Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шатлыҡ та, хәстәр ҙә уртаҡ
Шатлыҡ та, хәстәр ҙә уртаҡРеспубликабыҙҙа һоҡланырлыҡ күркәм ауылдар бихисап. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле. Бөгөн һүҙебеҙ Ишембай районының Этҡол ауылы тураһында.

Халҡының берҙәмлеге һоҡланырлыҡ уның. Бында берәү ҙә кеше бәләһенә битараф түгел. Кем дә булһа ҡазаға тарыһа, бөтә ауыл менән ярҙамға сығалар. Бер осор ауылда янғындар күп булғайны, шул саҡта этҡолдар үҙҙәренең берҙәмлеген, ярҙамсыллығын күрһәтте. Әле лә берәйһенең йорто йә мунсаһы янып китһә, һәр кем ярҙамға ашыға. Ҡыйыҡһыҙ ҡалғандарҙы ла яҙмыш ихтыярына ташламайҙар. Барыһы ла ҡулынан килгәнсә аҡса йыя, бәлә кисергән кешегә төҙөлөш материалдары менән ярҙам итәләр, тиҙ арала өмә яһап, йорт күтәрешеп тә бирәләр. “Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә уртаҡлашабыҙ” тигән девиз менән йәшәй этҡолдар.
Ауыл бөтә, кешеләр ҡалаға күсеп китә, тип йыш ҡабатларға яратһалар ҙа, этҡолдар бынан ҡурҡмай. Шөкөр, балалар тыуып тора, тиҫтәгә яҡын ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған. Ғаиләләрендә бәхетле, хеҙмәт һөйөүсән балалар үҫә. Өс һәм дүрт сабый тәрбиәләүсе ғаиләләр ҙә байтаҡ.
Этҡолдар тәртип ярата. Йыл һайын бөтә ауыл һәм уның тирә-яғы тәртипкә килтерелә, ихата, Һәләүек йылғаһы буйы, яҡындағы ялан һәм тау буйҙары йыйыштырыла. Был сараға, ғәҙәттә, бөтә ауыл халҡы ҡушыла. Һис шикһеҙ, сафланып, төҙөкләнеп ҡалған ауылда матур йәшәү теләге арта, кешеләрҙең күңеле лә таҙарып ҡалғандай тойола. Әйткәндәй, ауыл Советының был тырышлығы иғтибарһыҙ ҡалмай, йыл һайын тиерлек район һабантуйында Этҡол “Иң төҙөк ауыл” номинацияһында тәүге урындарға лайыҡ була.
Былтыр этҡолдар республикала иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә лә ҡатнашты. Башланғысты Этҡолдоң ҡатын-ҡыҙҙар советы күтәреп сыҡҡайны. Конкурста ҡатнашыу теләген ауылда төрлө кеше төрлөсә ҡабул итте. Ҡуш ҡуллап ризалар, мөмкин булғанса ярҙам итеүселәр күберәк булһа, икеләнеү белдереүселәр ҙә табылды. Шулай ҙа конкурс башланып, байтаҡ ҡына эш башҡарылғас, халыҡ үҙе дәррәү ҡушылып китте. Бөгөн күренерлек һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҫәлән, өйҙәренән көмөшкә, яһалма араҡы һатыусылар бөтөнләй юҡ. Һыра ла ауыл магазиндарының береһендә генә һатыла, ҡалған эшҡыуарҙар уны килтереүҙән баш тартҡан.
Ауылда ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ҡоро булдырылған. Уларға иң абруйлы, ҙур тормош тәжрибәһе туплаған, барыһы ла хөрмәт иткән кешеләр ингән. Шулай уҡ димселәр клубы эшләй. Ауылда өйләнмәй йөрөп, йәштәре үтеп барған ир-егетте башлы-күҙле, тәрбиәле итеү өсөн күп көс һала уның ағзалары.
Беҙ этҡолдарҙы матбуғат дуҫтары булғаны өсөн хөрмәт итәбеҙ. Әле, ауыр заманға һылтанып, гәзит-журнал алдырмаусылар бихисап, ә бында — бөтөнләй икенсе күренеш. Ғөмүмән, Этҡол электән күп уҡыусы төбәк булараҡ ҡылыҡһырлана. “Башҡортостан”ға яҙылмай ҡалғандар бик һирәк бында. Мәктәп уҡытыусылары, бюджет өлкәһендә эшләүселәр йыл һайын тулы коллектив менән яҙыла. Баҫмабыҙҙың иң тоғро уҡыусылары ла ошонда йәшәй. Уҙған быуаттың 50-се йылдарынан башлап бер тапҡыр ҙа ҡалдырмай яҙылыусылар күп. Быйыл да һынатмай этҡолдар — бөтә ауыл менән баҫмабыҙға дәррәү яҙылдылар. Бындай күренеш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙҙың башҡа ауылдарына хас түгел. Дәррәүлектә этҡолдарҙан өлгө алығыҙ!
Уҡырға яратҡан төбәк республикаға билдәле шәхестәр биргән. Яҙыусылар, йырсылар, журналистар, уҡытыусылар, ғалимдар, табиптары менән дан тотҡан ауыл ул Этҡол.
Клубта ла тормош гөрләй. Унда ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә саралар күп үткәрелә: балаларға исем ҡушыу, ишле ғаиләләрҙе, көмөш йәки алтын туйын билдәләүсе юбилярҙарҙы, өлгөлөләрҙе тәбрикләү, никах тантаналары... Быларҙың барыһы ла халыҡтың рухи байлығын арттырыу, ялын тәьмин итеү, йәштәрҙе йәмғиәткә яҡынайтыу һәм уларға өлгө күрһәтеү өсөн эшләнә.
Шундай уй-ниәттәр, маҡсаттар менән йәшәй Этҡол халҡы. Йәше лә, ҡарты ла изге эшкә тотонғас, эскелек тигән афәтте, эшһеҙлекте, битарафлыҡты еңеп сығып булырына ышаныс ҙур.
Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә