Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Эш хаҡын тотҡарлайҙар


Баш ҡаланың 29 ойошмаһы эш хаҡын ваҡытында түләмәй, бурыс күләме 93 миллион 692 мең һумға еткән. 3 796 кеше тир түгеп эшләгән аҡсаһын суд аша юллай.
Октябрҙә “Магнетрон” микроэлектроника заводы 2 миллион 32 мең һумлыҡ бурысын ҡайтарған. “Мотор эшләүселәр идаралығы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бурысы, киреһенсә, сентябрҙән 20,4 миллион һумға тиклем үҫкән.

Зыяны юҡ


Һамар өлкәһенән “Шишмә” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ебәрелгән 94 тонна көнбағышта республиканың Россельхознадзор хеҙмәткәрҙәре амброзия тип аталған ҡый үләненең орлоғон тапҡан.
Был орлоҡтар көнбағыш майының тәменә һәм сифатына бер нисек тә тәьҫир итмәй, тип белдерә “Шишмә” ойошмаһының сеймал һатып алыу бүлеге етәксеһе Михаил Бондарь. Көнбағыш тәғәйенләнеше буйынса эшкәртеләсәк.

Сиргә юл ҡуйылмаҫ


Быйыл йыл башынан республикала 79 хайуан ҡотороу сиренә дусар булған. Йәнлектәрҙең 67 процентын ҡырағай һәм йорт хайуандары тәшкил итә. Былтыр ҡотороу сирен йоҡтороуҙың 216 осрағы теркәлгән.
Сир осраҡтары Бөрө, Борай, Ғафури, Ишембай, Көйөргәҙе, Шишмә райондарында теркәлгән. Әлегә республикала ҡотороу сиренә бәйле хәл көсөргәнешле һанала, хәүеф аҫтында булған райондарҙа иҫкәртеү саралары алып барыла.

Урман ҡарағы тотолдо


Ҡариҙел районында йәшәүсе бер ир 50 төп ҡарағай ағасын законһыҙ бысҡан өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Енәйәтсегә бер миллион һумлыҡ штраф йәки алты йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
34 йәшлек ир ҡарағайҙан таҡта эшләп һатҡан. Урман фондына килтерелгән зыян 800 мең һумға баһаланған. Дөйөм алғанда, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы законһыҙ урман ҡырҡыуҙың 530 осрағын теркәгән. Һөҙөмтәлә 7 500 кубометр ағас юҡҡа сығарылған. Республиканың урман хужалығына 46 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән. 189 осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Шаян үҫмер язаһын аласаҡ


Дүшәмбегә ҡараған төндә “02” телефонына билдәһеҙ кеше шылтыратып, Өфөнөң 15-се мәктәбендә бомба һалыныуы тураһында хәбәр итә. Уҡыу йортона шунда уҡ полиция, ҡотҡарыусылар, тиҙ ярҙам хеҙмәттәре ебәрелә. Бәхеткә күрә, шартлатҡыс табылмай. Икенсе көнөнә үк шылтыратыусының шәхесен асыҡлайҙар.
Ул ошо мәктәптә белем алыусы IX класс уҡыусыһы булып сыға. Үҫмерҙең уҡырға барғыһы килмәгән һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре шылтыратыусыны тиҙ арала таба аламы-юҡмы икәнлеге ҡыҙыҡһындырған. Быны аңлар өсөн үҫмергә Бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙы ваҡытлыса тотоу үҙәгендә 45 тәүлеккә тиклем ултырып сығырға тура киләсәк. Шулай уҡ үҫмерҙең ата-әсәһе ҙур штраф түләйәсәк.

Уттан ҡалмай…


Кисә Илеш районы үҙәгендәге шәхси йорттарҙың береһендә янғын сыҡҡан, өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә, ут йортто тулыһынса ялмап алған. Янғын һүндерелгәндән һуң 79 йәшлек ирҙең, 72 йәшлек ҡатындың һәм уларҙың 24 йәшлек ейәненең мәйете табылған.
Йорт соландан яна башлаған. Янғын сәбәбен асыҡлайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға тураһында һуң хәбәр иткәндәр. Әгәр янғын һүндереүселәрҙе саҡ ҡына иртәрәк саҡырһалар, бындай фажиғә булмаҫ ине.

Ауырыусылар һаны арта


Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко һуңғы аҙнала вируслы инфекция менән ауырыусылар һаны артыуы тураһында хәбәр итте.
Илдең ун төбәгендә киҫкен респиратор инфекция ике йәшкә тиклемге балалар араһында йышайған. Мәскәү, Волгоград, Новгород, Һарытауҙа 7 – 14 йәшлек үҫмерҙәр араһында ауырыу эпидемик сикте үткән.

Айына бер тәүлекте
Интернет селтәрендә үткәрәбеҙ


Европа илдәре араһында Интернет селтәре менән файҙаланыусылар һаны буйынса Рәсәй беренселеккә сыҡҡан.
Илдә 50 810 000 кеше көн һайын Интернет менән файҙалана. Уртаса һандарға күҙ һалһаҡ, рәсәйҙәр айына 22,4 сәғәтен уға “бүләк” итә.

Сирияла бәрелештәр дауам итә


Сирияның баш ҡалаһы Дамаскта оппозиция яғына сыҡҡан хәрбиҙәр Разведка хеҙмәтенең биналар комплексына һөжүм иткән.
Һөҙөмтәлә ике яҡ та егермегә яҡын кешеһен юғалтҡан. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, март айынан башланған бәрелештәрҙә өс меңдән ашыу кеше һәләк булған. Европа союзы Сирияға ҡаршы сикләүҙәр исемлеген арттырған. Союз төҙөгән “ҡара исемлек”кә Сирияның тағы 18 чиновнигы индерелгән.
Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне. “Башинформ” агентлығы һәм үҙәк матбуғат мәғлүмәттәре файҙаланылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә