Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөнәр ҙә алалар, тәжрибә лә туплайҙар
Һөнәр ҙә алалар, тәжрибә лә туплайҙар“Барыһын да кадрҙар хәл итә” тигән лозунг әле лә иҫкермәгән: юҡ-юҡ та бындай һүҙҙәр төрлө кимәлдәге түрәләр ауыҙынан ишетелеп ҡуя. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кадрҙар тигәндә гел юғары белемлеләрҙе күҙ алдына килтерәбеҙ. Ниңәлер ауыл хужалығында, завод-фабрикаларҙа иң кәрәкле, ғөмүмән, ил иҡтисады өсөн мөһим эшсе һөнәр эйәләрен күрмәмеш булабыҙ.

— Егет-ҡыҙҙарҙы өй беренсә йөрөп тигәндәй йыям, — ти Асҡын һөнәрселек-техник училищеһының директор урынбаҫары Гүзәл Ғәниева. — Ҡайһы йортҡа инмә, “мин баламды шунса-шунса юғары уҡыу йортона уҡырға индерҙем”, тиҙәр. Бер яҡлап, был яҡшы. Тик, эше булырмы һуң, тип һорағас, йә яурын һикертәләр, йә, уҡыһындар әле, һуңынан күҙ күрер, тиҙәр...
Ғөмүмән, элегерәк тә йәмғиәттә СПТУ менән ГПТУ-ларға башҡасараҡ ҡараш йәшәй ине. Ләкин шуны танырға кәрәк: тормошта мөһим булған һөнәрҙәрҙе нәҡ ошо уҡыу йорттары бирҙе. Тракторсы-машинистар, шоферҙар, ташсылар ауыл училищеһында әҙерләнһә, завод-фабрика, төҙөлөш ойошмаһы эшселәрен ҡаланыҡылар уҡытты. Әйтелгәндәргә “киң профилле һөнәр эйәләрен” тип тә өҫтәргә кәрәк, сөнки егет-ҡыҙҙар элек тә бер генә төрлө һөнәр алып сыҡманы, әле лә әллә нисәмә йүнәлеште үҙләштерә.
Асҡындың 96-сы профтехучилищеһына килгәндә, ул 1934 йылдан алып ошо төбәк өсөн генә түгел, барлыҡ төньяҡ-көнбайыш райондарға 40 меңдән ашыу һөнәр эйәһе уҡытып сығарған. Шуларҙың меңдән ашыуы тырыш хеҙмәте өсөн СССР-ҙың орден һәм миҙалдары менән бүләкләнгәнлеген әйтеп үтеү ҙә артыҡ булмаҫ. Бөгөн дә йәш быуынды тәрбиәләү, һөнәре буйынса тейешле белем биреү өсөн бында мөмкинлектәр киң: 17 уҡыу кабинеты, биш лаборатория-практика бүлмәһе, ике оҫтахана, спорт залы, ашхана, китапхана, яҡшы дөйөм ятаҡ, медпункт бар. Трактор-машина паркы тулыһынса заманса техника менән яңыртылған. Әйткәндәй, училищеның 286 гектар ерендә егеттәр иген игә, мал аҙығы үҫтерә. Араларында үҙенә күрә баҫыу батырҙары ла бар. Мәҫәлән, 3-сө курстан Дамир Ғилминуров быйылғы ураҡта, “Дон” комбайнында үҙаллы эшләп, тәжрибәле механизаторҙарҙан да ҡалышмаған. Район хакимиәте уға махсус бүләк тапшырған.
Директорҙың уҡытыу-етештереү эштәре буйынса урынбаҫары Илшат Әбдрәхимов әйтеүенсә, училищеның тәжрибә хужалығында егеттәр етди әҙерлек үтә. Ауылдарына ҡайтҡас, хужалыҡта оҫта механизаторҙар, шоферҙар буласаҡ улар. Шуныһы ғына тәрбиәселәрҙең күңелен ҡыра: механизаторҙар һәр ерҙә кәрәк булһа ла, бөгөн эре хужалыҡтар юҡ кимәлендә. Эйе, элекке колхоз-совхоздар һымаҡ, белгестәрҙе саҡырып, торлаҡ менән тәьмин итеп, социаль пакет вәғәҙәләүселәр булһа икән! Егеттәрҙең артабанғы яҙмышы билдәле лә һымаҡ: уҡыу йорто, армия. Унан инде һәр кем үҙ йүнен үҙе күрә. Ҡыҙҙар иһә бында ашнаҡсы һөнәре алып сыға, кондитер булып та эшләй аласаҡ. Был да тормошта кәрәкле, әлбиттә. Нисек кенә булмаһын, егет һәм ҡыҙҙар училищела эшкә өйрәнә, үҙҙәренә алдағы тормошонда кәрәкле һөнәрҙе үҙләштерә. Һөнәрле кеше, билдәле, ҡатмарлы шарттарҙа ла юғалып ҡалмаясаҡ.
Беҙ барғанда көн кискә табан ауышҡайны. Уҡыу кабинеттары бушап ҡалырға тейеш булһа ла, һаман шат тауыштар ишетелә, бүлмә эстәре геү килеп тора. Баҡһаң, егеттәр — техника, ҡыҙҙар ашнаҡсы, кондитер һөнәрҙәре буйынса имтихандарға әҙерләнә икән.
Башҡорт теле дәрестәре йәнле үтә.
— Элегерәк беренсе менән икенсе курстарҙа ла туған тел уҡытыла ине, хәҙер беренселә генә 70 сәғәт ҡалдырылды. Шулай ҙа тейешенсә белем бирергә тырышабыҙ, — ти 23 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған Гөлнара Ғилманшина. — Мәктәптә лә төрлө бала бар, бында ла — улар ҡайҙа ла минең өсөн бер үк. Иң мөһиме — туған телдәрен белергә ынтылыуҙары ҡыуаныслы.
Төрлө уйҙар менән киттек училищенан. Асҡындағы һымаҡ традицияларҙы, йолаларҙы байытып йәшәгән, буласаҡ ауыл хужалығы кадрҙарын үҫтереү өсөн бар көсөн биреүсе коллектив туплаған, лайыҡлы алмаш тәрбиәләгән уҡыу йорттары барлығына ҡыуанһаҡ, уларҙың киләсәк яҙмышы борсолдороп та ҡуя. Ошонда алған һөнәрҙәрен йәштәр ҡайҙа ҡулланыр, эштәре илдә берәй заман тейешле баһаланырмы?
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Асҡын районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә