Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Киләһе йылда беҙҙе ни көтә?
Көнсығыш календары буйынса киләһе йыл 2013 йылдың 10 февралендә башлана. Ҡара Һыу Йыланы йылы тип атала ул – ҡаршылыҡлы, төрлө ваҡиғаларға бай осор. Финанс операциялары, инвестициялар һәм инновациялар өсөн уңышлы йыл, әммә уға өлгәшеү өсөн әүҙемлек менән бергә түҙемлек тә талап ителә. Фән һәм ижад өлкәһендә эшләгәндәр яңы бейеклектәрҙе яулаясаҡ.
Йылан – Инь энергияһы етәкселек иткән, ҡатын-ҡыҙ башланғысын аңлатҡан көслө билдә, төплө аҡыл, ғәҙеллек һәм көс кеүек һыҙаттарҙы сағылдыра. Һыу – уның стихияһы, әүҙемлекте, хәрәкәтсәнлекте, тормошто яҡшыртыуға ынтылышты билдәләй. Был йылда тыуған балалар бәхетле була, тормош һикәлтәләре аша еңел атлай.

Йылан (1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001)
Яҡшы ваҡиғалар көтә – шикләнмәгеҙ ҙә! Йыл батшабикәһенә – батшаларса йыл! Ғаиләгеҙ һеҙҙең өсөн өҙөлөп торор, балалар шатландырыр, дуҫтарығыҙ күңелегеҙҙе асыр, тоғро булыр. Уларҙың башланғыстарына, уй-кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ – уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Ҙур әйбер алып ҡыуанырһығыҙ, һөҙөмтәле сәйәхәт ҡылырһығыҙ. Бының өсөн көҙ миҙгеле ҡулай.
Иғтибар күп булыр, ихлас хис-тойғоларға ҡойонорһоғоҙ, хыялдар тулҡынында йөҙөрһөгөҙ – был ыңғай тәьҫиргә генә эйә буласаҡ. Ғаилә ҡороу өсөн ифрат шәп йыл. Үҙ йылығыҙҙың рәхәтен күрегеҙ, йыландар! Барыһы ла һеҙҙең өсөн!

Йылҡы (1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002)
Бизнес һәм карьера өсөн уңышлы осор килә. Ғөмүмән, Йылҡы йылында тыуғандар тыныс холоҡло, ығы-зығы яратмаған, айыҡ аҡыллы кешеләр, шуға ла улар был өлкәләрҙә ярайһы бейеклектәр яуларға һәләтле. Әммә был осорҙағы барлыҡ “роман”дар, мөхәббәт ғазаптары һөҙөмтәһеҙ булыр. Шуға күрә алға артыҡ ынтылмағыҙ, туҡтап, ял итеп алығыҙ. Быға тиклем булдырылған мөнәсәбәттәрҙе ҡәҙерләгеҙ. Иғтибарығыҙҙы эшкә йүнәлтегеҙ: бик тырышҡанда өс йыллыҡ һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Әгәр ҙә әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, аҡса һеҙгә йылға булып ағасаҡ. Эшегеҙгә ҡағылмаған сәйәхәттәр уңышлы булмаҡсы. Ваҡытлы мөнәсәбәттәр өсөн көйөп-янғансы, берәй сит илдең үҙенсәлектәре, мәҙәниәте менән танышығыҙ.

Кәзә (1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003)
Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырһығыҙ, кешеләр менән уртаҡ тел табырға өйрәнерһегеҙ, әһәмиәтле танышлыҡтар булдырырһығыҙ. Бигерәк тә был ижади Кәзәләргә ҡағыла: уларҙы күрерҙәр, алҡышларҙар, бәғзеләренә тос ҡына матди бүләк тә эләгер. Шәхси тормошта ла – ыңғай күренештәр. Әммә тәҡдимдәр күплегенән башығыҙ әйләнеп китмәһен. Һаҡ булығыҙ! Әгәр ҙә һеҙ никахлы кеше икән, яңы мөнәсәбәттәр шаяртыуҙан уҙмаһын, үҙ яртығыҙҙы эҙләйһегеҙ икән – һайларға өйрәнегеҙ. Һеҙҙең өсөн ҡаршылыҡлы йыл килә: үҙегеҙҙе яратығыҙ, ҡәҙерегеҙҙе белегеҙ, ул саҡта бер ниндәй ҙә проблемалар булмаясаҡ. Һаулығығыҙға таяна алаһығыҙ: бер тетрәнеү ҙә һеҙҙе ҡаҡшата алмаясаҡ.

Маймыл (1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004)

Йылан йылында йондоҙҙар Маймылдарға хеҙмәт уңыштары вәғәҙәләй. Ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, етеҙлектәре, өлгөрлөктәре мәсьәләне ыңғай хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк. Үҙ-үҙеңә ышаныу көсө юғары булғанға, Маймыл яңы эш асыу кеүек ҡатмарлы проблеманы ла хәл итә аласаҡ, элекке бурыстарын да тамамлап ҡуясаҡ. Еңеллек менән яңы таныштар, яҡлаусылар табасаҡ. Улар бөгөн үк кәрәк булмаһа ла, киләсәктә барыбер файҙаһы тейер. Йылан йылында матурлыҡҡа ғашиҡ Маймылдар коллекция йыйыуға тотонһа, бәғзеләр затлы автомобиль, зиннәтле йорт хужаһы буласаҡ. Мөхәббәттә лә уңыш йылмаясаҡ. Иң мөһиме – эш, карьера тип, ысын мөнәсәбәттәрҙе үткәреп ебәрмәҫкә. Юҡһа, киләһе йылда уларҙы тергеҙеү өсөн байтаҡ көс түгергә тура киләсәк. Ә мөхәббәт иғтибар итмәүҙе, оҙаҡ көттөрөүҙе кисермәй.

Әтәс (1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005)
Тынғыһыҙланырға тура килер: яңы бизнес-проекттар өсөн дәрт-дарман, яңы партнерҙар, фекерҙәштәр эҙләү талап ителә. Барыһын да үлсәп, уйлап эшләһәгеҙ, быйыл уҡ файҙаһын күрәсәкһегеҙ. Күсемһеҙ милеккә бәйле пландарығыҙ ҙа тормошҡа ашыр. Һаулыҡ йәһәтенән дә проблемалар булмаҫ. Тик шәхси фронтта хәлдәр хөртөрәк. Яҡындарығыҙ менән аралашҡанда “осло мөйөш”тәрҙе урап үтергә тырышығыҙ – ҡаршылыҡлы мәсьәләләр ул тиклем борсомаҫ. Балаларға иғтибарлы булығыҙ, улар хәстәрлек талап итә. Әйткәндәй, бәлки, быйыл ғаиләгеҙ артыр: игеҙәктәр тыуыуы ихтимал. Әгәр ҙә икенсе яртығыҙ юҡ икән – Йылан йылы уңыш вәғәҙә итмәй, киләһе йылды көтөгөҙ.

Эт (1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006)
Ҡәҙимге йыл: Йылан иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар, ҙур маҡсатҡа өлгәшеүҙәр вәғәҙәләмәй. Әммә әллә ни көйөнөрлөк хәл-хәбәрҙәр ҙә булмаҫ – барыһы ла үҙ яйы менән барыр. Йылан Эттән эшкә күберәк иғтибар бүлеүҙе талап итә. Белемегеҙҙе арттырығыҙ, икенсе юғары белем алығыҙ, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышығыҙ. Дәрт-дарманығыҙ әллә ни ташып бармаһа ла, ошо кимәлдән кәмемәҫкә тейеш: был кәйефегеҙҙе, үҙ-үҙегеҙҙе тотошоғоҙҙо билдәләр. Шәхси тормошта – тынлыҡ. Никахлыларҙың көндәре һәүетемсә ағыр. Ә яңғыҙ Эттәр икенсе яртыһын эҙләмәһен: яңы таныштар ҡыҙыҡһындырһа ла, мөнәсәбәттәр етди булмаҫ.

Сусҡа (1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007)

Тынғыһыҙ йыл! Хис-тойғоға бәйле хәлдәрҙә үтә иғтибарлы булығыҙ. Яҡындарығыҙҙың күңелен уйлағыҙ, һөйгәнегеҙҙә буштан-бушҡа көнләшеү тойғоһо уятырға тырышмағыҙ. Юҡһа, Йылан йылында яңғыҙ, “ярыҡ ялғаш эргәһендә” ултырып ҡалыуығыҙ ихтимал. Хәйер, телегеҙҙе тыя белмәү арҡаһында эштәге мөнәсәбәттәрҙе лә боҙоуығыҙ бар. Ғөмүмән, түбәндәге девиз урынлы: аҙ һөйләгеҙ, күп эшләгеҙ! Бәлки, үҙ бизнесығыҙҙы асып ебәрерһегеҙ, булғанын үҫтерерһегеҙ. Ялланып эшләүселәр иһә ҡыйыу рәүештә хеҙмәт хаҡын күтәреүҙе, үрләтеүҙе талап итә ала. Һаулығығыҙ ҙа көйҙөрмәҫ, әммә спортҡа иғтибар бүлегеҙ. Әйткәндәй, тап күберәк хәрәкәтләнеү һеҙҙе һөҙөмтәһеҙ мөхәббәт ғазаптарынан ҡотҡарыр.

Ҡомаҡ (1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008)

Һеҙҙең өсөн бик ҡатмарлы йыл килә, шуға ла ашығыс ҡарарҙар урынһыҙ. Ниндәй генә өлкәне алма, үҙгәрештәр уңыш вәғәҙә итмәй. Шуға ла өлгәшкәнде һаҡлап ҡалыу төп ынтылыш булырға тейеш. Мөхәббәттәге ышаныслы мөнәсәбәттәрҙе ваҡ-төйәк ығы-зығы, көнләшеү кеүек ғәмәлдәр менән ҡаҡшатмағыҙ, икенсе яртығыҙҙың дәғүәләренә йылылыҡ һәм аңлау менән яуап ҡайтарыу мөһим. Яңы партнер менән никахҡа инергә ашыҡмағыҙ, айырылышыуҙан һаҡ булығыҙ. Һаулыҡ мәсьәләһенә ҙур иғтибар талап ителә. Насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоғоҙ, сәләмәт тормош алып барығыҙ. Йылан йылы ял өсөн ҡулай: ҡыҙыҡлы төбәктәр буйлап сәйәхәт ҡылырға, шулай уҡ диңгеҙ ярында ҡомда ҡыҙынып ятырға мөмкин. Автомобилдә уҙышыуҙан, экстремаль спорт төрҙәренән һаҡ булығыҙ.

Үгеҙ (1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009)
Эшһөйәр Үгеҙгә Йылан уңыш вәғәҙә итә, бигерәк тә финанс һәм карьера өлкәләрендә. Әммә мөхәббәт, ғаилә мәсьәләләрендә – ҡаршылыҡтар. Үгеҙ билдәләгән ҡағиҙәләрҙе боҙорҙар, туғандар араларҙы өҙөр, балалар, хатта икенсе яртығыҙ ҙа һеҙҙе аңламай йонсор. Йылан Үгеҙгә һөжүмгә күсмәҫкә, иғтибарҙы йорт мәшәҡәттәренә йүнәлтергә кәңәш итә. Әйткәндәй, быйыл ошо билдә аҫтында тыуғандарға йондоҙҙар яңы йорт йә фатир вәғәҙә итә. Һаулыҡҡа иғтибар кәрәк. Бигерәк тә йөрәгегеҙҙе һәм билегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Фекерегеҙҙе уртаҡлашмаусылар күп булыр: яңы дошмандар булдырғансы, уларға иғтибар итмәйенсә, өндәшмәйенсә ҡалығыҙ.

Юлбарыҫ (1950, 1963, 1974, 1986, 1998, 2010)

Был билдә аҫтында тыуғандар йыл буйы үҙен уңайһыҙ тойор. Эске ҡаршылыҡ мыжыҡлыҡ һәм барыһына ла аҡыл өйрәтергә маташыу һымағыраҡ сағылыр. Һеҙҙе ауыр ҡабул итерҙәр, был аңлашылмаусанлыҡтарға алып килер (эшкә лә, шәхси тормошҡа ла ҡағыла). Проблемалар булыуын теләмәйһегеҙме? Үҙ-үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ, иғтибарығыҙҙы икенсе мәсьәләгә йүнәлтергә, күңел асырға өйрәнегеҙ. Ысынлап та, борсолорға, ҡәнәғәтһеҙләнергә урын да юҡ. Эшегеҙҙә – тотороҡлолоҡ, аҡсаны ла кәм алмаҫһығыҙ. Үҙегеҙҙе насар тойоу сиргә әүерелмәһен тиһәгеҙ, һаулыҡҡа күберәк иғтибар бүлеү мөһим.

Ҡуян (1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011)

Йылан йылы һеҙҙең өсөн тыныс үтер. Ҡуян белемен арттырыу менән мәшғүл булыр, яңы ерҙәр, илдәр, мәғлүмәттәр ҡыҙыҡһындырыр. Серле, ғәжәп яңылыҡтар, психологик алымдар һәм башҡа үҙенсәлекле юлдар аша ул үҙ-үҙен эҙләр. Бәғзеләре эш урынын алмаштырыр, төрлө яңы шөғөл менән мауығыр. Яңы дуҫтар, фекерҙәштәр барлыҡҡа килер. Мөхәббәттә уңыш көтә, бигерәк тә никахлыларҙы. Ғөмүмән, яҡшы йыл: нимәгә тотонһағыҙ ҙа, уңыш йылмайыр. Аҡса етерлек булыр, әммә “миллион”дар башҡаларҙың өлөшөнә яҙыр. Һеҙҙең уңыш алда әле!

Аждаһа (1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012)
2012 йылда башланған эште Йылан йылында ла дауам итерһегеҙ. Әммә ҡыҙып китмәгеҙ – һеҙҙең йыл үтте, артыҡ ҙур килем вәғәҙә иткән эштәр ҡәнәғәтлек һәм һөҙөмтә бирмәҫ. Шуға күрә һалынған юлдан һәүетемсә барғанығыҙ яҡшы. Тормошоғоҙ риза булмаҫлыҡмы ни? Мөхәббәттә Йылан һеҙгә тик ыңғай тойғолар, сағыу кисерештәр вәғәҙәләй. Яратҡан кешегеҙ ярты һүҙҙән аңлап торор. Сама белгәндә, ғишыҡ-мишыҡ уйнарға ла була, тик сикте үтеп китмәгеҙ. Йылан мажара ярата, әммә алйотлоҡто ене һөймәй, шуға күрә башығыҙҙы юғалтмағыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә