһөн!»
Беҙ ғөмрәне үтеп, ҡайтырға сыҡҡанда, ямғыр туҡтағайны. Ныҡ ҡына яуған икән. Машиналар әл-Хәрәм тирәһендәге ямғыр һыуын ҡоротоп, мәрмәр иҙәндәрҙе таҙартып йөрөй. Һауа шул тиклем таҙа, тын алыу рәхәт, хатта йүтәлдәребеҙ баҫылды.
Тулҡын хәҙрәткә ҡарап-ҡарап алам, ни әйтерен көтәм. Ул баҫҡан ерендә ҡымшанмай ҙа тора бирә. Моғайын, доға ҡылалар. Ниһайәт, телгә килде:
– Теләктәрегеҙҙе теләп ҡалығыҙ, ямғыр яуғанда теләгән теләк ҡабул була.
Беҙ хәҙрәткә ҡарайбыҙ, ҡасан әйҙәгеҙ тип әйтер икән, тибеҙ.Төнгө сәғәт ике тирәһе булғандыр. Ә хәҙрәт ашыҡмай, һаман хисләнеп тора бирә. Бер аҙҙан ул йәнә телгә килде.
– Мәккәлә ямғыр бик һирәк яуа. Бөгөнгөләй ямғырҙы тәүгә күреүем. Иншалла, ғөмрәбеҙҙе Аллаһ ҡабул итер.
Күңелде ҡыуаныслы хистәр биләп алды, тимәк, ҡыҙыма ҡылған ғөмрә, изге теләктәрем ҡабул булыр. Әсәгә балаһын бәхетле күреүҙән дә оло шатлыҡ бармы икән?!
… Бынан башҡа яҡындарым өсөн тағы байтаҡ ғөмрә ҡылдым. Бер шулай Сафа менән Мәрүә араһын сәғи ҡылып барғанда буйға бәләкәйерәк сит ил кешеһе матур тауыш менән һамаҡлап китеп бара:
– Әнтә шәмси, әнтә бәҙри,
Әнтә нури, ғәлә нур.
Әнтә мифтахи сүрәййә
Йә, хәбиби, йә рәсүл.
Үҙемә таныш шиғри юлдарҙы ишетеп хайран ҡалдым. Бәй, бәй, был бит Мөжәүир хәҙрәттең мөнәжәте! Ул гел шулай тип көйләп йөрөр булған. Был турала миңә хәҙрәтте яҡындан белгән Баймаҡ районының Абдрахман ауылында йәшәүсе Миңлеямал апай һөйләгәйне. Теге кешенең артынан байтаҡ эйәреп барҙым. Әүлиәбеҙҙең мөнәжәтен әйтеп бара бит, ҡалған өлөшөн отоп ҡалып булмаҫмы, тим. Бына бит ул нисек мосолман донъяһы! Йөҙ йыл элек халҡыбыҙҙың күренекле әүлиәһе әйткән мөнәжәтте, хажға килеп, икенсе ҡитға кешеһенән ишетсе әле!
Был көн дә миңә байрам һымаҡ булды. Баяғы сит ил кешеһенең тауышы ҡолағымда оҙаҡ сыңлап торҙо. Мин үҙебеҙҙең данлыҡлы әүлиәләребеҙ Мөжәүир хәҙрәт, Ғабдулла Сәйеди, Зәйнулла ишан, Сабир хәҙрәт, Әбйәлил ишан, Шәмиғол хәлфә һәм исемдәре аталмаған, Башҡортостан тупрағында ерләнгән башҡа әүлиәләр рухына сүрәләр уҡып, доға ҡылдым: «Аллаһы Тәғәләм, халҡыбыҙға гел изгелек ҡылып йәшәгән ошо ҡөҙрәтле заттарҙың урынын ожмахыңдың иң түренән бир, рухтарығыҙ ҡыуанып ҡайтһын!» Иншалла, был теләгем дә ҡабул булыр!
Мәккәлә бер аҙға тотҡарланыуыбыҙ минең өсөн ҙур шатлыҡҡа әүерелде: туғыҙ яҡыныма ғөмрә ҡылыуға өлгәштем, иншалла. Йәнә туйғансы зәм-зәм эстем. Үҙебеҙҙә бит уны, әжәл дарыуындай күреп, балғалаҡлап ҡына эсәбеҙ. Мосафирға шунан артыҡ нимә кәрәк?! Рәхмәт Аллаһы Тәғәләмә, изге йортонда беҙҙе шулай яратып, оҙаҡ ҡунаҡ иткәне өсөн!
(Дауамы. Башы 3-сө, 6-сы һандарҙа).