Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Осоҡ эйәләшмәһен
Башҡорт мифологияһында Осоҡ – иң яуыз сир эйәһе. Төрлө «яман» урындарҙан берәй әйбер табып алһаң йә йығылһаң, ул артыңдан эйәрә һәм ауырыуға һабыштыра, имеш. Ололар һөйләүенсә, Осоҡтан тейгән сирҙе осоҡлау юлы менән генә йүнәтеп була. Наркоманияға бирелгән заттар ҙа тап ошо мәкерле сир эйәләшкән кешеләрҙе хәтерләтә.

Һуңғы осорҙа наркоманияға ҡаршы көрәштең туҡталғаны юҡ. Айырма шунда: иҫәңгерәүҙе, илереүҙе һайлаған кешеләр менән ҡайҙалыр уңышлыраҡ та көрәшәләр, әммә сирҙе бөтөрә алмайҙар. Тилерткес ағыу менән «ҡоралланып», бер ил икенсеһенең көсөн кәметергә тырыша.
Рәсәй яҙмышы беҙҙе нығыраҡ борсой. Наркоманияның төрҙәрен һәм уға ҡаршы көрәш сараларын 1940 – 1956 йылдарҙа башҡасараҡ күҙ алдына килтергәндәр. Беҙҙеңсә, был ҡараш бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған. Профессор И. Стрельчук ошо дәүер эсендә Мәскәүҙәге «Дәүләт медицина әҙәбиәте» нәшриәтендә табиптар өсөн «Наркомания төрҙәре һәм уларҙы дауалау» тип аталған 348 битлек китапты өс тапҡыр сығарған. Уның йөкмәткеһендә наркоманияның бына ниндәй төрҙәре күрһәтелгән: алкоголизм, морфинизм, әфиүнгә бәйлелек, кокаинизм, гашишизм, эфиромания, төрлө дарыуҙарға әүәҫлек, кофеинизм, тәмәке тартыу… Быларҙың бөтәһе лә психик ауырыуҙар төркөмөнә ҡарай, улар менән сирләүселәр нарколог күҙәтеүендә булырға тейеш. Хакимлыҡ итеүселәрҙең бер өлөшө, үҙҙәре лә тәмәке тартҡас, эскелектән дә йөҙ борорға йыйынмағас, 1957 йылдан башлап был ғәҙәттәрҙе яҡшы ғәмәлдәр рәтенә индергәндер, тип уйларға нигеҙл бар.
Наркотик һатыусыларҙың кеҫәһенә табыш туҡтауһыҙ инеп тора. Йәмғиәт үҙе кирегә тәгәрәһә лә, ҙур килем килтереүсе тармаҡ был тиҫкәре күренеште йәшәтеү өсөн ҙур көс һала. Һуғыш, ҡыйралыш, тәбиғәт ғәрәсәттәре булмауға ҡарамаҫтан, халыҡ яман ғәҙәттәр арҡаһында донъянан иртә китә. Демографик көрсөк осоронда наркомания беҙҙең илгә айырыуса ҙур хәүеф менән янай.
Наркотиктарҙы күпләп эшләп сығарыусылар үҙҙәре иҫерткестәрҙе ауыҙына ла алмай. Ағыуҙы таратыусыларҙың бер өлөшө лә айныҡ — улар байыуҙы төп кәсеп иткән. Икенсе өлөшө – наркомандар. Улар «аҡ үлем» һатҡан аҡсаға байымай, сөнки барлыҡ килем наркотик алыуға китеп бөтә. Ошо «сылбыр»ҙы өҙөү өсөн ағыу таратыусыларҙы төркөмө менән ҡулға алып, бикләп тә ҡуялар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «аждаһа”ның уртаһы ғына өҙөлә. Башы һәм ҡойроғонан наркомания тағы үҫеп сыға. Ниңә үҫмәһен, ил ҡаҙнаһын арттырыу өсөн наркотиктар таратып ятҡан дәүләттәр бар.
Заман афәтенә ҡаршы халыҡ-ара кимәлдә лә көрәш бара, сөнки ул енәйәтселеккә тура юл аса. Наркотикка ылығыусылар араһында СПИД йоҡтороу ҙа арта. Наркоман яйын табып, һуғыш ҡоралдарына хужа була ҡалһа, донъяла ни булырын күҙ алдына килтереү ҙә ҡыйын.
Тәмәкенең сәләмәтлеккә зыяны хаҡында күпме һөйләһәк тә, был ғәҙәттән кешене арындырыуы бик ауыр. Наркотик менән эш тағы ла хәтәрерәк. Тәүгә ҡулланғандан һуң ҡабат иҫәңгерәү хәленә ҡайтыу өсөн йәнә күберәк доза кәрәк була. Шулай «аҡ үлем»дең миҡдарын арттыра торғас, организм был ҡәҙәре ҡеүәтле, емергес ағыуҙы күтәрә алмаҫлыҡ хәлгә килә. Үлемдең диагнозы билдәле инде. Наркотик менән мауыҡҡан йәштәрҙе ситтән күҙәткәндә, уларҙың бик татыу, дуҫ, аралашыусан булып күренеүе ихтимал. Күмәкләшеп, шаулашып йөрөйҙәр, буш ваҡыттарын күңелле үткәрәләр кеүек. Ситтән ҡарағанда ҡупшы, биҙәнгән-төҙәнгән йәш-елкенсәккә һоҡланып туймаҫлыҡ.
Аңын-тоңон аңламағандарҙың уларҙың төркөмөнә бик еңел ҡушылып китеүе ихтимал. Тәүҙә илерткес матдәне бушлай биреп, уны «дуҫ» итәләр, аҙаҡ һатып алырға ҡушалар. “Аҡ үлем” өсөн аҡса табыу ҙур проблемаға әүерелә. Йә үтескә алырға, йә урларға, йә эшләп табырға кәрәк. Ә организм ҡомһоҙланғандан-ҡомһоҙлана, уға көндән-көн күберәк ағыу талап ителә. Сәләмәтлек күҙгә күренеп ҡаҡшай, өҫтәүенә аҡсаһыҙ наркомандың бер кемгә лә кәрәге ҡалмай, ул меҫкен хәлгә төшә.
Ҡайһы берәүҙәр кәйефен күтәреү өсөн төрлө дарыу ҡуллана башлай. Хатта хирургияла файҙаланылған азот әсемәһе газы менән үпкәһен тултырғандар бар. Наркоз биреп, операция яһаһындар өсөн осло тимер, ҡаҙаҡ йотҡандар ҙа осрай. Был яман ғәҙәттәрҙән йәш кешене арындырыу, дауалау тураһында һүҙ йөрөтөү, фиҙаҡәрлек күрһәтеү мөһим, әлбиттә. Әммә кешене “аҡ үлем” йәтмәһенән ҡотҡарыу ҙур көс, ваҡыт һәм юғалтыуҙар талап итә, һәр осраҡта көрәштең уңышлы тамамланмауы ихтимал.
Ҙур хыялдар менән тормошҡа аяҡ баҫырға йыйынған йәштәргә кәңәшебеҙ шул: бер кемгә лә ҡол булмағыҙ, үҙ аҡылығыҙ менән йәшәгеҙ, ғаиләгеҙгә, илгә ғорурланып хеҙмәт итегеҙ. Аҡты ҡаранан айырыу ауыр булғанда, эргәгеҙҙәге аҡыллы кешеләр, яҡындарығыҙ менән аралашығыҙ. Шул саҡта һеҙгә Осоҡ та эйәләшмәҫ.
Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВТАР,
табиптар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә