Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Һалдаттар ниңә ауырый?

Әлкә-2 хәрби часында хеҙмәт итеүсе тиҫтәнән ашыу һалдат дауаханаға эләккән. Уларҙың ҡайһы берәүҙәренә пневмония диагнозы ҡуйылған. Әле дауаханала ун егет ята — барыһы ла бында юғары температура менән килтерелгән.
Асҡын районы егете Юнир Ахунйәнов ауырыуының сәбәбен яңы кейемдән күрә. Табиптар билдәләүенсә, егеттәрҙең хәле арыулана. Һауыҡҡандар ошо арала кире частарына ебәреләсәк. Күптәр иһә һалдаттарҙың йыш ауырыуын яңы форманың йоҡа булыуы менән бәйләй.
Билдәле модельер Валентин Юдашкин тәҡдим иткән технологияны боҙоу, туҡыманы икенсе төрлөгә алмаштырыу арҡаһында ошондай күңелһеҙ ваҡиғалар йышайғандан-йышая.
“Башинформ”.

Учалыларға янғын
ҡурҡыныс түгел


“Ирекле янғын һағын булдырыу һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” тип аталған смотр-конкурста туғыҙ төбәк араһында Учалы районы беренсе урынға сыҡты.
Был осраҡлы түгел: һәр ҙур ауылда ирекле янғын һүндереү дружинаһы ойошторолған, бынан тыш, Ахун, Туңғатар, Уральск, Ураҙ ауыл Советтарында махсус автомобилдәр менән ҡоралландырылған ирекле янғын һүндереү командалары булдырылды.
“Яйыҡ”.

Ат ҡараҡтары тотолдо

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Баш тәфтиш идаралығы тарафынан Бүздәк һәм Туймазы райондарынан бер нисә тапҡыр йылҡы малы ҡыуып алып киткән ат ҡараҡтары буйынса асылған енәйәт эшен тикшереү дауам итә. Бурлыҡта Благовар районынан ике кеше ғәйепләнә.
Бер ир һәм уның яҡын туғаны был эште табышлы шөғөлгә әйләндергән. Бурҙарҙың биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Бынан тыш, мал хужаларына килтерелгән зыянды ҡапларға тура киләсәк.
“Криминальный спектр”.

11 етем бала
фатир асҡысы алды


Яңы һалынған йорттағы 24 фатирҙың 11-е етем балаларға бирелде.
Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был — социаль ярҙам алыуға хаҡлы граждандар өсөн төҙөлгән икенсе социаль йорт. Киләһе йыл ҡалала йәнә дүрт социаль йорт төҙөләсәк.

“Тыуған яҡ”.

Мосабаҡа байрамы

Йыл һайын Өфө районының Алексеевка ҡасабаһы мәсетендә Мосабаҡа байрамын үткәреү матур йолаға әүерелгән. Сираттағы сараға илленән ашыу бала йыйылған.
Мосабаҡа байрамының үҙенсәлеге шунда: йәш быуынға илһөйәрлек тойғоһо, ислам нигеҙҙәрен төшөндөрөү, балаларҙы урам тәрбиәһенән аралау. Мәсеттең имам-хатибы Вәрис Мөлөков был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүлә. Дини тәрбиә саралары йәштәрҙе әхлаҡһыҙлыҡтан, насар күренештәрҙән арындыра тигән фекерҙә ул.

“Өфө үҙәндәре”.

Бер күрешеү — үҙе бер ғүмер

Ошо көндәрҙә Салауат районына Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы делегацияһы һәм ошо райондың “Миләш” халыҡ ансамбле ҡунаҡҡа килде. Улар тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Янғантау, Әлкә, Лағыр, Арҡауыл ауылдарына барҙы, халыҡ алдында концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Ҡунаҡтарҙа Салауат Юлаев, Рәми Ғарипов, Лағыр, Әлкә мәктәптәренең тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары йылы тәьҫорат ҡалдырҙы. “Миләш” халыҡ вокаль ансамбле 25 йыл элек барлыҡҡа килгән. Ул бар яҡлап та һәләтле төрлө һөнәр эйәләрен берләштерә.
“Йүрүҙән”.

Тәмәкеңде кәнфиткә алмаштыр!
Ишембай ҡалаһының 1-се гимназия уҡыусылары “Тәмәкеңде кәнфиткә алмаштыр” тигән акция үткәрҙе. Был көндө уҡыусылар урамда көйрәтеүселәрҙең тәмәкеһен кәнфиткә алмаштырҙы.
Улар был сараны йыл һайын ойоштора. Гимназияла сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған төрлө саралар үткәрелә. Акция ла ошо маҡсат менән уҙғарыла. Киләһе аҙнала йыйған тәмәкеләр юҡ ителәсәк. “Әгәр ҙә был көндө бер генә тәмәкесе булһа ла унан баш тартһа, тимәк, уҡыусыларҙың тырышлығы бушҡа китмәгән”, – ти директор урынбаҫары Лариса Рябова.
“Торатау”.

Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә