Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – САЛАУАТ РАЙОНЫ
ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – САЛАУАТ РАЙОНЫБил бирмәҫ батырҙар, һыр бирмәҫ уңғандар төйәге

Быйыл Башҡортостаныбыҙҙың бөтә төбәктәрендә лә, шул иҫәптән Салауат районында, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән байтаҡ эш башҡарылған. Милли батырыбыҙ тыуып үҫкән төйәктә, әйтәйек, байтаҡтан күптәрҙе борсоған һыу мәсьәләһе ярайһы уҡ уңышлы хәл ителгән. Малаяҙҙа, Арҡауылда, Шәриптә һыу үткәргестәргә, Малаяҙҙа, Мөрсәлимдә, Лағырҙа ҡаҙанлыҡтарға капиталь ремонт үткәрелгән. Район үҙәгендәге һәм Мөрсәлимдәге ҡаҙанлыҡтарға яңы резервуарҙар ҙа ҡуйылған. Малаяҙ халҡын һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу дауам итә.
Эшҡыуар Ғиззәтуллин, буш торған бер иҫке бинаны ремонтлап, тәүлегенә 35 мең литр эсәр һыу етештереү ҡеүәтенә эйә цех асҡан. Төҙөлөш, төҙөкләндереү буйынса сараларға шәхси эшҡыуарҙар әүҙем ҡушылған. Йыл башынан улар дөйөм майҙаны 547 квадрат метр тәшкил иткән өс сауҙа объектын сафҡа индергән.
«Ауылдың социаль үҫеше” федераль программаһы буйынса 13 кеше, шул иҫәптән 10 йәш пар, күп балалы ике ғаилә субсидия алған, 13 ғаилә “Йорт комплекты» тигән яңы проектта ҡатнаша, шуларҙың 12-һе йорттарын төҙөп бөтөү өсөн льготалы займ юллаған. Етем балалар өсөн икешәр фатирлы өс йорт төҙөлгән. Малаяҙ һәм Мөрсәлим ауылдары ҡатнашлығындағы Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса адреслы программаға ярашлы биш йорт төҙөкләндерелгән.
«Дыуангаз” йәмғиәтенең Салауат филиалы 154 йортҡа газ үткәргән, Арҡауыл – Көҫәпәй, Әлкә – Яхъя, Мөрсәлим – Яңы Сөрәкәй, Таймый ауылдары араһында, Миндеш, Бишәүҙәр, Яҙғыйорт, Күҫәләр, Иҙрис ауылдарында электр линиялары төҙөгән, Ҡалмаҡтарҙа газ һуҙыуҙы тамамлай, Шәрип, Таймый, Көҫәпәй ауылдарындағы һәм Мөрсәлим һыуалғысындағы ташландыҡ электр селтәрҙәрен үҙләштерә. Малаяҙҙың көньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә лә электр линиялары төҙөлгән. Мәктәптәр, балалар баҡсалары ремонтлана. Яхъяла 60 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һалына. Был ауылға илткән биш километр юл, Малаяҙҙа күп фатирлы йорт ихаталары тәртипкә килтерелә.
Район үҙәгендә тимерлек асылған, “Йәйғор” билмән яһау цехына яңы ҡорамал һатып алынған, яңы икмәкхана төҙөлгән. Ҡыҫҡаһы, теүәлләнгән эш бихисап. Быйыл район социаль-иҡтисади үҫеште күҙ уңында тотҡан маҡсатлы өс федераль һәм ун биш республика программаһында ҡатнашҡан. Бында байтаҡ эш шул программаларға ярашлы башҡарылған.
Урындағы төп тармаҡ – ауыл хужалығында бихисап мәсьәлә хәл ителгән. Үҫемлекселеккә килгәндә, өс хужалыҡ баҫыуына 239 тонна минераль ашлама индерелгән. Яҙғы сәсеүгә етерлек күләмдә – барлығы 1680 тонна — иген орлоғо һаҡлауға һалынған. 2000 гектар майҙанда ужым сәселгән, 6400 гектар ер туңға һөрөлгән. Малсылыҡ тармағында тоҡомдо яҡшыртыуға өҫтөнлөк бирелә. Был маҡсатта хужалыҡтар 438,13 мең һум аҡса тотонмаҡсы. Дөйөм алғанда, мал башына хужалыҡтарҙа — 26 центнерҙан ашыу, ә шәхси аҙбарҙарҙа 20-шәр центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Республикала, Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә лә киң билдәле «Янғантау” шифаханаһы район иҡтисадында мөһим урын биләй. “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең, Салауат юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығының, “Башкиравтодор” дәүләт унитар предприятиеһы филиалы — Мөрсәлим ваҡ таш заводының, Салауат РЭС-ының да социаль-иҡтисади үҫешкә индергән өлөшө ҙур. «Байтаҡ эште атҡарып сыҡтыҡ, алда торғандары тағы ла күберәк", — ти район хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов.

Йән һөйгән хеҙмәт татлы

Аҙбар тулы мал-тыуар, ишек алды тулы ҡош-ҡорт уларҙа. Ун баш һыйыр, ун быҙау, ун йылҡы, 60 һарыҡ, 16 кәзә тоталар. Өҫтәүенә, күптән түгел Силәбе ҡалаһынан ике ишәк, Екатеринбургтан бер пони һатып алып ҡайтҡандар...

Һүҙ — Салауат районының Әлкә ауылында йәшәүсе Камалетдиновтар ғаиләһе хаҡында. Земфира Флорит ҡыҙы менән Илдар Марсель улы икеһе лә ошонда тыуып үҫкән. Яратышып, йәшләй өйләнешкәндәр. Ғаилә башлығы колхозда тәүҙә — малсы, артабан — механизатор, ә ҡатыны Малаяҙҙағы район ҡулланыусылар йәмғиәтендә һатыусы булып эшләгән. Күркәм йорт һалып ингәндәр. Бер-бер артлы өс улдары — Илфир, Илдан, Батыр — тыуған. Эшләп, донъя көтөп, бала бағып, ил күргәнде кисереп ғүмер иткәндәр.
Рәсәй киҫкен үҙгәрештәргә тарығас, йәш ғаилә, арыуыраҡ яҙмыш юллап, Алыҫ Себергә китә. Икеһенә лә аҡсалы эш табалар, сынъяһау фатирҙа йәшәйҙәр, тормоштары яйлы бара. Әммә күңелдәре гүзәл тәбиғәтле, урманлы-таулы, йылғалы-күлле Башҡортостанды юҡһына. Шуға ла улар биш йылдан һуң тыуған төйәктәренә кире әйләнеп ҡайта. Күнегелгәнсә, мал-тыуар үрсетеп, Силәбе өлкәһенең Эҫем, Әшә ҡалаларындағы баҙарҙарҙа ит, һарыҡ йөнө һата башлайҙар. Яйлап ҡына мал һанын арттыралар. "Икебеҙ ҙә был кәсепте яратабыҙ, — ти хужабикә. — Ҡәҙимге тоҡом менән генә ҡәнәғәтләнмәйбеҙ, төрләндерергә ынтылабыҙ". Йән һөйгән хеҙмәт татлы — халыҡтың был әйтеме нәҡ улар хаҡында.
Камалетдиновтар үҙҙәренең хужалығындағы һәр малды ихлас, күңел биреп тәрбиәләй. Уларҙың ҡара, ҡыҙғылт төҫтәге аттары бар, әле тимгелдәрен эҙләйҙәр. Ҡош-ҡорттан төрлө тоҡомло тауыҡ, ҡаҙ, күркә, өйрәк аҫрайҙар. Ишәктәрен, пониҙарын ял, байрам көндәрендә балаларҙы ултыртып йөрөү өсөн файҙаланмаҡсылар. Әйткәндәй, район хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов, төбәктә бик һирәк осраған был хайуандарҙы үҙе килеп күреп, ғаиләнең башланғысын хуплап, дәртләндереп киткән.
— Ғөмүмән, урындағы етәкселек эшмәкәрлегебеҙ менән даими ҡыҙыҡһына, ярҙам итә. Былтыр, мәҫәлән, хакимиәт башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Әминә Ғәниева, илдә фермерлыҡ хәрәкәтенең дәүләт кимәлендә ҡурсаланыуын күҙ уңында тотоптор инде, беҙгә эшебеҙҙе рәсмиләштерергә кәңәш итте, — тип һөйләй Земфира Флорит ҡыҙы. – Уның тәҡдиме менән район үҙәгендәге хеҙмәт биржаһы ойошторған курста уҡып, фермер танытмаһы алдыҡ. Ошо курсты алып барған Рифҡәт Әйүпов ҡыҫҡа ғына ваҡытта эшебеҙҙә кәрәк булырлыҡ байтаҡ файҙалы мәғлүмәт бирҙе, дөрөҫ итеп бизнес-план төҙөргә лә өйрәтте.
Шәхси хужалыҡтарын теркәгәс, Камалетдиновтар ике кешене — Асҡын районында тыуып үҫкән, оҙаҡ ҡына Силәбелә йәшәгән Рәмил Ғафаров менән үҙҙәренең ауылынан Илгизәр Шәрәфетдиновты — мал ҡараусы итеп эшкә алған. Мәшәҡәттәре бөтмәҫ-төкәнмәҫ булыуға ҡарамаҫтан, йән һөйгән эштәре уларҙы арытмай, ялҡытмай, киреһенсә, дәрт өҫтәй, илһамландыра, ҡанатландыра.

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – САЛАУАТ РАЙОНЫМәскәү табибы ла бар

Һуңғы йылдарҙа Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы иҫ китмәле үҙгәрештәр кисерә. Уның баш табибы Валерий Шапочкин менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

— Валерий Сергеевич, табиптар менән тәьмин ителеш буйынса бынан бер нисә йыл элек кенә Башҡортостандың ауыл райондары араһында 21-се урында торған Малаяҙ үҙәк дауаханаһының был йәһәттән алдынғылар рәтенә сығыуына нисек өлгәшелде?
— Тәү сиратта табиптарға, бигерәк тә йәш белгестәргә уңайлы эш һәм көнкүреш шарттары булдырҙыҡ. Башта улар дауахана тарафынан ҡуртымға алынған фатирҙарҙа йәшәй, бер аҙ ваҡыт үткәс, үҙҙәренә бушлай бирелгән ерҙә йорт һала. Яңыраҡ, мәҫәлән, йәш табиптарыбыҙҙың береһе ике ҡатлы матур өй төҙөп инде. ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – САЛАУАТ РАЙОНЫРәсәй ҡаҙнаһынан бүленгән бер миллион һумға Башҡортостан бюджетынан 100 мең һум һәм район кеҫәһенән 50 мең һум өҫтәп белгестәргә тормош-көнкүрешен яйға һалып ебәреү мөмкинлеге тыуҙыра. Әйткәндәй, беҙҙә бөгөн республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, хатта Мәскәүҙән килгән белгестәр эшләй. Хирург Тимур Юлтаев — Күмертауҙан, колопроктолог Булат Дәүләтбаев — Нефтекаманан, неонатолог Лариса Шамакова — Нижневартовскиҙан, неврологтарҙың береһе Александр Черникин — Ырымбурҙан, икенсеһе Олеся Богданова Мәскәүҙән килде. Мин үҙем — педиатр, Өфөлә тыуып үҫкәнмен. Хәләл ефетем Гүзәл Мифтахова ла — педиатр, ошо райондыҡы, шуға бында төпләндек.
— Сит тарафтарҙа урындағы шарттар хаҡында ҡайҙан беләләр?
— Төрлө сығанаҡтарҙан. Мәҫәлән, интернет аша. Йәш белгестәрҙе йәлеп итеүҙә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар менән йыл һайын ойошторолған осрашыуҙарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Төрлө төбәктәрҙә даими уҙғарылған квалификацияны камиллаштырыу курстарына ебәрелгән табиптарыбыҙ ҙа коллегаларына беҙҙәге мөмкинлектәр хаҡында мәғлүмәт еткерә. Күптән түгел Мәскәүҙәге бер йыйында тағы 15 белгес беҙгә эшкә килергә теләк белдерҙе.
— Малаяҙ табиптарының эш хаҡы, башҡа район үҙәк дауаханаларындағы менән сағыштырғанда, икеләтә тип әйтерлек юғары булыуы ла мөғжизәгә бәрәбәр...
— Ысынлап та, Башҡортостандың башҡа район дауаханаларында табиптарҙың айлыҡ эш хаҡы 26 мең һум булһа, беҙҙә — 40 500 һум. Быны мөғжизәгә тиңләү урынлы түгел, әлбиттә. Беҙҙәгеләй һөҙөмтәләргә башҡалар ҙа өлгәшә ала. Ниндәйҙер айырым сере лә юҡ: ни бары халыҡты сифатлы хеҙмәтләндереү, йәғни һәйбәт дауалау һәм тейешле документтарҙы дөрөҫ тултырыу, иҫәп-хисап мәсьәләләрендә тәртип һәм контроль булдырыу зарур. "Янғантау" шифаханаһында дауаланыусылар, ашығыс медицина ярҙамына мохтажлыҡ кисерһә, бында мөрәжәғәт итә. Яҡындағы трассала юл фажиғәләре булғылай, унда ҡазаға тарығандарҙы ла беҙгә алып киләләр. Былар бөтәһе лә Малаяҙ үҙәк дауаханаһына өҫтәмә килем бирә.
— Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендәге райондарҙа йәшәүселәр йыш ҡына Малаяҙҙа дауалана...
— Был тәбиғи күренеш, сөнки беҙҙә район-ара кардиология, онкология, күҙ микрохирургияһы, һәләкәттәр медицинаһы, СПИД, травматология, диагностика үҙәктәре, йәғни барлығы ете үҙәк эшләй. Улар барлыҡ кәрәкле медицина ҡорамалы менән йыһазландырылған, юғары квалификациялы белгестәр тупланған. Шуға ла төбәк халҡы тейешле дауалау курсын Өфөлә түгел, бында үтергә ынтыла.

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – САЛАУАТ РАЙОНЫЮл аҙабы түгел һис ғазап

"Юл аҙабы — гүр ғазабы" тигән халыҡ әйтеме республикабыҙҙа онотола бара, сөнки юлдарҙың торошо өсөн яуаплы предприятиелар, ил сиген һаҡлаусылар кеүек, тәүлек әйләнәһенә уяу, эш менән мәшғүл. Улар иҫәбендә — “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы булған Салауат юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы.

Быйыл ғына ла идаралыҡ байтаҡ эш башҡарған.
— Юл хужалығы идаралығы заказына ярашлы — 26 миллион 218 һумлыҡ, территориаль заказ буйынса — 42 миллион 152 мең һумлыҡ, тышҡы заказға бәйле — 10 миллион 546 мең һумлыҡ, муниципаль заказды үтәү йөҙөнән 88 миллион 597 мең һумлыҡ эш атҡарылған, — тип һөйләй идаралыҡ етәксеһе Ришат Сафин. "Һаран" һандар саҡрым-саҡрым төҙөкләндерелгән юлдар, уларға түшәлгән асфальт япма идаралыҡ эшселәренең арыу-талыуһыҙ хеҙмәте хаҡында бәйән итә. Бер ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – САЛАУАТ РАЙОНЫүк ваҡытта бында етештереү базаһын нығытыуға ла етди иғтибар бирелә. Быйыл төҙөлгән ярайһы уҡ ҙур ангар гараж итеп файҙаланыла.
Яңыраҡ административ-көнкүреш корпусы сафҡа индерелгән.
— 47 берәмек техникабыҙ араһында өр-яңылары юҡ, әммә булғанын ҡәҙерләп, һаҡлап, тәрбиәләп тотонабыҙ, — тип дауам итә Ришат Ғафар улы. Шул тәңгәлдә ул туранан-тура техника менән эшләүсе алдынғылар — дәү "КамАЗ"-ға оҫта идара итеүсе Фәнис Әхмәтйәнов һәм Яков Воробьев, ал-ял белмәүсе механизатор Раян Закиров — хаҡында ихлас телгә ала. Юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығының өҫтәмә уңайлыҡтары ла бар. Һүҙ – уның ҡарамағындағы таш онтау ҡорамалы менән йыһазландырылған асфальт-бетон заводы, Әнйәк һәм Йонос ауылдары эргәһендәге лицензияланған карьерҙар хаҡында. Әйткәндәй, асфальт-бетон заводы быйыл 10 мең тонна фракциялы ваҡ таш етештергән.
Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан — ишелеп ҡар яуамы, ыжғыр буранмы, биҙрәләп ямғыр ҡоямы — Салауат районына сәфәр ҡылыусылар һәр саҡ тыныс, сөнки бында юлдар төҙөк, таҙа, ҡараулы. Шуға ла төбәктә юл аҙабы һис тә ғазап түгел...

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – САЛАУАТ РАЙОНЫБында белем алғандар хур булмай

Директорҙың хәстәре бөтәме ни! Әле бер ҡағыҙҙы, әле икенсеһен өлгөртөргә кәрәк. Хәҙер бит өҫтән тикшереүсе ойошмаларҙың һаны бөтәһе түгел. Талап иткән документтарҙы саҡ ҡына һуңлаттыңмы, штраф сәпәргә әҙер генә торалар.

Малаяҙҙағы 113-сө һөнәрселек училищеһы директоры Рәфис Ғибәҙуллин өҫтәлдәге эш ҡағыҙҙарын барлай ғына башлағайны, йәнә ишек шаҡынылар.
– Мөмкинме?
– Әйҙә, рәхим итегеҙ.
Ишектән былтыр яҙ беренсе курстан һуң үҙ теләге менән армияға киткән егеттең инеп килеүен күрҙе директор.
– Һаумыһығыҙ!
Егет ҡыйыу ғына уның ҡулын килеп ҡыҫты. Унан йомошон әйтте:
– Рәфис Вәсил улы, мин уҡыуымды дауам итергә тип килгәйнем.
Егеттең баҙыҡланып киткән кәүҙәһенә ҡарап:
– Армия килешкән үҙеңә, – тине директор. – Әйҙә, ултыр, ҡустым. Һөйләп ебәр, ни хәлдәр? Һалдат бутҡаһын ашап ҡайттым тиһең инде. Ҡыйын булманымы?
– Мин бит көрәшсе, бирешеп торманым. – Егет директорға училищела көрәш секцияһына йөрөүҙең файҙаһы хаҡында һөйләне.
Хәтһеҙ генә һөйләшеп ултырҙы улар. Директор егеттән киләсәккә пландарын һорашты. Унан ата-әсәһе менән ҡыҙыҡһынды.
– Һаман да эсәләр шул! – Егет күңелһеҙ генә яуапланы.
Директор шул саҡ:
– Ниндәй бүлектә уҡыйһың әле? – тип һорай ҡуйҙы.
– Автомеханикка.
– Бөгөнгө заманда бик шәп һөнәр. Ярай, һин бирешмә, уҡырға тырыш…
Егетте оҙатҡас, директор уйға сумды. Бәғзе бер ата-әсәнең балаларын бар тип тә белмәүенә борсолһа, ошондай уҡыу йорттарының йәштәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып, тәрбиә, һөнәр биреп сығарыуына ҡыуанды.
Училищела төплө белем алыу өсөн бөтә шарттар бар. Йыһазландырылған уҡыу кабинеттары, дөйөм ятаҡ, спорт залы, бай китапхана, ашхана… Бында белем алғандар бер ваҡытта ла хур булмай. Бөгөн һатыусы, кондитер, ашнаҡсы, автомобиль йүнәтеүсе кеүек белгестәр бөтә ерҙә кәрәк. Уҡыу йортонда башлыса Салауат районы йәштәре белем ала. Шулай ҙа Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Балаҡатай райондарынан хатта Силәбе, Екатеринбург өлкәләренән килеүселәр ҙә бар.
Коллективта тәжрибәле уҡытыусылар тупланған. Уҡыу менән бергә һөнәргә өйрәнеп үҫеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Үҫмерҙәргә дәрестә алған белемен нығытыу йәһәтенән дә ҙур хәстәрлек күрһәтелә. Баҫыуҙа үҙҙәренә етерлек аҙыҡ-түлек үҫтерәләр, хатта һаталар ҙа әле. Сәсеү, ураҡ эштәрендә башҡа хужалыҡтарға ярҙам итәләр.
Уҡыу йортонда спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Төрлө ярыштарҙа еңеү яулауҙарына өйрәнеп бөткәндәр хәҙер. Ошо йылдарҙа ғына гер күтәреү, милли көрәш, аңел атлетика, саңғы уҙышы, өҫтәл теннисы буйынса етди уңыштарға өлгәштеләр.
Телефон тауышы йәнә Рәфис Вәсил улының уйҙарын бүлде.
Был юлы күрше Ҡыйғы районынан шылтыраталар ине, училище менән ҡыҙыҡһыналар икән.
– Килегеҙ, көтәбеҙ, – тине директор.
В. АЙҘАРОВ.
Махсус битте Хөриә АБЫҘГИЛДИНА, Владимир Карабанов (фото) әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872