Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шәлдәргә күскән йылылыҡ
Шәлдәргә  күскән йылылыҡБорон-борондан әсәй-өләсәйҙәребеҙ ҡул эшенә маһирлығы менән дан ҡаҙанған.
Элекке замандарҙа был һәр ҡыҙ өсөн
мотлаҡ һаналған. Бөгөн дә күп кенә аҫыл заттарыбыҙ, халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлап, бәйләм бәйләй, балаҫ һуға, милли кейемдәр тегә.
Бигерәк тә дебет шәл бәйләүселәр арабыҙҙа йыш осрай. Шундай оҫталарҙың береһе — Хәйбулла районының Вәзәм ауылында йәшәүсе Зәкиә Мусина. Ҡулына тәү тапҡыр бәйләм тотоуына ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Үҙе әйтеүенсә, был һәләт уға нәҫелдән бирелгән.
Әсәһе Шәрифьямал Исламғолова — Ырымбур өлкәһенең Тирәкле ауылы ҡыҙы. Ә Ырымбур шәлдәренең данын һәр кем яҡшы белә. Хәйбуллаға килен булып төшкәс, ул бала саҡтағы шөғөлөн ташламай: тирә-яҡта оҫта шәл бәйләүсе тигән дан ала. Үҙенең һөнәрен биш ҡыҙына ла өйрәтергә тырыша. Араларында бигерәк тә Зәкиәһе айырылып тора: уның тилбер ҡулдарына күҙ эйәрмәй, “һә” тигәнсе шәлдең ситен йә уртаһын бәйләп тә ҡуя. Ҡул эшенә оҫта ҡыҙыҡай бала саҡтан тегеү, бесеү, сигеү кеүек һөнәрҙәрҙе лә яратып башҡара. Оҙаҡ йылдар ауылдаштарын ҡыуандырып, уларҙың теләгенә ярашлы күлдәктәр тегә. Әммә күңеленә иң яҡыны — дебет шәл бәйләү.
— Күңел ҡушыуы буйынса башҡарған шөғөлөм ғаиләне аҫрарға, улдарымды уҡытырға ярҙам итте. Шәл һатҡан саҡтарым да булды, — ти Зәкиә Шәкир ҡыҙы.
Бөгөн ул ҡулына бәйләмен йыш тотмаһа ла, күңеле һағышланғанда йәнә энәләрен иҫенә төшөрә, үҙе бәйләгән дебет шәлдәрен яҡындарына бүләк итә, ейәндәрен ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләп ҡыуандыра. Элегерәк үҙҙәре аҫраған аҡ кәзә мамығынан бәйләһә, бөгөн уны Ырымбур яҡтарындағы таныштарынан һатып ала.
Һуңғы ваҡытта оҫтаның эше бер аҙ еңеләйгән: шәлдең уртаһын бәйләү өсөн махсус ҡорамал һатып алған. Ситтәрен, төрлө биҙәктәр һалып, үҙе бәйләй. Шәленең йомшаҡлығы һәм ҡабарып тороуына ҡыҙығып алып ябыныусылар бихисап. “Ҡасандыр әсәләре минең шәлемде алып ябынһа, бөгөн балалары өсөн дә бәйләйем”, — ти ул. Буш ваҡытында Зәкиә Шәкир ҡыҙы ҡорама ҡорау менән дә шөғөлләнә. Күҙҙең яуын алған сағыу өлгөләре менән өй эсе нурға тулған.
Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырған ханымдың күңеле лә, эштәре лә күркәм. Үҙенсәлекле биҙәктәрҙә йөрәк йылыһы сағылған йылы йорттан кәйефебеҙ күтәрелеп, тулҡынланып сыҡтыҡ. “Төпкөл ауылдарҙа ла шундай оҫта ҡуллы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бар икән”, — тигән ғорурлыҡ хистәре кисерҙек.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә