Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙ тип өҙөлөп торалар
Беҙ тип өҙөлөп тораларМине, Хазина менән Наза исемле һеңлеләремде яратып, наҙлап үҫтереүсе атай-әсәйем, "балаҡайҙарым" тип өҙөлөп тороусы ике
өләсәйем, туғандарым бар.

Әсәйемдең әсәһе Миңзәлә Фәтҡуллина Әбделмәмбәт ауылында йәшәй. Бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән уның. Өләсәйемдең әсәһе, дүрт балаһын етем ҡалдырып, ҡаты ауырыуҙан донъя ҡуйғанда өлкән ҡыҙына — өләсәйемә — ун ике, иң бәләкәйҙәренә ике йәш булған. Һәр береһе төрлө балалар йортонда тәрбиәләнһә лә, бер-береһен юғалтмай, гел аралашып йәшәйҙәр.
Өләсәйем, уҡытыусы һөнәрен һайлап, 40 йылға яҡын балалар уҡыта. Әле хаҡлы ялда. Хәҙер инде үҙҙәре лә оло йәштә булған элекке уҡыусылары уның хәлен белешеп, ярҙам итеп тора. Өләсәйемдең ниндәй хөрмәтле кеше икәнен күрәм дә ғорурланам, уға оҡшарға тырышам. Беҙгә ҡунаҡҡа килгәнен һағынып көтөп алабыҙ. Килеп инһә, өйөбөҙ тағы ла йәмләнеп, яҡтырып киткәндәй була. Тәмле-тәмле күстәнәстәр менән сәй эсеп алғас, Хазина һеңлем менән икебеҙгә бейеүҙәр өйрәтә башлай. Беҙҙең ыңғайға өс йәшлек Наза ла өйөрөлөп-сөйөрөлөп бейергә тотона. Бик матур бейей өләсәйебеҙ. Төрлө концертта, конкурстарҙа ҡатнаша.
Уның һөнәрҙәрен һанап та бөтөрөрлөк түгел. Элгәрге йыл республика күләмендә үткән шашка ярышында өсөнсө урын алды. Был уйын серҙәренә мине лә Беҙ тип өҙөлөп тораларөйрәтте. Район ярышында беренсе урынды яулап, яңыраҡ Ишембай ҡалаһына барып ҡайттым. Уңыштарыма өләсәйем бик ҡыуанды. Уҙған йыл сентябрҙә Әбделмәмбәт ауылында "Иң яҡшы өләсәй" конкурсында ла ҡатнаштыҡ. Өләсәйебеҙ менән бергә бейенек тә, йырланыҡ та, ҡумыҙҙа ла уйнаныҡ. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне — ҡәҙерлебеҙ икенсе урынға сыҡты. Эй, ҡыуанышып ҡайттыҡ!
Йәй булһа, урман-ҡырҙарға сығып китә өләсәй. Дарыу үләндәре йыя, уларҙы киптерә, һәр береһенең ниндәй ауырыуҙан дауа икәнен беҙгә лә һөйләй. Кешеләр һорап килһә, бирә һалып ебәрә.
Ғаиләбеҙ бәхетле, имен булһын тип, беҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп, иртәле-кисле доғаларын уҡып ҡына тора. Намаҙҙарын бер ҙә ҡалдырмай.
Беҙгә, өс ейәнсәренә, кейәүгә киткәндә алып китерһегеҙ тип, юрған-түшәктәр әҙерләп тә ҡуйған инде ул. Бына шундай хәстәрлекле, егәрле, изге күңелле минең өләсәйем!
Мөнирә өләсәйем, атайымдың әсәһе, 75 йәштә. Ул һәр саҡ шат күңелле, алсаҡ. Мине һәм һеңлеләремде йүргәктә саҡтан уҡ үҫтерешкән, бишек йырҙары йырлаған, халыҡ йырҙарын да бик матур башҡара. Оло йәштә булһа ла, бер ҙә тик ултырмай — беҙҙе ҡайғыртып, йылы ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй.

Өләсәй әкиәт һөйләй
Ялҡау ҡыҙ тураһында.
Өй йыйыштыра
башлайбыҙ,
Шым ғына торабыҙ ҙа.
Өләсәй һөйләй тағы ла,
Сер бар йылмайыуында —
Хәҙер уның әкиәте
Уңған ҡыҙҙар хаҡында.


Автор: Ғәҙилә КИНЙӘБАЕВА, Яңы Собханғол мәктәбе уҡыусыһы. Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә