Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һынауҙа сыныҡҡан ғүмер
Һынауҙа сыныҡҡан ғүмер

Хикәйә

Һынауҙа сыныҡҡан ғүмерМоңһоу төн бөтөн донъяны йоҡларға һалып, йондоҙло йомшаҡ мамыҡ юрғанын ябып ҡуйҙы. Оло күк йөҙөндә үҙенә урын таба алмай ай ғына борсолоп йөҙөп йөрөй. Тулған ай йә болот аҫтына сума, йә һаҡ ҡына ҡарап, эш боҙған бала кеүек башын эйеп, кире сыға.
Ай кеүек тегеләй-былай борғоланып ята торғас, Гәүһәр әбей үҙен йоҡо алмаҫын һиҙҙе. Алыҫ юлдан арып ҡайтып, һуң ғына йоҡларға ятҡан балаларын уятмайым тип, түҙергә булды. Ауыр көрһөнөп, тағы әйләнде.
Тәҙрәнән ҡараған моңһоу ай менән бергә бала сағы, йәшлеге буйлап сәйәхәт иткән Нурия уйҙарынан ергә төштө.
– Әсәй, һин дә йоҡлай алмайһыңмы әллә?
– Эйе, ҡыҙым, йоҡлап булмай шул. Шығырлап, һине уяттым инде әллә? Кисә һәйбәт йоҡлағайным бит, хәҙер йоҡо алмай. Әсәйеңдең холҡон беләһең инде, онотҡанда бер рәхәтләнеп йоҡлап алам да, шул етә. Бөгөн күп йөрөнөм бит, ҡан баҫымы күтәрелеп киткән, күрәһең. Һине уятмайым тип, үлсәмәй ята инем, ҡарап, дарыу эсеп алайым.
Гәүһәр инәй ҡуҙғалған ыңғайы, тыныслығын боҙғанға һуҡранғандай, үҙе менән бергә ҡартайып, таушалып барған карауаты ла ыңғырашып ҡуйҙы.
– Әсәй, дарыуыңды эсеп ал да тупһаға сығайыҡ. Минең дә йоҡом килмәй. Айҙы тәҙрәнән ҡарап ятҡансы, саф һауала ултырайыҡ. Тыуған ауылыма ҡайтып, йоҡлап ятып булмай бит инде.
Ошо кинйәһен күкрәк аҫтында йөрөткән саҡтан алып ҡан баҫымы күтәрелеү менән этләнә Гәүһәр инәй. Утыҙ йылдан ашыу көрәшә шуның менән, еңеп булмай. Әле лә, утты ҡабыҙып тормаҫтан, өйрәнелгән хәрәкәттәр менән кәрәкле дарыуын алып эсте. Шунан әсәле-ҡыҙлы ай менән сәрләшергә сығып китте.
– Ҡыҙым, атайыңдың анау тун еңен алып сыҡ әле, түшәп ултырайыҡ. Төндә һалҡын булыр.
– Эй, ошо атайҙың еңе… Гел аяҡ аҫтында йөрөй…
– Үҙе эргәлә ултырып йылыта алмағас, еңе булһа ла аяҡ аҫтында ятһын инде, – тип көлгән булды Гәүһәр инәй.
Нурия атаһын иҫләмәй ҙә тиерлек. Кинйә ҡыҙына һигеҙ йәш кенә саҡта атаһы, һигеҙ балаһын ҡатынына ҡалдырып, яҡты донъянан китеп барҙы. Ике оло улдары әрменән һуң колхозда эшләп, өсөнсө малайы хеҙмәт итеп кенә йөрөй ине әле. Ҡалған биш балаһы мәктәптә уҡыған саҡ... Шунан бирле ауыр донъя йөгөн Гәүһәр инәй яңғыҙы тарта.
Төрлөһөн уйлаптыр инде, Нурия әсәһенә нисә тапҡыр биреп тә яуап ала алмаған һорауын йәнә ҡабатланы.
– Әсәй, һеҙ атай менән нисек таныштығыҙ?
– Тынышҡанбыҙҙыр инде шунда. Яҙмышым шулай булғас, ҡалайтаһың, – ятлап алынғандай, шул уҡ һүҙҙәр яңғыраны.
Инәй ире менән нисек, ҡайҙа тынышҡанын бер ҡасан да һөйләмәй. Ҡыҙҙары һорашһа ла – бер яуап. Улар быға күнгән инде.
– Ошо тупһала ултырырға яратам, бигерәк тә ай тулғанда... Бала сағым иҫкә төшә, – Нурия нисә йылдар күңелендә йөрөткән хыялына өлгәшеп, бала сағын күҙ алдынан йүгертә ине.
– Йәй ошонда ултырып сәй эсә торғайныҡ. Өләсәйең түрҙә ултыра ине… – тип Гәүһәр инәй ҙә хәтирәләргә бирелде.
– Иҫләйем, өләсәй, күҙҙәре күрмәһә лә, беҙҙе таный торғайны, беҙ уның менән һәпәләк уйнай торғайныҡ. Бахырғынаны, нишләп улай иттек икән…
– Аптырағандан уйнағандыр инде, ҡалайтһын.
Ҡараңғы төнда бер яҡтылыҡ сығанағы булап торған ай, күңелһеҙ хәтирәләргә күсә барғанды һиҙгәндәй, болот артына йәшенде. Гәүһәр инәй балалыҡ йылдарын байҡаны.
– Бала сағым һуғыштың тәүге йылдарына тап килде бит. Әсәйем өҫтәлгә ҡатыҡ ҡуйып, иртә менән эшкә сығып китә. Көн буйы өйҙә яңғыҙ ултырып, әсәйҙең ҡайтыуын көтә торғайным. Ул, бахыр, кискә генә ҡайта ла, бәләкәй санаһын һөйрәп, туғайға утынға сығып китә. Өйҙә ир юҡ, ә мин утынға йөрөргә бәләкәймен. Әсәйҙе һағынып көтөп алғас, ебәргем килмәгәндер инде: “барма” тип маҙаһына тейеп бөтә торғайным. Йәне көйөп, мине әрләп ултыртып ҡалдыра ине. Арып ҡайтып утынға китеп барыу уға ла ҡыҙыҡ булмағандыр инде. Илайым-илайым да, ҡурҡып, атамдың урындыҡ мөйөшөндә элеүле торған тунына уранып йоҡлап китәм. Атайҙың үҙе булмаһа ла, кейеме һаҡлар, тип уйлағанмындыр инде. Иртән тороуға әсәй тағы өйҙә юҡ…
– Эйе шул, өләсәй был тыныс заманды күрә лә алманы. Ошонда һинең менән ултырыр ине әле…
– Бер рәхәтлек күрмәне инде әсәйем, әҙерәк йәшәй бирмәне шул, мин дә яңғыҙ булмаҫ инем. Бер ҙә ултырып сыҙамай торғайны, күрмәйем тип торманы.
Тирә-яҡ ҡапыл яҡтырып китте: ай хәбәр тыңларға әҙер ине – ипләп кенә болот артынан сыҡты.
Нурия көлөп ҡуйҙы:
– Әсәй, һин кемде һөйләйһең – өләсәйҙеме, үҙеңдеме? Беҙ килгәндә лә тик ултыра алмайһың бит, ырғып тороп йөрөй ҙә ятаһың.
– Ҡыҙҙарым килде, тип түр төбөндә ултырырға тигәнме әллә. Һеҙҙең дә үҙ донъяғыҙ бар, арып йөрөйһөгөҙ бит. Бында саҡта ял итегеҙ әҙерәк.
– Һин үҙ ваҡытыңда йөрөгәнһең, эшләгәнһең. Исмаһам, беҙ килгәндә ял ит. Былай ҙа һигеҙ баланы аяҡҡа баҫтырып, туйҙар үткәрҙең.
– Пүстәк ул туй. Бер йылда дүрт туй эшләнем әле мин, бына!
– Эйе шул. Кемдәрҙеке ҡасан булды әле, әсәй?
– Сентябрҙә Гөлйыһан апайың кейәүгә сыҡты, ҡыш үтеп, март айында Хәким ағайың өйләнде, июндә Миңйыһанға туй яһаныҡ, ә августа Фаил ағайың кәләш алып ҡайтты.
– Әсәй, аҡсаны ҡайҙан алдаң һуң?
– Башыңа төшһә, табыла, ти ул. Мин яңғыҙ булғас, Фаилдың буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһе ҡалымды әҙерәк һораны. Холҡомдо беләһең бит, ярлы гөрбиән, бахырланырға яратманым. “Юҡ, дүрт ҡыҙым, дүрт улым бар. Бөтәһенә лә тигеҙ алам, тигеҙ бирәсәкмен”, – тинем. Бәхете лә, ғүмере лә булманы шул балаҡайымдың, – Гәүһәр инәй, тауышы ҡалтыранып, туҡтап ҡалды ла күп илауҙан һаран ғына сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп алды.
– Эй, ҡалайтаһың инде, яҙмыш шулай ҡушҡас…
Ай яҡтыһында Гәүһәр инәйҙең күпте күргән йөҙөндәге һырҙары тағы ла тәрәнәйеп киткәндәй күренде. Ҡыҙының кәйефен һиҙемләп, шунда уҡ үҙен ҡулға алды ла, тауышына ҡатылыҡ өҫтәп, һүҙен дауам итте.
– Мин яңғыҙ булманым, балам, – ҡыҙының аптыраулы ҡарашын тойоп, Гәүһәр инәй кеткелдәп алды ла, һүҙҙе дөрөҫләй һалды. – Ағайҙарың мине яңғыҙ итмәне. Ул ваҡытта дүртеһе лә колхозда эшләне, эш хаҡын түләй торғайнылар. Конторҙан аҡса алғанда иң күбен мин алып, әллә кем булып ҡайта инем. Башҡалар көнләшеп ҡарап ҡала ине!
Өләсәһенә килгәндә соландағы бүлмәлә йоҡларға ғәҙәтләнгән ейәнсәре, телефонында соҡсоноп, йоҡламаны. Өләсәһе менән әсәһе тупһаға сығып ултырғас та оҙаҡ ҡына хәбәр тыңлап ятты. Бер нисә һорауымды бирмәй ҡалмайым әле, тип, өләсәһе бәйләгән дебет шәлгә уранып, тышҡа сыҡты.
– Бә-ә-әй, ҡыҙым, һин һаман йоҡламаныңмы ни? Әллә беҙ уяттыҡмы?
– Юҡ, өләс. Мин йоҡламаған инем. Һеҙҙе тыңлап яттым да...
Нурания тупһаға ултырырға йөрөй ине, Гәүһәр инәй уны туҡтатты:
– Ҡыҙым, көт, ултырмай тор. Мә, ҡартатаңдың тунының тағы бер еңе бар, түшәп ултыр. Үҙе йылытмағанға күрә, еңе йылытһын. Һалҡын булыр.
Нурания өләсәһенә һыйынып ултырып алды.
– Өләсәй, ә һин атайың тураһында бер нәмә лә белмәйһеңме ни?
– Юҡ шул, ҡыҙым… Үҙемде белгәндә ул һуғышта ине инде. Яуҙан ике генә хаты килгән. Уларын да күрмәнем, әсәйемдән һорамағанмын да… Тик кейәүгә сығып, өләсәйеңде үҙебеҙгә алып ҡайтҡас, атамды һорашып, военкоматҡа барып ҡараным. «Пропал без вести»нан башҡа бер нәмә лә әйтмәнеләр. Ҡайҙа үлеп, ҡайҙа ерләнгәнен булһа ла беләйем, тигәйнем, булманы.
Ейәнсәренең шулай ҡыҙыҡһынып ултырыуынан күңеле булған инәй:
– Эй, балам. Беҙҙең ғүмер ҡалай булһа ла үтте инде, һеҙ бәхетле булығыҙ. Көн-төн, ятһам да, торһам да һеҙгә һаулыҡ, бәхет, тәүфиҡ һорайым Хоҙайҙан. Балаларыма ла, ейән-ейәнсәрҙәремә лә, килен-дәремә лә, кейәүҙәремә лә – һәммәгеҙгә лә. Яңғыҙ ултырған саҡтарымда китап уҡыйым. Шкафтағы китаптарҙы нисәнсегә уҡыйымдыр инде. Хәҙер китапхананан барып алырға хәл етмәй. Ярай әле, эт күрмәгәнде күрһәм дә, уҡырға өйрәнгәнмен, тип ҡуям.
– Нишләп, эт күрмәгәнде күрһәм дә, тиһең? – Өләсәһенең ҡапыл ғына һүҙҙе тамамлай торған холҡон белгән ейәнсәре, яуапты белһә лә, һорай һалды.
– Башҡа нимә тип әйтәйем. Сит ауылға йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Һуғыштан һуң аслыҡ, өҫтөбөҙгә кейер кейем юҡ. Төндә нисәлә уянһаң да, һуңлап ҡуймайым, тип тороп кейенеп, иптәш ҡыҙҙарҙы уятып сығып китәбеҙ. Бер көн иртә таң менән тороп киткәнмен, сәғәт булмағас ни. Кисеүҙе сыҡҡанда һыуға баттым, көҙ булдымы икән, яҙмы. Һыу кейем менән уҡырға килдем. Ҡайтып алмаштырыр инем, башҡа кейер нәмә юҡ. Мәктәпкә килһәк, ишек бикле. Мейес яғырға килгән апайҙы көтөп ултырҙыҡ. Шулай уҡыйым тип атлығып торғанбыҙ инде. Һеҙгә күрһәтмәһен инде беҙ күргәнде. Тырышып уҡығыҙ ғына.
Төн үҙенекен эшләп, һыуыта башлағас, Гәүһәр инәй:
– Ҡуй инде, һыуытып та китте. Сәғәт нисә, ҡыҙым? – тине.
Ейәнсәре телефонына ҡараны:
– Ике тула ун минуттан.
– Инәйек, йоҡоғоҙ киләлер, юлдан арығанһығыҙҙыр.
– Юҡсы, әсәй.
– Ҡуй, балам. Завтра не праздник. Иртә менән торорға кәрәк, ятайыҡ.
Гәүһәр инәй кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп үткәндәргә булған сәйәхәткә нөктә ҡуйҙы ла, тик ултырғанлыҡтан ойоған аяҡтарын саҡ яҙып, туйтанлап беренсе инеп китте.
...Таң ата. Ауыл уяна. Алыҫтан һыбайлы көтөүсе күренде. Ул ауыл осонан йыйып алған малды ҡыуып, көтөүлек яғына ыңғайланы. Гәүһәр инәй һыйырын һауып көтөүгә ҡушты ла ҡаҙҙарына, тауыҡтарына ем һалды.
– Ыстағафирулла, таң менән сығып бында нимә эшләп тораһың? Тупһала ҡолас ташлап кирелеп торған ейәнсәрен күреп, аптырап китте.
– Мин һеҙгә килгәндә ошо тупһала таң ҡаршыларға, тау артынан ҡыҙарып ҡояш ҡалҡҡанын, яңы көн тыуғанын ҡарарға яратам.
– Ҡаршылар таңдарың гел ошондай яҡты, бәхетле булһын, балам, –тине Гәүһәр инәй.
Үҙе эстән генә шөкөр итеп ҡуйҙы: «Тағы яңы көн тыуҙы, Аллаға шөкөр. Ғүмерҙең яңы бер бите асылды».
Тормош дауам итә. Үткәндәрҙе байҡап, һабаҡ алып, бөгөнгө көн менән генә түгел, киләсәккә ҡарап йәшәргә кәрәк. Гәүһәр инәй кеүек.

Нурания МОРТАЗИНА,
Байыш мәктәбенең IX класс уҡыусыһы.


ҺҮРӘТТӘ: Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылында йәшәүсе өләсәйем Гәүһәр Тоҡомбәтова һигеҙ балаһы менән.


Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873