Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һигеҙ балаһын яңғыҙы үҫтергән
Һигеҙ балаһын яңғыҙы үҫтергәнМәликә өләсәйем эргәһенән, йәғни Ғәлиәкбәр ауылынан, ҡайтыуыма өс кенә көн үтһә лә, уны шул хәтлем ныҡ һағындым. Арҡамдан тупылдатып һөйөүен, ҡытыршы ҡулдары менән сәстәремде һыйпап хәлемде һорашыуын бик яратам. Бындай мәлдәрҙә үҙемде тағы ла бәхетлерәк тоям, иркәләнеп, өләсәйемә тағы ла нығыраҡ һыйынам.

"Өләсәй" һүҙен ҡабатлаған һайын сәстәренә сал төшкән, йөҙөнә тәрән бураҙналар ятҡан, эштең барыһын да башҡарғанлыҡтан ҡулдары ярғыланып бөткән, күҙҙәренән һәр ваҡыт йылы ҡараш бөркөлгән, сал сәсен йәшерергә теләгәндәй яулығын яҙып ябынған, боронғоса балитәкле, тәңкәле күлдәге өҫтөнән йәйен дә, ҡышын да, һалҡын тейеүҙән ҡурҡып, камзул йә түшлек һалған, аяғына оҙон ҡуныслы ап-аҡ ҡына йөн ойоҡ һәм ялтыр ҡара калуш кейгән, тандыр ғына баҫып йөрөгән, күңелемә нимәһе менәндер яҡын булған кеше күҙ алдына килеп баҫа.
Беҙ өләсәйем менән йәй ҡаҙ бәпкәләрен көтәбеҙ, уларҙы Нөгөш йылғаһына алып барып һыу индерәбеҙ, йәшелсә тәрбиәләйбеҙ. Әлегә минең көсөм етмәгән эште ул үҙе башҡара: һыйырын һауа, һөт айырта, быҙауға бесән бирә. Быҙау тыңлашмай китһә, уны йәтеш кенә итеп аҡылға өйрәтеп, орошоп та ала. Был мәшәҡәттәре тамамланғас, мейестән яңы ғына сыҡҡан, күпереп торған аҡ икмәккә йылы ҡаймаҡ яғып, ҡарағат япраҡтары ҡушылған хуш еҫле сәй эсәбеҙ.
Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡәҙерлебеҙ аш-һыу бешерергә әүәҫ. Мине тәмле ашы, ҡоймағы, билмәне, тултырмаһы, бәлеше менән ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйлай. Ҡыштарын, ейәнсәремдең аяҡтары өшөп йөрөмәһен тип, ап-аҡ һарыҡ йөнөнән йылы ойоҡбаш бәйләп бирә. Ғәзиз кешемдең күҙ нурҙары ҡушып бәйләнгәнгә күрә, уларҙы һаҡлап ҡына кейәм.
Бәләкәйерәк саҡтарымда өләсәйемә барғанда күлдәгем бысранһа, ул тиҙ генә йыуып, үтекләй һалып кейҙерә торғайны. Сәс-башым туҙһа, һылашып ҡына торһон тип, элеккесә һары май һөртөп, тарап үрә ине.
Үҫә төшкәс, ҡәҙерлебеҙҙең яңғыҙ һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергәнен белеп, һаман да беҙҙе ҡарашыуын тойоп һоҡланам. Шул балаларын кеше итәм тип, таң һарыһынан ҡара кискәсә донъя йөгөн тартыуына хайран ҡалам.
Ул һәм ҡыҙҙары менән хаҡлы ғорурлана өләсәйем: барыһын да белемле, башлы-күҙле итеп, өй һалғанда ҙур ярҙам күрһәтеп, һәр береһенә ошо донъяла тейешле урын табырға этәргес бирҙе. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеп, балаларына матур теләктәр теләп, муллыҡта һәм хөрмәттә йәшәй.
Хоҙайҙан һорағаны гел ҡабул була уның, сөнки үҙе дин ҡушҡанды үтәп йәшәй. Доғалар ятлап, белгәндәрен миңә лә өйрәтеп, ураҙа тотоп, балаларының һаулығына һәм именлегенә ҡорбандар салдырып, тура юлдан бара өләсәйем.
Аҡйондоҙ ҒӘББӘСОВА,
Иҫке Собханғол
мәктәбенең VII класс
уҡыусыһы.
Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә