Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ир уңмаһа, һис ваҡытта ил уңа алмаҫ...”
Заманыбыҙ тураһында әрнеүле уйланыуҙар

Бер генә концерт та Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһынан өҙөк уҡылмайынса үтмәй. Ул инде кисәләрҙең атрибутына әйләнгән: халыҡ көтә, декламатор сәхнәгә сығып баҫыу менән, кәйефләнеп, көлөшә башлай.
Гөж килә ағай-энеләр:
— Хитрый ҙа һин, Үлмәҫбай!
Был януарҙы ҡайҙа тоттоң —
Һөйләп ташласы, давай.
Булдыҡлы, отҡор яугирҙең хикәйәтенә усаҡ тирәһенә йыйылып ултырғандар нисек тәгәрәп көлһә, залдағылар ҙа шулай рәхәтләнә.
Ә Ватаным Рәсәй була —
Дауылы-еле лә бар,
Һинең бабаң батып үлгән
Чуд тигән күле лә бар.
Халыҡ берсә көлә, икенсе ҡарауға көсөргәнә. Илен ҡурсалап алып ҡалған үлмәҫбайҙарының булыуына ғорурлана. Дошман еңелде, халҡыбыҙҙың батырлығы һәм рухы өҫкә сыҡты. Беҙ оло бәлә-ҡаза аша, берҙәмлек һәм оптимизмға таянып, имен-аман үткәнбеҙ икән.
Әйткәндәй, ошо Үлмәҫбай феномены хаҡында халыҡ шағиры менән фекерләшергә лә тура килгәне булды. “Ул — заман тарафынан тыуҙырылған образ. Һуғыштан һәм ауыр һынауҙарҙан рухы ҡаҡшаған халыҡ өсөн дәртләндереү элексиры кәрәк ине. А. Твардовскийҙың “Василий Теркин”ы ла шул юҫыҡта бит. Халыҡтың бөгөлөүе лә ихтимал, ләкин уның рухы һынмаҫҡа тейеш”, — тигәйне Мостай ағай.
Рәсәй халҡының яҙмышы үҙ хеҙмәтенең емештәрен тиреп, дәүләтенең яҡлауына һәм һаҡлауына таянып, имен генә йәшәү түгелдер, ахыры. Ул, фәндәрҙе үҙләштерә алмаған студент һымаҡ, ҡабат-ҡабат имтихан тотоуға дусар. Һуңғы йылдарҙа әллә имтихан алыусылар самаһыҙ көйһөҙләнде, әллә үҙебеҙ аҡылға һаранландыҡ — халҡыбыҙ иңенә төшкән әхлаҡи-психологик һынау һәм тормош йөгө бигерәк ауырайҙы. Ниндәйҙер көстәр Рәсәй дәүләтенең нигеҙҙәрен һис туҡтауһыҙ ҡаҡшатыу өҫтөндә эшләй һымаҡ. Ул көстәрҙең кемдәр булыуын белгән дә кеүекбеҙ, әммә ҡулынан эләктереп алып, хас эштәрен фашларлыҡ әмәлде генә тапмайбыҙ.
Дәрәжәһен белгән дәүләт менән ғорур халыҡ өҫтөнән, дауылдар үтмәгән хәлдә лә, ел бер ваҡытта ла иҫмәй тормай. Хәйер, ҡалҡыу урында үҫкән ағастың тамырҙары тәрән була. Уны йығыуы ла ситен. Беҙ иһә — яңғыҙ ағас түгел, ә бер-береһенә таянып, бер ҡояшҡа ынтылып, бер үк Ер-әсәнән һут алып үҫкән урман.
Урыҫ халҡында “Күк күкрәмәйенсә, мужик суҡынмай” тигән тупаҫыраҡ әйтем бар. Рәсәй күгендә йәшен тынғаны ла юҡ. Әммә сәйәси етәкселәребеҙ уға илтифат итеп барманы. Ниндәйҙер өлгөрөп еткән хәл-ваҡиғаға мөнәсәбәт белдергән хәлдә лә улар йыш ҡына рәсми ойошторолған төҫ ала килде. Шул арҡала халыҡтың хакимиәткә ҡарата ышанысы ныҡ кәмене, власть ниндәй генә һүҙ һөйләмәһен, хатта документтар ҡабул итмәһен, халыҡ күп осраҡта ҡымшанмай ҙа. Чиновниктар — үҙ даирәһендә, үҙ мәнфәғәттәре менән, ә эшҡыуарлыҡ үҙ яйын ҡарай, ябай халыҡ та, үҙенсә көн итергә тырышып йәшәүен дауам итә. Былар — бөтөнләй айырым донъялар, һәм уларҙың маҡсаттары, ҡыҙыҡһыныу даирәләре бер ваҡытта ла тап килмәй. Әлегә йәшәп килгән сәйәси система шарттарында бының булыуы ла мөмкин түгел. Тәү ҡарашҡа бик кәрәкле декларациялар һәм ниәттәр, бюрократик формализм һәм күҙ буяу өсөн генә бойомға ашырылған булып, һаҙлыҡҡа сума. Илдә аныҡ эштәр тағы ла шау-шыу, кампаниянан кампанияға ҡәҙәр генә ҡуҙғалып алыу менән алмаштырылды. Ябай кеше, бик әсе ихтыяждары булған хәлдә лә, чиновниктар бюрократияһы нығытмаларын үтә алмай, йомошо һәм ҡайғылары менән ҡайҙа барып морон төртөргә белмәй. Һәм, ошо тиклем таш бәғерлелекте күреп, өмөтһөҙләнеп, ҡул һелтәй.
Шул тиклем битарафлыҡ, бер нәмәгә лә ышанмау, тормош проблемаларын араҡы йә наркотик менән томаларға тырышыу ҡайҙан килеп сыҡты һуң, тип аптыраған булабыҙ. Халыҡ көслө, уның рухын хатта һуғыш та һындыра алмай, әммә сәйәси ялғанлыҡ һәм өмөтһөҙлөктөң һуғыш афәтенән дә яуызыраҡ булып сығыуы ихтимал. Ошо мәлдә үҙебеҙҙә әлегәсә йоҡомһорап ятҡан көс-ҡеүәтте уята алһаҡ ине. Йығылырға теләмәгән кеше, ел көсәйгән һайын, аяғын киреберәк баҫа. Елгә арҡаңды ҡуйырға ярамай — ул һине бәреп йығасаҡ. Уға ҡаршы барып ҡына еңергә мөмкин.
Дәүләтте ҡаҡшатыу, ғәҙәттә, унда йәшәүсе халыҡтар араһындағы үҙ-ара ышанысты юйыуҙан башлана. Сәйәсмәндәр, сит ил парламенттары христиандар менән мосолмандар араһындағы юҡ проблемаларҙы, әйҙә, сәйнәй бирһен. Рәсәйҙә быға юл ҡуйылырға тейеш түгел. Илебеҙҙәге йөҙҙәрсә милләттең ҙуры йә кесеһе юҡ. Бер генә халыҡ та ауырлыҡтарҙы үҙ башына үҙе тыуҙырып тормай. Рәсәй кеүек киң илдә бөгөн миллиондарса грузин, тажик, украин, молдаван, әрмән һәм башҡалар һыйыныр мөйөш һәм шөғөлләнер эш тапҡан икән, эшләһен, йәшәһен улар. Ҡайһы бер төбәктәрҙә Кавказдан, Урта Азиянан йәки алыҫыраҡ илдәрҙән килгән кешеләргә ҡарата дошмансыл мөнәсәбәттәрҙең тыуыуы, властарҙан элек, үҙебеҙҙе хафаға һалырға тейеш. Урамда хәйер һорап йөрөүсе әллә сиған, әллә тажик сабыйҙарының шул хәлгә төшөүенә, әлбиттә, беренсе сиратта ата-әсәләре ғәйепле. Әммә ошо бахырҙарҙы, сәйәсмәндәр ситкә типһә лә, беҙ ситләтмәйек, хәлдәрен аңларға тырышайыҡ. Баш ҡала урамдарында төркөм-төркөм йөрөгән асарбаҡтарҙың да тормошо, эше, хыял-маҡсаттары булғандыр бит? Уларҙың ғүмер юлындағы яҡты сыраны кем, ниндәй сәбәптәр һүндергән? Уны ҡабыҙыу, рухтың һынған ҡанатын ҡабаттан нығындырыу әмәле юҡмы? Күмәкләп уйлағанда, барҙыр. “Йөрәктәге һүнмәгән рух — беҙҙе һәләкәттәрҙән ҡурсалаусы берҙән-бер көс ул. Тормош дауылдары уртаһында ул һис ваҡытта ла карап рулен ташламай һәм уны тулҡындар ихтыярына бирмәй”. Быны француз яҙыусыһы Эдм-Пьер Бошен әйткән һәм фекерҙең хаҡлығын ысынбарлыҡ көн һайын раҫлай килә.
...Урамда бер мәл бик сибәр ҡыҙҙы осрата торғайным. Кешеләргә күтәрелеп ҡарамаған был бала кем булғандыр, белә алманым. Туҡтатып һорарға йөрәк етмәне. Ул бер аяғынан яҙған, ҡултыҡ таяҡ менән, гел генә оҙон ҡара күлдәк кейеп йөрөй. Таныш булмаһам да, йөрөшөнә, үҙен тотошона ҡарап, йәш ҡыҙҙың ихтыярына, матур киләсәгенә ышандым. Ул бәхетле булыр һымаҡ.
Илем дә әлегә тонсоғоп барған ауырыу, аяғынан яҙған ғәрип һымаҡ. Ошондай ауыр мәлдәрҙә уҙған көндәрҙе хәтергә төшөрәйек. Күршеләрҙә усаҡ һүрелә башлаһа, йүгереп барып, ут өҫтәйек. Янғын уты түгел, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ уты. Рухы ныҡ халыҡ һынмай, халҡы берҙәм ил бөлмәй. Беҙ ҙә йәшәйек.
“Йылдан-йыл ваҡыт беҙҙе һуғыш осоронан алыҫҡараҡ алып китә. Яңы быуын кешеләре үҫеп етте. Улар өсөн һуғыш беҙҙең хәтерләүҙәрҙән генә ғибәрәт. Ә беҙ, ошо тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан кешеләр, көндән-көнгә аҙыраҡ һәм аҙыраҡ. Әммә иманым камил: һуғышта беҙ кисергәндәрҙең бөйөклөгөн ваҡыт ҡына юя алмай. Ғәҙәттән тыш ауыр, ләкин бик данлы осор булды ул. Оло һынауҙар кисереп тә еңеп сыҡҡан кеше артабан ғүмере буйы ошо еңеүҙән көс аласаҡ”.
Был юлдарҙы заманыбыҙҙың бөйөк ғәскәр башлығы Георгий Константинович Жуков яҙған.
Тураһын әйткәндә, кешелек ғүмер баҡый һуғыш менән солох араһында тирбәлеп йәшәй. Ә инде тарих сәхифәләрен бер-бер артлы күҙаллаһаҡ, Ер йөҙөндә атыштың һәм ҡан ҡойоштоң бер генә көнгә лә тынып тормауына ышанырбыҙ. Һеҙ ошо юлдарҙы уҡыған минуттарҙа кемдеңдер ғүмере Хоҙай әмере менән түгел, ә кеше мәкере арҡаһында, ер, мөлкәт, аҡса хаҡына өҙөлдө.
Гел генә бошоноп йәшәргә ярамай, ҡайғыны, нисек кенә ауыр булмаһын, тиҙерәк оноторға тырышырға кәрәк, тиҙәр. Шулайҙыр. Ләкин 22 июнь көнөн хәтерҙән юйыу мөмкинме икән? Быйылғы июндә Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында тәүге Еңеү парады үтеүенә 67 йыл тулды. Тантана, шатлыҡ һәм ғорурлыҡтың асманға ашҡан мәлдәрендә атай-олатайҙарыбыҙ шул майҙанда булмаһа ла, бөйөклөктө нисек онотайыҡ? Бөйөк Ватан һуғышынан һуң үткән ете тиҫтә йылға яҡын ғүмеребеҙҙе ошо Еңеү даны яҡтыртып барҙы бит. Халҡыбыҙ, илем ҡеүәтләнһен тип, йән аямай тырышты, уны харабаларҙан күтәреп, Йыһанға алып сыҡты. Былар — ил мәртәбәһе һәм Ватан даны. Әммә совет халҡының һуғыш осоронда кисергәндәрен һәм эшләгәндәрен бер ниндәй ҙә үлсәүҙәргә һалып булмай.
Һуғыш — кешелектең тәбиғәтенә әйләнгән ҡәһәрле юлдашы. Әсәңде, балаларыңды, ата-бабаларыңдың ҡәберен һаҡлап ҡорал күтәреү — бер, кешенең ғәзиз ғүмеренә ҡул һуҙыу — икенсе эш. Шулай булһа ла, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре ауыҙынан: “Мин шунса дошмандың башына еттем. Вәт!” — тип маҡтанғанды ишетмәнем. Улар тормош һабаҡтарын ут-һыу эсендә үткән, шуға бер хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: ҡаршы яҡтағы һалдаттың аңын тәүҙә сәйәсәт ирекһеҙләй, ҡулындағы ҡоралды, үҙенән бигерәк, сәйәсмәндәр тоҫҡай. Ысын яугир ҡаршы окопта боҫҡан дошмандың да кемдеңдер ғәзиз балаһы булыуын онотмай. Бары мөлкәт һәм хакимлыҡ өсөн мәңгелек тартыш ҡына шул хәҡиҡәтте оноторға мәжбүр итә.
Бөйөк Ватан һуғышы тарихты ике осорға — һуғыштан алдағыға һәм һуғыштан һуңғыға — бүлде. Совет тарихында “СССР Икенсе донъя һуғышынан нығынып сыҡты” тигән фекер йәшәп килде. Халҡының өс тиҫтә миллионға яҡынын юғалтҡан, бар донъяһы пыран-заран ятҡан дәүләт нисек ныҡлы була алһын инде? Бәхәсһеҙ, Ҡораллы Көстәребеҙ һуғыш ахырына ғәйәт ҡеүәтләнгәйне. Ләкин ул ҡеүәт тылдағы халыҡтың самаһыҙ көсөргәнеше, гражданлыҡ фиҙаҡәрлеге һәм тотош юҡсыллыҡ иҫәбенә өлгәшелгәйне. Һабанға егелеп ер һөргән ҡатындар, аслыҡтан кипкән ҡарттар, тыуғас уҡ олоғайған сабыйҙар... Кешенең сыҙамлылығына һәм үҙ-үҙен аямауына ниндәйҙер өлгө эҙләйһегеҙ икән, халҡыбыҙға әйләнеп бағығыҙ. Уның рухын бер генә һәйкәл дә һынландыра алмаҫ ул.
Йәшәү менән үлем мәсьәләһе хәл ителгән оло яу тураһында фекерҙәр тағы әллә нисә быуын әйтелер әле. Был — тәбиғи хәл. Шул уҡ ваҡытта фашизмдың беҙҙең илдә ҡабаттан тамырлана барыуы — тәбиғәткә ят нәмә. Минең аңлауымса, фашизмға түгел, хатта милли шовинизмға аҙ ғына булһа ла ишара яһаған һәр күренеш, һәр осраҡ власть тарафынан ҡәтғи эҙәрлекләнергә тейеш. Милләт, тел, раса, дин айырыу бер генә йәмғиәтте лә именлеккә алып бармай. Һәр кемде Хоҙай донъяға һөймәлекле балаһы итеп яратҡан. Тимәк, ҡояш нурына күҙен асыу насип булған кешенең ергә, һауаға, һыуға хоҡуғы берҙәй. Кеше булып тыуған кеше ерҙә ирәйеп баҫып, ҡурҡмай-өркмәй йәшәргә тейеш.
Бөйөк Ватан һуғышы әллә ҡасан уҡ тынһа ла, беҙ шул афәт шауҡымынан әле булһа арына алмайбыҙ. Ул бик олоғайған фронтовиктарҙың яу яралары булып әрней. Һуғыш — һәләк булғандарҙың һөйөлмәгән йәрҙәре, тыуа алмаған балалары, бөгөн ил терәге була алмаған ейәндәре, беҙ күрмәгән бүләләре. Уҙған яу — һалдаттарҙың әле булһа һибелеп ятҡан һөйәктәре, һүнеп барған хәтер. Иманһыҙҙар яугирҙәрҙең күҙенә: “Ниңә һуғыштығыҙ? Насар һуғышҡанһығыҙ”, — тип төртә, уларҙың ордендарын талап алып, баҙарға сығарып һата йә үҙҙәре йөрөтә. Иманһыҙлыҡҡа ла, әхлаҡһыҙлыҡҡа ла дәүләт битараф. Бер мәл, бөйөк һуғыштың һуңғы яугирен баҡый иленә оҙатҡас, бәлки, айығырбыҙ, терһәктәребеҙҙе тешләрҙәй булырбыҙ, әммә һуңларбыҙ. Ер аҫтынан әйләнеп ҡайтыр юл юҡ ул.
Шулай итеп, теге һуғыштан әле сыға алған юҡ, ә хатта етди аналитиктар ҙа Өсөнсө донъя һуғышының ғәмәлдә барыуы тураһында тылҡый. “Һалҡын һуғыш” Советтар Союзы иҡтисадын Бөйөк Ватан һуғышына бәрәбәр ҡаҡшатты. Ул 80-се йылдарҙың аҙағында — 90-сы йылдарҙың башында социализмды тулыһынса тарҡатыу менән тамамланды. Хәҙерге этапта элекке социалистик дәүләттәрҙең аҙ ғына мөстәҡиллеген дә тартып алыу, тәбиғи байлыҡтарға хужа булыу операцияһы бара. Рәсәйҙең көсһөҙлөгөнән һәм бүтән илдәр халыҡтарының тарҡаулығынан файҙаланып, АҠШ менән НАТО донъяла үҙҙәренсә “демократия” өлгөһөн тарата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был экспансияға тотҡарлыҡ яһарлыҡ көс юҡ. Күкрәктәрҙе киреү һәм сикәләрҙе ҡабартыу менән генә Рәсәйҙә ҡеүәт артмай.
Илебеҙ һәм халыҡтарыбыҙға ҡаршы рухи террор, психологик һуғыш дауам итә. Телевидениелағы әшәкелек, гәзиттәрҙәге әҙәпһеҙлек, наркотиктар һәм һыра, тәмәке — хәҙерге замандағы иң ҡурҡыныс дошмандар. Һыра менән мауығыуҙың бер мәл милли һәләкәткә килтереүе ихтимал. Аңы томаланған йәш-елкенсәккә бит белем дә, ата-әсә лә, ил мәнфәғәттәре лә кәрәкмәй. Терроризмға ҡаршы бөтә донъя көрәшә, тигән һылтау аҫтында милли аң, үҙаллы ҡараш, бойондороҡһоҙ йәшәүгә ынтылыу баҫыла. Терроризм ислам диненең балаһы түгел, уны мосолман илдәрендәге хәйерселек, наҙанлыҡ, өмөтһөҙлөк тыуҙыра. Йәшәүгә өмөтө булһа, йәп-йәш, сибәр мосолман ҡыҙҙары үҙ ихтыяры менән был донъянан китмәҫ ине. Әлегә иһә терроризмды кеше менән бәйләйҙәр, ә ул иһә — сәйәси, иҡтисади һәм социаль категория. Сталинград, Курск, Берлин тамуғынан иҫән сыҡҡан ҡарт яугирҙәребеҙҙең йыш ҡына бөгөнгө ҡан ҡойош ҡорбандары булыуы йөрәкте талай.
Тормош – сәхнә түгел, һәм сәйәсәтте лә йыр тип әйтеп булмай. Ғөмүмән, хакимдар һәм сәйәсмәндәрҙең эш-фиғелендәге эске логиканы ябай кеше күңеле менән аңлауы ауыр. Хәйер, сәйәсәттең үҙ йөкмәткеһе, хәрәкәт иттереүсе көстәре һәм шул көстәрҙең ихтыярын бойомға ашырыусылар бар. Тик улар ҡарар күҙгә күренеп бармай, бәлки, ситтән тороп, үҙ ҡулы менән түгел, ә аҡса, ике йөҙлөлөк, ҡурҡытыу аша эш итеүҙе өҫтөн күрә.
Донъяла беҙҙең осорҙа төрлө тарафтарҙа булып ятҡан ваҡиғаларҙың асылын нисектер дөйөмләштерергә тырышһаҡ, уларҙың артында глобаль бер маҡсат һәм шул ваҡиға-спектаклдәрҙе ҡуйыусы режиссерҙарҙың булыуын төҫмөрләүе ауыр түгел. Хәҙерге осорҙа кешелек йәмғиәте менән идара итеү бер юлы ике йүнәлештә бара: иҡтисады буйынса һәм халҡын социаль яҡлау йәһәтенән алға киткән дәүләттәр ниндәйҙер дәрәжәлә ойошоуға ынтылһа, тәбиғи байлыҡтары мул булып та, етештереү ҡеүәттәре артта ҡалған, дәүләтселеген, эске сәйәси тотороҡлолоғон тәьмин итә алмаған илдәр һәм халыҡтар артабанғы тарҡалыу, сәйәси тотороҡһоҙлоҡ, ыҙғыш-тартыш юлына күсте.
Әлбиттә, был үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә һәм үтә торған күренеш түгел. Унда халыҡтың теләге йә ихтыяры ла кәрәкмәй. Сәйәсәттә ғәҙәти хәл булғанынса, һәр эш-хәрәкәттең артында билдәле бер даирәләрҙең, финанс-иҡтисади, енәйәти төркөмдәрҙең стратегик маҡсаттары һәм аныҡ мәнфәғәттәр тора. Һәм был көрәштең ябай кешеләрҙең ынтылыштары, теләктәре менән уртаҡлығы һис юҡ. Мәсьәлә хатта күпкә ҡатмарлыраҡ: глобаль мәнфәғәттәр өсөн көрәш барғанда айырым дәүләттәрҙең суверенлы хоҡуғы, халыҡ-ара ҡанундар ҙа инҡар ителә. Халыҡ-ара, дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙәге тиңһеҙлек, цинизм “демократия” тигән фразеология битлеген кейә. Ғөмүмән, Америка Ҡушма Штаттары һәм уның союздаштары донъяның башҡа илдәре менән алып барған көрәштә демократияны һәм уның ҡиммәттәрен боҙоуҙы төп ҡорал итеп файҙалана. Был осраҡта аңлашылалыр: демократия принциптары үҙенсәлекле, америкаса, фараз ителә.
Тиҫтәләрсә дәүләт ҡатнашҡан Икенсе донъя һуғышының тамамланыуына һигеҙенсе тиҫтә йыл китте. Советтар Союзының һәм халҡыбыҙҙың милли мәртәбәһен бығаса булмағанса юғарылыҡҡа күтәргән был тиңдәшһеҙ алышты беҙ Бөйөк Ватан һуғышы тип йөрөтәбеҙ. Совет халҡының бөйөк ҡорбандарын һәм ҡаһарманлығын ғына түгел, еңеүселәргә хас булырға тейешле эскерһеҙлеген ул саҡта һуғыш осоронда зарури ғына союздаш хәленә ингән американдар, инглиздәр, француздар ҙа танығайны. Ошо хәтлем юғалтыуҙар, хәсрәт кисергән Ер йөҙөндә, ниһайәт, дуҫтарса, ышанысҡа нигеҙләнгән мөнәсәбәттәр, бер-береңдең дәүләтселеген, мөстәҡил хоҡуҡтарын хөрмәтләү нығынырға тейеш ине. Окоптарҙы үткән рядовойҙар ғына түгел, юғары штабтарҙағы хәрби башлыҡтар, илдәр менән халыҡтар яҙмышын үҙ ҡулдарында тотҡан сәйәсмәндәр ҙә шул ышаныста йәшәгән. Донъя, шөкөр, иркен: Ер шарында йәшәй белһәң, һәр кемгә байлыҡ та, урын да етерлек. Ябай аҡыл менән халыҡ шулайыраҡ уйлаған.
(Дауамы. Башы 247-се һанда).
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 705

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 832

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 777

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 486

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 113

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 806

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 051

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 181

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 786

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 623

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 878