Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Утһыҙ төтөн сыҡмай
Утһыҙ төтөн сыҡмайРәсәй Президенты Владимир Путин быйыл Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй аграрсылар форумында ауыл хужалығын оборона тармағына тиңләне. Әлбиттә, ул илде туйындырыусы крәҫтиәнгә лә Ҡораллы Көстәргә һымаҡ уҡ иғтибар буласағын күҙ уңында тотоп әйтте. Ни генә тимә, быйыл был өлкәгә ярҙам икеләтә ине: Президент һүҙҙәренә ҡарағанда, 170 миллиард һум бюджеттан бүленһә, 150 миллиарды — кредит рәүешендә.

Илдең ике төп ҡалҡаны бар: оборона һәм тыл. Һуңғыһын, иҡтисад менән бер рәттән, тәү сиратта ауыл хужалығы алып тора. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, образлы әйткәндә, әҙәм балаһы ҡорһаҡ аша уйлаусан. Ас кешенең асыуы яман, тигән әйтем дә бар. Тимәк, крәҫтиән хеҙмәте, тейешенсә баһаланып бөтмәһә лә, илде йәшәтеүсе иң мөһим тармаҡ.
Һуңғы айҙарҙа нәҡ ошо ике тармаҡта, дөрөҫөрәге, министрлыҡтары етәкселегенә бәйле шау-шыуҙар уйландыра, хатта ҡурҡытып, һағайтып та ҡуя. Ирекһеҙҙән, үҙәк матбуғатта яҙылғандар, телевидениела һөйләгәндәр дөрөҫ булһа, харап бит, әй, тиһең.
Оборона өлкәһен ҡалдырып торайыҡ та, ауыл хужалығына күҙ һалайыҡ. Нимә генә тимә, бындағы хәлдәрҙе беҙ "өҫтән" түгел, "аҫтан" беләбеҙ. Шуға ла уңышлы ғына эшләп килгән хужалыҡтарҙың тарҡалыуына йәнебеҙ көйә, фермерҙар эшмәкәрлеге ике тиҫтә йыл буйы ныҡлы ғына аяғына баҫа алмағанына әсенәбеҙ, отчеттарға ҡарап, һаман күҙ буяуҙарҙан арынмайбыҙ, тип уфтанабыҙ. Барыбыҙ ҙа аграр тармағының ауырыуын белә. Шуғалыр ҙа әсерәк теллеләр, был өлкәне етәкләргә табип-кардиологты килтереп ҡуйғас, ярым шаяртып: "Бәй, ауыл хужалығының хәле шул тиклем дә мөшкөлмө икән ни, врач талап ителде", — тип ҡуйҙы.
Президенттың тармаҡты оборона менән тиңләүендә лә миҙалдың икенсе яғына һуҡтырыусылар табылды: тәүгеһендә — "Оборонсервис"та — коррупцион эҙҙәрҙе таба ғына башлағайнылар, "Росагролизинг" тиҫкәре яғы менән ҡалҡып сыҡты. Әйткәндәй, Владимир Путин тынысландырырға тырышты: тикшеренеүҙәр булып, суд ҡарары иғлан ителмәйенсә, кеше ғәйепле тип иҫәпләнмәй. Премьер-министр Дмитрий Медведев та "Хәбәрҙәр" программаһының аҙналыҡ йомғаҡтарында (2012 йыл, 9 декабрь) ошо хаҡта белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта коррупцияға ҡаршы көрәш бөгөн генә башҡарылған эш түгел тип, эҙмә-эҙлекле тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе икәненә ишараланы. Тимәк, ил етәкселәре һүҙҙәренә ҡарағанда, шәхсән элекке оборона министры Сердюков тарафына ла, Рәсәй ауыл хужалығы экс-министры Скрынникка ла матбуғаттың "таш атыуы" әлегә урынһыҙ булып сыға.
"Крестьянская Русь" (2012 йыл, ноябрь, 47-се һан) хәбәрсеһе Михаил Антонов яҙыуынса, кардиолог Елена Скрынник тәүге тапҡыр томографтар һатып алғанда тикшеренеүселәр күҙенә салына. Ләкин ул ваҡытта ғәйепләнеүҙән ҡотола. Һуңғараҡ "Росагролизинг"ты етәкләй. Шуға ла Франциялағы унлаған миллион евролыҡ "өй стационары"н экс-министр бизнес менән шөғөлләнеү һөҙөмтәһе тип аңлата.
Һуңғы бәхәсле "эш"тә Елена Скрынниктың исеме "Росагролизинг"тағы хеҙмәттәшенең Рублевкалағы өйөндә тикшеренеүҙәрҙән һуң ҡалҡып сыға. "Афера" нимәнән ғибәрәт һуң? Яҡынса әйтеүҙәренсә, 40 миллиард һум "һул" аҡса фермерҙарға техника һатыу, мал аҙбарҙары төҙөү, башҡа хужалыҡ кәрәк-ярағы өсөн бүленгән мутлыҡтарҙан йыйылған икән.
Беҙгә йыш ҡына, ауыл хужалығы — табышһыҙ тармаҡ, тип һеңдерергә тырышалар. Имеш, Малевичтың "ҡара квадрат"ы йәки үгәй әсәһе тишкән мискәгә һыу ташыған ҡыҙ шикелле, күпме һалһаң да тулмай — осо-ҡырыйы, төбө күренмәй. Юҡ, яңылыша белгестәр, ана бит, "табыш" табам тигәндәргә табылып тора. Бәлки, ошондай “йылғырҙар” булғанға ла был өлкә табышһыҙға әйләнгәндер? Ысын булһа, үҙләштерелергә мөмкин 40 миллиард (әйтеүе лә ҡурҡыныс) һумға ғына ла тотош бер нисә өлкәнең ауыл хужалығы техникаһын "Росагролизинг" аша яңыртып булыр ине бит. Сағыштырып ҡараһаҡ, быйыл ҡоролоҡтан ҡаза күреүсе, ғәҙәттән тыш хәл индерелеүсе 20 төбәк аграрсылары 42 миллиард һум һорағайны, ләкин был кемгәлер күп күренде — эҙемтәләр 6 миллиардҡа ғына баһаланды.
Хәйер, ниңә алдан баш ватырға? Енәйәт эше ҡуҙғатылмайынса уҡ ғәйеплене эҙләү ҡараңғы бүлмәлә ҡара бесәй эҙләүгә тиң бит, бигерәк тә ул унда булмаһа. Шулай ҙа, утһыҙ төтөн булмай тигәндәй, ил етәкселегенең, тикшеренеүсе органдарҙың коррупцияға ҡаршы һуғыш асыуы аңлашыла. Депутаттарҙың был юҫыҡтан яңынан-яңы закондар, өҫтәмәләр ҡабул итеүе лә ошо турала һөйләй.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ

Фекерҙәр:

Вил НОСРАТУЛЛИН, иҡтисад фәндәре докторы:
— Скрынник тәүҙән үк үҙ урынына ҡуйылмағайны, сөнки ул белеме буйынса табип, медицина фәндәре кандидаты. Ә иҡтисад фәндәренә докторлыҡ диссертацияһын һуңыраҡ, "урын"ға ултырғас яҡланы. "Росагролизинг" башлыса техника һатыу менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы министры булараҡ, эш айышына төшөнөп тә етмәне. Сәбәбе ябай — кеше үҙ урынында түгел ине.

ИЛГИЗ, фермер:
— Әлбиттә, шаҡ ҡатырғыс хәл. Мин лизингка техника алманым. Уның өсөн башланғыс капитал кәрәк. Лизинг, минеңсә, бик отошло алым, сөнки уны айырым фермерҙан да бигерәк, күп сәсеүлеге, малы, көтөүлеге булған крәҫтиән хужалыҡтары файҙалана ала. Нәҡ ошондай изге маҡсатта ойошторолған "Росагролизинг" һымаҡ урындарҙа ла дәүләт аҡсаһын үҙләштерһәләр, кемгә ышанырға ла белмәҫһең. Беҙ, фермерҙар, һыйыр быҙаулаһа ла шатланабыҙ, иген уңһа, түбәбеҙ күккә тейә.

Р. СӘҒИТОВ, элекке колхоз рәйесе:
— Белмәйем, ошо тиклем сумманың үҙләштерелеүен, шул иҫәптән, аҡсалата ғына түгел, компанияның абруйы төшөп, зыян күреүен күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Элек беҙҙән, колхоз рәйестәренән, баҫыуҙағы яҫмаларҙа башаҡтар ятып ҡалһа ла ҡаты һорайҙар ине. Әле иһә баҫыуҙар һөрөлмәйенсә ҡала — яуап биргән кеше юҡ, хатта ҡайһыларында урман үҫә — шулай булырға тейеш һымаҡ. Бөгөн ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтыра алмайбыҙ икән, бер нисә йылдан сит ил аҙыҡ-түлеге, тауары аҫтында ҡаласаҡбыҙ. Шулай булмаһын тиһәк, ҡайҙа ла үҙ эшенең белгесе кәрәк. Дипломлы түгел, ә тәжрибәле белгес!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872