Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тальян моңо өҙә үҙәктәрҙе...
Тальян моңо өҙә үҙәктәрҙе...Ашығып, бик ашығып мәктәптән ҡайтып киләм. Өйөбөҙ тәңгәленә еткәс, кинәт туҡтап ҡалам. Һағышлы тальян моңо йөрәгемде өҙә. Фәүзиә өләсәйем уйнай уны, минең ҡәҙерле өләсәйем моңлана! Моңланмаҫлыҡмы ни, эсең тулы ҡайғы-хәсрәт булғас. Үҙен тертләтеп ҡуймайым тип, ишек асып инергә баҙнат итмәй торам. Эй, өләсәйгенәмде... Ағылған көйҙө тыңлап, күҙемә йәш эркелә.

Ҡыйғас ҡара ҡашлы, аҡ йөҙлө сибәр ҡыҙ була ул. Район прокуратураһында сәркәтип булып эш башлай, әммә бала саҡ хыялы һис кенә лә тынғы бирмәй.
— 1944 йыл. Һуғыш бара тип торманым, өс айлыҡ уҡытыусылар курсын тамамланым да Яңы Монасип ауылына эшкә киттем, — ти өләсәйем.
Ул яңғыҙ әбейгә фатирға инә. Көҙгө шыҡһыҙ кистәрҙең береһендә шәм тоҡандырыр өсөн филтә артынан соланға сыға. Шырпы яндырып эҙләгән мәлендә ҡапыл көслө шартлау яңғырай. Күрәһең, һүнеп бөтмәгән шырпы бөртөгө кәрәсин тулы һауытҡа төшә.
— Шул саҡ бөтөн донъя дөм ҡараңғы булып ҡалды, — тип хәтерләй һөйөклөбөҙ. — Бер нисә минуттан күҙем асылды. Башта шөйлә генә күрә инем, әммә күҙемдең үткерлеге кәмегәндән-кәмене. Бер көн иртәнсәк ҡәҙимге ваҡытта уянһам, һаман яҡтырмаған кеүек. Шулай күрмәй башланым.
Район табиптары өләсәйемде Өфөгә ебәрә, әммә күҙҙәрен һаҡлап ҡалып булмай. Үҙен оҙатып килгән апаһы менән баш ҡала урамы буйлап барған саҡта ҡолағына моңло көй салына — тальян гармунда уйнайҙар икән. Күңеленә дауа булып яңғыраған моңдо үҙе менән алып киткеһе килә. Хаҡына ҡарап тормай, һис һатыулашмай алған был гармуны ғүмер буйы моңдашы ғына түгел, серҙәше лә, туйындырыусыһы ла буласаҡ. Мандолинала оҫта уйнаған өләсәйем тиҙ арала тальянда ла һыҙҙырырға өйрәнә.
Яңғыҙ көткән тормошо ла һау кешеләрҙекенән һис кәм булмай. Донъяһын алдан уйлап, теүәл иҫәп менән ҡора. Тальянын ҡулынан төшөрмәйенсә, оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында йыр дәрестәре алып бара, байрамдарҙа ауылдаштарына моңдары аша дәрт өләшә.
Яҙмыш уға бәхеттең олоһон татыта ла йәнә ҡайғыларға һала: күңел күҙе менән бағып үҫтергән ғәзиз улы менән ҡыҙын, йәғни минең әсәйемде, юғалта. Был ҡайғыларға өләсәйем нисек түҙгәндер... Ул беҙҙе — етем ҡалған дүрт баланы — үҙ ҡанаты аҫтына алып, ҡурсалап үҫтерергә лә көс тапты.
— Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла Хоҙайға һыйындым, ейәндәремде үҫтерерлек көс һораным, — ти ҡәҙерлебеҙ.
Күҙле булып та, күңел күҙе һуҡырайған әҙәмдәр осрай. Ҡайһы берәүҙәр иһә ғүмер буйы донъяны күңел күҙе, йөрәге менән тойоп йәшәй. Өләсәйемде күрмәй тип әйтерлек түгел. Бөхтәлек ярата ул. Өй эсе гел таҙа, һәр нәмә үҙ урынында. Ҡылдай нәҙек итеп туҡмас, һалма ҡырҡһынмы, телеңде йоторлоҡ бәлештәр бешерһенме — ҡулынан килмәгән эше юҡ.
— Изге әҙәмдән әллә ҡайҙан уҡ йылылыҡ һирпелә, насарынан йәнде өшөтөрҙәй боҙ һалҡыны килә. Күңел донъяғыҙҙы бер ваҡытта ла ҡараңғылыҡ баҫмаһын, — ти өләсәйем.


Автор: Әлфиә ТУҠБАЕВА, Иҫке Собханғол мәктәбенең IX класс уҡыусыһы. Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә