Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Фән йондоҙоКүктәге йондоҙҙарҙың атамаһын, уның нисек урынлашыуын белеү борон-борондан һәр кеше өсөн изге бурыс тип иҫәпләнгән. Мосафир ҡараңғы төндә лә йондоҙҙарға ҡарап дөрөҫ юлды тапҡан, үҙ йүнәлешен юғалтмаған. Бөтә кешелеккә файҙа килтергән, башҡарған эштәре менән йәмғиәткә терәк-таяныс булған, яҡтылыҡ күрһәткән маяҡҡа тиң шәхестәр ҙә була донъяла. Украинаның күренекле ғалимы, социология фәндәре докторы, В. Каразин исемендәге Харьков милли университеты ректоры Вил Һәүбән улы Бакиров — тап шундайҙар иҫәбенән. Уның ни тиклем оло ғалим икәнлеге хаҡында күп һүҙ йөрөтмәй, шуны ғына әйтмәксемен: Америка астрономы Эдвард Боуелл асҡан астероидҡа Вил Бакировтың исеме бирелә (Vil’bakirov-1998KW7).
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, буласаҡ фән йондоҙо 1946 йылдың 8 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған. Бала һәм үҫмер сағы Украинаның Житомир ҡалаһында үтә. Шунда ул урта мәктәпте тамамлай, һуңынан тимер юлда ябай эшсе булып хеҙмәт юлын башлай. Әммә юғары белем алыу теләге егеткә тынғылыҡ бирмәй. Вил Һәүбән улы 1966 йылда Харьков юридик институтына уҡырға инә. Һөнәр үҙләштергәс, йәш белгес бер аҙ милицияла тәфтишсе булып эшләп тә ала.
Артабан Харьков радиоэлектроника институтының философия кафедраһында уҡыта башлай. 1976 йылда социология фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, һуңынан докторлыҡ ғилми дәрәжәһенә өлгәшә.
Вил Бакировты Украинала “социологияның атаһы” тиһәң, һис тә арттырыу булмаҫ, сөнки ул илдә тәүге социология факультетын аса һәм уның алыштырғыһыҙ деканы була.

Фән йондоҙоТалапсан һәм алдынғы ҡарашлы ғалимды 1998 йылда В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университетының ректоры итеп һайлайҙар. Вил Бакиров хәҙер инде нисәмә йылдар был вазифаны намыҫлы башҡара.
Вил Һәүбән улы әле лә әүҙем фәнни эшмәкәрлек алып бара. Илдең совет осоронан һуңғы хәле, халыҡтың йәшәү кимәле, һаулығы тураһындағы ентекле өйрәнеүҙәр юғары баһаланды. Уның етәкселегендә ете фән докторы һәм ун фән кандидаты диссертация яҡлаған. Академик Бакировтың тос ғилми хеҙмәттәре юғары уҡыу йорттарында өйрәнелә. Украина дәүләте етәкселеге, йәмәғәтселек Вил Һәүбән улының фиҙаҡәр хеҙмәтен юғары баһалаған. Ул — V дәрәжә Ярослав Мудрый ордены кавалеры, Украинаның мәғариф отличнигы. Шулай уҡ илдең Милли фәндәр академияһының “Ғилми ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы, К. Ушинский исемендәге педагогия академияһының алтын миҙалы, Болгария Фәндәр академияһының иң юғары билдәһе менән бүләкләнгән.
Сит тарафта ҙур уңыштарға өлгәшкән арҙаҡлы яҡташыбыҙ Башҡортостан менән бәйләнеште өҙмәй. Яңыраҡ ҡына ул Өфөлә булып китте. Үҙе етәкселек иткән юғары уҡыу йорто һәм Башҡорт дәүләт университеты араһындағы хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйылды.
Ана шулай фән йондоҙона әүерелгән Вил Һәүбән улы Бакиров үҙенең ғилми эшмәкәрлеге менән халҡыбыҙҙың данын арттыра.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ


Вил Бакировтың ҡаҙаныштары:
— Украинаның Милли Фәндәр академияһы академигы;
— Украинаның Социологтар ассоциацияһы президенты;
— Харьков өлкәһенең ректорҙар советы рәйесе;
— Украинаның дәүләт аккредитация комиссияһы ағзаһы;
— Украинаның Мәғариф, фән һәм спорт коллегияһы ағзаһы;
— Украинаның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре;
— М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты һәм Киевтың М. Драгоманов исемендәге Милли педагогия университетының почетлы профессоры, О. Гончар исемендәге Днепропетровск милли университетының почетлы докторы;
— Харьков ҡалаһының почетлы гражданы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә