Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәсетлелә үҙенсәлекле урындар бар
Салауат эҙҙәренән
1774 йылдың июнендә Салауат Юлаев ғәскәре Ҡыйғы, Мәсәғүт янында Михельсон карателдәре менән алышҡандан һуң, Красноуфимск ҡәлғәһенә барышлай Оло Аҡа ауылында туҡтала ла хәҙерге Юғары һәм Түбәнге урам саттарындағы йыуанлығы аршын ярым (1 метр 5 сантиметр. — Р.Х.) ҡарағас бүрәнәләрҙән һалынған ҙур өйгә үҙенең штабын урынлаштыра.
— Һеҙ, туғандар, — тигән ул һаҡсыларына, — өйҙө генә һаҡлап тормағыҙ, ана, теге тау яғына ла күҙ һалығыҙ. Карателдәр шул яҡтан да килеп сығыуы ихтимал, — тип ул Хантау яғына күрһәткән.
Был өй хәҙер юҡ инде. 1930 йылда уны ауыл Советына утынға ҡутарғандар.
“Оло Аҡала торған сағында, — тип әйтелә 1940 йылда Оло Аҡа уҙаманы Ҡаһарман Хәсәновтан Сәләх Кулибай яҙып алған икенсе бер риүәйәттә, — үҙенең ярҙамсыларынан ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡтағы тау итәгендә дары келәте эшләткән. Уны байтаҡ ваҡыт бер кем дә белмәгән. Тик 1927 йылда ауыл кешеләре шул тауҙан ҡомташ сығарыу өсөн ер ҡаҙа башлай һәм Салауат штабы кеүек эре бүрәнәле мөгәрәпкә килеп юлыға. Уны асып ҡараһалар, эсендә бер нисә йөк дары табалар һәм волосҡа илтеп тапшыралар. Был Салауат Юлаевтың дары келәте булған икән”.
Билдәле тарихсы Булат Дәүләтбаев үҙенең “Оло Аҡа. Ауыл тарихы” тигән китабында (Өфө, 1992) былай тип яҙа: “Ҡарттарҙың һөйләүе буйынса, дары ныҡ йәбешкән һәм ҡара суйынға оҡшаған булған. Табыш тураһында Красноуфимскиҙағы тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итәләр. Улар дары мөгәрәбе Пугачев яуы осоронда һалынған тигән фекергә килгән”.
Салауаттың дары мөгәрәбе лә мөғжизә түгелме ни?

Серле таштар, таш тәреләр...

Быйыл йәй Оло Ҡыҙылбай ауылы мәсетенең имам хатибы Рәүиз Сөнәғәтуллин мине саҡырып алып, ауылға ҡаршы ятҡан, Сафа тип аталған текә һәм бейек тау башына алып менде.
Ул үҙе 40 йылдан ашыу Әләгәҙ участка дауаханаһында шофер булып эшләп, пенсияға сыҡҡан һәм дин юлынан киткән. Диндарлыҡ Сөнәғәтуллиндар нәҫелендә борондан килә икән. Уның ике туған бабаһы, Бикбулат Сөнәғәтуллин, мәҫәлән, япон (1905) һуғышынан ҡайтҡас, Троицк, Ырымбур, Ҡаһирә мәҙрәсәләрендә белем алып, Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыта, тиҫтәнән ашыу дини китап яҙа. Уның тураһында үткән быуаттың 60-сы йылдарында Мәсетле районының хәрби комиссары булып эшләгән майор Дауыт Сәғитов та материалдар туплаған.
Сафа тауынан ҡараһаң, Ҡошсо ырыуының боронғо башҡорт ауылы Оло Ҡыҙылбай ус төбөндәге һымаҡ күренеп ята. Боролоп-боролоп аҡҡан Әй йылғаһы аръяғында, ҡуйы томан эсенән Теркеле ауылының өй ҡыйыҡтары күренә.
Беҙ тау түбәһендәге “Г” хәрефенә оҡшаш һәм яртылаш ергә батҡан мүкле һарыҡташтар эргәһенә килеп туҡтайбыҙ. Улар бында — етәү. Өсәүһе көнбайышҡа ҡарап теҙелгән, дүртәүһе төньяҡ-көнсығышҡа боролған. Ҡайһы бер таштарҙа тоноҡ яҙыуҙар ҙа төҫмөрләнә, ләкин улар ғәрәп хәрефтәренә оҡшамаған.
— Яҙмалар, — ти мулла, — беҙҙең яҡҡа ислам дине килеп еткәнгә тиклем үк уйып яҙылған һәм уларҙы әлегә тиклем бер кем дә уҡый алғаны юҡ. Был таштар мәжүсилек осорона ҡарай, ахыры (уны икенсе төрлө “шаманлыҡ” тип тә атағандар). Заманында был тәңрегә табыныу, ғибәҙәт ҡылыу, йыйын урыны булған, күрәһең, тип һөйләй торғайны Бикбулат бабайым. Ә теге таш өҫтөндә, — ул башҡаларҙан бер башҡа ҡалҡып торған ҙур ғына һарыҡташҡа күрһәтә, — ҡорбан салғандар, тәңренән ямғыр һорап доға ҡылғандар, ҡатын-ҡыҙ ҡарға туйын үткәргән. Ир-ат унда ҡатнашмаған. Элекке “Мәсәғүт” совхозының алдынғы быҙау ҡараусыһы, II һәм III дәрәжә Хеҙмәт даны ордендары кавалеры Клара Хөснуллина ошо таштар араһына аҡ кейемле әруахтарҙың кереп юғалыуын күрҙем, мәрхүмә Йәмилә апайым да шунда инеп китте, тип һөйләгәйне миңә бер саҡ.
Рәүиз мулла менән таштарҙан аҫҡа һуҙылған һәм ҡуйы үлән баҫҡан тар ғына һуҡмаҡтан түбән атлайбыҙ. Шуныһы ғәжәп: һуҡмаҡ ситендә үлән һирәк-һаяҡ ҡына.
— Был һуҡмаҡтың да үҙенә күрә сере бар. — Имам хатип йәнә һөйләп алып китте. — Ҡыш етеп, ҡар яуғас, был һуҡмаҡта ҡар ятмай, ирей ҙә ҡуя, ирей ҙә ҡуя. Тик декабрь урталарында, ҡыш үҙ көсөнә тамам ингәс кенә, ҡарға күмелә. Һуҡмаҡ үҙе иһә тау аҫтындағы боронғо ҡойоға барып терәлә. Ҡасандыр эре таштар менән буралған тәрән, һалҡын, саф һыулы ҡойо бөтөн ауылдың һыуһынын ҡандырған. Изге, шифалы һыуҙы тирә-яҡ ауылдарҙан да килеп алғандар. Хәҙер ул емерек, онотолған. Тергеҙергә ине лә, кем ярҙам ҡулын һуҙыр тиһең? Ғөмүмән, минең әле һөйләгәндәр, күптәр уға ышанмаһа ла, әллә ни яңылыҡ түгел. Мәжүсилек, йәғни “шаманлыҡ”, тураһында Әхмәтзәки Вәлидиҙең арҡаҙашы Абдулхалиҡ Инан (Фәтхелҡадир Сөләймәнов) та һүҙен әйтеп ҡалдырған. Уның “Шаманизм тарихта һәм бөгөн” тигән китабында шул хаҡта бәйән ителә.
Бәй, ул китап миндә лә бар бит! Оло Ҡыҙылбайҙан ҡайтыу менән кәштәмдә торған китапты ҡулыма алдым. Тәүҙә баҫма 1954 йылда Төркиәлә донъя күрә. 1998 йылда күренекле башҡорт философы, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, профессор Дамир Вәлиев мөхәррирлегендә Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылып сыға. Ошо китабы менән Абдулҡадир Инан төрки халыҡтары араһында тәүгеләрҙән булып ислам дине ҡабул ителгәнгә тиклем йәшәп килгән шаманлыҡты, йәғни мәжүсилекте, тикшерә. Үҙенең китабында ул Рәүиз мулла телгә алған ҡарға туйы йолаһындағы ямғыр саҡырыу, ҡорбан салыу, шаманлыҡтан ҡалған башҡа йолалар тураһында ла яҙа. Китаптың “Яза ташы һәм ямғыр тамсылары” тигән бүлегендә былай ти: “Төрки халыҡтарына бөйөк Тәңре “яда” (жада, аят, йәғни тура юл, бөйөк булыу, дөрөҫлөк, уңыш тигән һүҙ) исемле бер сихри таш бүләк иткән һәм улар ошо таштың мөғжизәле көсө менән теләгән саҡта ямғыр, кәрәк икән, ҡарҙы тултырып яуҙыра алғандар, буран сығарғандар. Был таш һәр заман ҡамдарының (дини йола, им-том башҡара торған кеше, икенсе төрлө әйткәндә, шаман, сихырсы, бағымсы, күрәҙәсе. Айырма шунда: шаман — тунгус-маньчжур һүҙе, беҙҙә мәжүси тип йөрөтөлә. Мәғәнәләре бер үк. — Р.Х.) бөйөк төрки ҡәбилә-ырыу башлыҡтарының ҡулында булған”.
Тимәк, Оло Ҡыҙылбайҙағы ете таш теҙмәһе лә шаманлыҡ (мәжүсилек) осоронан ҡалған һәм ниндәйҙер тылсым көсөнә эйә. Был да үҙенә күрә мөғжизә, тик уны археологтар, этнологтар, лексикологтар ентекләп тикшерһен, үҙ хөкөмөн сығарһын ине.
Оло Ҡыҙылбайҙа саҡта Рәүиз мулла эйәге менән генә көнбайышҡа ишаралап былай тигәйне:
— Ана тегендә, бынан бер саҡрым тирәһендә, дүрт эре ташты ҡушып эшләнгән христиан тәреһе тора. Хәтеремдә, һуғыштан һуңғы йылдарҙа уның янында күрше Дыуан районының Яраҫтау ауылынан биш мәрйә ҡыҙы килеп ғибәҙәт ҡылып йөрөр ине, һәр йылдың 2 июлендә, урыҫтарҙың “Царев день” тигән йола байрамында ошо таш тәре эргәһенә күмәкләп киләләр, доға уҡыйҙар, суҡыналар. Егет ҡорона инеп, шофер булып эшләгәндә, түҙмәнем, бер саҡ рейстан ҡайтышлай Яраҫтау сиркәүенә һуғылдым, ләкин юлым уңманы, сиркәүҙә был тәренең ҡасан, кемгә ҡуйылғанлығын белмәйҙәр, ә боронғо архивтары янған. Шулай ҙа теге мәрйә ҡыҙҙарын эҙләп таптым. Хәҙер улар әбей булғайны инде. “За кого молились, не знаем, только знаем, что этот крест установлен Святым”, — тине улар. Быны ла асыҡларға кәрәк ине, — тип тамамланы һүҙен мулла.
Рәүиз Сөнәғәтуллиндың һөйләүенсә, Оло Ҡыҙылбайҙан 10 саҡрымдай алыҫлыҡта, Әй буйында “Өн таш” тигән мәмерйә бар икән. Ул әлегә тиклем тикшерелмәгән, сөнки спелеологтар ҙа, археологтар ҙа ул хаҡта белмәй. Элек ҡарттар, ул мәмерйәгә ат ҡараҡтары инеп йөрөгән, шунда йәшәгән, тип әйтә торғайны. Хәҙер унда тар арауыҡ ҡына ҡалған. Уның да үҙенә күрә тарихы булырға тейеш.
(Аҙағы. Башы 242 - 243-сө һандарҙа).
Ризван ХАЖИЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872