Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Еңеүселәр кем?
"Ғаилә ҡото — тормош һуты" ижади бәйгеһенә йомғаҡ яһалды

Ғаилә — үҙенең ҡанундары, йолалары һәм абруйлы ағзалары булған бер дәүләт. Уның ныҡлығы, берҙәмлеге ил ҡеүәтен билдәләй.

2012 йылдың республикабыҙ Президенты тарафынан Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителеүенә бәйле уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырыу, әсәлеккә, балалыҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡыйыу яҡтыртыу, авторҙар менән бәйләнеште нығытыу маҡсатында яңы ижади бәйге ойошторғайныҡ. "Ғаилә ҡото — тормош һуты" тип аталған конкурс йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә берҙәй йәлеп итте.
Билдәле булыуынса, халыҡты һаҡлау, йәшәү сифатын яҡшыртыу, сәләмәтлекте хәстәрләү һәр саҡ дәүләт сәйәсәтенең үҙәгендә. Йылдың социаль сәйәсәттәге мөһим йүнәлештәрҙең береһенә арналыуы яңғырауыҡлы лозунг түгеллеген үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, күңелебеҙ менән тойоп ышандыҡ. Ышаныс тулыһынса аҡланды тиергә була: уҡыусыларыбыҙҙан тәрән йөкмәткеле, фәһемле мәҡәләләр, фотоһүрәттәр алдыҡ, уйландырырлыҡ, йөрәкте әрнетерлек күренештәр ҙә ситтә ҡалманы.
Ғаиләне яҡлау һәм ҡурсалауҙың дәүләт сәйәсәтендә иң өҫтөнлөклө, йәмғиәтте бер усҡа туплай алырлыҡ милли идея булырға һәләтлелеге беҙҙе ышандырҙы.
Ижади бәйгелә ҡатнашҡан, фекер тупларға ваҡыт табып, ҡулына ҡәләм алған, иҫтә ҡалырлыҡ мәҡәлә ебәргән һәр кемгә ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм рухи бәйләнештәрҙең артабан да дауам итеренә өмөтләнәбеҙ.
Конкурстың йомғаҡтары түбәндәгесә:
I урын — яҙыусы Гөлшат Әхмәтҡужинаға ("Мөхәббәт ҡанат йәйгән йорт", 153-сө һан);
II урын — Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылынан Флүрә Хәлиловаға ("Ғүмеркәйҙәр заяға уҙмаһын", 91-се һан);
III урын — Күгәрсен районының Төпсән ауылынан Миңнулла Әлимғоловҡа ("Баланы биләүҙән тәрбиәләү шарт", 135-се һан).
Конкурста еңеүселәргә аҡсалата премия, дипломдар тапшырыласаҡ.
Конкурс комиссияһы.

Ҡәләмгир

Һуңғы йылдарҙа матбуғатта аналитик яҙмаларҙың, тәнҡит мәҡәләләренең һирәк күренеүенә гәзит-журнал уҡыусылар ғына түгел, ҡәләм оҫталары, яҙыусылар ҙа ризаһыҙлыҡ белдерә.
Бөтәбеҙҙе борсоған һәм ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, көн ҡаҙағына һуҡҡан проблемаларҙы ҡыйыу яҡтыртыу, кешеләрҙең йәшәйешен ыңғай яҡҡа үҙгәртерлек яңы ниәттәр эҙләү ошо бушлыҡты бер аҙ тултыра, матбуғаттың халыҡ алдындағы абруйын, һүҙҙең бәҫен күтәрә алыр ине. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы, ошоларҙы күҙҙә тотоп, Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә “Ҡәләмгир” конкурсын иғлан иткәйне.
Конкурста танылған публицистар, журналистар, ҡәләм оҫталары менән бер рәттән башлап яҙыусылар, гәзит уҡыусылар ҙа ҡатнашты.
Әле ошо ижади бәйгегә йомғаҡ яһалды. Бына еңеүселәр:
I урын – Зөһрә Ҡотлогилдинаға – (“Беҙ белмәгән Америка” 2012 йыл, 25 апрель; “Яратылмай йәшәү – мәңге күңел өшөү”, 2012 йыл, 8 июнь) тигән мәҡәләләре өсөн;
II урын – Наил Ғәйетбаевҡа – (“Спектакль кем өсөн ҡуйыла?”, “Ике донъя – ике ҡараш” 2012 йыл, 9 – 11 сентябрь);
III урын – Хәлил Барлыбаевҡа – (“Беҙҙә намыҫһыҙлыҡҡа юл ҡуйылманы”, 2011 йыл, 15 ноябрь).
Авторҙарыбыҙҙы еңеү һәм Яңы йыл менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ҡәләмегеҙ һәр ваҡыт үткер булһын, ижад ҡомарығыҙ һүрелмәһен!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә