Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күҙ ҡараһындай һаҡлайыҡ
Күҙ ҡараһындай һаҡлайыҡЙырҙарҙа йырланған, шиғыр һәм ҡобайырҙарҙа маҡталған данлы йылға ул, уның тураһында ҡапыл ғына яңы һүҙҙәр табып әйтеүе лә ҡыйын һымаҡ, ләкин һәр кем уға булған хистәрен үҙенсә кисерә, тойғоларын үҙенсә белдерә, тирә-яҡта уның менән һоҡланмаған, яратмаған бер кем дә юҡтыр. Ҡайһы бер ваҡ йылғалар һымаҡ шаулап, ярһып бәргеләнмәй, үҙ ҡәҙерен үҙе белгән олпат кеше һымаҡ тыныс ҡына мул һыуҙарын ярға ҡаға. Районыбыҙ ғына түгел, республикабыҙҙың серле мөғжизәһе, йөҙөк ҡашы ул Дим йылғаһы.

Тәрән ятыуҙары, икһеҙ-сикһеҙ боролмалары менән йәшел талдар, бөҙрә тирәктәр араһынан ағыусы йомарт йылға бер ҡасан да үҙенең хазиналарын йәлләмәй. Сәскәле болондары, йәшеллеккә күмелгән күләгәле ярҙары ял итеүселәрҙе ҡаршыларға һәр ваҡыт әҙер, һыу инеүселәрҙе йылы, йомшаҡ һыуы менән ҡыуандыра, ә матур тәбиғәте, балыҡтары тураһында әйтеп тә торорға түгел. Йәйге йылы кистәрҙә, таңдарҙа йылға өҫтө иҫ киткес ҡоштар һайрауына күмелә, моңло һандуғастар, зарлы кәкүк... тағы ла ниндәй генә ҡоштар юҡ унда, һанап бөтөрлөк түгел. Ошо серле моңдар, ғәжәп матур тауыштар кеше күңеленә бала саҡтан уҡ кереп ҡала һәм ғүмере буйы оҙатып бара һымаҡ. Шуға күрә Дим буйында йәшәүселәр башҡа кешеләргә ҡарағанда, шағир һүҙҙәре менән әйткәндә, саҡ ҡына хислерәк, моңлораҡ, нескә күңеллерәк булалыр, күрәһең. Алтын көҙҙәр яҡынлашыу менән йылға тоноҡлана, үтә күренмәле йәшкелт һыу эсендә балыҡтар, бөтә серле һыу аҫты донъяһы ап-асыҡ күренә. Дим өҫтө һары япраҡтарға, уның буйҙары йылы яҡҡа осҡан ҡоштар тауышына күмелә, әйтеп бөтөргөһөҙ моңһоу, һағышлы ваҡыт. Көҙ артынан ашыҡмай ғына ап-аҡ ҡыштар ҙа килеп етә, был ваҡытта ла йылға үҙенсә матур, аҡлыҡ, сафлыҡ кеше күңелдәренә һиллек, тыныслыҡ алып килә.
Ҡышҡы йылға буйҙары саңғыла йөрөүселәр, йәйәүләп ял итеүселәр өсөн бик уңайлы, бик ҡулай. Яҙҙар яҡынлашып, көндәр бер аҙ йылыныу менән Дим дә ҡышҡы йоҡоһонан уяна, үҙенең көсөн күрһәтә башлай. Унда боҙ китеүе — үҙе бер ваҡиға, эре-эре боҙҙар шатырҙап бер-береһен ҡыуалай, бәрелешә. Һанаулы сәғәттәр эсендә һыу өҫтө боҙҙан әрселә, был ғәжәп күренеште ҡарарға яр буйына бик күп кеше йыйыла. Ғәҙәттә, тыныс ҡына аҡҡан йылға, ярҙарынан сығып, күҙ күреме ерҙе баҫып ала, бындай киңлеккә, иркенлеккә ҡарап күңелдәр киңәйеп, яңырып киткәндәй була. Бына нисәнсе яҙ инде һыу баҫҡан туғайҙар өҫтөнә аҡҡоштар килеп төшә. Был ғорур, парлы, тоғро ҡоштарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел, артабан да бында ҡалһындар, оя ҡорһондар ине, тигән уйҙар тыуалыр һәр кемдә.
Дим буйы элек-электән балыҡсылары менән данлы, балыҡ тотоуҙың бөтә серҙәрен, хәйләләрен беләләр был яҡтарҙа. Ләкин улар бер ваҡытта ла вәхшиҙәрсә ҡыланмаған, мурҙа, нәрәтә, ҡармаҡ менән генә тотҡандар улар балыҡты, хәҙерге кеүек саҡрым-саҡрым ауҙар ҡуймағандар. Әле кескәй генә саҡта Дим буйында ярышып һыу инеп, балыҡ ҡармаҡлаған мәлдәр күңелгә мәңгелек хәтирә булып кереп ҡалған, йомарт йылға бер ваҡытта ла балыҡһыҙ итмәҫ ине, яһалма ҡармаҡтар менән генә лә бихисап балыҡ тотоп алып ҡайтыу бер ҡыуаныс була торғайны.
Хәҙер инде балыҡ та, балыҡсылар ҙа аҙайҙы, йылға буйында ҡармаҡ һалған балалар һирәк күренеш, ни эшләйһең, һәр замандың — үҙ шөғөлө, үҙ заңы. Дим генә, мәңгелек ҡанундарға буйһоноп, шулай тыныс ҡына ағыуын дауам итә, халҡымдың шанлы тарихының өнһөҙ шаһиты, уның тамырҙарын һаҡлап ҡалыуҙа хәл иткес роль уйнаған йылғаларҙың береһе ул. Шул сәбәптәндер, уның буйында башҡорт ауылдары ғына урынлашҡан, халҡыбыҙ бик йомарт булһа ла, күсенеп килеүселәргә ерҙе йылға буйынан бирмәгән. Хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, был шарт ул кешеләр өсөн бик уңай ҙа килеп сыға, сөнки яңы хужаларға урман буйындағы ҡара тупраҡлы, уңдырышлы ерҙәр эләккән. Ә башҡорт халҡы ғүмер буйы һыу буйында, иркен көтөүлекле, мул сабынлыҡлы ерҙәрҙә йәшәп мал үрсетеүҙе хуп күргән.
Дим буйы бесәнлектәре үҙе генә ни тора! Меңәр гектарға һуҙылған, йылдың-йылы мул уңыш биргән сабынлыҡтарҙа хуш еҫле, ҡабарып торған бесән әҙерләнә. Шуға күрә халыҡ был ерҙәрҙе күҙ ҡараһылай һаҡлаған, уға мал-тыуар индермәгән, сөнки мал йөрөгән ерҙә бесәнлек шунда уҡ сифатын юғалта, көтөүлеккә әйләнә.
Тормош үҙ ағышына дауам итә. Дим буйы ауылдары ла артабан матурлана, яңырыу осоро кисерә, гөрләтеп туйҙар уҙғарыла, яңы төшкән килендәргә һыу башлаталар. Аҡсарлаҡтар ҡайылып осҡан Дим буйында аҡтан кейенгән йәштәрҙе күреү — үҙе бер һөйөнөс. Әйҙә, яңы ғаиләләр төҙөлһөн, ауылдар йәшәрһен, урамдар шат йәштәр, бала-саға тауышына күмелһен. Яҙғы ташҡындар үтеп китеп Дим тағы ла ярҙарына ултырыр, сәскәле болондары, йәшел тал-тирәктәре, һайрар ҡоштары менән йәмле йәй етер, йылға буйҙары шау-гөр килеп ял итеүселәр менән тулыр. Мәңгелек ағышына буйһоноп нисә быуат инде йылға шулай бөтәбеҙгә лә изгелек өләшә, беҙ ҙә уның ҡәҙерен беләйек, яр буйҙарын, йылғаның үҙен сүп-сарҙан таҙартып, күҙ ҡараһылай һаҡлап, киләһе быуындарға шулай матур, саф көйө тапшырайыҡ.
Рауил ДӘҮЛИЙӘРОВ.
Дәүләкән районы,
Дүртөйлө ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә