Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Имләй шишмә, һауа, урманы…
Имләй шишмә, һауа, урманы…– Төшкө аш тәмле булдымы?
– Эйе!
Ашхананан гөрләшеп сыҡҡан ҡыҙҙар-малайҙарҙың дәррәү яуаплауы “Красноусол” балалар шифаханаһының баш табибы Әмирйән Сәфәрғоловтың кәйефен күтәрҙе, үҙенең дә ошо сабыйҙар кеүек бәхетле бала сағы иҫенә төштө.

Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуып үҫә ул. Бәләкәйҙән табип булырға хыяллана. Мәктәптән һуң медицина училищеһын, унан институт тамамлай. Оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ ҡалаһында төрлө вазифалар башҡара. Быйыл йәй ошо шифаханаға етәксе итеп тәғәйенләнгәс, дәртләнеп эшкә тотона.
Тәбиғәттең йәннәт кеүек төбәгендә урынлашҡан был шифахана үҙенең ғәжәп тәбиғи сығанаҡтары менән дан тота. Минераль һыу, ләм менән дауалау үҙенсәлектәре буйынса балалар шифаханалары араһында айырым урын биләй. Ашҡаҙан, аяҡ-ҡулдар, нервы, тире һәм башҡа ауырыуҙарҙан яфаланыусылар һаулығын нығыта бында. Балалар минераль һәм озон ванналарына, галотерапия, ингаляция, дауалау физкультураһы, кислород коктейле, электр йоҡоһо кабинеты, гидромассажға ихлас йөрөй. Ләм, гальваник процедуралар, магнит һәм лазер терапияһы ла, диетик туҡланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Бында аяҡһыҙ Имләй шишмә, һауа, урманы…килгән балаларҙың атлап киткәне лә бар.
Йыл әйләнәһенә биш меңгә яҡын бала сәләмәтлеген нығыта бында. Уларҙы уҡыуынан өҙмәҫ өсөн төрлө фән буйынса тәжрибәле уҡытыусылар дәрес алып бара.
Йәшерен-батырын түгел: әлегәсә балалар шифаханаларына иғтибар етешмәне. Әкренләп был хата төҙәтелә башланы: быйыл ғына Хөкүмәтебеҙ тарафынан өс миллион һум аҡса күсерелде. Уны янғын хәүефһеҙлеге ҡорамалдарын яңыртыуға, иҙәндәрҙе алмаштырыуға тотондолар.
Артабан да балалар шифаханаһы етәкселәр иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ, моғайын. Әйткәндәй, 2010 йылдан “Әсә һәм бала” бүлексәһе лә эшләй.
— Баҙар шарттарында йәшәйбеҙ. Киләсәктә ошо бүлексәне үҫтереп, дауаланыусыларҙы тағы ла күберәк ҡабул итергә ине, – тип уй-ниәттәре менән уртаҡлаша баш табип.
Имләй шишмә, һауа, урманы…Бында өлкәндәр ҙә дауалана ала, әлбиттә. Улар өсөн эсәктәрҙе таҙартыу, ынйылы ванна, умыртҡалыҡты һыуҙа һуҙыу процедуралары уңышлы эшләй.
Шифахананың абруйы сит тарафтарҙа ла билдәле. Хатта Мәскәүҙән, Себер яҡтарынан да килеп етәләр. Шуларҙы иҫәпкә алып, йәйгелеккә бюджеттан тыш та юллама һатыуҙы ойошторҙолар. Дауаланыусыларҙың ялын күңелле, файҙалы итеп ойоштороу йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һалына. Төрлө кисәләр, концерттар, дискотекалар, спорт ярыштары гөрләп үтә.
Шифаханала балаларҙы, үҙ эшен яратҡан, ихлас күңелле, яҡты йөҙлө, йылы һүҙле, тәжрибәле кешеләр эшләй. Баш табип урынбаҫарҙары Тәлғәт Шаһманов, Әмир Юлъяҡшин, баш шәфҡәт туташы Гөлназ Барменкова, өлкән шәфҡәт туташы Фәнилә Мәүлетова, Хатмулла Ғарифуллиндар – етәксенең ышаныслы терәге. Физиотерапия бүлеге хеҙмәткәрҙәре медицина университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, үҙҙәренең оҫталығын даими арттыра.
Корпустарҙа йөрөгәндә баш табип йәнә дауаланыусыларҙың кәйефе менән ҡыҙыҡһынды.
— Оҡшай.
— Киләһе йыл тағы ла киләбеҙ.
— Тирә-яҡ мөхит һоҡланып туйғыһыҙ, – тип яуапланы һәр береһе.
Ғәжәп үҙенсәлекле тәбиғәт ҡосағында ял итеү, һаулығыңды нығытыу һәр кемгә оҡшай шул. Тауҙарҙан бөркөлгән саф һауа, урман еҫе лә имләй кеүек. Ошо сихәтте бер тойғандар ҡабат-ҡабат килә был яҡтарға, сөнки әҙәм балаһына һаулыҡтан да ҡәҙерлерәк байлыҡ юҡ.
Венер ИСХАҠОВ
Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә