Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылы хистәрҙе белдереп
* * *
Өләсәй! Был һүҙҙе ишеткәс, күбебеҙ яғымлы, һөйкөмлө, йомшаҡ ҡуллы ҡартәсәләрен күҙ алдына килтерәләр. Минеке лә ял көндәре ҡаланан ҡайтыуымды тәмле бәлештәр бешереп, ситтәрен кетерләтеп ҡоймаҡтар ҡойоп, билмәндәр яһап ҡаршы алыр ине. Иң бәләкәй ейәне булғанға шулай өлтөрәп торғандыр ул.
Сабый ғына сағымда әсәйем эшкә сыҡҡас, өләсәйем мине ҡарап ҡалған. Ҡыҙыҡлы әкиәттәре, йырлаған халыҡ йырҙары шул ваҡыттарҙың матур иҫтәлеге булып хәтергә уйылған. Өләсәйемдән тыуған ауылым тарихы тураһында ла күп мәғлүмәт белдем.
Бәләкәйҙән ул миңә кәңәшсе, ауыр саҡтарымда тыңлаусы булды. Шуның өсөн дә ҡәҙерлемде бик яратам.
Самат ДИНИСЛАМОВ,
ХI класс уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы,
Алексеевка ауылы.


* * *
Өләсәйем Мәрүәр Ибраһим ҡыҙы 1934 йылда Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында тыуған. Бала сағы ауыр заманға тура килә. Ғаиләләге өс баланан бер үҙе генә иҫән ҡала.
Ҡәҙерлебеҙ ун туғыҙ йәшендә ҡартайым Мөхәмәт Абдрахмановҡа кейәүгә сыға. Йәш ғаилә Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Дәүләтҡол ауылында төпләнә. Тормоштоң ҡайғы-хәсрәтенә, ел-дауылына бирешмәй, 48 йыл бергә йәшәп, алты баланы аяҡҡа баҫтыралар. Өләсәйем ауыл клубында ла, колхозда ла эшләгән. Ҡартайым шофер булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә уларҙың ғаиләһен дә урап үтмәй. Ҡартайым ҡапыл ныҡ ауырып китеп, түшәккә ята. Өләсәйем 27 йыл буйы эргәһенән китмәй, матур итеп тәрбиәләй. Балалары ла ярҙам итә. Ҡартайым 2000 йылда беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте. Барыбыҙ ҙа был ҡайғыны ауыр кисерҙек.
Өләсәйем, ҡәҙерле өләсәйем минең... Үҙең иҫән саҡта уҡ әллә ниндәй һәйкәлдәр ҡуйыр инем һиңә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һин дә яңыраҡ ҡына яҡты донъя менән хушлаштың. Беҙгә яғымлы тауышың, аҡыллы кәңәштәрең, йылы аштарыңдың тәме етмәй.
Альбина ӘЙҮПОВА,
ХI класс уҡыусыһы.
Ырымбур өлкәһе,
Төйлөгән районы,
Дәүләтҡол ауылы.


* * *
Өләсәйем Райхан Собханғолова Көйөргәҙе районының Яманғол ауылында тыуған. Яҡын кешем киң күңелле, хәстәрлекле булып иҫемдә ҡалған.
Насип олатайым менән өләсәйемдең бик яратып үҫтергән ун балаһы булған: дүрт малай, алты ҡыҙ. Татыу ғаилә матур, дуҫ йәшәгән. Ниндәй генә байрам булмаһын, олатайым менән өләсәйем сәхнә түренән төшмәгән — береһе гармунда уйнаһа, икенсеһе йырлаған. Шатлыҡ оҙаҡҡа бармаған. Олатайым фажиғәле һәләк булған. Яратҡан кешеһен юғалтыуҙы өләсәйем бик ауыр кисергән. Ун баланы аяҡҡа баҫтырыр өсөн фермаға һауынсы булып эшкә сыҡҡан. Әсәйем һәм инәйҙәрем өләсәйемә ярҙам итергә тырышҡан. Бер кешенең генә хеҙмәт хаҡы ун баланы ашатырға, кейендерергә етәме ни инде?! Улдары ла бик иртә комбайнға эшкә сыҡҡан, кинйә улы көтөү көткән. Шулай итеп, ғаилә саҡ күтәрелә башлай.
Йәмле йөй көндәрендә өләсәйемә ял итергә барыуҙарым иҫемдә. Өйө тәмле еҫтәр менән үҙенә тартып тора. Төп яҡҡа үтһәң, асыҡ төҫтәге сыбар балаҫтары күҙҙең яуын ала. Стеналағы рамда — туғандарыбыҙҙың фотоһүрәттәре. Өҫтәлендә — тәмле сәк-сәк, бәлеш, яңы айыртылған ҡаймаҡ. Күңелле ваҡыттар...
Ҡыш етмәҫ борон өләсәйем, алдан уҡ хәстәрләп, барыбыҙға ла йылы йомшаҡ бейәләй, ойоҡбаш, шарф бәйләп ҡуйыр ине. Ул әйберҙәрҙең йылыһы беҙҙе, балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен, ҡышҡы һалҡындарҙан ғына түгел, тормоштоң әсе, йән өшөткөс елдәренән һаман да ҡурсалап тора кеүек.
Өләсәйемдең үлеме бөтәбеҙ өсөн дә бик ауыр булды. Йыл һайын марттың егерме бишендә уны иҫкә алабыҙ, йыйылышып, аят уҡытабыҙ.
Изге күңелле өләсәйем үҙенән һуң яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдырған. Кеше ярҙам һорап, мөрәжәғәт итһә, бер ҙә ҡаршы килмәгән, "ваҡытым юҡ" тип ултырмаған.
Илүзә ИШБИРҘИНА,
ХI класс уҡыусыһы.
Ырымбур өлкәһе,
Төйлөгән районы,
Дәүләтҡол ауылы.


* * *
Алтын ҡуллы өләсәйем

Өләсәйем ҡулдары
Алтындан матурыраҡ.
Ҡәҙерләйем, яратам,
Һағынам уны һәр саҡ.
Бешергән аш-һыуҙарың
Телдәреңде йоторлоҡ.
Бәйләгән шәл-ойоғоң
Оло маҡтауға лайыҡ.
Һинең аҡыл-кәңәшең —
Үҙе беҙгә ҙур файҙа.
Бөтә ышанысыңды
Тырышырмын аҡларға.
Айҙар ХӘЛИТОВ,
IХ класс уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы,
Яҡшембәт ауылы.


* * *
Өләсәйемдең исеме — Латифа. Үҙенә 71 йәш тимәҫһең. Балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, кешеләрҙе яратыуы уны шулай йәшәртәлер, тим.
Һөйөклө кешем Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға өс ай тулған була. Аталары һуғышҡа китә, әсәләренең ҡулында береһенән-береһе бәләкәй биш бала ҡала. Туғандары менән бәләкәйҙән кирбес һуғып, көл һатып, кешеләргә тамаҡ хаҡына эшләп көн иткәндәр. Мәктәпкә йөрөргә йүнле кейемдәре лә булмаған. Өләсәйемдең һөйләүенсә, ҡайһы бер әҙәмдәр ул йылдарҙа берҙән-бер балаһын да приютҡа тапшырған, ә уларҙың әсәһе бындай аҙымға бармаған, ғаилә йылыһынан айырмаған.
Өләсәйем йәш сағында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Эшен бик яратып башҡара. Беҙҙе, дүрт ейән-ейәнсәрен, аҡыллы, яҡшы күңелле булырға өйрәтә, кешеләргә ярҙам итергә, насар һүҙҙәр менән йәберләмәҫкә, яман эштәрҙән ситтә торорға ҡуша.
Айгөл ЯҠУПОВА,
IХ класс уҡыусыһы.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.


* * *
Оҙаҡ йәшә, өләсәй

Өләсәйем Мәйсәрә
Тәмле итеп бешерә.
Ҡулдары уның оҫта —
Күп эштәр эшләй белә.
Өләсәйем яғымлы,
Өләсәйем егәрле,
Өләсәйем һөйкөмлө,
Өләсәйем ҡәҙерле.
Ожмах ҡошо кеүекһең,
Ҡояш нурына тиңһең
Оҙаҡ йәшә, өләсәй,
Ғүмергә ҡайғы күрмәй.
Эльвира АҘНАБАЕВА,
IХ класс уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы.


* * *
Өләсәйем алдында бик бурыслымын. Ул миңә ҙур хазина — туған телемде бүләк иткән. Аңлатып китәйем. Атайым — урыҫ, әсәйем — башҡорт. Мин Молокан исемле урыҫ ауылында тыуғанмын. Шулай булһа ла, башҡорт телен яҡшы беләм. Әсәйем эшкә сыҡҡас, ике йәштән өләсәйемдә йәшәгәнмен тиһәм дә була. Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың, тигәндәй, телем әсәм теле менән асылған. Әле лә, Аллаға шөкөр, яҡын кешеләремдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, башҡорт теленән "дүртле" һәм "бишле" билдәләренә генә уҡыйым.
Өләсәйем Разия Ғимран ҡыҙы Әбдрәхимова Ҡунаҡбай ауылына килен булып төшкәне бирле егәрлелеге менән береһенә лә ал бирмәй. Йәш ваҡытында "Алтын башаҡ" колхозында һауынсы булып эшләй. Хеҙмәт алдынғыһы булып таныла, күп миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары бар.
Диана ЕНИКЕЕВА,
IХ класс уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы,
Молокан ауылы.


* * *
Иң яратҡан кешем — өләсәйем. Исеме — Венера, ауылдаштары Миңнур тип өндәшә. Белеүемсә, беҙҙең башҡорт халҡында кешенең ҙур миңе аҙып китмәһен өсөн исеменә "миң" һүҙен өҫтәгәндәр.
Ялдарҙа яҡын кешем янында булырға тырышам. Уның ниндәйҙер сихри көсө миңә дәрт-дарман өҫтәй. Өләсәйем дә беҙҙең менән булғанда йәшәреп, күңелләнеп китә, йыйырсыҡтары яҙылғандай тойола. Ул миңә ойоҡ, бейәләй бәйләргә, икмәк һалырға өйрәтте. Киләсәк тормошта быларҙың, һис шикһеҙ, кәрәге тейәсәк әле. Өләсәйем мине иман юлына баҫтырҙы: доғалар, сүрәләрен өйрәтә.
Ҡәҙерле өләсәйем! Һинең йылы ҡулдарыңды, йомшаҡ сәстәреңде, хатта битеңдәге йыйырсыҡтарыңды ла бик һағынам.
Линара ҠОРМАНАЕВА,
IХ класс уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы,
Алексеевка ауылы.


* * *
Беҙҙең ауылда яҡшы күңелле өләсәйҙәр күп. Шулар араһында минең өләсәйем дә бар. Фәрхәнә Сәйфетдин ҡыҙын мәктәпте тамамлағандан һуң Ейәнсура районының Ибрай ауылына уҡытыусып итеп ебәрәләр. Шул ваҡытта ҡартайым Фәтхулла Сәфиулла улы менән танышып, уртаҡ донъя ҡоролар, өс балаға ғүмер бүләк итәләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡартайым 42 йәшендә генә гүр эйәһе була. Яңғыҙы ҡалыуына ҡарамаҫтан, өләсәйем балаларын аяҡҡа баҫтыра. Ире вафат булғас, тыуған ауылы Үргенгә ҡайта һәм оҙаҡ йылдар үҙ әсәһен ҡарай. Ҡарт өләсәйем Сафия уның ҡулында 90 йәшен ҡыуғанда вафат була.
Тормош ауырлыҡтары күпме генә һынамаһын, өләсәйем бер ваҡытта ла бөгөлөп төшмәне. Руция һәм Әлиә ҡыҙҙарының дүрт малайына яғымлы, хәстәрлекле, иғтибарлы өләсәй ул. Бала сағым күберәк ауылда үтте, шуға өләсәйемә рәхмәтлемен. Хужалыҡ эшенә лә ул өйрәтте, ауыл йолаларына, туғандарға тоғро булырға, уларҙы хөрмәт итергә өйрәткән дә шул өләсәйем булды. Ул шундай һәйбәт кеше, бар ерҙә — көтөп алынған ҡунаҡ. Өләсәйем менән донъялар йәмле.
Йәйге каникулда бергә еләккә йөрөүҙәр хәтергә уйылып ҡалған. Ул яҡындағы тауҙарҙың, шишмәләрҙең тарихын һөйләй, мин барыһын да күңелемә һеңдерә барам. Кисен әле генә йыйылған еләктән бешергән хуш еҫле бәлеше өҫтәлдә урын ала...
Өләсәйем аш оҫтаһы ғына түгел, матур итеп бәйләй ҙә белә: биҙәкле шәлдәр, нәзәкәтле түшәктәр, ул һуҡҡан бәләкәй генә балаҫтар күҙҙең яуын ала. Инде үҫә төшһәм дә, өләсәйемдең яғымлы ҡарашын, иркә ҡулдарының наҙын тоям. Ошо һөйөү, ошо хәстәрлегең өсөн ҙур рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем.
Айҙар ДАУЫТОВ,
IХ класс уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә