Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бар яраштыра, юҡ талаштыра
Әсәлек капиталы булдырылғандан һуң илдә тыуымдың бер аҙ артыуына бәйле үҫә барған кәйефтәрҙең алдағы бер нисә йылда кире яҡҡа үҙгәреүе ихтимал. Өфө урамдарында хәҙер йышыраҡ осраған ауырлы ҡатындарҙың күҙҙәрендә йәш әсәләргә хас иман нурының бөтөнләй күренмәүе – уларҙың баланы ошо матди ярҙам өсөн генә тыуҙырырға йыйыныуына кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил. Ә яҙ һәм йәй парк-скверҙарҙа бер ҡулы менән балалар коляскаһы эткән, икенсеһенә һыра шешәһе йәки тәмәке тотҡан ҡатын-ҡыҙҙың күбәйеүе иһә улар тәрбиәһендә үҫкән быуындың физик яҡтан камил булырына шик уята.

Ноябрь аҙаҡтарында баш ҡаланың 47-се поликлиникаһындағы табиптан баш мейеһендә ҡан йөрөшөн тикшертеүгә кескәйҙәрҙе хәҙер йышыраҡ алып килеүҙәре тураһында ишетеү халҡыбыҙҙың «Күп булһын да, сүп булһын» тигән кире мәғәнә һалынған әйтемен иҫкә төшөрҙө.
Әле ғаилә именлеге тураһында дәүләт хәстәрлегенең ике йүнәлеше айырыуса мөһим: 1) демографик хәлде яҡшыртыу маҡсатын ҡуйған әсәлек капиталы; 2) үҙ бурыстарын үтәмәгән, йәғни балаларын тәрбиәләү урынына аслыҡ-яланғаслыҡҡа, ҡыйырһытыу-йәберләүгә дусар иткән, граждандарҙы ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү.
Декабрь баштарында матбуғатта Бишбүләк районында йәшәгән бер ҡатынға ике балаһын ҡарау урынына эскелек менән шөғөлләнгәне өсөн суд ҡарары нигеҙендә 5 мең һум штраф һалыныуы тураһында яҙып сыҡтылар. Ҡарарҙың законлы йөкмәткеһенә дәғүә белдермәй генә, шуны әйтеү урынлы: эшләмәгән кеше ул аҡсаны ҡайҙан алһын? Тапҡан сүрәттә лә ул уны балаларының тамағынан айырып түләргә мәжбүр буласаҡ.
Был — икһеҙ-сикһеҙ Рәсәй киңлектәрендә ғаилә бәхетенән мәхрүм ителгән балалар тормошонан бер генә күренеш. Ҡайһы бер рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, әле илдә ҡараусыһыҙ ҡалған балалар һаны граждандар һуғышы йылдарындағы кимәлде лә уҙып киткән. Ата-әсәһе була тороп та етем хәлендә үҫкән, уларҙың атайҙарса түгел, ә ҡырағайҙарса мөнәсәбәтен үҙ елкәһендә татыған йәш быуын вәкилдәрен иҫәпкә алып бөтөрөү мөмкинме икән?
Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһы булдырыу ҙа – ирекһеҙҙән күрелгән сара. Был аҙым балалыҡҡа ҡағылышлы һуңғы йылдарҙа ишәйеп киткән кире күренештәрҙе бөтөрөү түгел, хатта өлөшләтә сикләүгә лә булышлыҡ итмәне һәм итә лә алмай, сөнки проблемалар кемдеңдер аңлы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә түгел, ә Рәсәйҙәге социаль-иҡтисади сәйәсәт нигеҙендә барлыҡҡа килгән әхлаҡи-психологик шарттарға бәйле. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, бала һәм ғаилә өлкәһендәге кире күренештәрҙе бөтөрөү юлында күрелгән рәсми ғәмәлдәр — яңы закондар сығарыу, булғандарына өҫтәмәләр, төҙәтмәләр индереү, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекста һәм Енәйәт кодексында яуаплылыҡ сараларын көсәйтеү һәм башҡалар — көткән һөҙөмтәне бирмәй. Закон сығарыусы үҙе лә был йәһәттән шикләнеү кисерәлер, моғайын, сөнки проблемалар төйөнө илдәге социаль-иҡтисади сәйәсәтте фәҡир граждандарҙың мәнфәғәтендә үҙгәртеүҙе, мәҫәлән, һалым йөгөн күберәк байҙар елкәһенә йөкмәтеүҙе, хеҙмәткә түләүҙә (айырыуса ҡаҙна өлкәһендә) реформа үткәреүҙе талап итә. Ошо һәм башҡа проблемалар йоғонтоло хәл ителмәй тороп, бала хоҡуҡтары, ғаилә хәле ыңғай яҡҡа һиҙелерлек тиҙлектә үҙгәрмәйәсәк.
Балаларына тәрбиә биреүҙән ситләшеп, эскелек юлына баҫҡан ата-әсәләргә ҡарата бөгөн дәүләт тарафынан бер генә алым ҡулланыла. Ул — ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү. Ә меҫкендәрҙең ни өсөн ошондай көнгә төшөүе менән ҡыҙыҡһыныусы ла юҡ. Был законлаштырылған ысулдың үҫеп килеүсе быуынға нисек йоғонто яһауын йылы, уңайлы кабинеттарҙа ултырып, ата-әсә наҙынан мәхрүм булыуҙың ни икәнлеген күҙ алдына ла килтермәгән кешеләр беләме ни? Улар ошо яҡты донъяла үҙҙәре өсөн иң ҡәҙерле һәм ғәзиз кешеләренән айырылған баланың күңеленә ниндәй ҙур, төҙәлмәҫ яра һалғанын аңлап та еткермәй, хатта уйланып та ҡарамай, күрәһең. Фәҡирлекте бөтөрмәһәк, бындай яҙмышлы ата-әсәләр киләсәктә артасаҡ ҡына.
Ноябрь аҙаҡтарында «Литературная газета»ла ошо мәсьәләгә ниндәйҙер дәрәжәлә бәйле «Семья, Любовь, Отечество» төбәк-ара ижтимағи хәрәкәте рәйесе Людмила Рябиченконың «Семья здесь больше ни живет» тигән ҙур ғына мәҡәләһе донъя күрҙе. «Быйыл июндә Дәүләт Думаһына һәм Федерация Советына ғаиләне тарҡатыуға, ата-әсәлекте юҡ итеүгә арналған туғыҙ закон башланғысы индерелде", – тип хәбәр итә автор. Ул был проекттарҙың икеһен генә — «Рәсәй Федерацияһында социаль патронат һәм опека, попечителлек органдарының эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә йәмәғәт күҙәтеүе тураһында» тигәндәрен — атап үтә. Көслө тойғо менән һуғарылған яҙмала һүҙ патронат тураһындағы закондың торлаҡтың тейелгеһеҙлеге, шәхси һәм ғаилә серҙәрен һаҡлау, ғәйепһеҙлек презумпцияһы кеүек конституцион төшөнсәләрҙе инҡар итеүе тураһында бара. Мәҫәлән, опека хеҙмәткәре теләһә ҡайһы ғаиләгә бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ, профилактика өсөн тигән һылтау менән дә килеп инә ала. Артабан унда балаларҙың хоҡуҡтары һанға һуғылмау факттары етерлек дәрәжәлә тупланһа, эш баланы ата-әсәһенән айырыуға тиклем еткерелә. Һуңынан инде торлаҡты тартып алыу мәсьәләһе лә ҡуҙғатылыуы ихтимал. Ата-әсәнән баланан баш тартыу тураһында яҙма ризалыҡ алынһа, һуңынан хатта суд та ярҙам итмәйәсәк. «Баланың дәүләт йортона тапшырылыуы уларҙың етәкселәре өсөн уңайлы, – тип дауам итә Л. Рябиченко, – сөнки йән башына финанслау иҫәбенә ҡаҙнанан аҡса күберәк күсереләсәк».
Әлбиттә, авторҙың ҡайһы бер һығымталары бәхәсле. Мәҫәлән, «ғаиләне тарҡатыу» ниндәйҙер законлы нигеҙҙә башлана бит. Әммә һүҙ үҫеп килеүсе быуындың ниндәй ҡиммәттәр нигеҙендә тәрбиә алыуы хаҡында барғанда, ҡайһы берҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Ғаиләгә хоҡуҡ – граждандарҙың дәүләт алдындағы бурыстары менән бәйләнмәгән хоҡуҡ, уға ҡыҫылыу өсөн кире ҡаҡҡыһыҙ сәбәптең булыуы шарт. Беҙҙә ата-әсәлек бурыстарының тейешле кимәлдә үтәлмәүе матди ерлеккә бәйле икән, бында дәүләттең дә ҡатнашы, йәғни ғәйебе, бар тип аңларға кәрәк. Шуныһы яҡшы билдәле: балалар йорто һәм интернаттар бер ҡасан да ата-әсә тәрбиәһен алмаштыра алмай. Дөрөҫ, балалар йорттарынан баш тартыу ҙа мөмкин түгел, ә бына уларҙы кәметеүҙе хәстәрләү – көнүҙәк мәсьәлә. 1917 йылғы ихтилалдарға саҡлы ундай төшөнсә башҡорттарҙың башына ла инеп сыҡмаған.
Ҡайһы проблема беренсел: яҙмышы ҡыл өҫтөндә торған балалармы, әллә уларҙы ошондай хәлгә килтергән ата-әсәме? Әлбиттә, һуңғыһы, сөнки йомортҡа тауыҡтан алда тыумаған. Ата-әсәлек проблемаһында иһә хәҙерге социаль-иҡтисади шарттар мөһим, хатта хәл иткес әһәмиәткә эйә.
Бынан бер нисә йыл элек суд системаһында эшләп, байтаҡ енәйәт һәм граждандар эше менән таныш кеше булараҡ, мин һис икеләнеүһеҙ шуны әйтә алам: әхлаҡһыҙлыҡ юлына, шул иҫәптән балаларына ҡарата ла, бер кем дә үҙ ирке, үҙ ихтыяры менән аяҡ баҫмай. Быға йәмғиәтебеҙҙә һуңғы йылдарҙа нығынып киткән, хатта социаль нормаға әүерелә барған һәм уларҙы бөтөрөү буйынса идара органдары йоғонтоло саралар күрергә ашыҡмаған насар ғөрөф-ғәҙәттәр этәрә. Мәҫәлән, фәҡирлек проблемаһы (2012 йылда Рәсәйҙә 18 миллион ярлы теркәлгән) – шуның асыҡ миҫалы. Юҡҡа ғына "Бар яраштыра, юҡ талаштыра" тимәгәндәр бит. Дөрөҫ, ҡайһы берәүҙәр проблеманы хәл итеү өсөн эшҡыуарлыҡты киң йәйелдерергә кәрәк тигән ҡарашты алға һөрә. Ә бит уның өсөн дә тәү капитал кәрәк. Фәҡирлекте, донъя илдәре тәжрибәһенән күренеүенсә, бер генә мәмләкәттә лә дәүләттең туранан-тура ҡатнашынан башҡа еңеп сыға алмағандар.
Мәхмүт ХУЖИН.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872