Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҡса һауанан яумай
Иҫәнғол ауылының Сәнәғәт урамында кеше күҙенә әллә ҡайҙан бәрелеп торған зәңгәр төҫтәге ике ҡатлы йортта йәмле йәй көнөндә булғайным. Ҡапҡаһын асып инеү менән, әйтерһең дә, әкиәт донъяһына сумдым.
Алдымда гөл-сәскәгә күмелгән, бәләкәй генә бассейнында балыҡтары йөҙгән ожмах мөйөшө пәйҙә булды. Сәскәләр араһында — беседка. Тик баштан-аяҡ эшкә сумған хужаларҙың унда ултырып тын алырға, тәмле сәй эсергә ваҡыттары ҡаламы икән һуң, тип уйлап ҡуйҙым. Йүнсел Солтанбаевтарҙың — 70 йәшлек Миңнәхмәт Әхмәҙулла улы менән хәләл ефете Клара Муса ҡыҙының — ал-ял белмәй эшләгәнен бөтә ауыл халҡы белә. Ике магазин тотоуҙан тыш, улдары Раил, килендәре Рушания менән берлектә алып барған фермер хужалығы ла көндәлек иғтибар һәм хәстәрлек талап итә.
Клара Муса ҡыҙының олпат йәштә лә ҡыҙҙар кеүек янып, еңел генә йүгереп йөрөүенә иҫең китер. Йәй көнө ул йорто алдындағы баҡсаһында мәж килә. Әлбиттә, гөрләп сәскә атып, күҙҙең яуын алып ултырған бихисап сәскәнең һәр береһе хужабикә наҙына мохтаж. Аллы-гөллө раузалар, пиондар һәм исемдәре сит телдә яңғыраған ят сәскәләрҙең һәр береһенең “яҙмышы”, “холоҡ-фиғеле” уның үҙенә генә мәғлүм. Ҡайһы береһен Ырымбур, Ҡыуандыҡ, Өфө баҙарҙарынан һатып алһа, икенселәрен таныштарынан күсереп ултыртҡан. “Ниндәйҙер ят сәскә күрһәм, шуны ҡулға төшөрөү яғын ҡарайым. Үҙем дә башҡалар менән ихлас бүлешәм”, — ти матурлыҡты яратыусы тынғыһыҙ йән.
Ғөмүмән, Клара Муса ҡыҙын районда ныҡлы аяҡҡа баҫҡан, йүнсел Солтанбаевтар ғаиләһенең төп идеялар генераторы тип атарға була. Йорттағы, ғөмүмән, тормоштарындағы һәр яңылыҡ, үҙгәреш, нәҡ уның күңел төпкөлдәренән сығып, ире, балалары тарафынан уңышлы бойомға ашырыла килгән йоҡоһоҙ төн, тынғыһыҙ көн емештәре ул.
— Ирем Миңнәхмәт Әхмәҙулла улы менән йәш саҡта Урта Азияла ла йәшәп ҡайттыҡ. Унан Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһында байтаҡ йылдар донъя көттөк. Ул заводта эшләне, ә минең һөнәрем сауҙаға бәйле ине. Ошо эштә ғүмер буйы ҡайнауым ғаиләбеҙҙең артабанғы яҙмышын билдәләгәндер ҙә инде. Иҫәнғолға ҡайтҡас, бәләкәй генә магазин астыҡ, — тип һөйләне хужабикә үҙ тормошо тураһында. — Һатыу арыу ғына бара. Төндәрен уйланып, йоҡлай алмай сығам. Бер көндө ирем менән балаларыма эс серҙәремде систем. Әйҙәгеҙ, мәйтәм, ике ҡатлы йорт һалайыҡ та аҫҡы ҡатында магазин асайыҡ. Ғаиләмде беләм бит инде — һәр ғәмәлде “һә” тигәнсе күтәреп алырға әҙерҙәр. Шулай итеп, төҙөлөш эшенә тотондоҡ. Был ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырғас, икенсе магазин һалырға булдыҡ. Уныһына ла ирештек. Әлбиттә, кредит алмайынса ла мөмкин булманы. Береһен түләйбеҙ ҙә, йәнә икенсеһен алабыҙ. Район хакимиәте яғынан да аңлау тапҡас, фермер хужалығына керештек. Ер, мал, иҫке ҡуралар алдыҡ, яңыларын төҙөнөк. Дәүләт яғынан да финанс ярҙамы булғас, эште алып барыу күпкә еңеләйә...
Клара Муса ҡыҙының тормошонан ҡәнәғәтлеге йөҙөндә лә сағыла: йәш сырайлы, еңел хәрәкәтле ул.
— Өйҙә генә ултырһам, бәлки, сир-сор ҙа, арыу ҙа үҙен һиҙҙертеп торған булыр ине. Ә минең ул турала уйланырға ваҡытым ҡалмай. Иртәнге сәғәт биштән аяҡ өҫтөндәбеҙ. Кисен ҡасан йоҡларға ятҡаныбыҙҙы ла тәғәйен әйтә алмайым. Бабай ҙа бик тынғыһыҙ кеше. Яҙғы сәсеү ваҡытында үҙе тракторға, ураҡ еткәс, комбайнға ултыра — бер эштән дә ҡурҡмай. Улым Раил дә шулай. Ситтә йәшәһәләр ҙә, өлкән улым Риф менән уртансыһы Альберт та ярҙамдарынан ташламай. Килендәрем дә уңған. Иң кесеһе Рушания менән эш-уйҙарыбыҙ тулыһынса уртаҡ, — тип ҡәнәғәтлеген белдерә әсә кеше.
Солтанбаевтар йортоноң ҙурлығына, зауыҡ менән биҙәлеүенә хайран ҡалырлыҡ. Уңайлыҡтар булдырыу, биҙәү-матурлау эштәре һаман тамамланмаған. Ялланған оҫталарын да ҡарап-тәрбиәләп өлгөрә Клара Муса ҡыҙы. Магазинда эшләгән һатыусыларының да тормош-көнкүреше, ғаиләләре менән яҡшы таныш ул һәм һәр береһенә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша. Бынан тыш, эшҡыуарҙар мәктәптәрҙе, балалар приютын, өлкән йәштәгеләрҙе лә иғтибарынан ситтә ҡалдырмай.
— Ауылда ҡайһы берәүҙәрҙең эш юҡ тип зарланғандарына аптырайым. Ҡулдары оҫта ир-егеттәр ситкә бәхет эҙләп китә. Ә иренмәгән кешегә ауыл ерендә лә бына тигән итеп йәшәргә була. Картуфын, кәбеҫтәһен, башҡа йәшелсә-емешен үҫтереп һат, ҡош-ҡортон, малын аҫра. Эскелеккә һабышып, үҙҙәрен юҡҡа сығарған, балаларына насар өлгө күрһәткәндәргә ҡарап эсем боша. Аҡса бит бер ерҙә лә һауанан яумай, үҙеңә тырышырға кәрәк, — тигән уйҙарын еткерҙе уңған ҡатын. Һүҙҙәренең раҫлығын үҙ эше менән күрһәтә Солтанбаевтар.

Йәнбикә БАЙЫШЕВА.
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә