Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Автояңылыҡтар
АвтояңылыҡтарЕвропала иң яҡшылар асыҡланған

Европала автомобилдәр тураһында яҙыусы иң абруйлы баҫмалар тарафынан үткәрелгән "Йыл автомобиле" (Car of the year) конкурсының еңеүселәре асыҡланған. Төп урынға дәғүә итеүселәр Европаның 22 иленән килгән машиналар тураһында яҙыусы 58 журналистан торған жюри тарафынан билдәләнгән.
34 "тимер ат" араһынан белгестәр иң яҡшы һигеҙен һайлап алған. Исемлеккә Ford B-Max, Hyundai i30, Mersedes-Вenz A-класс, Peugeot 208, Renault Clio, Subaru АвтояңылыҡтарBRZ/Toyota GT86, Volkswagen Golf һәм Volvo V40 ингән.
Конкурстың төп еңеүсеһе киләһе йылдың мартында Женевала үтәсәк халыҡ-ара автосалонда билдәләнергә тейеш. Былтыр Европаның "Йыл автомобиле" исеменә Shevrolet Volt/Opel Ampera лайыҡ булғайны. Быға тиклем еңеүселәр тип Nissan Leaf, Volkswagen Polo, Opel Insignia, Fiat 500, Ford S-Max, Renault Clio һәм Toyota Prius билдәләнгән булған.

Сабый ғүмерен ҡурсаларға кәрәк...

АвтояңылыҡтарЮХХДИ баланы автомобилдә махсус ултырғыста йөрөтмәгән өсөн штрафты биш мең һумға ҡәҙәр арттырырға тәҡдим итә.
Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл 11 айҙа Рәсәй юлдарында 890 баланың ғүмере өҙөлгән, уларҙың 481-е һәләкәт мәлендә автомобиль эсендә булған. Бәләкәй балаларҙы махсус ултырғысһыҙ йөрөтөү тыйылһа ла, күп ата-әсәләр был ҡағиҙәне үтәмәй. Уларҙы бының өсөн штраф та ҡурҡытмай – Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына ярашлы, ул 500 һум күләмендә билдәләнгән.
Әйткәндәй, ҡайһы бер ата-әсәләр бала табыу йортонан ҡайтып барғанда уҡ бәләкәстәрҙе йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙа. Бында дәүләттең дә ғәйебе бар. Мәҫәлән, сабыйҙы дауахананан барып алғанда кәрәкле әйберҙәр исемлегендә балалар өсөн махсус ултырғыс әле һаман юҡ. ЮХХДИ-ла хәлде үҙгәртергә вәғәҙәләйҙәр. Скандинавия илдәрендә иһә бындай ҡағиҙә индерелгән, автомобилдә бала өсөн махсус ултырғыс юҡ икән, табиптар сабыйҙы ата-әсәһе ҡулына бирмәй. Яңыраҡ Рәсәйҙең 20 төбәгендә Дәүләт автоинспекцияһы халыҡтың иғтибарын ошо мәсьәләгә йәлеп итеү ниәтендә махсус кампания ойошторған – бала табыу йортонан яңы сыҡҡан әсәләргә ошондай ултырғыстар бүләк ителгән.

Пассажирҙар “ҡиммәтләнә”

Автобус хужаларынан пассажирҙар алдындағы яуаплылыҡты страховкалауҙы талап итәсәктәр. Хәҙер сәләмәтлеккә, ғүмергә йә милеккә килгән зыян өсөн компенсация алыу, ОСАГО менән сағыштырғанда, күпкә еңелерәк буласаҡ, уның күләме лә һиҙелерлек артасаҡ тип ышандыралар.

Шуға ла яңы йылдың тәүге көндәрендә беҙҙе оҙон ял ғына түгел, ә бөтөн транспорт төрҙәренә ҡиммәтләнгән билеттар ҙа көтөүе бар. Пассажир ташыусы компаниялар иңенә (таксиҙан башҡа) хәҙер өҫтәмә йөк ята – клиенттар алдындағы яуаплылыҡты страховкалау мотлаҡ. Был турала закон 1 ғинуарҙан көсөнә инә.
Страховкалау тарифтары хәҙер, мәҫәлән, халыҡ-ара һәм ҡала-ара бәйләнештәр буйынса йөрөүселәргә бер пассажир өсөн 9,14 һумдан 18,4 һумға тиклем тәшкил итәсәк. Ҡала әһәмиәтендәге маршрут автобустары ла ҡиммәтләнә: бында һәр пассажир өсөн эшҡыуарҙар 43 тиндән 87 тингә ҡәҙәр аҡса сығарасаҡ. Уларға өҫтәмә сығымдарҙы ҡаплау өсөн иң ябай ысул – юл йөрөү хаҡын бер һумға булһа ла арттырыу. Ләкин бер һумға ғына артырмы – ошо һорау әлегә тынғы бирмәй.
Ә пассажирҙарға ниндәй өҫтөнлөктәр тыуҙырыла һуң? Закон кеше ғүмерен – 2 миллион 25 мең һумға тиклем, сәләмәтлекте – 2 миллион һумға, милеккә зыянды 23 мең һумға ҡәҙәр баһалай.
Финанс министрлығы иһә пассажир ташыусы тарафынан килтерелгән зыяндың тиҙ арала һәм тулыһынса ҡайтарыласағына ышандыра. Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарында кешенең теге йәки был ағзаһының "хаҡы" аныҡ күрһәтелгән. Мәҫәлән, "маршрутка"ла күҙегеҙгә зыян килтергәндәр икән (бындай бәлә-ҡазанан Аллаһ һаҡлаһын, әлбиттә), страховка компанияһы һеҙгә 100 мең һумдан 300 мең һумға ҡәҙәр аҡса түләргә мәжбүр буласаҡ.
Әлбиттә, һаулыҡты аҡса менән баһалау дөрөҫ тә түгел кеүек, әммә хәҙер зыян күргәндәрҙең бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ һәм суд юлын тапамайынса ғына дауаланыу өсөн кәрәкле аҡса алырға хоҡуғы бар.

АвтояңылыҡтарНасар юлдар ҙа һәләкәткә килтерә

Быйылғы 11 айҙа Рәсәйҙә 187 098 юл фажиғәһе теркәлгән, тип хәбәр итә ЮХХДИ. Һәләк булыусылар былтырғы ошо уҡ осор күрһәткестәренән 1,2 процентҡа күбәйгән, ә авариялар 2,8 процентҡа артҡан.
Тиҙлекте арттырыу, светофорҙың ҡыҙыл утына хәрәкәт итеү һәм юлдың ҡаршы яҡ һыҙатына сығыу юл фажиғәһенә килтереүсе төп сәбәптәр тип аталған. 216 286 кешене йәрәхәтләгән (былтырғынан 4,8 процентҡа артҡан) һәм 22 138 кешене һәләк иткән (3,4 процентҡа күберәк) 163 391 авария (4,7 процентҡа юғарыраҡ һан) тап ошо сәбәптәр буйынса "тыуған" да инде.
Юлдарҙың насар булыуы арҡаһында ла аварияларҙың артыуы күҙәтелгән. Быйыл ошо сәбәпле 37 882 һәләкәт теркәлгән, унда 6 235 кеше һәләк булған һәм 47 177-һе йәрәхәтләнгән. Был йәһәттән "иң-иң" төбәктәр булып Ставрополь крайы, Воронеж һәм Һамар өлкәләре һанала икән.
Әйткәндәй, водителдәрҙең иҫерек килеш руль артына ултырыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән юл фажиғәләре (11 853 авария) бындай һәләкәттәр һанынан кәмерәк. Әммә был һис тә күрһәткестәрҙең яҡшырыуы тураһында һөйләмәй, киреһенсә, аварияларҙың бындай төрө 3,2 процентҡа артҡан. Иҫеректәр "тыуҙырған" аварияларҙа һәләк булыусылар һаны (1 888 кеше) кәмеһә лә, зыян күреүселәр күберәк – 17 241 кеше (2,6 процентҡа артҡан) төрлө кимәлдә йәрәхәт алған.
Белгестәр фекеренсә, авариялар Рәсәйҙә автомобилдәр артыуы менән дә бәйле. Шулай ҙа юл һәләкәттәренең 70 проценты тирәһенә водителдәрҙең юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүе сәбәпсе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә