Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау – һәр кемдең мәнфәғәтендә
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау – һәр кемдең мәнфәғәтендәТирә-яҡ мөхиттең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм ҡалдыҡтар эшкәртеүҙе үҫтереү Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә киләһе йылға үҫештең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булараҡ билдәләнде.
Бынан тыш, экология мәсьәләләренең мөһимлеген иҫәпкә алып, Башҡортостан Президентының Указы менән 2013 йыл республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Былтырҙан башлап Башҡортостанда 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын камиллаштырыу буйынса республика программаһы тормошҡа ашырыла. Уны финанслауҙың дөйөм күләме 7,5 миллиард һум тәшкил итә. Программаға ярашлы, Стәрлетамаҡ һәм уға яҡын райондар нигеҙендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең пилот проекты төҙөлдө. Проектты бөтә республикаға таратыу күҙаллана.
Республика программаһында 2015 йылға Башҡортостан биләмәһен таҙартыуҙың генераль схемаһын эшләү айырып билдәләнә. Ул район һәм ҡала схемаларына нигеҙләнәсәк. Киләһе йыл бөтә муниципалитеттар ошо документтарҙы әҙерләргә тейеш. "Тәбиғәт" дәүләт унитар предприятиеһы ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә ҙур практик тәжрибәгә эйә. Ул ауыл һәм ҡалаларҙы таҙартыуҙың генераль схемаһын эшләү буйынса ла хеҙмәт күрһәтә.

Башҡортостан биләмәһендә йылына 1,7 миллион тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдығы йыйылыуын беләһегеҙме? Өҫтәүенә, һуңғы биш йылда төрлө пластик ҡаптарҙың артыуы күҙәтелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бер өлөшө генә ҡайтанан эшкәртелә, ә ҡалғандары сүплеккә, полигондарға оҙатыла. Ә бит пластик шешәләр – бер быуаттан артығыраҡ, полиэтилен япмалар – 200, алюминий – 500, ә быяла мең йылға тиклем серемәйенсә, ер өҫтөндә ята! Беҙҙең предприятиеларҙа әлегә ҡалдыҡһыҙ эшмәкәрлек итеү технологиялары уйлап табылмаған, шуға күрә был мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала.

Ҡалдыҡтарҙы файҙаланып була

Ошоно күҙ уңында тотоп, 2003 йылда Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһы булдырылды, махсус маҡсатлы программа тормошҡа ашырыла башланы. Беҙҙең эшмәкәрлек нәҡ ошо юҫыҡҡа ҡоролған да инде.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары республикала сүп-сарҙы экологияға зыян килтермәйенсә утилләштереүҙе тәьмин итә. Уларҙы файҙаланыу тәбиғәтте һаҡлау закондарына ярашлы башҡарыла. Бынан тыш, беҙҙең предприятие ҡалдыҡтарҙың миҡдарын кәметеү, ҡайтанан эшкәртеү, улар менән мөғәмәлә итә белергә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау – һәр кемдең мәнфәғәтендәөйрәтеү юҫығында ла эш алып бара. Тупланған тәжрибәбеҙҙән сығып, “ҡалдыҡтарҙы йыйыу – ташыу – сорттарға айырыу – юҡ итеү” циклы индерелгән, ул даими камиллаштырыла. Әйтәйек, Стәрлетамаҡта ҡала халҡынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу проекты ғәмәлгә ашырыла, сеймал ҡабул итеү пункттары эшләй. Республикала сүп-сарҙы ҡайтанан эшкәртеүсе беренсе комплекс (йылына 50 мең тонна ҡалдыҡты эшкәртә алырлыҡ) Нефтекама филиалында барлыҡҡа киләсәк.
“Тәбиғәт” экологияға хәүеф менән янаған ҡалдыҡтарҙы юҡ итеүгә лә иғтибар бирә, сөнки вайымһыҙҙар йыш ҡына ҡурҡыныс, ағыулы матдәләрҙе (терегөмөшлө йәки химик майлы) полигонға сығарып ҡотолоу әмәлен күрә. Уларҙы йыйыу, ташыу, ваҡытлыса һаҡлау һәм тирә-яҡҡа зыян килтермәйенсә утилләштереү буйынса комплекслы система ғәмәлгә индерелде. Яҡын арала медицина ҡалдыҡтарын, иҫке автошиналарҙы, аккумуляторҙарҙы һәм башҡаларҙы ҡайтанан эшкәртеү башланасаҡ.
Бөгөн энергияны аҙ тотонған терегөмөшлө лампалар киң ҡулланыла. Шунлыҡтан эшкинмәгән лампаларҙы юҡҡа сығарыу мәсьәләһе килеп тыуа. Ошоға бәйле “Экомобиль” тигән проект тураһында халыҡ белергә тейеш: һәр кем ғәмәлдән сыҡҡан ошондай лампаларын, термометрҙарын шунда бушлай тапшыра ала.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса яңы экологик проект та тормошҡа ашырыла башланы. Мәҫәлән, Бүздәк, Архангел, Ауырғазы райондарында был эшкә тотондолар ҙа инде.
Беҙҙең предприятие халыҡ араһында аңлатыу эшен көсәйтә. Әйтәйек, ҡала-ауылдарҙа экологик акциялар, “Йәшел десант”, “Йәш эколог”, “Таҙа ҡала” тигән конкурстар йыш уҙғарыла. Яҙын “Ҡағыҙға – икенсе ғүмер” тигән республика акцияһы ойошторолоп, унда балалар 100 тоннанан ашыу макулатура йыйҙы, ә был 500 ағасты һаҡлап ҡалыуға тиң.
Шулай уҡ www.ecorb.ru интернет-порталы булдырылды. Уның аша экологияны һаҡлау мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынғандарға төрлө мәғлүмәт алырға мөмкин.

Ҡағыҙға – икенсе ғүмер

Бер миллион кеше йәшәгән ҡаланан йыл да 40 миллион тонна самаһы ҡағыҙ сүплеккә сығарыла. Уны ҡайтанан эшкәртеү мөмкинлеген һәр кем иҫтә тотһон ине. Бер тонна ҡағыҙ етештереү өсөн яҡынса дүрт кубометр ағас, йәғни биш ағас юҡ ителә! Икенсе яҡтан, ҡағыҙҙы ҡайтанан эшкәртеү, целлюлоза етештереү менән сағыштырғанда, тәбиғәткә аҙыраҡ зыян итә.
Шулай уҡ бер тонна ҡағыҙ ҡапты ҡайтанан эшкәртеү һауаға яҡынса 900 килограмм газ бүлеп сығарыуҙан ҡотҡара һәм сүп-сар полигонында өс кубометр майҙанды буш ҡалдыра. Иҡтисади яҡтан да файҙаһы бар: яңынан эшкәртеп сығарылған продукция күпкә арзаныраҡҡа төшә.
Ошо өлкәгә ҡағылышлы мәғлүмәттәргә мөрәжәғәт итһәк, 2010 йылда республика биләмәһендә 81 мең тоннанан ашыу ҡағыҙ һәм ҡатырға ҡайтанан эшкәртелгән. Был файҙалы эшкә “Ҡағыҙға – икенсе ғүмер” акцияһында ҡатнашҡан Өфө уҡыусылары индергән өлөш ҙур. Ә икенсел сеймалдан типография, бәҙрәф ҡағыҙы, төрлө ҡап өсөн ҡатырға, шулай уҡ төҙөлөш материалдары етештерелә. Шунлыҡтан ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм эшкәртеүгә тапшырыу тирә-яҡ мөхитебеҙҙе таҙа тотоу мәнфәғәтендә икәнлеген онотмау мөһим.

Киләсәк тураһында хәстәрләп

Энергияны һаҡсыл тотоноу, уның йоғонтололоғон күтәреү – Рәсәй һәм республика иҡтисадының конкуренцияға һәләтен үҫтереү ул. Энергия ҡулланыуҙы кәметеү – был мәсьәләне хәл итеүҙең бер өлөшө. Ошоға бәйле йыл башынан 100 ваттан да көслөрәк ҡыллы лампаларҙы етештереү һәм тыйыу ғәмәлгә индерелде: халыҡ аҙ энергия талап итеүсе лампаларға күсергә тейеш. Илебеҙҙә 2013 йылдан башлап 75 ваттан, 2014 йылдан 25 ваттан көслөрәк ҡыллы лампаларҙы етештереү һәм һатыу тыйыласаҡ. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, энергияны әҙ тотонған яңы лампалар үҙенең өҫтөнлөгөн тормошта раҫланы. Люминесцент лампаларҙың яҡшы яғы – яҡтыраҡ (5 – 8 тапҡырға) яныуы, энергияны ла һаҡлауы (85 процентҡа күберәк). Өҫтәүенә, улар оҙағыраҡ та хеҙмәт итә: 6 – 15 мең сәғәт өҙлөкһөҙ яндырырға Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау – һәр кемдең мәнфәғәтендәмөмкин.
Әлбиттә, светодиод лампаларға күсеү энергияны һаҡсыл тотоноуҙың иң йоғонтоло ысулы булыр ине, тик уларҙың хаҡы кеҫәгә һуғырлыҡ – берәүһе 1 мең һум тора.

Янған люминесцент лампаларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Һәр яңылыҡтың үҙ эҙемтәләре бар, заманса лампалар ҙа унан азат түгел. Мәҫәлән, эсенә терегөмөш тултырылғаны. Тимәк, ҡулланыу ваҡыты сыҡҡас, уны сүплеккә ташлап ҡына ҡотолоу тирә-яҡты ағыулау ихтималлығын тыуҙыра. Терегөмөш менән ағыуланыу үҙәк нервы системаһын һәм эске ағзаларҙы ҡаҡшата.
Әйткәндәй, бөгөн ошо лампаларҙы утилләштереү тотош Ер йөҙөндә проблема тыуҙыра. Германиялағы урбанистика институты мәғлүмәттәре буйынса, донъяла заманса яҡтыртҡыстарҙың 40 проценты ғына экологик нормаларға ярашлы юҡ ителә, ә ҡалғандарының яҙмышы билдәһеҙ. Был иҫәпкә алынмаған өс тоннаға яҡын терегөмөштөң беҙҙе ағыулап ятыуын дәлилләй. Шуға күрә файҙаланыуҙан сыҡҡан яҡтыртҡыстарҙы ҡағиҙәгә ярашлы юҡ итеү мәсьәләһенең илдең һәр төбәгендә теүәл үтәлеүен ойоштороу мөһим. Өфөлә генә лә файҙаланылған люминесцент лампаларҙың миҡдары – өс миллион тирәһе. Ҡулланыуҙан сыҡҡандарын торлаҡ-файҙаланыу участкаларында йыйыу, артабан утилләштереү эшен махсус ойошмаларға тапшырыу күҙ уңында тотола. Шундай учреждениеларҙың береһе – махсус ҡорамал һәм йыһаз менән тәьмин ителгән беҙҙең предприятие. Әле терегөмөшлө лампаларын беҙгә республика предприятиелары ғына тапшыра, халыҡ иһә был турала хәбәрҙар түгелме, әллә вайымһыҙлыҡ күрһәтәме – ҡуҙғалыш һиҙелмәй. Һәр кемдең “ҡолағына төшөргө” килә: “Экомобиль” – республикалағы терегөмөшлө лампаларҙы һәм башҡа приборҙарҙы ҡабул иткән берҙән-бер күсмә пункт. Ул ойошторолғандан алып – 2010 йылдың ноябренән – 7000 тирәһе лампа сүплеккә барып эләкмәне. “Экомобиль” ҡайһы ҡала һәм ауылда ҡасан буласағын (347) 252-03-88 телефонына шылтыратып йәки Өфө ҡалаһы, Степан Кувыкин урамы, 102-се йорт адресы буйынса белергә мөмкин.

Иҫке компьютерыңды ла тапшыра алаһың

Техник прогресс көсәйгән һайын электрон ҡорамалдар яңыра, алмашына. Тик кешеләр, төптән уйлап тормайынса, иҫке приборҙарын контейнерға йәки сүплеккә сығарып ташлай. Халыҡ-ара электрон продукцияны утилләштереү ассоциацияһы киләһе биш йыллыҡта 250 миллион компьютер, 150 миллиондан ашыу кеҫә телефоны ҡулланыуҙан сығасаҡ тип фаразлай. Шунлыҡтан электрониканы ҡабаттан эшкәртеү ҡеүәте лә артырға тейеш, сөнки бындай приборҙар составында ҡиммәтле металл да (бронза, алтын), шулай уҡ ағыулы матдәләр (терегөмөш, ҡара ҡурғаш, кадмий, ҡурғаш, хром, асбест, мышаяҡ) бар. Кремний менән алюминий, тимер, никель, цинк, магний ҙа байтаҡ. Уларҙың, яуым-төшөм йоғонтоһона дусар булып, сүплектә бар тәбиғәткә, кешелеккә көслө ағыу бөркөп ятыуы тураһында йәмәғәт уйланамы икән?! Яуап, әлбиттә, икеле.
Илдә генә түгел, тотош донъяла үҙебеҙ йәшәгән мөхитте һаҡлау, бысратмау тураһында әллә күпме директивалар, закондар, ҡарарҙар ҡабул ителә. Сит илдәрҙә, әлбиттә, файҙаланыуҙан сыҡҡан электрон приборҙарҙы махсус рәүештә йыйып утилләштереү эше, яманмы-яҡшымы, бара, тик беҙҙең Рәсәйҙә генә был яйға һалынмаған. Ә приборҙарҙың деталдәрен һүтеп алһаң, артабан да ҡулланыу мөмкинлеге бар. Башҡортостанда был проблеманы хәл итеү өсөн “Тәбиғәт”, шул уҡ “Экомобиль” проектын бойомға ашырып, иҫке компьютер һәм башҡа электрон ҡорамалдарҙы үҙендә ҡабул итә.
Көнкүреш ҡалдыҡтарын махсус урындарға тапшырып, үҙебеҙҙең сәләмәтлек, киләсәк тураһында хәстәрлек күрмәһәк, йәш быуынға ниндәй тормош бүләк итә алырбыҙ икән?!
Альбина ШӘМСЕТДИНОВА,
инженер-эколог.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872