Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тағы ла һыу тураһында
(Л. Яҡшыбаева. “Һыу ҡәҙере”, 2012 йыл, 18-19 сентябрь).
Мәҡәләне уҡып сыҡтым да авторы Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваға теләктәшлек белдерергә булдым.
Һыу — йәшәү, һаулыҡ сығанағы. Ата-бабаларыбыҙ уның тураһында беҙгә ҡарағанда күберәк белгән, йылға-күлдәргә, хатта диңгеҙҙәргә лә, сифатына ҡарап, исем ҡушҡан. Мәҫәлән, һыуы аҡ һәм йомшаҡ булған, аҡбур тоҡомло тауҙар араһынан ағып, аҡ төҫкә әйләнгән өсөн бер йылғабыҙ Ағиҙел исемен алған, ҡаты тау тоҡомдары араһынан сыҡҡаны, ҡара һыулыһы – Ҡариҙел. Шулай уҡ Ҡыҙыл, Күгиҙел йылғаларына ла исем бушҡа бирелмәгән.
Волга — иң ҙур йылғаларҙың береһе, уның элекке исемдәре күптән инде халыҡ хәтеренән юйылып бара. Ғалимдар әйтеүенсә, борон ул Расай тип аталған. Ра — ҡояш, ә сай йылға тигәнде аңлата. Волга исеме лә Булға, булғарҙарҙан, халыҡ исеменән алынған, тиҙәр. Йылға, һыу һүҙҙәре төрлө телдә төрлөсә яңғырай: йылға, һыу, су, сай, булаҡ, һапы, даръя, шишмә, инеш һәм башҡалар. Кешеләр борон-борондан йылға йә күл буйында йәшәргә тырышҡан. Бының сәбәбе ябай: әҙәм заты һыуһыҙ йәшәй алмай, бар тереклек уға мохтаж. Әле иһә булғанын һаман бысратыу өҫтөндәбеҙ, шуныһы ҡыҙғаныс. Ябай кешенән алып ҙур етештереү тармаҡтарына тиклем һыуҙы бысрата. Сәнәғәт предприятиеларына ла таҙа һыу кәрәк, сөнки ҡулланылғанын таҙартыу ҙур сығымдар талап итә. Уйлап ҡараһаң, кешелектең бөтә эшмәкәрлеге һыуға бәйле: ауылдар, ҡалалар, завод-фабрика, малсылыҡ фермалары, электр станциялары һәм башҡалар. Уларҙың һәр береһе эсәр һыуҙы бысрата.
Хәҙер күп кенә йылға эсергә эшкинмәй, байтаҡ өлкә, республикаларҙа һыу халыҡҡа торба аша йәки цистерналарҙа килә. Башҡортостанда ла 19 районда килтерелгән һыу эсәләр, сөнки йылға-күлдәр нефть ҡалдыҡтары менән бысранған. Хатта беҙҙең Бөрйән районында ла хәҙер халыҡ Ағиҙел һыуын эсмәй, ҡоҙоҡтан йәки шишмәнән ала. Иҙел ҡыш һәм көҙ йәки боҙ туңыр алдынан ғына таҙа.
Ғөмүмән, һыу – кешелек өсөн һауанан ҡала иң кәрәкле нәмә, һәм ул бөгөн беҙҙең яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Эсәр һыуҙарҙы үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, кем уйлаһын был турала? Беҙҙең ауылда, район үҙәгендә лә кеше күп йәшәй. Йәй буйына туристар өҙөлмәй, Иҙел буйында ял итәләр, кәйеф-сафа ҡоралар. Үҙебеҙҙекеләр ҙә тик ятмай. Яр буйында шешә, ризыҡ ҡалдыҡтары, төрлө сүп-сар тороп ҡала. Урындағы халыҡ араһында ла, йорт-ҡураһында йыйылған ҡыйҙы, тоҡҡа тултырып, Иҙелгә алып барып ташлаусылар бар. Кеше күрмәгәндә тип машинаһы менән йылға буйына илтәләр. Элек сүп-сар юҡ ине, ә хәҙер бөтә ил көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына әйләнгән. Быға беҙҙең йәшәү рәүешебеҙ, ҡулланыусы ғына булырға тырышыуыбыҙ ғәйепле. Пластик һауыттар менән донъя тулы, уларҙы яңынан эшкәртеү тураһында бер кем дә уйламай.
Хәҙерге көн менән генә йәшәргә күнегеп барабыҙ. Лира Яҡшыбаева әйтмешләй, һыу бөтөү — ул ахырызаман. Ҡиәмәт көнөн беҙ иманһыҙлығыбыҙ арҡаһында тиҙләтәбеҙ, яҡынайтабыҙ. Иманлы бәндәләр артып, кешелек ер-һыуыбыҙҙың таҙалығын хәстәрләп йәшәй башлағансы һуң булып китмәҫме? Балаларға экологик тәрбиәне мәктәп бирергә тейеш тип уйлайым. Уныһы шулай, әммә ата-әсәһенең шул уҡыусынан һыу буйына сүп-сар тултырылған тоҡто ташлатып, уҡытыусыһы биргән белемде бер нисә минутта юҡҡа сығарыуы ихтимал. Бала һәр нәмәне өлкәндәргә ҡарап эшләй.
Сүп эргәһендә сүп күренмәй тигәндәй, бысраҡ ятҡан ергә ҡый ташлап китеүе бер нәмә лә түгел. Һыу буйҙарыбыҙ таҙа, ҡараулы булһа, башҡаларҙан да тәртип талап итә алыр инек. Уйланайыҡ, үҙебеҙ тәрбиәле булайыҡ, эсәр һыуыбыҙҙы һаҡлайыҡ, милләттәштәр!

Рәйес ҠАРАҒОЛОВ.
Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә