Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тигеҙһеҙлекте үҙебеҙ булдырмайбыҙмы?
"Башҡортостан" гәзитендәге "Төп ғәйеп сепрәктәме икән?" тигән яҙмала (2012 йыл, 15 ноябрь) уҡыусыларға берҙәм форма булдырыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары хаҡында фекерҙәр менән танышҡайныҡ.

Мәҡәләлә бер әсәнең шундай һүҙҙәре бар: "Социаль тигеҙһеҙлекте форма менән генә ҡаплап булмай. Уны берҙәм иткәнсе, төп иғтибарҙы дәреслектәрҙең бер ишлегенә йүнәлтһендәр ине. Өҫ-башты уйлап, иң мөһим мәсьәләгә күҙ йомалар. Китапханала булмағанлыҡтан, айырыуса программаларҙың йыш үҙгәреүе сәбәпле, йыл һайын төрлө авторҙың дәреслеген һатып алырға мәжбүрбеҙ. Шулай уҡ уҡытыусыларҙың да һәр балаға берҙәй мөнәсәбәтен күрге килә. Юғиһә, уларҙың ҡайһы берҙәре балаларҙы хәллегә һәм фәҡиргә бүлеүсән". Был фекер менән килешмәйенсә булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элекке кеүек мөләйем, ихлас, хәстәрлекле, һәр уҡыусы өсөн өҙөлөп торған педагогтар һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. Беҙҙең уҡытыусылар баланың һәр уңыш-тайпылышын үҙенекеләй ҡабул итә, хис-тойғоһон үтәнән-үтә күрә, күңелен үҫтерә белде. Ул заманда ла хәллеләр һәм ярлылар булды. Күбебеҙ мәктәпкә иҫке кейемдә, итектә, ҡайһы саҡта хатта ялан аяҡ йөрөнөк, әммә был бер кемде лә борсоманы. Әлбиттә, уҡытыусыларыбыҙҙың йөрәге әрнегәндер, беҙгә генә белдермәгәндәрҙер. Ошондай мөхиттә бер-беребеҙ менән тиң булып, киләсәккә яҡты хыялдар ҡороп буй еткерҙек. Быға, әлбиттә, илдәге идеология ла булышлыҡ иткәндер: йәмғиәттә ул заманда әлеге кеүек тырам-тырағайлыҡ хөкөм һөрмәй ине, барыбыҙ ҙа алға ҙур ышаныс менән ҡараны, коммунизм төҙөүгә өлөш индереү теләге көслө булды. Балалар араһында ла ныҡлы аңлатыу эштәре алып барылды. Әйтәйек, беҙ, һауынсы балалары, йәй-көҙҙө әсәйҙәр менән бергә ауылдан йыраҡта урынлашҡан фермала үткәрә торғайныҡ. Һарайҙан саҡ ҡына күркәмерәк өйҙә көн күрәбеҙ. Беҙҙең өсөн өҫкә һәндерәләр ҡуйылған. Төнөн шунда менеп ятабыҙ ҙа көтәбеҙ: хәҙер комсомол ағайҙар килеп, китап уҡыясаҡ. Һөҙөмтәлә сабый ғына саҡтан ниндәй генә әҫәр менән танышманыҡ беҙ! "Ырғыҙ"ҙы, "Нигеҙ"ҙе, "Боролош"то һәм башҡаларҙы яттан тиерлек белә инек. Бына шулай өлкәнен дә, йәшен дә бер йүнәлеш берләштерҙе.
Әле шундай уртаҡ маҡсатыбыҙ юҡ. Йәмғиәт тарҡау, һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғырта, һөҙөмтәлә кешеләр араһында конкуренцияға юл һалына. Был, әлбиттә, тәү сиратта балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә сағылыш таба. Өлкәндәр, үҙ хәлен белгәнлектән, социаль тигеҙһеҙлеккә бик үк иғтибар итеп бармайҙыр. Әммә йәш кеше быны ауыр кисерә. Ниңә ул икенсе берәүҙән түбәнерәк булырға тейеш әле? Ата-әсәнән төрлө әйбер таптырыу, ҡыйбатырағын алдыртырға тырышыу осрағы аҙмы ни? Хатта башланғыс класс уҡыусылары, айырыуса ҡаланыҡылар, тыуған көндәрен бер-береһенән уҙҙырып үткәреүҙе йола итеп алды. Ә класта ойошторолған саралар күпме! Кәрәккәндә лә, кәрәкмәгән саҡта ла йыйылышыу, табын ойоштороу, ҡайһы саҡта өҫтәлдең уртаһына "Балалар шампаны"н ҡуйыу ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Изге мөйөштө — мәктәпте — күңел асыу урынына әйләндереү дөрөҫмө? Табын ҡороуҙың бит үҙ урыны бар. Шампанға килгәндә инде, балаларҙы бәләкәйҙән үҙебеҙ эсергә өйрәтәбеҙ түгелме? Ғөмүмән, күп ата-әсә, балаһын өйрәтеү урынына, үҙе уның артынан китеп бара. Социаль тигеҙһеҙлекте ҡаплау, йәш кешенең күңеленә яра һалмау йәһәтенән башҡарылған барлыҡ эш өлкәндәрҙең кеҫәһенә һуға. "Быға ата-әсә үҙе ғәйепле. Баланың һәр теләген ҡәнәғәтләндерергә ашҡынғансы, "һәр кеше бер төрлө була алмай, хәлгә ҡарап йәшәргә кәрәк" тип өйрәтеп үҫтерергә кәрәк. Юғиһә, талаптар арта ғына барасаҡ", — тигән фекер менән дә ризалашмайынса булмай.
Дөйөм алғанда, минеңсә, мәктәптәге социаль тигеҙһеҙлектә күберәк уҡытыусылар һәм ата-әсә ғәйепле. Улар шуны онотмаһын ине: уҡыу йорто — уҙышыу, алыш майҙаны түгел, ә белем алыу урыны. Ә бындай ерҙә барлыҡ кеше бер тигеҙ булырға тейеш. Етмәһә, киләсәктә инклюзив (мөмкинлектәре сикле һәм һау-сәләмәт балаларҙы бергә уҡытыу) белем биреүҙе индерергә уйлайҙар. Был мәктәптәрҙәге тигеҙһеҙлекте тағы ла ҡуйыртмаҫмы? Бәлки, икенсе яҡтан ҡарағанда, сәләмәт бала: "Хоҙай мине донъяға имен-һау итеп яратҡан, шуның ҡәҙерен беләйем", — тип уйға ҡалыр?
Ф. ҒӘБДИНОВА.
Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә