Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мулла танытмаһын да таныу кәрәк
Рәсәйҙә тарҡалған ғаиләләрҙең артыуы яңылыҡ түгел. Хатта 40-45 йәшлектәр араһында ла был хәл ғәҙәти күренешкә әүерелеп бара. Ул ғынамы, инде хаҡлы ялға сығырға йыйынған өлкәндәр ҙә, төрлө сәбәп табып, ғаиләләрен тарҡата.
Олоғайған көндә өр-яңы ғаилә ҡороу еңел түгел. Балалар үҫеп, төрлө ергә таралышҡан. ЗАГС-ҡа барыу ҙа уңайһыҙ, хәүефләндерә лә. Шуға күрә Европа илдәрендә киң таралған гражданлыҡ никахтары беҙҙә лә арта. Эш былай дауам итһә, ғаилә институты тарҡалып бөтмәҫме икән тигән шөбһәле уйҙар башҡа инә. Социализм осоронда дәүләт ғаиләне күп хәүефтән һаҡлаһа, хәҙер шарттар икенсе. Торлаҡты һатып ала булдыҡлылар. Гражданлыҡ никахына нисә тапҡыр инһәң дә борсолаһы түгел. Таныш-белештәрҙең яҙмышынан сығып әйтәм. Әллә нисә мәртәбә никахҡа ингәне бар араларында. Айырылғанда донъя малын бүлешеп ыҙаланмайҙар. 10 – 15 йыл бергә йәшәп тә, ЗАГС-ҡа барып, мөнәсәбәттәрен теркәтергә һис ашыҡмай халыҡ. Дәүләт был осраҡта ир менән ҡатын араһына ҡыҫылыуҙы кәрәк тапмай.
Һәүетемсә генә йәшәп ятҡан таныш ике ғаиләнең дә ирҙәре йорттан китеп айырым йәшәй башлағас, йөрәк түҙмәй ҡыҫылырға иттем: “Егеттәр, ниңә әҙәм көлдөрәһегеҙ? Һәйбәт кенә йәшәп булмаймы ни, инде иллегә етеп бараһығыҙ”, — тим. “Юҡ, ағай, түҙемлек бөттө, — ти береһе, — сит илгә тауарға йөрөгән әхирәттәре менән йыйылышып алалар ҙа маҡтаныша башлайҙар, кем күпме аҡса эшләгән, тауарын күпмегә һатҡан... Бөтә һүҙ аҡса эшләү, байыу тураһында. Минең ирлек намыҫыма тейә бындай шапырыныуҙар. Ғүмер буйы шофер булып эшләп, фатир алыуҙан башҡа маҡтанырлыҡ урыным юҡ”. Икенсеһе лә һүҙгә ҡушылды: “Аҡса тапҡас, балаларҙы ла үҙенә ҡаратып алды. Үҙе бер һүҙҙе лә күтәрмәй. Эштең фажиғә менән тамамланыуы ихтимал, шуға күрә өйҙән китеүем хәйерле”, — ти.
Бай ҡатындарҙың икеһе лә ваҡланманы, ғаиләнән китергә мәжбүр булған ирҙәренә берәр бүлмәле фатир алып бирҙе. Урам аша ғына йорттары. Аҙмы-күпме ваҡыт үтеүгә, йортло яңғыҙ ирҙәрҙе Урта Азиянан ҡайтҡан ҡатындар эләктереп тә алды.
Балаларын шунда пропискаға индерҙеләр. Тик гражданлыҡ никахы бәхет килтермәне, дүрт-биш йыл эсендә ирҙәрҙең икеһе лә сирләгәндән һуң, иллегә лә етмәй, яҡты донъя менән хушлашты.
Аҙаҡ китте мал бүлеш. Уртаҡ балалары булмағас, яңы ҡатындарына өлөш сыҡманы. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Улар ҙа бит ошо ваҡыт эсендә ҡул ҡаушырып ултырманы, йортто тәрбиәләне, йыһаздар алып ултыртты. Уйлап ҡараһаң, бәхәсләшкән ике яҡ та дөрөҫ һөйләй кеүек. Шаһиттар йыйып, суд тупһаларын тапауҙар йылға һуҙылды. Күпме көс, нервы, һаулыҡ кәрәк бының өсөн. Бына ЗАГС-ҡа барыуҙы кисектереүҙең, законлы никахты һанға һуҡмауҙың бәләһе. Ир менән ҡатын Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында никахлы һаналһа ла, хатта мәсеттә таныҡлыҡ бирелһә лә, суд өсөн был дәлилдәр сүп кенә. Минеңсә, мулла биргән танытма ла ниндәйҙер көскә эйә булырға тейештер ул.
Тормош бит үтә ҡатмарлы. Элекке замандарҙа ла никахтың төрлөһө булған. Хаж ҡылыу өсөн кешеләр Мәккәгә йылдар буйы барған. Шул осорҙа, ваҡытлы никах уҡытып, ҡатын-ҡыҙҙы сәфәргә алыу киң таралған. Ҡауышыу ҙа, айырылышыу ҙа өс шаһит ҡатнашлығында үткән. Ир кеше өс тапҡыр “талаҡ” тип ҡабатлаһа, никах тарҡалған тип иҫәпләнгән. Ҡатындар хеҙмәтсе ролен дә үтәгән. Сүл бурандары аша юл йөрөү ата-бабаларыбыҙға еңел булмағандыр, байтағы юлда һәләк булған.
Беҙгә бөгөн был күренештәр сәйер тойолһа ла, аңларға тырышайыҡ ул дәүерҙе. Ғәрәп илдәрендәге хәйерселекте, кәрәсин лампаһы ла булмаған торлаҡтағы фәҡирлек шәүләһен Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл Паша” спектаклендә лә тойорға мөмкин. Нефть сығара башлауҙарына ярты быуат ҡына әле уларҙың. Шулай ҙа хаж ҡылыуҙы оҫта ойошторғандар, халыҡты сүл аша дөйәләрҙә ташығандар. Өс-дүрт йылға һуҙылған бындай сәфәр, шуға күрә ваҡытлы никахтың әһәмиәте ҙур булған. Шул осорҙан һуң әллә күпме йыл үтеп, һыуҙар аҡһа ла, ҡатын-ҡыҙ заты менән ир-ат мөнәсәбәте әллә ни үҙгәреш кисермәгән: шул уҡ гражданлыҡ никахы, шул уҡ ваҡытлы никах...
Минеңсә, ир менән ҡатынды ЗАГС ҡына түгел, мөхәббәтле никах та берләштерә, ҡауыштыра, бәхетле итә ала.
Хәлил САФИУЛЛИН.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә