Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Килер шатлыҡ килмәй ҡалмаһын”
“Килер шатлыҡ килмәй ҡалмаһын”Рауил Бикбаев,
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры:

Бына тағы ла бер йылыбыҙҙың аҙағына имен-аман етеп киләбеҙ. Башҡарған эшебеҙ тураһында уйҙар, иртәгәһе көнөбөҙ хаҡында хәстәрҙәр арта.
Яңы йылды ҡаршы алыуҙы кеше тормошондағы иң уйсан байрамдарҙың береһе, тип әйтер инем. Минең өсөн был уйсанлыҡ йылдар үткән һайын арта барған һымаҡ. Ни тиһәң дә, яҙмыштарыбыҙҙың тотош бер өлөшө уҙғанда тороп ҡала бит. Күпме шатлыҡ-һағышы, яҡты ваҡиғалары һәм үкенесле мәлдәре менән...
2012 йыл Башҡортостанда “Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы” тигән бик мәғәнәле исем менән үтте. Бында кешенең йәшәйешен камил, бәхетле иткән ике мөһим төшөнсә — бала менән ғаилә — бик дөрөҫ, уңышлы бәйләп аталған. Улар борон-борондан йәнәш килгән, киләсәктә лә шулай буласаҡ. Ата-әсәһенә күрә — балаһы. Йәш быуын ниндәй тәрбиә ала, киләсәктә шундай ғаиләләр барлыҡҡа киләсәк.
Ә нимә һуң ул ғаилә ҡиммәттәре? Күпме тапҡыр аҡса алмашынған, сәйәси система үҙгәргән, техник ҡаҙаныштар ҙур-ҙур яңылыҡ алып килгән, ә был рухи төшөнсә донъя түңкәрелгәндә лә һаҡланып ҡалған. Ололарҙы хөрмәтләү, уларҙың кәңәшен тыңлап аҡыл туплау, балаларҙы инсафлы, милләттең теленә, моңона тоғро шәхес, хәҡиҡәтте яҡлар, яманлыҡты фашлар ҡаһарман, уңған, белемле итеп тәрбиәләү — һәр ғаиләнең мәңгелек маҡсаты һәм таянысы. Заман үҙгәргәндә лә, улар шул килеш ҡала. Әлбиттә, һәр дәүерҙә халыҡтың фәлсәфәүи ҡарашына, теленә, моңона, социаль хәленә үҙенсә яңылыҡтар өҫтәлә. Әммә, ниндәй генә ижтимағи ҡыйралыш булмаһын, ғаиләнең рухи нигеҙе, тәрбиә ҡағиҙәләре, әхлаҡи сәләмәтлеге һаҡлана икән, тимәк, милләттең киләсәге ышаныслы.
Ғаилә ҡиммәттәренән мәхрүм бала бәхетле була алмай. Халыҡтың быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға күсеп килгән туған теленән, моңонан, милли китабынан, матбуғатынан, мәктәбенән айырылған, сәңгелдәк йырын, өләсәйҙәрҙең әкиәттәрен бәләкәй сағынан күңеленә һеңдереп үҫә алмаған сабый нисек бөтөн булһын?! Бөгөн күпме бала урамда барғанда ла кеҫә телефонын ҡолағынан алмай — улар өсөн ата-баба моңо ят, күңелен халыҡ күңеленән килгән ғәзиз ауаздар иркәләмәй.
Ғаиләнең иң ҙур ҡиммәте, әлбиттә, атай менән әсәй, уларҙың балалары, барыһының да татыу, иҫән-һау, ипле, тырыш йәшәүе. Сабый өсөн иң ҙур ҡәҙер — өлкәндәрҙең яратыуын, хәстәрен тойоу, ата-әсәгә иһә — балаларының хөрмәте, ихлас ярҙамы. Байтаҡ йылдар элек
“Ниндәй шатлыҡ иң ҙур шатлыҡ?
Балаң килтергән шатлыҡ.
Ниндәй ҡайғы иң ҙур ҡайғы?
Балаң килтергән ҡайғы”
тигән шиғыр яҙғайным. Бала ла ошолай әйтә ала бит: “Ниндәй шатлыҡ иң ҙур шатлыҡ? Ата-әсәң биргән шатлыҡ. Ниндәй ҡайғы иң ҙур ҡайғы? Ата-әсәң килтергән ҡайғы”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙә ата-әсәһен ҡайғыға һалған тәүфиҡһыҙ балалар, сабыйҙарын бәхетһеҙ итеп, эсеп-туҙып йөрөгән ата-әсә илебеҙҙә йылдан-йыл күбәйә. Уларҙан ниндәй генә ғаилә ҡиммәттәре булһын инде…
Ҡайһы саҡта кешене насар эштәре өсөн “хайуан”, хатта “йыртҡыс” тип әрләйҙәр. Үҙ балаһынан баш тартҡан берәй бүрене, юлбарыҫты йәки башҡа йәнлекте беләһегеҙме? Ә бына яңы тыуған сабыйынан баш тартҡан йәш ҡатындар артҡандан-арта. Ата-әсәһе иҫән була тороп та, үкһеҙ етемгә әйләнгән балалар күбәйә. Хәҙер Рәсәйҙә бындай хәл һуғыш йылдарындағынан да ҡатмарлыраҡ, тип яҙалар. Ҡот осҡос фажиғә!
Яңыраҡ “Рәсәй” радиоһынан әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәр тыңланым. Көнбайыш илдәрендә, мәҫәлән, Норвегияла бала хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында “атай”, “әсәй” тигән һүҙҙәрҙән баш тартырға, тик “родители” (башҡортса эквивалентын таба алманым) тип атарға өгөтләүселәр бар икән. Ошондай енәйәткә тиң һүҙҙәрҙе һөйләүселәр үҙен “атай!”, “әсәй!” тип әйтергә зарыҡҡан, күҙгә өмөт менән мөлдөрәп ҡараған бисара етемдәрҙең урынына ҡуйып ҡараһын ине.
Ата-әсә өсөн иң ҡәҙерлеһе, ғаиләнең иң ҙур ҡиммәте — бала. Тарихҡа шундай аяныслы хәлдәр ҙә хас: илгә ҙур бәләләр килгәндә, йәшәр көн бөткәндә, балалары тере ҡалһын өсөн ата-әсәһе уларҙы һатырға мәжбүр булған. Ә бөгөн сабыйҙарҙы сит ил ғаиләләренә һатыуҙың сәбәбе нимәлә? Ниңә хөкүмәт бындай яман эшкә юл ҡуя?
Үҫеп килгән быуынға бәләкәй сағынан уҡ иғтибар итеү, күп балалыларға төрлөсә ярҙам күрһәтеү буйынса республикала мөһим саралар атҡарыла. Әммә йәш быуындың имен үҫеүенә, ғаиләнең матур йәшәүенә өлгәшеү еңел түгел. Ҡайһы саҡта ата-әсә генә хәл итә алмаҫлыҡ ҡатмарлы хәлдәр ҙә килеп тыуа. Мәҫәлән, мәғариф өлкәһендәге ҡулайлаштырыу һөҙөмтәһендә күп мәктәп үҙгәртеп ҡоролдо, ҡайһылары бөтөнләй ябылды. Балаларҙы башҡа, йыш ҡына алыҫтағы ауылға йөрөтөп уҡытыуҙың ауырлығы етерлек: күп урында юлдар емерек, улар төҙөк булғанда ла, ҡышҡы бурандарҙа йырып үтерлек түгел. Башланғыс класс уҡыусыларының, дәрестәр бөткәс, өйгә ҡайта алмайынса, өлкәнерәктәрҙе көтөп ҡаңғырып йөрөүе айырыуса аяныслы. Сабый өйгә хәлдән тайып ҡайта, ғаилә тәрбиәһен аҙ күрә. Шуны уйлап ата-әсәнең дә йөрәге өҙгөләнә.
Былар — дәүләт кимәлендә генә хәл ителә ала торған ҙур мәсьәләләр. Шул уҡ ваҡытта шәхси яуаплылыҡ тураһында ла оноторға ярамай. Республикабыҙҙа күпме тырышлыҡтан һуң башҡорт теленә дәүләт статусы бирелде. Әммә сабыйға туған телгә һөйөү теле асылғанда уҡ һалынмаһа, фәтүә булырмы, тигән һорау тынғы бирмәй.
Уҙған быуат аҙаҡтарында иң тәүҙә Башҡортостанда барлыҡҡа килгән һәйбәт ғәҙәт — һәр йылды айырып исем менән атау — башҡа төбәктәргә лә таралды, Рәсәйҙә лә матур йолаға әйләнде. Әлбиттә, 12 айҙа ғына ҙур маҡсатҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Әммә иғтибарҙы мөһим бер мәсьәләгә туплау уның әһәмиәтен, үҫеш йүнәлештәрен анығыраҡ билдәләй.
Республикабыҙ Президенты 29 ноябрҙәге Мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға 2013 йылды “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы” тип атарға тәҡдим итте. Экология мәсьәләләренең үҙәккә ҡуйылыуы һәр кешенең шәхси яуаплылығы тураһында тағы ла нығыраҡ уйландыра. Һуңғы ваҡытта был өлкәлә дәүләт тарафынан мөһим эштәр башҡарыла, кәрәкле саралар күренә, ләкин аҫыл тәбиғәтебеҙҙәге, йәшәгән йәки ял иткән ерҙәребеҙҙәге аяныслы хәлдәр предприятиеларҙа технологик талаптарҙың үтәлмәүенә генә түгел, кешеләрҙең шәхси яуаплылығына ла бәйле икәнлеген онотмайыҡ. Ҡалалар тирәһендәге баҡсаларҙы, матур йылға-күл буйҙарын кеше ташлаған сүп-сар баҫып бара. Бер ғәмһеҙҙең тәмәке төпсөгөнән йәки һүндерелмәй ҡалдырылған усаҡтан урмандарға ут тоҡана, һаҡһыҙлыҡ сәбәпле йорттар яна. Быға күпселек осраҡта йәмғиәт үҙе ғәйепле.
“Бәхетле булырға теләйһең икән, бәхетле бул!” тигән һүҙҙәр, бәлки, артыҡ ныҡ әйтелгәндер. Әгәр инде “Таҙа йәшәргә теләйһең икән, таҙа йәшә!” тиһәләр, бер ҙә үтәй алмаҫлыҡ эш түгел бит. Бәхеттең килгәнен көтөп ултырыу йәки тирә-яҡтағы аламалыҡҡа ҡул һелтәп ҡарау — был йәмһеҙ ғәҙәттәрҙе бөгөнгө заман ритмы ныҡлы кире ҡаға.
Хәҙер кеше таҙа һыуға, саф һауаға айырыуса мохтаж. Шулай ҙа тыуған тәбиғәтте һаҡлауҙа төп мәсьәлә — ер яҙмышы. Башҡортостан тарихы асылда — аҫаба ерҙәрҙе һаҡлау, яҡлау өсөн көрәш тарихы ул. Бөгөн был мәсьәлә тағы ла ҡырҡыуланды. Хәҙер Башҡортостан ҡатламдарынан сыҡҡан нефткә, төбәк халҡы төҙөгән заводтарға, комбинаттарға, урманыбыҙға, башҡа байлыҡҡа хужа түгелбеҙ. Халыҡ ни тиклем хаҡлы талаптар ҡуйһа ла, улар үтәлмәй. Кешеләр еребеҙ яҙмышы өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя, ләкин күп мәсьәлә дәүләт кимәлендә генә хәл ителерлек.
Халҡыбыҙҙың изге урыны Торатауҙы яҡлап, оло йыйындар үткәрелде, әммә тәбиғәттең был үҙенсәлекле ҡомартҡыһына һаман да ҙур хәүеф янай. Яңыраҡ “Торатау” тигән шиғырым донъя күрҙе. Унда тәбиғи ҡомартҡыбыҙҙың халҡыбыҙға ҡарата ошондай әрнеүле һүҙҙәре бар: “Тауҙы йотоп ҡына туҡтамаҫтар, үҙеңде лә тереләй йоторҙар”, “Мине юҡ итһәләр, үҙегеҙҙе тигеҙләрҙәр бик тиҙ ер менән”. Изге Торатауҙың һыҙланыуҙары бөтәбеҙҙән дә уяулыҡ, берҙәмлек талап итә. Халыҡ хәрәкәте менән бергә дәүләт юғарылығындағы аҡыллы ҡарарҙар ғына һәләкәттән һаҡлап алып ҡаласаҡ.
Яңы йылды төрлө илдә төрлө ваҡытта ҡаршылайҙар. Был ваҡиғаны донъяла йәшәгән һәр кем мотлаҡ һанай, яҙмышын билдәләр мәл тип иҫәпләй.
Минең өсөн айырыуса уйсан була барған байрам алдынан тағы ла бер шиғырым иҫкә төштө. Был дүрт юллығым “Башҡортостан” гәзитенең һорауы буйынса яҙылғайны:
Яңы йыл килер, килмәй ҡалмаҫ ул,
Иҫке йыл китер, китмәй ҡалмаҫ ул.
Килер шатлыҡтар килмәй ҡалмаһын,
Китер ҡайғылар китмәй ҡалмаһын.
Ошо теләктәремде ҡабатлап, ватандаштарымды етеп килгән Яңы йыл менән ихлас ҡотлайым!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә