Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәттәшлеккә шатбыҙ
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Feka Construction Industry&rade Inc” компанияһының етәксеһе Әбделҡадир Ферахлы, Директорҙар советы ағзаһы Зафер Эрен һәм “Фека Констракшн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Шәмсетдинов менән осрашыу үткәрҙе. Һөйләшеү барышында Өфөлә — ҡунаҡхана-эш үҙәге, Стәрлетамаҡта сауҙа-күңел асыу комплексы төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.
— Беҙ бындай хеҙмәттәшлеккә шатбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Компанияғыҙҙы уңышлы һәм һөҙөмтәле эшләгән, һүҙендә торған ойошма булараҡ беләбеҙ. Беҙҙе ҡунаҡхана хужалығы, ҡала халҡының ялы менән бәйле, шулай уҡ социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар ҡыҙыҡһындыра. Өфө һәм Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдәге ҙур форумдарға әҙерләнә, шуға күрә беҙгә республикабыҙҙы һәм ҡалабыҙҙы биҙәгән заманса биналар, ҡоролмалар кәрәк.
“Feka Construction Industry&rade Inc” компанияһы башлығы Әбделҡадир Ферахлы Башҡортостан Президентына ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе һәм төбәктә дәүләт объекттары төҙөүгә инвестиция һалыу, ошо эштә ҡатнашыу буйынса пландары менән уртаҡлашты.
— Республикала үҙебеҙ өсөн ике проектты билдәләнек. Компания вәкилдәре уның буйынса өс йылдан ашыу эшләй, — тине Әбделҡадир Ферахлы. — Шуларҙың тәүгеһе — Өфөләге йәмәғәт-эш комплексы. Уны төҙөүгә 210 миллион доллар самаһы аҡса бүленәсәк. Ә бына Стәрлетамаҡтағы объектҡа 90 миллион доллар йүнәлтеләсәк. Өфө проекты беҙҙең өсөн мөһимерәк, сөнки саммиттарға тиклем отелдәрҙе төҙөп бөтөргә кәрәк. Өфөлә ер участкаһына бәйле проблема юҡ, тик беҙгә ошо объектҡа инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәрергә кәрәк. Ҡала хакимиәте башлығы был йәһәттән ярҙам күрһәтер тип ышанабыҙ. Стәрлетамаҡта ер милексеһенә бәйле мәсьәләне йыл аҙағына тиклем хәл итергә кәрәк. Ул яйға һалыныу менән ҡалала эш башлаясаҡбыҙ.

Эш хаҡы арта

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2012 йылға республика бюджеты сығымдарын өҫтәмә финанслау буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документ быйыл дүртенсе кварталда дөйөм белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡын — республикалағы, декабрҙә мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтарының уртаса эш хаҡын тармаҡтағы уртаса кимәлгә еткереү маҡсатында эшләнде. Указға ярашлы ҡаҙнанан эш хаҡын арттырыуға 1 миллиард 209 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.
Был документ Башҡортостандың муниципаль берәмектәренә финанс ярҙамы күрһәтеүҙе лә күҙ уңында тота. Ошо маҡсатҡа 250 миллион һум йүнәлтеләсәк.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы буласаҡ

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2013 йылды республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы ойоштороу комитеты раҫланды, уның алдына киләһе йылдың 1 ғинуарына тиклем тейешле саралар планын эшләү һәм раҫлау бурысы ҡуйылды. Башҡортостандың ҡала һәм район хакимиәттәренә лә ошондай уҡ ойоштороу комитеттары төҙөргә тигән тәҡдим индерелде. Йәмәғәт берекмәләренә экологик мәҙәниәтте үҫтереү, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, тәбиғи мираҫты һаҡлау өсөн яуаплылыҡты арттырыу буйынса эште әүҙемләштерергә кәңәш ителде.
А. ХӘЛИЛОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә