Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әһәмиәтле ваҡиғалар күп буласаҡ
Быйыл беҙҙе ниҙәр көтә? Нимәгә өмөтләнергә, ниндәй ваҡиғаларҙы ҡаршыларға әҙерләнергә? Республикала 2013 йылға планлаштырылған сәйәси, мәҙәни һәм спорт сараларына ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ.

***
Быйылғы йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы тип Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына депутаттар һайлауҙы атау фарыз. Граждандар берҙәм һайлау көнөндә – 8 сентябрҙә – халыҡ кандидаттары өсөн тауыш бирә.

***
2013 йыл Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре халыҡ-ара саммиттарына әҙерлек йылы булараҡ та тарихҡа инеп ҡаласаҡ. Әле 2015 йылда үтәсәк сараға дәррәү әҙерлек бара. Бер-ике йылдан Өфө Европа стандарттарына ярашлы күркәм ҡалаға әүереләсәк, тип вәғәҙә итә республика һәм ҡала властары. Мәҫәлән, саммитҡа тиклем ҡалала заман талаптарына ярашлы төҙөлгән ун ҡунаҡхана, йәйәүлеләр өсөн ер аҫты үткелдәре һәм башҡа объекттар сафҡа индереләсәк. Хәҙергә иһә ремонт һәм төҙөлөш тыуҙырған уңайһыҙлыҡтарға түҙергә генә ҡала.

***
Декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән 2013 йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Тимәк, экология, тәбиғәтте һаҡлау проблемаларына иғтибар ҙур буласаҡ.
Өфө – Рәсәйҙең экологик йәһәттән иң бысраҡ 33 ҡалаһы иҫәбендә, Салауат, Стәрлетамаҡ та ҡалышмай. Республикалағы ҙур сәнәғәт предприятиеларының ҡалдыҡтары һыу ятҡылыҡтарына ағыҙыла, тәбиғәт ҡомартҡыларына ҡарата һаҡһыҙлыҡ күрһәтелә, һулар һауала зарарлы матдәләрҙең миҡдары юғары. Иң киҫкен проблемаларҙың береһе – эсәр һыуҙың кәмеүе. Йылға-күлдәрҙең һайығыуы, ауыл-ҡасабаларыбыҙҙың һыуһыҙлыҡтан интегеүе хаҡында күп яҙҙыҡ, был проблема буйынса экологтар ҙа саң ҡаға. Мәгәр әлегә уны хәл итеү юлдарын эҙләү мәсьәләһенә дәүләт тарафынан иғтибар аҙ. Шуға күрә 2013 йылды тәбиғәтте һаҡлау девизы менән үткәреү – бик тә әһәмиәтле ваҡиға. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында, ошоно ҡеүәтләп, быйыл республикалағы экологик хәлде контролдә тотоу өсөн заманса йыһазландырылған ике күсмә лаборатория эшләй башлаясағын, бихисап экологик сара ойоштороласағы хаҡында белдерҙеләр.

***
Халыҡты борсоған мөһим мәсьәләләрҙең береһе – коммуналь түләүҙәргә хаҡ артыу. 2013 йылдың башында Рәсәй Дәүләт Думаһы капиталь ремонт өсөн мотлаҡ түләү хаҡында закон ҡабул итә, ул 2014 йылдан ғәмәлгә инә. Әйткәндәй, депутаттар Торлаҡ кодексы һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды тураһындағы законға ла төҙәтмәләр индерәсәк. Уның буйынса граждандар ошо тармаҡтағы эштәр хаҡының 15 процентын (әле – 5 процент) үҙ кеҫәһенән түләргә тейеш була. Федераль ҡаҙна өсөн был – һиҙелерлек файҙа. Үҙ сиратында берлектә финанслау нигеҙендә капиталь ремонт яһауҙа ҡатнашыусы төбәк һәм муниципаль бюджеттарға ла көсөргәнеш арта: Рәсәйҙең субъектына ҡарап, улар сығымдарҙың 35 – 70 процентын ҡапларға тейеш.
1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә йәнә тарифтар арта. Хаҡтар газға – 15, электр энергияһына – 12,4 – 14,85, йылыға һәм һыуға 12,1 процентҡа юғарыраҡ буласаҡ тип күҙаллана. Хәйер, әлегә был һандарҙы теүәл тип атау иртәрәк, һәр хәлдә ғәмәлдәге йыл башында граждандар әлеге тарифтар буйынса түләйәсәк.
***
Йәмәғәтселекте битараф ҡалдырмаған мәсьәләләрҙең береһе – ҡабат ҡышҡы ваҡытҡа күсеү. Ул 2013 йылда тормошҡа ашырыласаҡ тигән өмөт бар. 2011 йылда ил Президенты Дмитрий Медведев ҡабул иткән закон буйынса, бына бер нисә йыл Рәсәй халҡы йәйге ваҡыт буйынса йәшәй. Әммә был мәсьәлә буйынса бәхәс тынмай. 2012 йылдың сентябрендә Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ҡышҡы ваҡытҡа кире ҡайтыу тураһындағы закон проектын тәҡдим итте. Әммә Дума проблеманы хәл итеүҙе Хөкүмәт ҡарамағына тапшырҙы. Шулай итеп, әлегә закон проектының яҙмышы билдәһеҙ, әммә күпселек ул 2013 йылда эшләй башлар һәм, ниһайәт, ҡышҡы ваҡытҡа күсербеҙ тип өмөтләнә.

***
Йәмғиәттә ыңғай фекер тыуҙырған “Ауыл табибы” федераль программаһы ғәмәлдә ҡала, әммә бер аҙ үҙгәреш кисерәсәк: был юлы финанс ярҙамы эшсе ҡасабаларҙағы дауаханаларҙа хеҙмәт юлын башлаусыларға күрһәтелә. Үрҙә телгә алынған документ буйынса республиканың төрлө төбәктәренә 2011 – 2012 йылдарҙа эшкә ҡайтҡан 623 табип федераль ҡаҙнанан 1-әр миллион һум күләмендәге ярҙам алған (улар бер урында биш йыл эшләргә тейеш). Был – Рәсәйҙәге иң ҙур күрһәткестәрҙең береһе.

***
Киләһе уҡыу йылын “Мәғариф тураһында”ғы яңы федераль закон нигеҙендә башлаясаҡбыҙ. Ике йыл дауамында тикшерелгән, йәмәғәтселектә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙырған яңы ҡанун белем алыуҙы ябай кешеләрҙең буйы етмәҫлек бейеклеккә күтәреүе ихтимал. Быға тиклем ҡулайлаштырыу еле мәктәптәргә ҡағылһа, быйыл башланғыс профессиональ белем биреүсе һәм юғары уҡыу йорттарының да рәте һирәгәйәсәк. Профессиональ училищеларҙа белем биреүҙе ярты йыллыҡ курс менән алмаштырыуҙары ихтимал. Башҡортостанға килгәндә, Рәсәй Мәғариф министрлығы үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә Башҡортостан дәүләт аграр университетының, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының, төрлө уҡыу йорттарының 11 филиалының эше һөҙөмтәһеҙ тип табылды. Уларҙың тәүгеләрен һәм ҡайһы бер филиалдарҙы ҡулайлаштырыу көтһә, ҡалғандары эшмәкәрлеген туҡтатасаҡ.

***
Быйыл Өфөлә ҙур мәҙәни ваҡиға көтөлә: баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан Киров урамында башҡорт халҡының мәшһүр әҙибе, күренекле шәхес, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыла. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 61 миллион һум аҡса талап ителә. Алты метр бейеклектәге скульптура композицияһын Мәскәү скульпторы Андрей Ковальчук ижад итә.

***
2013 йыл спорт һөйөүселәр өсөн төрлө ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Өфөлә үткән Йәштәр командаларының хоккей буйынса донъя чемпионатынан тыш, баш ҡалала, шулай уҡ, VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары уҙғарыласаҡ, саңғы, хоккей, фигуралы шыуыу буйынса донъяның төрлө илдәренән килгән 12-нән 15 йәшкә тиклемге спортсылар көсөн һынаясаҡ. Декабрҙә иһә Өфөлә 2014 йылда Сочиҙа үтәсәк XXII Ҡышҡы олимпия уйындарының Олимпия уты милли эстафетаһы уҙасаҡ. Шулай уҡ республикала һәм Өфөлә бер нисә спорт учреждениеһын сафҡа индереү күҙаллана.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр

Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр 04.07.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Краснокама районы күгендә БПЛА осоп йөрөгән....

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте 04.07.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 16

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан 04.07.2025 // Йәмғиәт

Уға лотереяла уңыш йылмайған....

Тотош уҡырға 20

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе 04.07.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә түләүле хеҙмәттәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла

Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла 03.07.2025 // Йәмғиәт

Ике аҙна һайын медицина округтарының үҙәк дауаханалары һәм республика дауаханалары табиптары тура...

Тотош уҡырға 28

Өфөлә түләүле парковкалар буйынса кол-үҙәккә көнөнә 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә
Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә...

Тотош уҡырға 24

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине,...

Тотош уҡырға 55

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан 02.07.2025 // Йәмғиәт

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан...

Тотош уҡырға 27

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола...

Тотош уҡырға 28