Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бөйөк еңеүҙә башҡорттарҙың да өлөшө ҙур”
Рәсәй тарихы йылы тамамлана. Ул илебеҙҙең дөйөм яҙмышына арналһа ла, 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыу иғтибар үҙәгендә торҙо. Йылды лайыҡлы үткәреүгә күптәр үҙ өлөшөн индерҙе. Тарихсылар, яҙыусылар, журналистар, скульпторҙар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар — бөтәһе лә тырышты. Хәҙер иһә йылға йомғаҡ яһарға ваҡыт. Ошо маҡсатта редакцияға йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, хәрби-тарихи реконструкторҙарҙы, тарихсыларҙы саҡырып, “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙек.
Һеҙгә ҡунаҡтарҙы тәҡдим итәбеҙ: Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин; Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты, “Өфө пехота полкы” клубы етәксеһе Рәмил Рәхимов; әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, рәссам-педагог, республиканың Хәрби Дан музейы хеҙмәткәре, “Төньяҡ амурҙары” клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов; Дәүләкән районында тыуып үҫеп, хәҙер Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәүсе запастағы подполковник, һуғыш ветераны, журналист һәм яҙыусы Мәхмүт Сәлимов; Мәскәү ҡалаһынан “Ҡара диңгеҙ казактары лейб-гвардияһы” клубы ағзаһы Алексей Орешков.

Даян Мәжитов: Хөрмәтле ҡунаҡтар, бөгөн беҙ башҡорт халҡының Ватан һуғышындағы еңеүгә индергән өлөшө һәм ошо ваҡиғаның юбилейын билдәләү мәсьәләләре хаҡында һөйләшмәксебеҙ. Ғөмүмән, Рәсәй тарихы йылын лайыҡлы үткәрә алдыҡмы? Тағы ниҙәр эшләргә мөмкин ине? Тарихсылар, яҙыусылар, журналистар, скульпторҙар ниндәй өлкәләрҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырҙы?
Рәмил Рәхимов: 1812 йылғы һуғыш темаһы бик киң. Юбилей саралары бөтә ил буйынса киң ҡоласлы үткәрелде. Башҡортостан Президенты Указына ярашлы, республикала ла махсус программалар раҫланды, байрам тантаналары ойошторолдо. Башҡарылған эштең күләме ҙур. Тәү сиратта бик күп тарихи мәғлүмәт, күргәҙмә материал баҫылып сығыуын әйтергә кәрәк. Мәҫәлән, архив документтары йыйынтығы, календарҙар, альбомдар нәшер ителде, Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романы яңынан донъя күрҙе. Бәләкәй балаларҙы ла онотманыҡ: уларға буяу өсөн махсус рәсем китаптары сыҡты. Дөйөм алғанда, Ватан һуғышына арнап, нәшриәт продукцияһының бөтөн теҙмәһе эшләнде. Минеңсә, был — бик етди хеҙмәт, тарихты мәңгеләштереүгә ҙур өлөш. “Төньяҡ амурҙары”на әле һәйкәл дә әҙерләнә, уны Ковальчук фамилиялы скульптор эшләй. Йыл аҙағында, һис юғында киләһе йыл баштарында объект асылыр тип көтәбеҙ.
Өфөлә республика Хөкүмәте ярҙамы менән халыҡ-ара кимәлдәге конференция булды, уның программаһына ярашлы, Ҡырмыҫҡалы районында театрлаштырылған тамаша, хәрби-тарихи реконструкция эшләнде. Сараға илдең байтаҡ төбәгенән, шул иҫәптән Татарстан, Һамар, Мәскәү яҡтарынан реконструкция клубтары килгәйне. Үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы эш ул — тарихи ваҡиғаларҙы тамаша рәүешендә ысынбарлыҡҡа оҡшатып күрһәтеү. Башҡортостанда бындай фестиваль тәүге тапҡыр уҙғарылды һәм бик йылы ҡабул ителде.
Республика журналистары Рәсәй тарихы йылын матбуғатта, телевидение һәм радио аша яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашты, халыҡты хәҡиҡәт менән таныштырҙы. Республика Хөкүмәтенең ваҡытында ярҙам күрһәтеүе арҡаһында беҙҙең хәрби-тарихи клубтар Бородино яланында уҙғарылған реконструкцияла ҡатнашып ҡайтты, Вохнала, Малоярославецта, шулай уҡ сит илдәрҙә ошо маҡсатта ойошторолған фестивалдәрҙә лә сығыш яһаны.
Күреүегеҙсә, аҙ эшләнмәне. Һәр хәлдә, республика Хөкүмәте раҫлаған программалағы бурыстарҙың бөтәһе лә тормошҡа ашырылды тип әйтергә була. Әлбиттә, сара үтеп киткәс, “яҡшыраҡ эшләргә, тегеләй йә былай итергә кәрәк ине”, тигән һүҙҙәр килеп сыҡҡылай.
— Һәр хәлдә, хәтер эше дөрөҫ башҡарылдымы?
Рәмил Рәхимов: Һуғыш, тарихи ваҡиғалар тураһындағы хәтерҙең өс йүнәлеше бар. Беренсенән, ғилми йүнәлеш — төрлө конференциялар, документтар йыйынтыҡтары, ғилми статьялар. Бының менән профессиональ тарихсылар шөғөлләнергә тейеш. Улар уҡыусыларға, уҡытыусыларға, башҡа ғалимдарға уйланыр өсөн ем бирә.
Икенсеһе — реконструкция хәрәкәте. Ул Рәсәйҙә уңышлы үҫә, шул иҫәптән Башҡортостан да әүҙем килеп ҡушылды. Тарихты үҙенсә бер алым менән ҡылыҡһырлай. Унда ҡатнашыусылар махсус костюмдар, шул осорҙоң кейемдәрен тегә, дәүерҙе, мөхитте нисек бар, шулай күрһәтергә тырыша. Реконструкция барышын ҡарау халыҡ өсөн дә ҡыҙыҡ, яланға килеп үҙ күҙҙәре менән күрергә теләүселәр һаны артҡандан-арта. Кавалерия саба, пушкалар ата, пехота һөжүмгә сыға... Һәм быларҙың барыһы ла телевизор аша түгел, ә күҙ алдыңда бара. Европала реконструкция хәрәкәте электән үҫешкән. Хәҙер беҙҙә лә популярлаша, йылдан-йыл ҡатнашырға теләүселәр арта. Йүнәлештең уңышлы яғы шунда: бында йәштәр ҙур теләк менән ылыға һәм шуның менән бергә тарихыбыҙҙы ла тәрән өйрәнә. Китаптан уҡып таныу ул — бер, ә үҙең ултырып костюм теккәндә, һәр төймәнең тарихын белгәндә, бөтөнләй икенсе ҡараш тыуа.
Өсөнсө йүнәлеш — тарихи хәтер. Уны ике өлөшкә бүлеп ҡарарға була. Тәүгеһе халыҡ хәтере — фольклор, йырҙар, легендалар, мифтар аша килеп еткән. Ул электән халыҡта йәшәй, телдән-телгә күсеп һаҡлана. Икенсеһе, тарихи ваҡиға тураһында философик йәһәттән фекер йөрөтөү. Бында яҙыусылар, журналистар, публицистар майҙанға сыға. Улар теге йәки был ваҡиғаға бөгөнгө заман позицияһынан ҡарай. Мифҡа ла урын ҡала. Эйе, мифтың да йәшәргә хоҡуғы бар. Ул ысынбарлыҡта тормошҡа ашмаһа ла, башҡа һыйырлыҡ факттарға нигеҙләнергә тейеш. Иң мөһиме — миф абсурдҡа әйләнергә тейеш түгел.
Рәсәй кимәлендә абсурдҡа әйләнгән уңышһыҙ миҫалдар бар. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына төшөрөлгән “Поручик Ржевский” фильмы. Ысын мәғәнәһендә мыҫҡыл итеү тип ҡабул итәм мин уны. Айырыуса юбилей йылында күрһәтеү — оятһыҙлыҡ. Имеш, йәштәр ихтыяжынан сығып төшөрөлгән. Юҡ. Хәҙер йәштәр аңра түгел, фильмдың шул тиклем мәғәнәһеҙ икәнлеген аңлай һәм ҡабул итмәй. Тағы бер миҫал — “Уланская баллада”, ул да 1812 йылғы һуғышты ахмаҡлыҡҡа әйләндерә. Ә бит тема буйынса бихисап ҡыҙыҡлы фильмдар төшөрөргә, романдар яҙырға мөмкин. Әле киң йәмәғәтселеккә сығарылмаған факттар, ваҡиғалар етәрлек. Уларҙа халыҡтың героизмы, бөгөн башҡа ла һыйҙырып булмаҫлыҡ батырлыҡтары бар. Мәҫәлән, Ырымбур драгун полкы поручигы Соколов тураһында ғына ла бынамын тигән фильм төшөрөрлөк. Ул, крәҫтиән ҡатыны күлдәген кейеп, ауыл халҡы менән бергә француз лагеры аша үткән, барыһын да ҡараған һәм уларҙың йомшаҡ яҡтарын асыҡлаған. Ысын боевик төшөрөрлөк!
1812 йылғы Ватан һуғышын өйрәнгәндә мифологияға таянып, дөрөҫ булмаған фекер йөрөтөүселәр ҙә юҡ түгел. Һүҙ Лев Толстойҙың “Һуғыш һәм солох” романы хаҡында. Донъя кимәлендәге нәфис әҙәбиәт шедевры, бынамын тигән фәлсәфәүи роман. Әммә тарихты уның буйынса өйрәнергә тырышҡандар хаталана. Шулай уҡ күптәргә таныш булған, 60-сы йылдарҙа төшөрөлгән “Гусарская баллада” музыкаль фильмы ла һуғыш тураһында икенсе ҡараш тыуҙыра. Бик һәйбәт фильм, тик уны ҡарағандан һуң, әйтерһең, һуғыш булмаған, ә ни бары гусарҙар мажараларға тарып, шаярып-көлөп кенә йөрөгән. Һуғыштың бөтөн ҡурҡынысы водевилгә әйләнгән дә ҡуйған. Бынан китергә кәрәк. Шуны аңлағыҙ: һуғыш ауыр булған, ул саҡта медицина үҫешмәгән. Ҡылыстан яраланған йәки пуля тейгән һалдатты һауыҡтырыу мөмкин булмаған, кеше ауыртыныуҙан йонсоп үлгән. Дарыуҙар юҡ осорҙа хатта ябай тымау тейеү ҙә үлем менән тамамланған. Бөгөн Наполеондың армияһы һыуыҡта өшөп еңелгән тиергә яраталар. Ә беҙҙекеләр өшөмәгән тип уйлайһығыҙмы? Рәсәй армияһы улар кеүек үк өшөгән, шулай уҡ асыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ һуғыштың трагизмын күреп бөтмәйбеҙ һәм уға ошоноң кеүек фильмдар ҙа ғәйеплелер, моғайын.
— Ә нимә эшләргә һуң?
Рәмил Рәхимов: Бөгөн алда яңы бурыстар тора: яңы тарихи фильмдар булдырыу зарур. Мәҫәлән, граждандар һуғышы тураһында төрлөһө бар. Улар аша трагедияһын да, шаян яҡтарын да күрәбеҙ. 1812 йылғы һуғыш тураһында ла шулай булһын ине.
Яҙыусылар бик стандарт фекер йөрөтә, йә булғанды ҡабатлай, йә темаға бөтөнләй тотонмай. Эйе, еңел түгел, быға яйлап килергә, “өлгөрөргә” кәрәк икәнлеген аңлайым. “Төньяҡ амурҙары”н яҙған Яныбай Хамматов менән таныш инем, ул иҫән саҡта йыш аралаша торғайныҡ. Ул романдың нисек яҙылыуы тураһында һөйләгәне булды. Әҙип әҫәрҙе яҙыр алдынан бик оҙаҡ уйланған. Яныбай Хамматов тарихсы түгел, шуға һуғыш осорон ентекләп өйрәнергә тура килә. Һис шикһеҙ, ауыр булған уға. Эйе, роман теге заман рухында яҙылған, унан соцреализм аңҡый. Бөгөн уны бының өсөн әрләү дөрөҫ түгел. Нисек булдырған — шулай яҙған, һәйбәт кенә роман килеп сыҡҡан, шөкөр. Әммә хәҙер тағы яҙырға, яңыларын булдырырға кәрәк. Повестар, хикәйәләр, сценарийҙар — даирә киң. Халҡыбыҙҙа героизм өлгөләре күп булған, уны өйрәнергә кәрәк. Барлыҡ мәғлүмәттәр ҙә архивтарҙа, музейҙарҙа һаҡлана, артефакттар бар. Уларҙы Башҡортостанда ла, Рәсәй музейҙарында ла табырға була. Исемле йыл үтеү менән тема ла бергә китә, әммә онотолорға тейеш түгел. Уны артабан да үҫтерергә кәрәк. Ә нисек үҫеүе үҙебеҙҙән тора.
— Республиканың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллиндың да әйтер һүҙҙәре күп. Тарихыбыҙҙы мәңгеләштереү йәһәтенән һеҙҙең тарафтан ниндәй эштәр башҡарылды?
Ғәли Вәлиуллин: Республикабыҙ Хөкүмәтенең 200 йыллыҡты билдәләү тураһындағы ҡарары үтә мөһим ине. Глобалләштереү осоронда, йәштәрҙең бөтә иғтибары Интернетҡа булған саҡта, был кәрәкле ҡарар. Эштең бик күләмле булыуын иҫәптә тотоп, беҙ 2008 йылда уҡ диарама эшләргә тотонғайныҡ. 7 томлыҡ документтарҙы өйрәндек. Барлыҡ факттар ҙа ҡат-ҡат тикшерелде, архивтарҙың тарихи документтарына нигеҙләнеп эшләнде. Хатта Парижға барып урында ла өйрәндек. Ата-бабаларыбыҙ булған урындарҙан үттек, улар ял иткән, аттарын һыу эсергән Сена йылғаһын да күрҙек.
Барлыҡ тарихи документтарҙы диарама рәүешендә эшләп тәҡдим итеү мотлаҡ ине. Ни өсөн тигәндә, халыҡ, айырыуса йәштәр, музейға килгәс, тарихты ғилми хеҙмәткәр һүҙенән түгел, ә үҙ күҙҙәре менән күрә. Билдәле булыуынса, мәғлүмәттең 80 процентын кеше күҙ менән ҡарап ала. Беҙҙең диарамала аудиояҙма ла бар, һуғыш барышы, башҡорт халҡының марш менән үтеүе ишетелә. Һис шикһеҙ, бик емешле хеҙмәт булды ул. Тик бының менән генә ул тамамланды тигән һүҙ түгел. Эш 2013 йылда ла дауам итәсәк һәм 2014 йылдың мартында ҙур саралар менән тамамланасаҡ. Шул саҡта ғына нөктә ҡуясаҡбыҙ. Теманы өйрәнеү әле лә дауам итә, туҡтағаны юҡ. Эҙләнһәк, яңы документтар ҙа табылыр әле, тип уйлайым.
Музейыбыҙ икенсе йүнәлештәрҙә лә эшләне. Мәҫәлән, беҙ балаларҙы йәлеп иттек — 1812 йылғы һуғышҡа арналған һүрәттәр конкурсы ойошторҙоҡ. Республиканың һәр бер районынан тиерлек 57 ойошма ҡатнашты, өс йөҙгә яҡын һүрәт тәҡдим ителде. Бик күптәрҙе баһаланыҡ, бүләкләнек. Балаларҙың әүҙемлеге һоҡландырҙы. Тимәк, улар ҙа олаталары тарихын, уларҙың еңеү менән Париж һынлы Парижда булып ҡайтҡанын белә. Был — ватансылыҡ хисен күтәргән яҡшы тәрбиә эше.
Республикала үткәрелгән ошо барлыҡ сараларҙа, реконструкцияла ҡатнашҡан һәр кем был дөйөм эштә үҙенең дә өлөшө булыуын тоя. Һис шикһеҙ, дауам итергә кәрәк. Бәлки, ниндәйҙер етешһеҙлектәр ҙә барҙыр, уларһыҙ булмай. Аҡса ла бер ҡасан да етмәй. Әммә был сәбәп булырға тейеш түгел.
Тағы бер ҡыуаныслы яңылыҡ бар: еңеүҙең 200 йыллығына әҙерлек барышында республикала тыуған яҡты өйрәнеү эше әүҙемләште. Һәр районда тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең советтары булдырылды, рәйестәр һайланды. Улар менән дә йыш ҡына осрашып ошо тарихи дата буйынса һөйләшеп торабыҙ. Әүҙемселәр урындағы музейҙарҙа төрлө саралар үткәрә, райондары тарихын өйрәнә, һуғышта ҡатнашҡан яҡташтарын асыҡлай. Бына ҡайҙа ул ысын ватансылар! Йәштәрҙе лә ошо рухта тәрбиәләйҙәр һәм дөрөҫ эшләйҙәр.
— Мәскәү ҡунағы ни тиер?
Алексей Орешков: Рәсәй тарихы йылын ил кимәлендә лайыҡлы үткәрҙек тип иҫәпләйем. Бөйөк еңеүҙә башҡорттарҙың да өлөшө ҙур булыуы бәхәсһеҙ. Һеҙҙә Бородино яланында һәм башҡа төбәктәрҙә ойошторолған реконструкцияларҙа ҡатнашыусылар, был хәрәкәт менән әүҙем шөғөлләнеүселәр бар. Уларға ҙур рәхмәт. Мәскәү кимәленән фекер йөрөтөп, шуны әйтә алам: бары тик Башҡортостан ғына был мәсьәлә менән дәүләт кимәлендә шөғөлләнә. Дөрөҫөрәге, эш дәүләт ярҙамы менән алып барыла. Реконструкцияларға сит илдәрҙән дә, Рәсәйҙең бихисап төбәктәренән дә күптәр килә. Унда һеҙҙең урын бик ҙур. Был хәрәкәттең мөһимлеген, кәрәклеген “өҫкә” еткерә алғанһығыҙ, афарин. Бородино яланында һеҙ тап башҡорт полктарын, пехота, кавалерияһын күрһәтәһегеҙ. Был — сәйәси яҡтан да кәрәк нәмә. Яуҙа урыҫтар ғына һуғышмаған, һәм улар ғына еңмәгәнен дәлилләйһегеҙ. Әле Интернетта һәм хатта йәмғиәттә милләтселек хәрәкәте күҙәтелгәндә, “Рәсәй — урыҫтар өсөн” тигәнерәк мәғәнәһеҙ лозунгтар яңғырағанда — үтә мөһим. Ҡайһы берәүҙәр яңылышырға әҙер генә тора бит, имеш, һуғышта урыҫтар ғына ҡатнашҡан да, улар ғына еңгән. Юҡ, унда ысын мәғәнәһендә халыҡтар дуҫлығы, берҙәмлеге менән генә еңгәндәр. Һеҙҙең шул саҡтарҙа уҡ Рәсәй армияһы менән бергә дошманға ҡаршы һуғышыуығыҙ, үҙегеҙ тураһында бөтә илгә яңғыратыуығыҙ илебеҙҙең берҙәмлеген һәм еңеүҙә лә бөтәһенең дә өлөшө булыуын иҫбатлай. Элекке бер анекдот иҫкә төшә. Йәш егет Совет Армияһында командир булған атаһынан һорай: “Совет осорондағы армияла толерантлыҡ бар инеме?” Атаһы улын аңламай: “Нимә, нимә?” — тип һорай. “Һуң, ул саҡта үзбәктәр, украиндар, тажиктар һәм башҡа милләт вәкилдәре бергә хеҙмәт иткән бит, улар араһында толерантлыҡ бар инеме?” — тип аңлата егет. “Юҡ, улым, беҙҙә толерантлыҡ бер ҡасан да булманы, беҙҙә ни бары халыҡтар дуҫлығы ғына бар ине. Беҙ бер-беребеҙҙе түҙеп түгел, ә ысынлап дуҫлашып йәшәнек”, — тип яуап биргән. Бөгөн ошо идеяны популярлаштырырға кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ил халҡы тарихты яҡшы белмәй. Шул сәбәпле милли нигеҙҙәге ҡаршылыҡтар ҙа килеп сыҡҡылай. Мәҫәлән, казактарҙы башҡа милләт халҡы тип иҫәпләүселәр күп. Был дөрөҫ түгел, казак — ул айырым милләт түгел, ә сик һаҡлаусы халыҡ. Уны элек-электән сикте һаҡларға ебәргәндәр. Эйе, аҙаҡ, ваҡыт үткәс, генетик яҡтан үҙәк Рәсәй халҡынан айырыла башлағанбыҙ, гел һуғышҡан халыҡтың ҡараштары ла үҙгәргән. Әммә бөгөн беҙгә берҙәмлек кәрәк.
Ошоноң ише аңлашылмаусанлыҡтар, милли нигеҙҙәге низағтар булмаһын өсөн тарихыбыҙҙы белергә, даими өйрәнергә, йәштәргә патриотик тәрбиә бирергә тейешбеҙ. Был йәһәттән, реконструкция хәрәкәте бик ҡулай. Һеҙҙең республикала “Төньяҡ амурҙары” клубы тырыша. Һәр ваҡыт әҙерлекле киләләр, башҡорттарҙы лайыҡлы кимәлдә күрһәтәләр. Был еңел түгел, ай-һай, еңел түгел. Күптәр үҙ иҫәбенә эшләй, аҡса ла һорамай. Илдар Шәйәхмәтов етәкләгән клуб иһә илдәге дәүләт ярҙамы булған иң ҙур ойошмаларҙың береһе иҫәпләнә. Һеҙгә йәштәрҙе күберәк йәлеп итергә кәрәк. Улар күп нәмәне белмәй. Реконструкцияла ҡатнашырға килеүселәр араһында хатта формаларҙы бутаусылар осрай бит. Бөтәһен дә “ә-ә, был гусар” ти ҙә ҡуя. Юҡ, улай түгел, һәр кемдең үҙ формаһы бар, улар айырыла.
Рәмил Рәхимов: Әле реконструкцияла ҡатнашыусылар ныҡлы әҙерлек менән килә. Энәһенән-ебенә тиклем дөрөҫ итеп костюм тегәләр. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер ҡатнашыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа артты. Улар ҙа махсус кейем тегә. Эйе, ирҙәр матур формала йөрөй, әммә шуны онотмайыҡ: дәүерҙе, мөхитте ҡатын-ҡыҙ кейеме генә тулы мәғәнәһендә күрһәтә ала. Улар амазонкалар, крәҫтиәндәр, дворянкалар булып кейенә — иҫ китмәле матурлыҡ. Хәҙер Бородинола туйҙар эшләй башланылар хатта.
Беҙ бөтәбеҙ ҙә үҙенсәлекле, төрлө милләттәнбеҙ, һәр кемдең сәйәси ҡарашы бар, дине, теле башҡа. Йыш ҡына бәхәсләшеп тә китәбеҙ, әммә һуғышмайбыҙ. Сөнки беҙҙе ошо дөйөм эш, дәүер, дөйөм маҡсат берләштерә. Был, ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, ҙурайып бөткән малайҙарҙың һуғыш уйыны уйнауы түгел, ә тарихты һаҡлауҙың төрө.
Алексей Орешков: Ат менән идара итергә, матур итеп эйәрҙә ултырырға, ҡылыс менән алышырға кәрәк. Үҙең уңайһыҙ һәм ауыр формала, артта йөк, ҡорал... Уйнарһың ошолай, уйнамай ҙа ни. Бының өсөн оҫталыҡ, таһыллыҡ, ихтыяр көсө лә кәрәк бит әле.
Мәхмүт Сәлимов: Минең тәҡдимем бар: бөгөн илдә тарихи-патриотик клубтар арта, улар киңәйә, үҙ-ара дуҫлаша. Беҙгә хәрби-патриотик клубтар ассоциацияһын булдырыу кәрәктер. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйлышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә әйтеүенсә, төрлө массалы саралар үткәреүгә аҡса бүленәсәк, дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Бындай иғтибар күптәргә тәтемәй. Моғайын, һеҙҙең йоғонто барҙыр. Һәр хәлдә, был ярҙам менән файҙаланырға кәрәк.
Илдар Шәйәхмәтов: Иң тәүҙә Алексейға рәхмәт әйтәм. Ул Бородинола һәр ваҡыт беҙҙе йылы ҡаршылай, яланда иң матур урын бирҙерә. Иғтибар үҙәгендә булдыҡ, башҡа клубтар алдында һәйбәт урында инек. Бородиноға минең менән бергә барған егеттәргә шулай уҡ ҙур рәхмәт. Күптәре үҙҙәре костюм тапты, текте, ныҡлы әҙерләнде. Һәр кем бурысын лайыҡлы үтәне. Эйе, дәүләттең ярҙамы ҙур, айырыуса ваҡытында мөрәжәғәт итһәң. Шулай ҙа күбеһе йәмәғәтселәрҙең башланғысы, теләге һәм ошо эш өсөн янып йөрөүе арҡаһында килеп сыға. Беҙ бик яҡшы команда булып тупланып барҙыҡ. Эште бергә башҡарҙыҡ. Иң мөһиме — ил кимәлендәге реконструкцияла республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәттек. Исемле йыл үтеп китеү менән генә эш туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Артабан да уны әүҙем дауам итергә тейешбеҙ.
Башҡортостанда был һуғыш тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү йәһәтенән башҡараһы нәмәләр күп. Айырыуса монументаль сәнғәттә аҡһайбыҙ. Әлбиттә, һүҙ беҙ күреп өйрәнгән һәйкәлдәр тураһында ғына бармай. Бында мемориаль таҡталар, таҡтаташтар, ҡәберлектәр ҙә инә. Монументаль сәнғәткә ҙурыраҡ иғтибар кәрәк. Аңлайым, был көндәлек хеҙмәт түгел. Йыл һайын һәйкәл асып та булмай. Күп аҡса, ваҡыт, талант, оҫталыҡ талап итә ул. Тик барыбер дәүләт менән берлектә эшләргә кәрәк.
Ғәли Вәлиуллин: Һуғыш булыуы, унда беҙҙең ата-бабалар ҡатнашыуы тураһында хәтерҙе һаҡлау мотлаҡ, был — бәхәсһеҙ. Ә бит ата-бабаларыбыҙ үҙҙәре лә ошоға тырышлыҡ һалған. Республика картаһын иғтибар менән ҡарағыҙ әле. Унда Париж, Венеция, Швейцария, Берлин тигән ауылдар бар. Был исемдәр осраҡлы килеп сыҡҡан тип уйлайһығыҙмы? Юҡ. Беҙҙең ата-бабалар һуғышып, Европаға тиклем барып еткән. Ул илдәрҙе күреп ҡайтҡас, республикабыҙ ауылдарына ошондай исемдәр биреп тарихыбыҙҙы һаҡлау өсөн аҡыллы ҡарар ҡабул иткәндәр.
Мәхмүт Сәлимов: Һуғышҡа арналған баҫмаларҙа башҡорт полктары тураһында мәғлүмәт йыш осрай башланы. Сәбәбе — һеҙҙең йыл һайын реконструкцияларҙа ҡатнашыуығыҙҙа. Юҡ, был бер ҙә һуғыш уйнау түгел. Унда тарихсылар ҙа ҡатнаша. Ҡыҙыҡһыныу ҙур.
Ғәли Вәлиуллин: Беҙҙең турала Рәсәйҙә лә белеүҙәре осраҡлы түгел. Башҡорт ғәскәрҙәре һан яғынан Рәсәй армияһында дон казактарынан ғына ҡалышҡан.
Алексей Орешков: Ошо реконструкцияларҙы ойоштороп аҡса ла эшләргә була бит. Ул асыҡ һауа аҫтындағы музей булараҡ төҫмөрләнә. Һуғышы булмаған хәлдә лә, боронғо милли ауылдың реконструкцияһын эшләргә була. Милли кейемдәр кейеп, йолаларығыҙҙы, бай мәҙәниәтегеҙҙе күрһәтегеҙ. Был ғәҙәттә халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, туристарҙы йәлеп итә.
Ошо нигеҙҙә республика өсөн илдә, хатта донъяла танылған бренд уйлап табырға ла мөмкин. Бының өсөн миф кәрәк, ул ыңғай булырға тейеш. Бер миҫал: Американың Техас ковбойы. Ысынбарлыҡта ул ябай көтөүсе, бысраҡ, һаҫыҡ, кейемһеҙ һәм аҡсаһыҙ булған. Ә әле беҙҙең күҙ алдына мәңге эйәрҙә, киң эшләпәле, ковбой итектәре, махсус джинса салбар кейгән зәһәр бер герой булып баҫа. Американдар ошоно матур мифҡа әйләндергән. Уларҙың геройлығын күрһәткән күп кинолар сыҡты. Әле был, берҙән, ҙур аҡса килтерә, икенсенән, патриотизм хистәре уята. Улар үҙҙәренең ковбой булыуҙары менән ғорурлана. Беҙгә лә ошондай миф булдырыу кәрәк. Аҡса ла килер, туристар йәлеп ителер, ә иң мөһиме — йәштәрҙә патриотлыҡ хисе бермә-бер артыр ине. Заманса миф кәрәк. Бөгөнгө талаптарға тура килтереп милли күлдәктәр булдырайыҡ, уларҙы ғорурлыҡ менән урамда кейәйек.
Мәхмүт Сәлимов: Мин Башҡортостандан ситтә йәшәйем. Телевизор аша республика тураһында берәй һүҙ ишетеп ҡалһам, шунда уҡ бар эшемде ташлап барып ултырам, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, криминалдан башҡа бер нимә тураһында ла һөйләмәйҙәр. Ә бит күпме яҡшы эштәр башҡарыла, әммә үҙәк телевидениеға яҡшы яҡтан иҫкә алһындар өсөн түләргә кәрәк. Шулай ҙа йылына бер Бородинола башҡорттарҙы күрһәтәләр. Ошонда республиканың абруйын күрһәтеп ҡалыу мөһим. Күркәм ҡиәфәт, яҡшы аттар менән генә лә быға өлгәшергә була. Шуға күрә, һис шикһеҙ, йыл һайын был реконструкцияла ҡатнашайыҡ.
Тарихи дөрөҫлөккә әйләнеп ҡайтҡанда, эйе, әле өйрәнелмәгән документтар күп, байтаҡ ҡына мәсьәләләр буйынса бәхәстәр һаман дауам итә. Тарихсылар араһында ла ҡаршы фекерҙәр осрап ҡуя. Әле архивтарҙа, фондтарҙа тотоп та ҡаралмаған документтар бар, тиҙәр. Бында мотлаҡ ғилми ҡараш кәрәк, шулай ҙа бар эш тә дәүләт менән бергә башҡарылырға тейеш. Иң мөһиме — ул туҡтап ҡалмаһын, артабан дауам итһен ине.
Даян Мәжитов: Хәрби-патриотик клубтарға эшҡыуарҙар килмәй. Сит яҡта улар бар. Уларҙы йәлеп итеү аҡса яғынан да проблемаларҙы хәл итер ине. Нисек аҡсалы кешеләрҙе йыйырға икән?
Рәмил Рәхимов: Бер нисек тә түгел. Был һәр кемдең күңел торошо. Оҡшай икән — шөғөлләнәһең, юҡ икән — көсләп саҡырыуҙан фәтүә юҡ. Бының өсөн өлгөрөп етергә кәрәктер. Кешегә мәғлүмәт бирергә кәрәк, уның йәне теләгәнен һайлап алыу мөмкинлеге булһын. Шуға ла ошо хаҡта белеп ҡалып та ҡыҙыҡһынып китеүселәр була. Пропаганда эшен алып барырға кәрәк.
Илдар Шәйәхмәтов: Бородинолағы реконструкцияла тәүге тапҡыр 1992 йылда ҡатнаштыҡ һәм күргәндәребеҙҙән иҫебеҙ китеп ҡайттыҡ. Бөгөнгә тиклем ҡатнашабыҙ, яңынан-яңы кешеләр килә, эште ярты юлда ташламаныҡ. Хәрби-тарихи хәрәкәтте үҫтереү үҙебеҙҙән тора, ярҙам көтөп ятырға түгел. Оҡшай икән, шөғөллән, аҡса һоранып йөрөргә түгел. Унда ҡатнашырға ғына түгел, ә ғаилә менән бер-ике көнгә барып, тамаша ҡарарға, яңы әйберҙәр күрергә, ата-бабаларыбыҙ баш һалған ерҙә уларҙың рухы алдында баш эйеп ҡайтырға ла мөмкин бит.
Бөгөн беҙгә үҙебеҙҙең элекке кәсептәрҙе тергеҙеү зарур. Умартасылыҡ, йылҡысылыҡ һәм башҡалар. Башҡорт атын айырыуса төплө өйрәнергә, күтәрергә кәрәк. Уларҙы ҡымыҙ эске килгән саҡта ғына иҫкә төшөрмәйек. Был йәһәттән дә дәүләт ҡарашы булһын ине. Бородиноға барыу өсөн дә ат талап ителә. Уларҙы алдан уҡ ҡурҡмаҫҡа өйрәтергә, уның менән эшләргә кәрәк.
Даян Мәжитов: Вохналағы реконструкцияла ҡатнашҡандан һуң, эргәбеҙгә урындағы кешеләр килде лә: “Башҡорттар, рәхмәт, еңеү өсөн”, — тине. Тимәк, унда ҡатнашҡандан һуң беҙҙе таный башланылар. Ә тәүҙә “һеҙ монголмы, татармы?” тип һорашалар ине бит. Шулай булғас, ҡатнашыу мотлаҡтыр тип иҫәпләйем.
Мәхмүт Сәлимов: Новочеркасск ҡалаһындағы музейҙа булған саҡта, улар башҡорттар менән ҡыҙыҡһыныуын белдергәйне. Баҡһаң, Платов төшөргән бөтә картиналарҙа ла тиерлек уның артында башҡорт яугирҙәре тора икән. Тәүҙәрәк уларҙың кемлеген белә алмағандар. Монголмы, ҡалмыҡмы тип фаразлағандар, аҙаҡ башҡорт икәндәрен белгәс, беҙҙе нығыраҡ өйрәнгеләре килә. Хәҙер беҙҙең халыҡ менән ныҡлы ҡыҙыҡһыналар, үҙҙәренең музейы өсөн кейемдәрҙе, уҡтарҙы, ҡоралды һорайҙар. Унда беҙҙең халыҡҡа арналған экспозицияны күргеләре килә. Был да — ҡаҙаныш.
Рәмил Рәхимов: Реконструкторҙар араһында милли сәйәсәт юҡ, улар бөтәһе лә берҙәмлек яҡлы. Аңлашып эшләйбеҙ, ярҙам итәбеҙ. Рәсәй менән берҙәм булыуыбыҙҙы тарихта күрһәттек, үҙ теләгебеҙ менән ҡушылдыҡ. Бөгөн дә ошо юлды дауам итеү зарур. Бонопартты бергә еңдек, Гитлерҙы бергә еңдек. Рәсәйҙә йәшәүсе барлыҡ халыҡ та ауыҙ тултырып “минең ата-бабам һуғышта ҡатнашҡан, ул да еңеүгә өлөш индергән” тип әйтә алһын. Тимәк, мин бөгөн бында булырға, ошо илдә йәшәргә лайыҡ.
Илдар Шәйәхмәтов: Был сараларҙа ҡатнашыуҙа бер кемдә лә шәхси ҡыҙыҡһыныу юҡ, бөтәһе лә дөйөм маҡсат өсөн йөрөй. Ә маҡсат бер: милләттәр йәшәһен һәм илдә башҡа һуғыш булмаһын. Һуғыштың бик ҡурҡыныс, аяуһыҙ нәмә икәнен күрергә тейештәр. Реконструкцияла ҡатнашҡандар быны күрә һәм йәне-тәне менән һуғышҡа ҡаршы. Кеше бер-береһенең ҡәҙерен ошонда белә. Аҫтыбыҙҙа тере йән эйәһе — аттар бар. Уларҙың да инстинктив рәүештә һуғышҡыһы килмәй. Алда атыш булыуын малҡай аңлай, ул яҡҡа барырға теләмәй. “Хужам, унда бит һуғышалар, барма. Ниңә бараһың?” — тип әйтә кеүек. Ә аңлы кеше белә тора һуғышҡа барған.
Мәхмүт Сәлимов: Ике һуғышта булдым, ул — бик ҡурҡыныс нәмә. Иң тәүҙә балалар, ҡатын-ҡыҙ өсөн ауыр. Үлем, юғалтыуҙар, ҡайғы, ҡурҡыу, аслыҡ... Илебеҙ эсендә бер ҡасан да һуғыш булмаһын. Дәүләтебеҙҙе ситтәрҙән һаҡлау өсөн дә ҡулдан килгәнде эшләргә кәрәк. Хәрби-тарихи реконструкцияның маҡсаты шул. Беҙ кешегә һуғыштың фажиғәлелеген аңлатырға, уның күңелендә ошо мәғәнәһеҙ алышҡа ҡарата ытырғаныу тыуҙырырға, татыулыҡҡа ынтылыш һәм ватансылыҡ тойғолары тәрбиәләргә тырышабыҙ.
— Ентекле һәм ҡыҙыҡлы һөйләшеү, “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Моғайын, киләсәктә лә был темаға әйләнеп ҡайтырбыҙ. Сөнки Ватан һуғышы барышында, 1814 йылға тиклем башҡорт ғәскәрҙәре сит илдәрҙә лә данлы яу юлын үткән бит.


Автор: Әлфиә ӘЙҮПОВА яҙып алды.
Фото: Нәсих Хәлисов


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Маянhылыу-Brunhilde
    Маянhылыу-Brunhilde от 09.01.2013, 06:20
    Тимәк, Башҡортостанда Рәсәй тарихы йылы башҡорттарҙың һуғыштарҙа ҡатнашыу тарихын данлауға ғына ҡайтып ҡала?
    Ә башҡа хәҙерге йәштәргә дөрөҫ тәрбиә бирерлек тарихыбыҙҙа сәхифәләр юҡмы ни?
    Ниндәй тар ҡараш тарихҡа!
    Ә бына беҙҙә, Израиль Дәүләтендә, ғәрәп мосолман экстремистары арҡаһында һуғыш хәлендә булһаҡ та, тарихта һәр ваҡыт гуманитар һәм рухи миҫалдар эҙләйбеҙ. Сөнки балаларҙы хәрби, һуғыш ҡиммәттәрендә түгел, ә кешелеклеклек, инсаниәт өлгөләрендә тәрбиәләү мотлаҡи. Иманыи камил!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872