Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етемлеккә бирешмәгән
Өләсәйем Маһира Абдулла ҡыҙы Йәркәева Учалы районының Ҡотой ауылында йәшәй. Ул бала сағын һөйләһә, күҙҙәргә йәш эркелә.
Ейәнсура районының Аҡдәүләт ауылында дүртенсе бала булып донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы фронтҡа китә. Күп тә үтмәй, ҡаты ауырып ятҡан әсәһе вафат була, бәләкәй һеңлеһе лә ҡыҙылсанан үлеп ҡала. "Зыяраттан ҡайтҡанда илай-илай еләк ашағаным күҙ алдымда", — ти өләсәй. Уны Үрген ауылындағы балалар йортона тапшыралар.
Аслыҡ, яланғаслыҡ көслө була. "Бер бүлмәлә йәшәгән егерме ике ҡыҙға бер пар ғына туфли бар ине", — тип хәтерләй ул. Өҫтәрендә кейем булмағас, мәктәпкә лә йөрөй алмайҙар. Кешеләрҙән кейем-һалым йыйып, шуларҙы йүнәтеп кейәләр һәм мәктәпкә уҡырға төшәләр. IV кластан һуң яҡшы уҡығандарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Ленин исемендәге 2-се балалар йортона ебәрәләр. Шулай итеп, өләсәйем ҡала ҡыҙына әйләнә. Унынсы кластан һуң Стәрлетамаҡтың уҡытыусылар әҙерләү институтында уҡый. 1955 йылда диплом алып, йүнәлтмә буйынса Учалы районының Ҡотой мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә килә. Ошо ауыл егете — олатайым Ғәлимйән Баһауетдин улы Ғиләжев менән бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң туғыҙ бала тәрбиәләгән татыу, ҙур ғаиләгә килен булып төшә.
Ауыл тормошон белмәгән өләсәйем ул саҡтарҙы иҫләй ҙә йә илай, йә көлә. Нисек итеп йүшкәһен асмай мейес яҡҡанын, һыйыр һауырҙан алда кәзә һауырға өйрәнгәнен һөйләп ала.
Олатайым менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Ете ейәне, ике ейәнсәре, бер бүләсәре һәм биш бүләһе бар. Шуныһы йәл: оҙаҡ ауырығандан һуң олатай бынан биш йыл элек беҙҙе ҡалдырып китте.
Һоҡланғыс кеше ул өләсәйем. Үҙ аллы ғәрәп хәрефтәрен өйрәнеп, хәҙер изге "Ҡөрьән"де ғәрәпсә уҡып ултыра. Доғаларҙы ятлап алды. Ауылдаштары уны аятҡа саҡыра. Тағы ла дарыу үләндәренең исемен белә. Йәй уларҙы күп итеп йыя, киптерә, аҙаҡ балаларына, ауылдаштарына тарата.
Баҡсаһын ҡарап, бында егәрле йәш ғаилә йәшәй, тип уйларға була, сөнки йыл һайын ҡапҡа алды төрлө-төрлө сәскәгә күмелә. Буш ваҡыты булһа, ҡулына бәйләм ала. Йөн иләп, беҙгә йылы ойоҡбаш, бейәләй бәйләй. Төрлө төҫтәге ептәрҙән ырғаҡ менән бәйләнгән ултырғыс, диван ябыуҙары бигерәк матур килеп сыға. Тағы ла ейәндәренең туйҙарында ырғаҡ менән бәйләп аҡҡоштар бүләк итә. Үҙе яҙған шиғырын да уҡып ишеттерә:
Күҙ нурымды түгеп, көйләй-көйләй
Ике аҡҡаш һеҙгә бәйләнем,
Шул ҡоштарҙы бәйләгәндә һеҙгә
Аҡҡош мөхәббәте теләнем.
Быйылғы йәй өләсәйем өсөн иҫтәлекле булды. Атайым, әсәйем, апайым һәм мин өләсәйемде тыуған яғына алып ҡайттыҡ. Унда 84 йәшлек бер туған апаһы — Мәрзиә өләсәйем, Фәтҡулла олатайым йәшәй. Өләсәйемдең нисек шатланғанын күрһәгеҙ икән! Юл буйы бала сағын һөйләп барҙы. Һуңғы тапҡыр биш йыл элек барған булған. Өләсәйҙе мауығып тыңлағас, ете сәғәтлек юл һиҙелмәй ҙә ҡалды. Сәй эсеп алғас, өләсәйҙәр матур кейенешеп, ауыл буйлап йөрөп килергә булды. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне уларҙың. Ейәнсура яҡтары матур икән. Беҙҙә, Учалыла, ҡайындар нәфис булһа, был яҡта йыуан-йыуан өйәнкеләр, пирамида кеүек тауҙар оҡшаны. Икенсе көн беҙ йоҡонан уянғанда өләсәйем тау башында йөрөй ине. Иртә менән зыяратҡа барып әсәһе, атаһы, вафат булған туғандары рухына аят уҡыған, мәтрүшкәләр йыйып алған, үҙе шундай шатланған. Ул беҙгә йәшәреп киткән һымаҡ булды. Ейәнсуранан ҡайтҡанда өләсәйем юл буйы рәхмәттәрен әйтеп, балаларына һаулыҡ, бәхет теләне.
Һәр ялым, каникулым өләсәйем янында үтә. Атайым, бабайҙарым, ағайҙарым менән йорт-ҡураны матурлайбыҙ. Быйыл һарайҙы яңырттыҡ, баҡсаға ҡурай еләге ултырттыҡ.
Өләсәйем беҙҙе һәр саҡ тәртипле булырға, ололарҙы хөрмәтләргә, ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫкә, тура һүҙле, ғәҙел, ярҙамсыл булырға өйрәтә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. гилажев
    гилажев от 28.12.2012, 12:20
    молодец Загир!

    Братишка!!!молодец,я горжусь тобой,у кого есть история - у того есть и будующее,надеюсь на этом не остановишься

  2. Гилажев Ильнур
    Гилажев Ильнур от 30.12.2012, 10:00
    молодец Братишка!

  3. Читатель
    Читатель от 30.12.2012, 21:34
    Молодец!!!

  4. Алина
    Алина от 05.01.2013, 19:59
    Загир, ты молодец! Историю нужно знать, а историю своих родственников, близких тем более. Спасибо тебе, что принял участие в этом конкурсе. Теперь и мы знаем историю жизни бабушки Магиры.






Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр 08.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр...

Тотош уҡырға 17

Йәйҙең һуңғы ял көндәрендә Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола

Йәйҙең һуңғы ял көндәрендә Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола 08.08.2025 // Йәмғиәт

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында һөт ризыҡтары фестивале 2011 йылдан үткәрелә....

Тотош уҡырға 19

Өфө үҙәгендә 15 сентябргә тиклем хәрәкәт сикләнә

Өфө үҙәгендә 15 сентябргә тиклем хәрәкәт сикләнә 08.08.2025 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Цюрупа һәм Коммунистик урамдары төҙөкләндерелә....

Тотош уҡырға 17

Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы башлығы Марат Заһиҙуллин менән осрашты

Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы башлығы Марат Заһиҙуллин менән осрашты 08.08.2025 // Йәмғиәт

Осрашыуҙа МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, муниципалитеттың...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостанда ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана
8 августа көслө магнит дауылы көтөлә

8 августа көслө магнит дауылы көтөлә 07.08.2025 // Йәмғиәт

8 августа көслө магнит дауылы көтөлә...

Тотош уҡырға 23

Радий Хәбиров республикалағы «Беренселәр хәрәкәте» активистары менән осрашты

Радий Хәбиров республикалағы «Беренселәр хәрәкәте» активистары менән осрашты 06.08.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров республикалағы «Беренселәр хәрәкәте» активистары менән осрашты...

Тотош уҡырға 25

Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла

Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла 06.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла...

Тотош уҡырға 28

Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде

Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде 06.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде...

Тотош уҡырға 25

Башҡортостанда инвалидтар өсөн реабилитация мөмкинлектәре киңәйә

Башҡортостанда инвалидтар өсөн реабилитация мөмкинлектәре киңәйә 06.08.2025 // Йәмғиәт

Көҙгө сессияла Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында...

Тотош уҡырға 29

Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты

Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты 06.08.2025 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты...

Тотош уҡырға 24

Башҡортостанда сираттағы республика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡортостанда сираттағы республика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды 05.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Гранттарының икенсе конкурсына 346 ғариза тапшырылған, коммерцияға ҡарамаған...

Тотош уҡырға 55