Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балаларға арналған ғүмер
Балаларға арналған ғүмерӨләсәйем Шәрифә Ҡәҙир ҡыҙы Ниғмәтуллина 1947 йылда Ишембай районының Һайран ауылында донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә. 33 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай ул, шул иҫәптән 14 йыл мәктәп директоры булып эшләй.
Өләсәйем менән олатайым Әнүәр Ниғмәтуллин бик яғымлы, ихлас, бала йәнле кешеләр. 1991 йылда улар, үҙҙәренең ике ҡыҙы булыуға ҡарамаҫтан, балалар йортонан биш баланы тәрбиәгә ала. Һәр береһенә әсә наҙы, күңел йылыһы биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар.
– Балаларҙы ата-әсәһенә, милләтенә ҡарап һайламаныҡ. Барыһын да башҡортса һөйләшергә, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, мандолинала уйнарға өйрәттек. Ғаилә оркестрыбыҙ менән Ишембайҙа, Өфөлә күп тапҡыр сығыш яһаныҡ, – ти өләсәйем.
Ҡәҙерлеләремдең күңел матурлығына, фиҙаҡәрлегенә һоҡланмау мөмкин түгел! Биш етемде үҙ сабыйҙарылай яратып, эшкә өйрәтеп, тәрбиәләп кенә ҡалмай улар – әле лә һәр береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр, ҡайтыуҙарын һағынып көтәләр.
Минең әсәйем менән атайым аварияла һәләк булды. Өләсәйем менән олатайыма был ҡайғыны күтәреү бик ҡыйынға тура килде. Уларға мине һәм ҡустым Рузилде уҡытыу, тәрбиәләү бурысы ла өҫтәлде.
– Тормошта юғалып ҡалмаҫ өсөн төплө белем алырға, эшкә өйрәнергә, ысын кеше булып йәшәргә тейешһегеҙ. Һеҙгә ярҙам итергә атай-әсәйегеҙ юҡ, беҙ хәҙер оло йәштә, – ти өләсәйем.
Рузил ҡустым – Өфөләге Башҡорт лицей-интернатында, мин Ишембайҙағы 2-се башҡорт гимназия-интернатында тырышып уҡыйбыҙ.
“Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исемде йөрөтөүсе өләсәйем, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” премияһына лайыҡ булған олатайым – Ишембай районындағы Биксән ауылының хөрмәтле кешеләре. Хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда, ләкин уҡыусылары уларҙы онотмай – хәлдәрен белешеп, байрамдар менән ҡотлап тора.
Өләсәйем – ҡул эштәре оҫтаһы. Тыуғанымдан алып ул бәйләгән кофта, күлдәк, баш кейемдәре, ойоҡбаш һәм бейәләйҙәрҙе кейеп үҫтем. Мине генә түгел, барлыҡ балаларын, ете ейән-ейәнсәрен дә ҡупшы итеп кейендерә һөйөклөбөҙ.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, өләсәйем селтәрҙәр, диван ябыуҙары, ашъяулыҡтар бәйләй башланы. Беҙҙең өйҙө ул сиккән бик күп картиналар биҙәй.
Өләсәйемдең әйтеүенсә, ҡул эше уны тынысландыра, ваҡытын файҙалы үткәрергә ярҙам итә. “Ауыр ҡайғыны еңергә һәм артабан йәшәргә көс биргән шөғөлөм”, – ти ул.
Ҡунаҡҡа килеүселәр өйҙәренә инеү менән ундағы матурлыҡҡа хайран ҡала. Ислам динендәге изге һүҙҙәр, йыл миҙгелдәре, дельфиндар, аҡҡоштар, аттар сигелгән картиналар, ысынлап та, күҙҙең яуын алырлыҡ. Һөйөклөбөҙҙөң уңғанлығы тыштан уҡ күренеп тора: ҡыйыҡтағы ике тәҙрәне селтәргә төшөрөлгән турғайҙар һәм аҡҡоштар биҙәй.
Өләсәйем менән олатайым беҙгә туғанлыҡ ептәрен өҙмәҫкә, берҙәм булырға өйрәтә. Барыһын да бер табынға йыйып аяттар уҡытыу – өйҙәрендә йыл да үтәлеп килгән йола. Бындай мәлдәрҙә өләсәйем үҙе бәйләгән әйберҙәрҙе, ҡыҙымдың төҫө булһын, тип хәйер итеп тарата.


Автор: Нурзилә ҮМЕРҒӘЛИНА, Ишембай ҡалаһындағы 2-се гимназия-интернаттың XI класс уҡыусыһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. шаура хибатова
    шаура хибатова от 14.04.2013, 16:58
    Шәрифә Кадыровна, Әнүәр Хөрмәт улы!!!Һеҙҙең турала уҡып,ҡыуанып ултырам!!!Һеҙҙең башҡарған эштәрегеҙ,изгелектәрегеҙ алдында мин дә баш эйәм.Ҡасандыр мине лә,тәүгә эш башларға барған йәш,тәжрибәһеҙ ҡыҙ баланы ла һеҙ,үҙ балағыҙҙай күреп,үҙегеҙгә алып ҡайтып,эш башларға ярҙам иттегеҙ,тормоштоң әсе- сөсөһөнә өйрәттегеҙ,ҡанат ҡуйҙығыҙ.Һеҙгә тиң ҡартлыҡ,балаларығыҙҙың ҡыуаныстарын, изгелектәрен күреп,оҙон- оҙаҡ йәшәргә яҙһын.

  2. нигматуллина шарифа
    нигматуллина шарифа от 23.05.2013, 20:41
    Шэурэ, зур рахмат!!! эшен гаилан турахында яз але, без зэ хине онотмайбыз)

Комментарий өҫтәргә