Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырау төшмәһен беҙ үҫтергән гөлдәргә...
Халыҡ аҡылының тапҡырлығы, фекер үткерлеге, ябайлығы хайран ҡалырлыҡ! "Улы барҙың — ҡулы бар", "Таба белһәң, баға ла бел", "Баланың ғәйебе — ата-инәнеке", "Күлдең йәме ҡама менән, өйҙөң йәме бала менән"... Ғаилә тотороҡлолоғон, донъя бөтөнлөгөн һаҡлау, нәҫел ебен дауам итеү быуаттар буйы һуҙылған тормош тәжрибәһе нигеҙендә тыуған.
Халыҡ аҡылы шулай бөртөкләп йыйылып, ғаилә тормошо, әсәлек һөйөүе, атайлыҡ бурысы тураһындағы яҙылмаған ҡанундарға таянып, милләтенең именлеген хәстәрләгән.
Беҙҙең дәүерҙә ғаилә именлеге һәм ҡиммәттәре — кешенең төп хоҡуҡтарының береһе, ул Рәсәй һәм Башҡортостан конституциялары тарафынан яҡлана. Тормош беҙ ҡәтғи тип һанаған ҡанундарға ла үҙгәрештәр индерергә һәләтле булыуы менән ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. Башҡортостан Президенты тарафынан иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы өмөттәребеҙҙе аҡлай алдымы, социаль өлкәгә түгелгән сығымдар, аҡыл көсө һалынған ҡанундар һөҙөмтә бирәме?
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Альбина БУРАНҒОЛОВА, Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры, академик, социология фәндәре докторы Рауил НАСИБУЛЛИН, Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Менәүәрә Мәҡсүтова ҡатнашлығында үткән ҡорҙа тап ошо көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һүҙ барҙы ла инде.

— Йыл тамамланыр алдынан Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астаховтың республикабыҙға килеүен һәм 2013 йылда бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең Өфөлә үтәсәк VII съезына әҙерлек мәсьәләләренә бәйле фекер алышыуын төбәгебеҙгә ҡарата иғтибар һәм ихтирам билдәһе тип ҡабул иттек.
"Ҡунаҡ, аҙ ултырһа ла, күп һынай", тигәндәй, Павел Алексеевичтың әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлауҙағы ниндәй тәҡдимдәрен көнүҙәк тип иҫәпләйһегеҙ? Уның менән тулыһынса килешәһегеҙме?
А. БУРАНҒОЛОВА:
– Бөгөн Рәсәйҙә етем һәм әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәр сабыйға эшкә һәләтле йәштәге 1000 өлкән кеше тура килә. Тимәк, беҙҙә балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр һанын кәметеү өсөн мөмкинлек ҙур. Павел Астахов, ҡайҙа ғына йөрөмәһен, етемдәр мәсьәләһен һәр саҡ иғтибар үҙәгенә сығара. Был юлы ла ул алдағы биш-алты йылда баланың ғаиләлә тәрбиәләнеү хоҡуғын тормошҡа ашырыу кәрәклегенә баҫым яһаны.
Вәкилдең физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн 1000 урынға иҫәпләнгән реабилитация үҙәген асыу тураһындағы тәҡдимен дә хуплайбыҙ. Ул беҙҙең төбәктәге эштәр менән яҡшы таныш, бәйләнеш ныҡлы, шуға күрә Павел Алексеевичтың "Ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү буйынса беҙ — партнерҙар" тип белдереүе юҡҡа түгел.
— Башҡортостан Президенты тарафынан иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында башҡарылған эштәрҙән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәһегеҙме?
А. БУРАНҒОЛОВА:
– Быйыл тыуымдың бер ни тиклем артыуы шатлыҡлы булһа ла, халыҡты һаҡлау, демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыу мәсьәләһе ҡырҡыулығын юғалтмай. Был тәңгәлдә киҫкен һынылыш талап ителә, алдағы көтөлгән демографик көрсөккә әҙерлек менән инеү мөһим.
Әлеге исемле йылда алдыбыҙға аныҡ бурыстар ҡуйҙыҡ: өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, физик мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙары булғандарға дәүләт ярҙамын көсәйтеү. Шулай итеп, быйыл үрҙәге категорияларға ҡараған ғаиләләргә бушлай ер участкалары бирелә башланы. 3,5 меңе ерле булыу ҡыуанысын кисерҙе лә инде. Сиратта 15 меңгә яҡын ғаилә тора. Ҙур ҡалалар эргәһендә ер етмәү проблемаһын ыңғай хәл итеү юлдары эҙләйбеҙ.
— Альбина Ванцет ҡыҙы, ошо тәңгәлдә редакцияға килгән бер хатҡа ла яуап бирһәгеҙ ине. Был закон фатиры булған ғаиләләргә ҡағыламы, юҡмы?
А. БУРАНҒОЛОВА:
– Фатирлы-фатирһыҙ булыуҙың законға ҡағылышы юҡ. Үрҙә әйтелгән барлыҡ ғаиләләр ғүмерҙә бер тапҡыр бушлай ер алыу хоҡуғына эйә.
— Яуабығыҙ менән беҙҙең хат авторын ҡыуандырҙығыҙ шикелле...
Йылдың исеме есеменә тап килдеме, тигән һорауға, моғайын, социология өлкәһендә йөҙөп эшләгән ғалимдан да анығыраҡ яуап ҡайтарыусы булмаҫ. Рауил Талип улы, хеҙмәттәштәрегеҙ менән берлектә тикшеренеүҙәргә таянып яҙылған "Мәктәп ҡиммәттәр лабиринтында" тигән китабығыҙ ғәҙәти нәмәләргә бөтөнләй башҡа бейеклектән сығып баһа биреүе менән ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Әгәр ҙә ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы ваҡытында асыҡламаһаҡ һәм еңмәһәк, белем биреү һәм тәрбиә институтының көрсөккә килеп терәлеүе бик ихтимал, тип бынан ун йыл элек киҫәткәйнегеҙ. Социологтарҙың иҫкәртеүе ысынға сыҡты кеүек. Һеҙҙе бөгөн нимә борсой?
Ҡырау төшмәһен беҙ үҫтергән гөлдәргә...Р. НАСИБУЛЛИН:
— Мәғариф өлкәһендәге төрлө файҙаһыҙ, уңышһыҙ эксперименттар, тәжрибәләр уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә нервыһын ныҡ ҡаҡшатты. Айырыуса ҡулайлаштырыу тигән һүҙ ышығында күпме закон боҙоуҙар, хоҡуҡтарҙы ҡыҫыуҙар бара, дәүләт ҡануниәтенә ҡапма-ҡаршы килгән ғәмәлдәр ҡылына...
Ошо яңғырауыҡлы исем менән үткән йылда мәктәптәрҙе ябыу, уларҙың статусын кәметеп, туғыҙ йыллыҡтан башланғысҡа ҡалдырыу, балаларҙы күнеккән мөхитенән айырып, башҡа ауылдарға таратыу сәйәсәте, һис һүҙһеҙ, мине хәүефләндерә. Кемдер ошо балалар иҫәбенә кеҫәһен "ҡулайлаштырыу" яғын ҡарай. "Провинция" тигән кәмһетеүле ҡараш менән ауылды тарҡатыу, йәшәү һутын, көсөн ҡоротоу бара. Ҡулайлаштырыуҙың кире эҙемтәләрен киләһе йылдарҙа барыбыҙ ҙа асыҡ тоясаҡбыҙ әле. Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, шуны күрәбеҙ: көслө дәүләттәр элек-электән белем биреүҙе үҫтереүгә бөтә көсөн һалып, бар донъяға иң ҡеүәтле ил икәнен иҫбатлаған һәм һәр саҡ еңгән. Ә "йомшаҡ", хәлһеҙ дәүләттәр ҡораллы көстәрен арттырыуҙан бушамаған һәм еңелгән. Элек шулай булған, бөгөн дә шул көйө.
АҠШ-тың миҫалы фәһем булырлыҡ, минеңсә. Белем биреүҙең дәүләт программаһына беҙ күҙ алдына килтерә алмаған күләмдә мул аҡса бүленә: һәр 8 йәшлек бала уҡый белһен, һәр 12 йәшлек уҡыусы Интернет селтәрендә эшләһен, һәр 18 йәшлек үҫмер колледжға уҡырға инә алһын, һәр өлкән кеше ғүмере дауамында белемен камиллаштырһын өсөн.
Әгәр ҙә ил етәкселеге граждандарҙың бәләкәйҙән үк "кәрәкле" ҡиммәттәрҙе үҙләштереүен теләһә һәм хәлде контролләй алһа, дәүләт һәм ғаилә уртаһындағы мәктәп тап ошо мөһим эштең эсендә ҡайнап, үҫешкә лайыҡлы өлөшөн индерә алыр ине. Бары мәктәп кенә төрлө ҡиммәттәрҙең үҙ-ара бәрелешкән, киҫешкән үҙәгендә булып, кеше формалашыуының ҡатмарлы осоронда иң ауыр йөктө иңенә ала.
— Менәүәрә Абдулхай ҡыҙы, һеҙҙең өсөн йыл нисек үтте?
Ҡырау төшмәһен беҙ үҫтергән гөлдәргә...М. МӘҠСҮТОВА:
– Минеңсә, хеҙмәттәштәремдең барыһы ла ошо ябай булмаған осорҙа үҙ өҫтөндәге бурыстың ни тиклем оло, әһәмиәтле икәнен аңлайҙыр. Маҡсатыбыҙ — илдең киләсәге ышанып тапшырыласаҡ йәш быуынды кеше итеү. Ошо ябай ғына һүҙҙәр артында уҡытыусының намыҫы, фиҙаҡәрлеге, аҡылы, белеме һәм һөйөүе ята.
Беҙҙең гимназияла уҡырға теләүселәр өҙлөкһөҙ артып тора. Быйыл 670 баланың яҙмышы, тәртибе һәм белеме өсөн көс һалабыҙ. Исемле йылда уҡыусылар менән берлектә байтаҡ үҙенсәлекле сара үткәрелде. "Шаян-көлкөлиум", "Дуҫлыҡ гөлләмәһе", "Өләсәйем һандығы" һәм башҡа бик ҡыҙыҡлы, фәһемле фестивалдәр, байрамдар булып ҡына торҙо. Быларҙың барыһы ла — күнегелгән, ҡулдан килгән ойоштороу эштәре.
Ҡулайлаштырыу еле республикабыҙҙағы мәктәптәр мөхитенә лә тиҙ үтеп инде. Эшһеҙ ҡалған, белемле уҡытыусылар ҡала мәктәптәренә ағыла башланы. Әммә уларҙың көнкүрешен еңеләйтерлек шарттар булдырыу өсөн мөмкинлек юҡ. Ятаҡҡа урынлаштырыу ҙа ҡулдан килмәй. Фатирҙан фатирға күсенеп йөрөгән уҡытыусының хәлен яҡшы күҙ алдына килтерәһегеҙҙер.
Бик яҡшы уҡыған, олимпиадаларҙа көс һынашҡан һәләтле балалар бар, тик, әлеге лә баяғы, ғаиләләренең көнкүреш шарттары насарлығы, ХI класты тамамлағансы ҡыҫынҡы бүлмәләрҙә көн итеүҙәре йәнде ҡыя.
Р. НАСИБУЛЛИН:
– Шуны ла онотмайыҡ: мәктәптең, иңенә һалынған төп рәсми бурыстарынан тыш, йәшерен функциялары ла бар бит. Мәҫәлән, төрлө холоҡло, социаль хәлле кешеләрҙең бер-береһен тәрбиәләүе, рухын байытыуы, ойоштороуы сер түгел. Үҙаллылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылыш та белем усағында һалына.
Әгәр ҙә дәүләт, сәйәси власть институты булараҡ, үҙенең йөкләмәләрен халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерҙәй кимәлдә башҡара алмаһа, уны, һис шикһеҙ, "биҙгәк" тота башлаясаҡ. Властың эшкә һәләтһеҙлеге енәйәтселектең ҡолас йәйеүендә, ришүәтселектең сәскә атыуында һәм башҡа кире күренештәрҙә сағыласаҡ. Тәрбиә эшендә әлегә мәктәптән дә көслөрәк, тәьҫирлерәк социаль институт юҡ. Ауыл һайын мәсет төҙөү ҙә бар кешене иманлы, белемле, тәрбиәле итә, енәйәтселекте туҡтата алмай. Әллә күпме быуын туплаған белемде йәштәргә тапшырыу социаль хәтерҙең күсәгилешлелеген тәьмин итә. Ниндәйҙер кимәлдә был функцияны Интернет селтәре үҙенә алырға ынтыла, әлбиттә. Ул, минеңсә, шәхестең үҫешеүе өсөн бай энциклопедия булып хеҙмәт итә ала, әммә фундаменталь белем биреүҙе һис ҡасан да алмаштырмаясаҡ.
А. БУРАНҒОЛОВА:
– Башҡортостан Президентының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе лә кеше өсөн уңайлы йәшәү мөхите булдырыу уйы менән һуғарылды. "Аҡыллы" йәмғиәт Ҡырау төшмәһен беҙ үҫтергән гөлдәргә...принциптарына таянған, һөҙөмтәле идара системаһын ойоштороу күҙ уңында тотола. Ғаиләне социаль яҡлау, демография мәсьәләләренән тыш, улар менән тығыҙ бәйле эшһеҙлек, торлаҡ, балалар баҡсаһы, сәләмәтлек проблемаларын да хәл итеү мотлаҡ.
Ошо йүнәлештә бер мөһим аҙым яһалды: киләһе йылдың 1 ғинуарынан балаға түләнгән айлыҡ пособие, башҡа төр түләүҙәр һәм күп балалы ғаиләләр өсөн ҡаралған айырым льготалар (аҡсалаштырғандан һуң) берләштереләсәк. Өҫтөнлөгө шунда: беренсенән, документ йыйыу еңелләшәсәк, ваҡыт аҙ талап ителәсәк, икенсенән, льготаларҙы аҡсалаштырыу ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүсе күп балалы ғаиләләрҙең хоҡуҡтарын тигеҙләйәсәк. Физкультура-спорт хеҙмәттәренән файҙалана алмаған ауылда йәшәүселәрҙең льготалары ҡағыҙҙа ғына булды.
Ишле ғаиләләр өсөн күңелле хәбәрҙе ишеткәнһегеҙҙер: яңы йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан (5600 һум) түбән булған ишле ғаиләләр йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге балаларының һәр береһе өсөн ай һайын өс мең һум күләмендә өҫтәмә пособие аласаҡ. Был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән.
— Президенттың әйтеүенсә, хатта матди байлыҡ та, уңайлы көнкүреш шарттары ла, социаль ярҙам да "тыуымды арттырыусы генератор" була алмай, иң мөһиме — үлем осраҡтарын кәметеү буйынса ныҡ эшләү. Әлегә беҙ иҫән-һау, рухи яҡтан сәләмәт балаларыбыҙҙы ла тейешенсә тәрбиәләргә ваҡыт таба алмай ыҙаланабыҙ. Был һылтау ғына түгелме?
Р. НАСИБУЛЛИН:
– Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, һәр балаға беҙ, өлкәндәр, тәүлегенә ни бары 15 минут ваҡыт бүләбеҙ икән. Тормошобоҙ донъя кинематографияһында танылыу алған "Һыуыр көнө" фильмындағы кеүек көн дә бер иш, һыу тамсыһындай оҡшаш: таң атыу менән эшкә ашығыу, кисен йоҡо туйҙырыу өсөн өйгә ҡайтыу... Иртәгәһен барыһы ла яңынан ҡабатлана. Көндәр, йылдар һиҙҙермәй ағыла ла ағыла. Шулай итеп, йәмғиәт, баланы уҡытыу һәм тәрбиәләүҙе тулыһынса мәктәп елкәһенә ауҙарып, үҙенән яуаплылыҡты төшөрмәксе, күрәһең.
Быйыл Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге социаль форумдың үтеүен юғары баһалайым. Ошо йылдың исеменә ярашлы, йыйында балалыҡ социологияһы тураһында фекер алышыуҙың әһәмиәте ҙур тип иҫәпләйем. Телевидение, радио тапшырыуҙары өсөн +6, +12, +16 кеүек символдарҙы билдәләп кенә йәш быуынды әхлаҡлы тәрбиәләп булмай. Көнө-төнө үлтереш, һуйыш күренештәрен күҙәтеп, наркотик эшләү формулаһын ишетеп, "Дом-2" тапшырыуҙарын ҡарап үҫкән тотош бер быуынды, үкенескә ҡаршы, беҙ юғалттыҡ инде. Мәғлүмәт өлкәһендәге башбаштаҡлыҡ, мәғәнәһеҙлек үҙәккә үтте.
Балалар мәктәптә яҡшыны ямандан айырырға, ҡиммәттәрҙе, дуҫтарҙы һайларға өйрәнә. Әҙәбиәт дәрестәрендә бер бәләкәй генә әҫәрҙе анализлап та, бала үҙенә күпме яңылыҡ, асыш таба. Шул йәһәттән мин, социолог булараҡ, М. Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр" әҫәренең мәктәп программаһынан төшөрөп ҡалдырылыуы менән һис килешмәйем. Үткәнде һәм хәҙергене асыҡ сағылдырған, тормоштоң бер төрлө буяуға ғына мансылмағанын, ҡатмарлылығын тетрәндергес итеп һүрәтләгән, дөйөм кешелек ҡиммәттәрен юғары кимәлгә күтәргән фажиғәле әҫәрҙең авторы, оло талант эйәһе заман социологы бурысын да үҙ өҫтөнә алған да баһа!
М. МӘҠСҮТОВА:
– Быйыл мәктәптәрҙә физкультура дәрестәренең арттырылыуы яҡшыға булыр тип уйлайым. Уҡыусыларыбыҙ төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҙур теләк менән ҡатнаша, приздар ала, ата-әсә лә ҡәнәғәтлек кисерә. Ошондай матур сараларҙы ни өсөн үҙәк телевидение һирәк күрһәтә икән? Тәмәке тартып, һыра эсеп ултырғанды тәнҡит йөҙөнән ҡырҡ ҡат ҡабатлауға ҡарағанда сәләмәт тормошҡа ынтылышты пропагандалау файҙалыраҡ булыр ине бит!
Р. НАСИБУЛЛИН:
– Һеҙҙең мәктәптәге уҡыусыларҙың ата-әсәһенән өлгө алырға була икән! Бер ваҡыт: "Улығыҙ (ҡыҙығыҙ) менән һуңғы тапҡыр ҡайҙа походта булдығыҙ?" — тигән һорауыбыҙға яуап бирә алмайынса, күптәрҙең аптырап, албырғап ҡалғаны һаман да иҫтә...
А. БУРАНҒОЛОВА:
– Республикабыҙҙа сәйәхәттәргә сығыу, тәбиғәт ҡосағында ял итеү өсөн мөмкинлектәрҙең күплеге һөйөндөрә. Быйыл Баймаҡ районындағы Ғәҙелша шарлауығында тәү тапҡыр булып, үҙем өсөн мөғжизә астым, тиергә була.
— Берҙәм дәүләт имтиханы тирәләй бәхәстең тынмауы ғәжәпләндермәй. Таяҡтың ике осо булған кеүек, был мәсьәләгә лә бер яҡлы ғына ҡарау мөмкин түгел. Имтихандарҙы тапшырыу тәртибенең үҙгәреүе "йоморо" баштарҙың күпләп республиканан ситкә китеүенә лә юл асты. Яҡшы хәлме был?
Р. НАСИБУЛЛИН:
– Ғорурланырға мөмкин. Әммә тотош кластарҙың Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына ағылыуы, тимәк, беҙ күп көс һалып үҫтергән, тәрбиәләгән кеше ресурстарының республикаға файҙа килтермәүе, өмөттө аҡламауы ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. 15–20 йылдан һуң кадрҙар мәсьәләһен нисек хәл итербеҙ? Йәштәрҙең тын алышын, уй-ниәтен яҡшы аңлайым: балыҡ тәрәнерәк ятыуҙы үҙ иткән кеүек, улар ҙа тормош сифаты яҡшыраҡ, эш хаҡы ҙурыраҡ ергә ынтыла. Тимәк, беҙгә лә йәшәү кимәлен күтәреү, республикаға хеҙмәт итеүҙе ылыҡтырырлыҡ итеп ойоштороу, өр-яңы эш урындары булдырыу шарт.
М. МӘҠСҮТОВА:
– Беҙҙең гимназияны тамамлап, Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында, хатта сит илдәрҙә белем алған йәштәребеҙ бар. Аҡыл-фекер туплап, донъя күреп, өлкәнәйеп осрашыуға килгән балаларыбыҙға ҡарап, ысын күңелдән һоҡланабыҙ. Күбеһе тыуған Башҡортостанына ҡайтып, халҡыбыҙ мәнфәғәттәренә намыҫлы хеҙмәт итер тип ышанабыҙ.
— Был тәңгәлдә социологтарҙың төбәктең социаль-иҡтисади, сәйәси һәм этномәҙәни үҫеше үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған тикшеренеүҙәре лә файҙалы булыр ине, Рауил Талип улы. Быйыл Өфөлә IV Бөтә Рәсәй социология конгресында Башҡортостан Президенты ла: "Социология бик кәрәк, ул — фәндәрҙең фәне, идара итеүҙә ярҙамсы", — тип һеҙҙең эште юғары баһаланы.
Р. НАСИБУЛЛИН:
– Халыҡ ихтыяжын сағылдырған фән менән шөғөлләнеүгә, ентекле тикшеренеүҙәр үткәреүгә аҡса бүленмәүе эште тотҡарлай, әлбиттә. Төбәктәрҙә йөрөп, халыҡ менән яҡындан аралашмай, хәлде үҙ күҙҙәрең менән күреп баһаламай, өҫтәл артында ултырып ҡына ғилми эш яҙып булмай.
Былтыр республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәген арҡыры-буй йөрөп сыҡтым. Халыҡтың көнкүреше, йәшәү сифаты көтөлгәндән дә түбәнерәк булыуы кәйефте ныҡ төшөрҙө. Былай ҙа әллә ни ҡәнәғәтләнерлек шарттарҙа йәшәмәгән замандаштарҙы "ҡулайлаштырыу" тамам аяҡтан йыҡты: мәктәп, дауахана, фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡыҫҡартыуға, юғалтыуға дусар ителгән.
Ҡарт-ҡоро ғына ҡалған ауылдарҙың хәле мөшкөл. Өлкәндәрҙең тормошо бөгөн бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Бала-сағаһы ситкә китеп бөткән. Өй аша тип әйтерлек хужаһыҙ йорттар һерәйеп, етемһерәп ултыра. Бер үҙе ҙур йортта йәшәгән апайҙың көнкүреше менән танышабыҙ. Ситтән ҡарағанда, тормош сифатын билдәләгән күрһәткестәр һүҙ тейҙерерлек түгел: яландай иркен йорт, электр уты балҡый, телевизор эшләй... Апайҙың бары "зәңгәр яғыулыҡ"тан файҙаланғыһы килмәй, сөнки үтә ҡиммәт, утын яғыу арзаныраҡҡа төшә икән. "Ғүмер буйы Хөкүмәткә эшләп, ҡан баҫымын үлсәтергә лә мөмкинлек юҡ беҙгә, — тип зарланды ул. — Сәсрәп ауырып китһәң, килеп ҡараусы ла булмаҫ". Өс-дүрт ауылға бер фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡалдырылғас, халыҡ медицина ярҙамынан, аралашыуҙан, хатта үҙ зарын кем менәндер уртаҡлашыуҙан мәхрүм ҡалған.
Ир-егеттең эш эҙләп Себер тарафтарына юлланыуының ғаиләләр тарҡалыуына, балаларҙың атай тәрбиәһен күрмәй үҫеүенә килтереүе — заманға хас бәлә.
Бер райондағы тетрәндергес хәл тураһында ишеттем. Тауыҡ урлап тотолған бер эшһеҙ ир шартлы рәүештә хөкөм ителгәс, ҡырҡ саҡрымда ятҡан район үҙәгендәге хоҡуҡ һаҡлау органдарына даими барып күренергә тейеш була. Араҡы эсеп, йәнә милиция хеҙмәткәрҙәре күҙенә салына, һөҙөмтәлә төрмәгә ултырталар. Ярты йылдан иреккә сығарылһа — өйҙә ҡатын да, балалар ҙа юҡ, ғаилә тарҡалған. Үкенескә ҡаршы, бындай тормош фажиғәләре системаға әүерелеп бара. Ғөмүмән, ғаилә усағын һаҡлау механизмдары илебеҙҙә һаман да элеккесә, тәрән үҙгәрештәр күҙәтелмәй.
А. БУРАНҒОЛОВА:
– Һуңғы ике йылда ғаиләне яҡлауға йүнәлтелгән закондар араһынан баланы уллыҡҡа алыусыларға әсәлек капиталы күләмендә аҡсалата пособие түләү тураһындағыһын айырым билдәләр инем. Бик ваҡытлы, ғәҙел ҡарар булды ул. Киләһе йылдан баланы тәрбиәгә алыусыларға, патронат тәрбиәселәргә лә түләүҙәр арттырыла. Ғөмүмән, артабан да Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы рухында эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ.
Р. НАСИБУЛЛИН:
– Һүҙ ҙә юҡ, закондар сығарыу — үтә нескә, ҡатмарлы эш. Финанс менән нығытылмаған йә иһә ысынбарлыҡтан аҙ ғына ситкә тайпылған ҡанундар ҙа халыҡҡа файҙа килтермәй. Быға миҫалдар етерлек.
Мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыуҙың ғаилә ҡиммәттәрен тарҡатыуға, ауылдарҙы бөтөрөүгә, демографик күрһәткестәрҙе кәметеүгә алып килгән һәләкәтле юл икәнен танырға кәрәк. Күпмелер аҡсаны янда ҡалдырыу менән бергә баһалап бөтмәҫлек ҡиммәттәрҙе үҙ ҡулыбыҙ менән юҡҡа сығарабыҙ.
Заманында үҙем дә Туймазы районының утыҙ өйлөк Ҡарағай ауылы мәктәбендә белем алдым. Әле лә хәтерҙә бер бүлмәлә дүрт класс уҡыусыларының нисек итеп ярыша-ярыша белем ҡаяларына үрмәләүе. Бөтәбеҙгә — бер уҡытыусы, үҙебеҙгә бирелгән өйгә эштәрҙән тыш, өлкәнерәктәрҙең дәрестәрен дә уҡыйбыҙ, өйрәнәбеҙ. Хәҙер мәктәп тә, ауыл да юҡ инде, ҡыҙғаныс. Мәскәү дәүләт университеты ректоры Садовничий менән әңгәмәләшеү бәхете тейгәйне, уның да ҡырҡлап ҡына бала уҡыған мәктәптә белем алып, академик, илебеҙҙәге төп юғары уҡыу йортоноң етәксеһе вазифаһына күтәрелеүе икеләнеүгә урын ҡалдырманы.
М. МӘҠСҮТОВА:
– Ҡорҙа ҡатнашыусы фекерҙәштәремдең һүҙен мин дә хуплайым: ғөмүмән, һәр йылыбыҙ Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы булырға тейеш!
Ҡорҙо Динә АРЫҪЛАНОВА алып барҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873