Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сағыу йондоҙ булып балҡыны
Сағыу йондоҙ булып балҡыныБашҡортостандың халыҡ артисы Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы Арыҫланова 94-се йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы.

Ул 1919 йылдың 31 ғинуарында Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Иҫке Күҙәй ауылында (хәҙерге Бүздәк районы) тыуған. 1940 йылда Өфө театр-художество училищеһын тамамлай. Ошо уҡ йылда Яңауыл колхоз-совхоз театрына ебәрелә, 1941-1942 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада бригадаларында эшләй, 1949—1987 йылдарҙа — М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы.
...Төҙөлөш техникумына уҡырға инеп, яҙмышын ошо юҫыҡта ҡорорға ниәт иткән ҡыҙҙы театр донъяһы тиҙ арала үҙенә йолоп алыуы бер мөғжизә кеүек. Тап студент ваҡытында әхирәттәре менән театрға килгән һылыу сәнғәт донъяһына, сәхнәгә ғашиҡ була. Унан, күп тә уйлап тормай, техникумды ташлап, ауылына юллана, икенсе йылға сәнғәт буйынса уҡырға инергә әҙерләнә башлай. Күңеленә оялаған хыялы тиҙҙән тормошҡа аша – моңло тауышлы, сағыу дикциялы Зәкиә Арыҫланованы училищеға алалар.
Зәкиә Арыҫланованың репертуары сәхнәнең төрлө жанрҙарын үҙ эсенә ала. Образдарының сағыулығы, бай һүрәтләнеше түбәндәге образдарҙа кәүҙәләнеш таба: Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури повесы буйынса Ғ.Әмири һәм В. Ғәлимов), Зөлфиә («Бажалар», И.Абдуллин), Мөнирә («Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш», Т. Миңнуллин), Ксения («Һынылыш», Б.Лавренев).
Классик драмаларҙа актрисаның персонаждары характер тәрәнлеге менән айырылып торҙо: Анисья (“Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә», Л.Толстой), Курицына («Бәлә кеше башынан йөрөмәй», А. Островский), сеньора Капулетти («Ромео менән Джульетта», У. Шекспир). Зәкиә Арыҫланова М. Кәрим, Н. Нәжми, Ә.Бикчәнтәев, С. Мифтахов, К. Мәргән, Я. Вәлиев әҫәрҙәре буйынса радио һәм телевидение өсөн әҙерләнгән байтаҡ спектаклдә ҡатнашты.
Актриса үҙе әйтеүенсә, ябай ҡатын-ҡыҙ образын ҡуйыуға ҡарағанда, билдәле, көслө ҡатындарҙы уйнау уға күпкә еңел бирелгән. Ауыл ҡыҙының шундай бейеклектәргә үрләүе, тиҙ арала ҡала ерендә «үҙ кеше» булып китеүе һоҡланғыс та, ғәжәп тә кеүек. «Әсәйем уҡымышлы, бик аҡыллы кеше булды. Ҡөрьән уҡыны, ғәрәп телен өйрәнде. Театр донъяһын һайлағас, тап ул минең теләгемде хупланы, фатихаһын бирҙе», — тип хәтерләр булды Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы.
Башҡорт театр донъяһын үҙенең таланты, бар булмышы менән нурлаған актрисаның ауыр тупрағы еңел булһын!


Автор: Рита ХӘСӘНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә