Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ваҡыт тигәнебеҙ аҡҡан һыу кеүек, күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Арабыҙҙағы оло йәштәге мөхтәрәм инәй-олатайҙар һаны ла көндән-көн кәмей. Улар — беҙҙең ҡәҙер-хөрмәткә иң лайыҡ кешеләр. Илебеҙ тарихында өлкән быуын вәкилдәре өлөшөнә төшкән ауырлыҡтар һанап бөткөһөҙ. Илеш районының Сәйетҡол ауылында йәшәүсе өләсәйем Мәүлиҙә Шәйхелислам ҡыҙы Рафиҡова — шундай үҙенсәлекле яҙмышлы кешеләрҙең береһе.
Оҙон ғүмер юлында күңел түрендә һаҡлап йөрөткән иң ҡәҙерле хәтирәләре менән йәшәй ул. Уларҙа үҙәктәрҙе өҙөрлөк етемлек тә, яңғыҙлыҡ әсеһе лә, балалар шатлығы ла бар.
Хөрмәт һәм һоҡланыу хистәре менән генә телгә алырҙай тыл һәм хеҙмәт ветераны, ҡәҙерле өләсәйем 1923 йылда Үрге Сереккүл ауылында Хәтимә менән Шәйхелислам Насретдиновтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Унан һуң бер-бер артлы йәнә биш бала тыуа. Ишле ғаилә татыу ғына көн күреп ятҡанда, ҡайғы килә — аталары мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Был ваҡытта өләсәйемә ни бары 12 йәш була. Тормош ҡыҙҙы үҙ арбаһына бик иртә егә, сөнки әсәһенә лә, кескәй туғандарына ла терәк-таяныс бит ул хәҙер! Донъя мәшәҡәттәре арҡаһында дүрт класс белем менән генә сикләнергә тура килә.
Тәүәккәллек, уңғанлыҡ кеүек сифаттарҙы үҙенә туплаған өләсәйем 1939 йылда Баҡалыла тракторсылар курсында уҡый һәм ең һыҙғанып эшкә тотона. Һуғыш йылдарында уны «тракторсы ҡыҙ Мәүлиҙә» тип йөрөтәләр. Өләсәйемдең ул ваҡытта «ауыҙлыҡлаған» тракторын бөгөнгө техника менән һис сағыштырып булмай. «Йомшаҡ ултырғысы ғына түгел, кабинаһы ла булманы. Тимер ултырғыста көндәр буйы эҫе ҡояшта ла, һалҡын елдә лә, ҡойма ямғырҙа ла эшләп йөрөргә тура килде инде, балаҡайым, — ти ул, хәтирәләргә бирелеп. — МТС тракторсыһы булғас, ҡайҙа тура килә, шунда — әле бер, әле икенсе ауылға — бараһың. Үрге Сереккүл, Этәй, Теләпән, Түбәнге Йәркәй, 5-6 участок (хәҙер Ибраһим ), Ҡыҙыл Байраҡ ауылдарында эшләргә тура килде». Баҫыуҙан ҡайһы саҡ йылмайып, ә ҡайһы саҡ илап та ҡайтып ингәне була өләсәйемдең. Трактор йөрөтөү ҡыҙҙар эше түгел шул.
Һуғыштан һуң хеҙмәт юлын Сәйетҡол ауылында дауам итә. Йәшлектәрен һуғыш урлаһа ла, ауыр эштән арып-талып ҡайтылһа ла, ауыл йәштәре моңайышып ултырмай — аралашалар, күңел асалар, киләсәккә маҡсат ҡоралар. Йәш, уңған, һылыу ҡыҙ Мәүлиҙәгә күҙ атыусы егеттәр күп була. Барлыҡ ғашиҡтар араһынан өләсәйем ошо ауыл егете Әҡсәнде һайлай. 1947 йылда ғаилә ҡоралар. Йәш килен Мәжит Ғафури исемендәге колхозда башмаҡ, сусҡа ҡарай, йәй баҫыуҙа сөгөлдөр утарға ла өлгөрә. Бынан тыш, олатайым менән бергә кирбес һуғалар, быйма баҫалар. Тормоштарын нурға күмеп, бер-бер артлы өс малай һәм дүрт ҡыҙ донъяға килә. Ҡайныһы Шәйхелимам менән ҡәйнәһе Фатима ла булдыҡлы, эшсән була. Улар ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итә. Ҡәҙерле кешеләрем үҙ көстәре менән яҡты, иркен йорт һалып инә. 53 йыл иңгә-иң терәшеп йәшәгән, шатлыҡтарҙы бүлешкән, ауырлыҡтарҙы бергә еңгән ғүмер юлдашы — олатайым Әҡсән Шәйхелимам улы 2000 йылда вафат була.
Тормош шулай ҡоролған: ғүмер уҙа, балалар үҫеп етеп, төрлө яҡҡа таралыша. Өләсәйемдең дә ҡәҙерләп үҫтергән балалары тормошта үҙ юлдарын тапты. Ул хәҙер кинйә улы Фәндис менән килене Венера тәрбиәһендә ғүмер кисерә. Улар әсәләренә иғтибарлы, ихтирамлы, хәстәрлекле. Мин дә, һеңлем Регина ла, атай-әсәйебеҙ өлгөһөндә тәрбиәләнеп, өләсәйебеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, ҡәҙерләп кенә торабыҙ. Туҡһан йәшкә етеп барыуына ҡарамаҫтан, ул бөгөн дә шат күңелле, һәр ваҡыт йылмайып һөйләшә, зарланырға яратмай. Үткәндәре менән ғорурланып, киләсәккә өмөт бағлап йәшәй. Һәр яңы тыуған көн, тыныс күк йөҙө – уның өсөн шатлыҡ. «Илдәребеҙ тыныс, тормошобоҙ имен булһын. Балаларыбыҙ берүк һуғыш афәттәре күрмәһен», — тип теләй ул.
Ҡәҙерле өләсәйем, һин – өйөбөҙ ҡояшы. Киләсәк көндәрең дә өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Хәйерле ҡартлыҡта ғүмер кисереп, йөҙ йәшкә лә етергә яҙһын һиңә!


Автор: Эльвира РАФИҠОВА, Ишҡар мәктәбенең XI класс уҡыусыһы. Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Илнар
    Илнар от 07.01.2013, 19:19
    Молодец!!!

  2. Лилия
    Лилия от 07.01.2013, 19:37
    молодчина!!!

  3. Расиля
    Расиля от 07.01.2013, 19:54
    Ты большая молодец!!!Статья ОООЧЧЧЕЕЕНННЬ понравилась, дальнейших тебе успехов!!!

  4. Заhит
    Заhит от 07.01.2013, 20:33
    Бик яхшы, Эльвира сенлекэш. Олэсэйнен тэрбиялэре эле дэ истэ, минем олэсэй дэ бик шаян, эшчэн hэм ихтирамлы кеше иде. Зур рэхмэт.

  5. Луиза
    Луиза от 07.01.2013, 20:34
    Умница!!!!!!!!!

  6. альбина
    альбина от 12.01.2013, 16:38
    Вот безнен якын эби боевая икэн!!! Эльвира молодец хорошая статься.

Комментарий өҫтәргә