Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ир уңмаһа, һис ваҡытта ил уңа алмаҫ...”
Заманыбыҙ тураһында әрнеүле уйланыуҙар

Күңел түрендә таш йөрөтә белмәгән ул кешеләр ерҙәге хазиналар, мөлкәт, хакимлыҡ, сәйәси өҫтөнлөк өсөн көрәштең һис ҡасан да туҡталмауын онотоп ебәргән. Улар кеше психологияһына хас ҡомһоҙлоҡто, эскерлекте иҫәпкә алмаған. Сәйәсәттең башлыса ошо ҡомһоҙлоҡҡа һәм хакимлыҡҡа хеҙмәт итеүен дә онотҡан. Был — оло һәм төҙәтә алмаҫлыҡ хата.
Бөйөк Британия премьер-министры Уинстон Черчилль 1946 йылда һөйләгән ике телмәрҙе өлкәндәр әле лә хәтерләйҙер. АҠШ-тағы Фултон ҡалаһында 5 мартта ул, СССР-ҙағы тиранлыҡ һәм тоталитарлыҡ ҡурҡынысына һылтанып, Балтикалағы Щецкиндан алып Адриатикалағы Триестҡа тиклем СССР менән Көнбайыш араһында "тимер шаршау" ҡорорға тәҡдим итте. Биш ай үткәс, Цюрих ҡалаһында "Уян, Европа!" тип аталған сығышында Британия премьеры Европалағы еңгән һәм еңелгән илдәрҙе берләшергә саҡырҙы. Америка президенты Трумэн һәм Үҙәк разведка идаралығы етәксеһе Аллен Даллестың ул саҡтағы фекерләү йүнәлешен иҫәпкә алғанда, Көнбайыш дәүләттәр системаһына үтеп инә алмаған илдәрҙе ҡаҡшатыу, тарҡатыу, бөлдөрөү һәм, ахыр килеп, тамам юҡ итеү стратегияһы ысын башланғысын ошо осорҙан уҡ ала. Хәйер, "бүлгелә лә хакимлыҡ ит" тигән принцип Британия сәйәсәтендә үҙәк урынды элекке колониаль дәүерҙәрҙән үк алып килгән.
Быуаттар үтә, дәүләттәр хасил була, тарҡала, социаль-иҡтисади мөнәсәбәттәр үҙгәрә, әммә сәйәсәттәге мөлкәт һәм власть яулауға йүнәлтелгән ике йөҙлөлөк, мәкерлелектең тәбиғәте үҙгәрешһеҙ ҡала. Замандың яңы тарихында быға миҫалдар бихисап.
Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһындағы ҡот осҡос фажиғәнән һуң матбуғатта терроризм тураһында һүҙ тағы ла ҡуйырып киткәйне. Ләкин фекерҙәрҙә терроризмды ғәҙәти бандитлыҡ менән йәнәш ҡуйырға тырышыу бар. Был дөрөҫ түгел, сөнки терроризм — сәйәси көстәрҙең хәрбиләштерелгән отряды һәм ул Көнбайыштың бик күп илдәргә ҡаршы йүнәлтелгән глобаль стратегияһында бер сара ғына. Билдәле бар шарттарҙа терроризм үҙ әүҙемлеген кәметәсәк, сөнки, уның өҫтөнән контролде йомшартҡанда, терроризмдың үҙен дәртләндереүселәргә ҡарай йүнәлтелеүе лә ихтимал.
Был — донъяла йәйелдерелгән киң ҡоласлы ҡапма-ҡаршы тороуҙа бер йүнәлеш. Көрәштәге икенсе алым — нескәрәк, юридик һәм дипломатик күҙлектән ҡарағанда, нигеҙләнгән. АҠШ-тың һәм уның союздаштарының был стратегияһы ла, билдәле булыуынса, Даллес, Гуверҙар тарафынан эшләгәне һәм дәүләт секретарҙары Александр Хейг, Джеймс Бейкер, Мадлен Олбрайт, Кондолиза Райс һәм башҡаларҙың ҡулы менән бойомға ашырыла килде. Донъя йәмәғәтселеге Хейгтың "тыныслыҡтан да мөһимерәк эштәр бар әле" тигән һүҙҙәрен хәтерләйҙер. СССР, Көнсығыш Европа илдәренә, Югославияға, Афғанстанға, Ливияға һәм, ахыр килеп, Иракҡа, Иранға ҡаршы алып барылған асыҡтан-асыҡ көрәш, әлбиттә, ул илдәрҙәге режимды ысын демократия идаралығына күсереүҙе маҡсат итеп ҡуйманы. Сәйәси ризаһыҙлыҡтар — сәбәп кенә. Мәсьәлә төптәрәк ята: АҠШ, алдағы көнөн уйлаусы йүнсел хужа булараҡ, стратегик сеймал запасы булған урындарҙан көндәштәрен генә түгел, шул байлыҡ эйәләрен дә ҡыуып сығарыу маҡсатын алға һөрә. Шулай итеп, демократия өсөн көрәш, ғәмәлдә, тәбиғи сеймал һәм геостратегик урын өсөн теләһә ниндәй сараларҙы ла ҡулланыуға ҡайтып ҡала.
Һис һүҙһеҙ, был көрәштең уртаһында АҠШ менән Рәсәйҙең мәнфәғәттәр ҡапма-ҡаршылығы тора. Илебеҙҙең позициялары әле бик бушаҡ. Советтар Союзы күп тиҫтә йылдар буйы донъяла коммунистик идеологияны ихтыярһыҙлап тағыу, ҡорал менән һөйләшеү сәйәсәтен алдан йөрөттө. Ул аллергия тыуҙырмай ҡалманы һәм шул шауҡым Рәсәйгә лә күсте. Элек Союз составында булған күпселек республикаларҙа русофобия һаҡлана. Бойондороҡһоҙлоҡ алған дәүләттәр тиҙерәк НАТО, Евросоюз ҡанаты аҫтына һыйынырға ашыға. Был — АҠШ өсөн ҡулай һәм уның тарафынан дәртләндерелә торған ғәмәл. Инҡилапһыҙ ғына боролош яһау тәжрибәһе иң тәүҙә 1991 йылда Рәсәйҙә һынап ҡаралды, унан һуң — Югославияла. Торараҡ, аҙ ғына төрлөлөк менән, власть алмаштырыу Азербайжанда, Украинала, Грузияла, Ҡырғыҙстанда бойомға ашырылды. БДБ илдәрендә иң ҡоласлы бәрелеш Украинала күренде.
Аналитиктарҙың билдәләүенсә, Америка һәм Европа стратегтары әллә ниндәй урау-урау юлдар ҙә эҙләп тормай. Теге йәки был илдәге иҡтисади ауырлыҡтар, тәбиғи, халыҡтың ризаһыҙлығын уята. Эске оппозиция быны мотлаҡ файҙалана, режиссерҙар майҙандарға теҙгенһеҙ-ниһеҙ йәш-елкенсәкте, маргиналь элементтарҙы алып сыға. Югославиялағы "Отпор", Грузиялағы "Кмара", Украиналағы "Пора" исемле радикаль йәштәр хәрәкәттәре исемдәре менән генә оҡшаш түгел, бәлки, есемдәре лә бер. Улар ситтән финанслана, сценарийҙар ҙа океан аръяғында яҙыла.
Ябай ғына итеп әйткәндә, донъяла хәлдәр бик хәтәр ҡуйыра. Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәте аныҡ та, принципиаль характерҙа ла түгел. Беҙ сигенәбеҙ. Охлократияны, йәғни урамға шаулашып сыҡҡан әтрәгәләмде, союздаш итеп алған Көнбайыш "демократияһы" өҫтөнлөк ала. Һүҙ артабан Рәсәйҙең үҙенең яҙмышы тураһында барыуы ихтимал. Был йәһәттән Украина лакмус ҡағыҙы ролен үтәй.
Халыҡта: "Бер алманы бишкә бүләйек, беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек", тип йырлана. Туғандарың, дуҫтарың өсөн үҙеңде ҡорбан итергә әҙер тороу — изге эш. Әммә халыҡтар тарҡалһа, Ер-алмабыҙҙы телгеләүгә ихтыяр ҡуйһаҡ, киләсәгебеҙ аяныс булыр.
Тарих арбаһы, шығырлай-шығырлай, ҡағыла-һуғыла, Рәсәйҙә тәүге инҡилаптар башланыуға йөҙ йыл тулыуға яҡынлаша. Октябрь аҙағы, ноябрь башы етә килә хәтерҙә ал төҫлө әләмдәр диңгеҙенә сумған шау-шыулы демонстрациялар хасил була, күн тужуркалы ораторҙарҙың ялҡынлы телмәрҙәре ҡолаҡта тағы ла яңғырағандай. Хәтер ебен ҡапыл ғына өҙөү мөмкин булмағандай, ил тарихындағы ваҡиғаларҙы ла бүлгеләп-киҫеп ташларға яҙмаған.
Яҙмаһын да, сөнки быуат ҡына түгел, үткән һәр йылыбыҙ һәм көнөбөҙ ҙә бөгөн үҙебеҙгә һабаҡ булырҙай нимәнелер бирә. Ун етенсе йылдың февраль һәм октябрь инҡилаптары Рәсәй тарихындағы ваҡиға ғына булып ҡалманы, бәлки, кешелектең ғөмүми яҙмышына тамырынан йоғонто яһаған боролош булараҡ әһәмиәтле. "Әһәмиәтле" һүҙенә "бик кәрәкле, зарури ине" тигән мәғәнә һалынмай, әлбиттә. Әммә, Европаның ҡап уртаһынан Тымыҡ океанғаса йәйелеп ятҡан ғәжәп киң империяла халыҡ массалары хакимиәт даирәләре һәм власты ғәмәлдә үҙ ҡулында тотоусы хәлле ҡатламдар менән бер-береһен аңлау һәм хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлегенән уҙған икән, тимәк, социаль һәм сәйәси үҙгәрештәрҙең төбөндә үҙенсәлекле логика ята. Ундай үҙгәрештәр күпселек илдәрҙә иҡтисади, социаль реформалар рәүешендә, эволюция процесы булараҡ үтеп китә. Инҡилапҡа илдәге иҡтисади шарттар, йәмғиәттең бүлгеләнеүе килтерә. Бында, әлбиттә, халыҡтың сәйәси традициялары, аң-белем кимәле, хатта милли менталитеты ла үҙ ролен уйнай. Англияла, Францияла, Германияла инҡилап тип аталған халыҡ сыуалыштары даръя хәтлем ҡан менән оҙатылһа ла, был илдәрҙә демократия институтының нығыныуына, абсолютизмдан парламентаризмға күсеүгә килтерҙе. Шул уҡ ваҡытта инҡилаптар һис кенә лә шәхси диктатуранан һәм тоталитар властан ҡурсалай алмай. Был йәһәттән Англиялағы Оливер Кромвель менән Франциялағы Максимильен Робеспьерҙы ғына миҫалға килтереү ҙә етә. Һәр инҡилап, һәр һуғыш кеүек үк, халыҡ исеменән, халыҡҡа таянып һәм халыҡ мәнфәғәттәрендә тигән декларация менән башлана. Ләкин һәммә инҡилаптар ҙа, тарих күрһәтеүенсә, кемдеңдер абсолютистик власы менән тамамлана. Быға миҫалдар үткән замандарҙан да, бөгөн дә бихисап. Ваҡ ҡына герман кенәзлектәрен бөйөк Германия итеп берләштергән "тимер канцлер" Отто фон Бисмарк: "Инҡилапты, ғәҙәттә, романтиктар әҙерләй, фанатиктар яһай, ә уның емештәренән әтрәгәләмдәр файҙалана", — тип тиктәҫкә генә әйтмәгән. Рәсәйҙәге инҡилаптың В.И. Лениндан һуңғы дауам ителеш тарихын хискә бирелмәй-нитмәй генә күҙҙән үткәргәндә, канцлер менән килешмәүе ауыр.
Ләкин үткән үткән инде. Ҡояш менән Ергә яңы атама биреү мөмкин булмағандай, тарихты яңынан яҙыу ҙа иманлы эш түгел. Инҡилап рәүешендәге тетрәнеүҙәр кисермәгән хәлдә илдәр һәм халыҡтар яҙмышы ҡайһы юлдарҙан китер ине икән? Инҡилап юлы үҫешкә тартамы, әллә тарих ағышындағы бер кәртәме? Быны кем баһалай ала? Тымыҡ ҡына тормош ағымын шулай болғатып, ҡуҙғытып ебәреү, бәлки, социаль һәм ижтимағи әүҙемлекте көсәйтеү өсөн кәрәктер?
Объектив ҡарашлы тарихсыларҙың фекеренсә, октябрь инҡилабы программаһы, иғлан ителгән маҡсаттары буйынса Рәсәйҙе иҡтисады халыҡ мәнфәғәттәренә йүнәлтелгән дәүләт итеп нығытырға тейеш ине. В.И. Ленин, идеологик башланғысты өҫтөн ҡуйһа ла, Рәсәйҙе иҡтисади йәһәттән тиҙ арала нығытыуға ифрат әһәмиәт биргән. Әгәр уның сәләмәтлеге шулай иртә ҡаҡшамаһа, иҡтисади сәйәсәт тотошлай идеология менән алмаштырылмаһа, ил ҡайһы формала һәм ниндәй тиҙлек менән алға китер ине икән? "Һа" киҫәксәһе, әлбиттә, үкенеү ҙә, икеләнеү ҙә, һыҙланыу ҙа билдәһе. Ләкин үткәнде күҙ алдынан кисергәндә унһыҙ ҙа булмай шул.
Һуңғы утыҙ йылға яҡын ваҡыт Рәсәй тарихындағы тетрәнеүҙәр һәм фажиғәләрҙең дауамы булғандыр. Илебеҙ киңлектәрендәге өҙлөкһөҙ (перманент) инҡилап дауам итә. Йә утҡа инеүсе, йә боҙло һыуға төшөүсе халыҡ, мейеһендә ҡорт ҡайнаған әйләнсек мал шикелле, әле бер һүҙгә ышана, ә иртәгәһенә сираттағы "юлбашсыға" өмөт менән текләгән була. Ул арала Көнбайышта ла, илебеҙҙең эсендә лә "бахыр" Рәсәй халҡының яҙмышы өсөн "үртәлеүселәр" сүп үләне ише үрсеп китте. Тырым-тырағай килгән илде тиҙ арала һауыҡтырыу әмәлен кем генә тәҡдим итмәне. Ахыр килеп, баҡтиһәң, Рәсәй яҙмышының үҙәгендә мөлкәтте хосусилаштырыу ғына торған икән. Ниндәйҙер бүтән программалар, вәғәҙәләр ошо төп маҡсат янында буш ҡыуыҡ, халыҡты албырғатыу ғына булған.
Ә инде өр-яңы тарихтың теге яғынараҡ күҙ ташлағанда, илдәге тырым-тырағайлыҡ партия етәкселегенә Михаил Горбачев килгәндән бермә-бер көсәйҙе. Брежнев замандарында тамам ойоған йәмғиәт Горбачев осоронда эремсеккә әйләнде, Ельцин хакимлығы йылдарында бөтөнләй таралып төштө. Йәмғиәттең барометры һиҙгер. Властың булдыҡһыҙлығын һәм хатта юҡлығын иң тәүҙә криминалитет һиҙеп алды. Унан — иртәгә олигархияға әүереләсәк эшҡыуарлыҡ. Хакимдар хәлде анализлау һәм төҙәтеү өсөн киҫкен саралар күреү урынына "баҙар көйләр әле, иҡтисадҡа дәүләт ҡыҫылырға тейеш түгел" тигән постулатҡа таянды. Ил, ижтимағи йә иҡтисади модель эҙләп, йә техас эшләпәһе, йә инглиз цилиндры, йә булмаһа итальян пинжәге кейеп ҡараны. Әммә уҫлаптай Рәсәй аҫабаһына тар ғына сит кейемдәр таман буламы инде? Шулай, бер килке аҙашып йөрөгәс, сит-яттар тупһаһынан ҡыуыла торғас, үҙ хәлебеҙҙе үҙебеҙ аңларға тырыша башланыҡ. Ошондай әрнеүле асыштар мәлендә Н.С. Хрущевтың: "Ильич беҙгә киләсәге ни ҡәҙәре матур булған илде мираҫ итеп ҡалдырғайны, ә беҙ... Э-х!" — тип үкенеүҙәре иҫкә төштө. Буталсыҡтан, чиновниктар баш-баштаҡлығынан тамам арыған халыҡ, ихтыярһыҙҙан, ҡаты ҡуллы хаким тураһында хыял итә башланы.
Хәйер, хыял түгел инде ул, бәлки, боронғо традицияларҙы хәтергә төшөрөү. Ошо урында мин дә һеҙҙең хәтерегеҙгә Екатерина II әйткән фекерҙе төшөрөр инем.
"...Рәсәй кеүек олуғ империя, әгәр унда деспотизмдан бүтән төрлө идара итеү урынлашһа, һәләк булыр ине, сөнки, алыҫ губерналарҙың мохтажлыҡтарына ҡарағанда, кәрәк ҡәҙәр тиҙлек менән ул ғына булышлыҡ итә ала. Башҡа теләһә ниндәй форма бөтә нәмәгә йән биреүсе эшмәкәрлекте тышаулай. Шулай итеп, Хоҙайҙан беҙгә, закондарға буйһоноусы һәм уларҙы ныҡ уйлап, үҙ халҡының мәнфәғәттәре өсөн генә сығарыусы хакимдарҙы биреүен теләйек".
Әбей батша, алман милләтенән булыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй халҡы менталитетын урыҫтан да яҡшыраҡ тойомлаған. Рәсәйҙәр Британия тибындағы демократияны үҙ итмәй, Рәсәйгә АҠШ йәки Германиялағы кеүек федератив мөнәсәбәттәр ҙә ҡулай түгел. Владимир Путин шул хәҡиҡәтте дәүләт сәйәсәте формаһына индереү йәһәтенән күп эшләне. Ҡәтғи власть халыҡтың аңлы инициативаһы менән ҡушарлап барғанда ғына демократия институттары демагогиянан арына ала. Әйткәндәй, инҡилап юлбашсыһы властың принципиаллеген, һүҙҙең эштән айырылмауын һәр саҡ һыҙыҡ өҫтөнә ала килде. Бер эште башлап, икенсе көндө үк онотоу, Ленин аңлағанса, ҡабул итерлек стиль һаналманы. "Әйттең — үтә, эшкә килдең — эшлә, хеҙмәт күрһәттең — тейешен ал". Ошо ябай ғына принциптар инҡилаптан алда программа рәүешендә иғлан ителгән, ә һуңынан ҡағиҙәгә әйләнергә тейеш булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарихтың бер миҙгеле икенсеһе менән тап килмәй. Беҙ күп ваҡыт юғарыла әйтелгән принциптарҙың киреһенә таянып йәшәнек.
Һөйләшеүебеҙ һуҙылыбыраҡ китһә лә, һүҙҙе дәүләт эшмәкәре П.Г. Шевцовтың 1918 йылдың 19 ноябрендә В.И. Ленинға яҙған хатынан өҙөк менән тамамлайһы килде.
"Уйымса, бер миңә генә түгел, бөтә Рәсәйгә, һәр эшсе һәм крәҫтиәнгә, намыҫлы һәр эшсән-интеллигентҡа "ни өсөн?" тигән бер нисә һорауға яуап табырға кәрәк:
1. Ниңә урындарҙа "пролетариат диктатураһы" енәйәтсел типтағы диктатураға әүерелде?
2. Ниңә ЦИК, Совнарком, совдептарҙың бойороҡтарын һәм декреттарын тәнҡитләү хоҡуғы юҡ?
3. Ниңә бушты бушатыусы профессиональ союздар пролетариатты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бурысын үҙ өҫтөнә алмай?
4. Һәм, ниһайәт, ни өсөн эшләүсе бөтә кешеләр ҙә хеҙмәт хаҡы мәсьәләһендә бер тиңгә ҡуйылмаған?
Тураһын әйтәм: РКП урындарҙа үҙе өсөн генә йәшәүсе һәм ерәндергес самодержавие кастаһына әйләнеп бара".
Йылдар үтә, хакимдар килә-китә, ә Рәсәйҙең сәйәси портреты бигүк үҙгәрмәй. Тарих һабағы, бәлки, шунан ғибәрәттер ҙә?
Байтаҡ осор беҙ Рәсәйҙә барған сәйәси һәм криминаль низағтарҙы ситтән тороп тамаша ҡылдыҡ. Был яманлыҡ Башҡортостаныбыҙға һис йоғонмаҫ һымаҡ ине. Ысындан да, йөҙ ҙә ун өс милләт вәкилдәре, бер-береһенең лөғәтен, динен, милли йолаларын хөрмәт итеп, бер төбәкте уртаҡ һанап йәшәгән ергә ят елдәр үтеп инмәҫ кеүек тойолдо. Баҡтиһәң, аҡ ҡарҙы яҙғы буръяҡ һыуҙар ҡаушыта икән.
Һүҙ һуңғы осорҙа урамдарҙа йөрөгән хәбәр тураһында түгел. Митинг тип, ваҡыт-ва-ҡыты менән йыйылышып, һөрән һалып йөрөүселәргә илтифат итмәҫкә лә мөмкин булыр ине, әммә Башҡортостандағы һәр сөскөрөүҙе тымау тип эләктереп алып тороусы Мәскәү телеканалдары, гәзиттәре лә бар бит. Улар — алыҫтан ятып беҙҙең күҙҙәге сүпте "күрә" торған үҙенсәлекле халыҡ. Хәйер, телевидение, гәзит хәбәрҙәре — кемдеңдер ауыҙынан сыҡҡан тауыштың шаңдауы ғына. Тураһын әйткәндә, митингтарға ҡайһы берәүҙәр нимә өсөн йөрөй? Эйе, шаулашып, үҙҙәре лә аңламаған ниндәйҙер "хаҡлыҡ"ты ишетеү өсөн. Бер ҡатлы кешеләрҙе ғәйепләмәйек. Мәсьәлә шул саф күңелле кешеләрҙең башын ҡаңғыртыусылар тураһында. Дәүләт һәм хакимиәт — һәр кемгә лә бал да май һоғондороп тороусы йомарт атай түгел. Ил менән идара иткәндә һинең үҙеңдән генә тормаған хаталар ҙа була. Уларҙы күмәкләп төҙәтеү өсөн һәр беребеҙгә баш бирелгән.
Власты тәнҡитләүселәр үҙҙәрен бойондороҡһоҙ, ғорур кешеләр тип һанай. Тик буш башты юғары тотоуы еңел ул. Үҙебеҙ ҙә аңламаған хаҡлыҡты эҙләп, ҡояшлы көндә сыра яндырмайыҡ. Ул донъяны яҡтырта алмаҫ, әммә һөрөмө ҡалыуы ихтимал.
Кемдер илгә идара итеү үҙәген майҙандарға күсерергә хыяллана. Кемдер шул шау-шыу араһында үҙенең шәхси мәсьәләләрен хәл итеп ҡалырға ашыға. Өсөнсөләр, башын артҡа борған да, алға атларға маташа. Һәр кемдең үҙ шөғөлө, үҙ маҡсаты, үҙенә хас алымдары.
Борсоулы һәм әрнеүле уйланыуҙарымды Мифтахетдин Аҡмулланың дүрт юлы менән тамамлайһы килде:
Әҙәмдә ошаҡ менән яла яман,
Себендә саға торған ара яман.
Һөйләһә, һөйләй бирһен ҡара таған* –
Ҡушылмаҫ аҡ маралға ҡара ҡабан.
*Таған — һүгеүсе, мыҫҡыллаусы.
(Аҙағы. Башы 247, 248-се һандарҙа).

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872