Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙ ҙә — еңеүсе!
Беҙ ҙә — еңеүсе!Тормош һулышын халыҡҡа еткереүсе журналистар йыш ҡына иғтибарҙан ситтә ҡалып килә. Ә кисә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы беҙҙе ҙурланы! Ҡәләмдәштәргә урын иң түрҙән бирелгәйне. Комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев киң мәғлүмәт саралары һәм айырым журналистар араһында иғлан ителгән ижади конкурста еңеүселәрҙе тәбрикләне.

Сәйәси йәһәттән йыл көсөргәнешле генә булды: ил менән Рәсәй Президенты өсөн тауыш бирҙек, октябрҙә муниципаль берәмек Советтарына депутаттар һайланыҡ. Барлыҡ мәғлүмәт гәзит, радио һәм телевидение, электрон матбуғат аша таратылды. Һис шикһеҙ, һайлау кампанияларын үткәреүҙә асыҡлыҡ, халыҡ алдында яуаплылыҡ тойоу мөһим. Бында бәхәсле, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр ҙә тыуып ҡуя, шуға күрә вәкәләтле органдың да һүҙе булырға тейеш. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ошо мәсьәләлә беҙҙең менән хеҙмәттәшлеккә һәр ваҡыт әҙер. Уларҙан ҡыҙыҡһындырған һәр мәсьәлә буйынса аңлатма алырға мөмкин. Шуға ла халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт ваҡытында барып етә.
Бәйгенең һөҙөмтәләренә килгәндә, телеканалдар араһында беренсе урынға Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте сыҡты, икенсе баҫҡысты “Рәсәй” телеканалының Башҡортостан төбәк эфирындағы “Хәбәрҙәр — Башҡортостан” яңылыҡтар хеҙмәте яуланы. Өсөнсө урынды иһә Күмертау һәм Яңауыл ҡалаларының телевидениелары бүлеште. “Радио” номинацияһында “Спутник 107 FM” каналына етеүсе булманы, икенсе урынға — “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының яңылыҡтар хеҙмәте һәм өсөнсөгә “Рәсәй радиоһы — Башҡортостан” каналы сыҡты.
Ә бына гәзиттәр араһында беренсе урын беҙҙең редакцияға бирелде. Икенсе баҫҡысты Бәләбәй һәм Әбйәлил райондарының гәзиттәре уртаҡлашты. Өсөнсөлөккә шулай уҡ ике редакция — “Учалы гәзите” һәм Благовещендың “Панорама”һы — сыҡты. Бынан тыш, һәр номинация буйынса шәхси беренселеккә лә йомғаҡ яһалды.
Сараның икенсе өлөшөндә Хәйҙәр Вәлиев территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре, район һәм ҡала Советтары секретарҙары менән берлектә кәңәшмә үткәрҙе. Унда уҙған һайлау кампанияларына йомғаҡ яһалды. Хәйҙәр Арыҫлан улы һайлау ҡануниәтендәге үҙгәрештәр менән таныштырҙы, системалағы ҡайһы бер яңылыҡтар тураһында телгә алды. Шунда уҡ киләһе йыл сентябрҙә үтәсәк һайлауға бөгөндән әҙерләнә башларға саҡырҙы. Киң мәғлүмәт саралары ла был мөһим һайлауға хәҙерҙән әҙерләнәсәк, әлбиттә. Комиссия менән хеҙмәттәшлегебеҙ артабан да дауам итәсәк. Беҙҙе бит уртаҡ маҡсат берләштерә: халыҡ һәр саҡ ваҡытында дөрөҫ мәғлүмәт алырға тейеш.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Рәсүл СӘҒИТОВ, радиожурналист һәм яҙыусы (беренсе урын):
— Ижтимағи-сәйәси журналистикала мәшғүл һәр кем, минеңсә, демократияның иң сағыу институттарының береһе булған һайлау мәсьәләһенән ситтә тормаҫҡа тейеш. Был турала әйткәндә тауыш биреүҙе генә түгел, ә тотош процесты күҙ уңында тотам. Бының өсөн хәбәрсе һайлау хаҡындағы ҡануниәтте белергә, даими үҙгәреп торған хоҡуҡи нормаларҙы күҙәтеп барырға, хатта юғары юридик белемле булырға тейештер. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы быны яҡшы төшөнә һәм үҙ эшмәкәрлегендә киң мәғлүмәт саралары менән емешле хеҙмәттәшлек итә. Быйылғы конкурс — ана шуның һәйбәт һөҙөмтәһе.

Айнур КӘБИРОВ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе (икенсе урын):
— Һайлау, партиялар, кандидаттар темаһы — өлгөргәнлеккә имтихан ул. Бында юридик яҡтан белемле булыу ғына етмәй, һаҡлыҡ, һиҙгерлек тә кәрәк. Ике яҡ бер-береһенә ҡаршы тороп сәкәләшкән саҡта, һин ситтән ҡарап ҡына, үҙ фекереңде белдермәй, объектив мәғлүмәт бирергә тейешһең. Беҙҙең Үҙәк һайлау комиссияһы бик асыҡ эшләй. Хәйҙәр Вәлиев телевидение ойошторған тура бәйләнештәрҙә, тура эфирҙарҙа ҡатнаша, халыҡ менән күҙгә-күҙ һөйләшергә әҙер. Бер саҡырыуҙан да баш тартмай. Был беҙҙең эште еңеләйтә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә